+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Ғинуар 2021, 18:55

БӘХЕТЛЕ ЙӘШӘГЕҘ Яңы йыл әкиәте Быйылға һуңғыһы, ләкин аҙаҡҡыһы түгел

Бына ун ике йыл инде Дауыт Яңы йыл алдынан шыршы биҙәгәндә: “Их, һин, шыршы, шыршы, һин булманың ҡаршы”, – тип эстән генә мөңгөрләп ала. Ҡатыны йырҙы ишеткән һайын көлөмһөрәп кенә ҡуя.Дауыт менән Йәмилә байтаҡтан бирле дуҫлашып йөрөй. Ҡыҙ күптән кейәүгә сығырға әҙер, ләкин егет өндәшмәй. Көн һайын килә, Йәмиләне алып китә, ҡайҙа бара, нимә эшләй, һәр хәлдә рәнйетмәйҙер, тип өмөтләнергә иҫәп бар, сөнки ун ике тулыр-тулмаҫ килтереп ҡалдырып китә. Ҡыҙ менән егет ҡәнәғәт.Ә Сәүиә апай борсола. Тоҙһоҙҙо күҙһеҙ ҙә белә, тигән һымаҡ, ҡыҙының ашҡынып сығып китеүе һәм бик ҡәнәғәт ҡайтып кереүе оҡшамай. Әсәһе ваҡыт-ваҡыт һүҙ ҡуҙғата: ҡасан өйләнешәһегеҙ, ти. Ҡыҙ тәүҙәрәк яуап бирмәй ине. Бер тапҡыр, аптырағас, әйтте, ҡабаланмай бит, тине. Ҡабаланмаһа, ҡабаланмай инде. Үҙе ауыҙланмағас, ашыҡтырып булмай.

Бына ун ике йыл инде Дауыт Яңы йыл алдынан шыршы биҙәгәндә: “Их, һин, шыршы, шыршы, һин булманың ҡаршы”, – тип эстән генә мөңгөрләп ала. Ҡатыны йырҙы ишеткән һайын көлөмһөрәп кенә ҡуя.

Дауыт менән Йәмилә байтаҡтан бирле дуҫлашып йөрөй. Ҡыҙ күптән кейәүгә сығырға әҙер, ләкин егет өндәшмәй. Көн һайын килә, Йәмиләне алып китә, ҡайҙа бара, нимә эшләй, һәр хәлдә рәнйетмәйҙер, тип өмөтләнергә иҫәп бар, сөнки ун ике тулыр-тулмаҫ килтереп ҡалдырып китә. Ҡыҙ менән егет ҡәнәғәт.

Ә Сәүиә апай борсола. Тоҙһоҙҙо күҙһеҙ ҙә белә, тигән һымаҡ, ҡыҙының ашҡынып сығып китеүе һәм бик ҡәнәғәт ҡайтып кереүе оҡшамай. Әсәһе ваҡыт-ваҡыт һүҙ ҡуҙғата: ҡасан өйләнешәһегеҙ, ти. Ҡыҙ тәүҙәрәк яуап бирмәй ине. Бер тапҡыр, аптырағас, әйтте, ҡабаланмай бит, тине. Ҡабаланмаһа, ҡабаланмай инде. Үҙе ауыҙланмағас, ашыҡтырып булмай.

Яңы йыл алдынан тағы ла һөйләшеү булды. Киске тамаҡты ашап ултырғанда Йәмилә әллә ҡыуанды, әллә аптыранды, әллә ҡайғырҙы, Дауыт машина ала, тип һөйләнеп ҡуйҙы.

– Машина алғансы кәләш алһын, – тине Сәүиә апай. – Күпме йөрөргә була? Ҡасан туй үткәрәһегеҙ? – тип ул ҡыҙынан туп-тура һораны.

– Ҡабаланмай бит, әсәй, нимә эшләйем һуң? – тине ҡыҙы.

– Ҡабаланмаясаҡ! – тип ҡәтғи һығымта яһаны Сәүиә апай. – Ниңә ҡабаланһын. Мин эшкә китәм, ул килеп керә, мин ҡайтыр алдынан ғына сығып ҡаса. Үҙенә кәрәген алып йөрөгәс, уға өйләнеү нимәгә? Өйләнмәгән ир – эйәһеҙ мал һымаҡ. Ауылда шулай: аҙашҡан кәзә-һарыҡ килеп сыҡһа, кем икмәкте мулыраҡ ҡаптыра, шуға керә лә китә. Был егет тә шуның кеүек. Әлегә һин уны ҡарайһың, ашатаһың, мин әйтте тиерһең, берәйһе килеп сығасаҡ, эйәләштереп аласаҡ, һәм һин тороп ҡаласаҡһың. Бөгөн үк һөйләш! Йә өйләнә, йә үҙем берәй сараһын күрәм.

Йәмиләгә һөйләшеү өсөн ике-өс көн кәрәк булды. Ниндәй дәлилдәр тапҡандыр, нимәләр әйткәндер – беҙ белмәйбеҙ, ләкин маҡсатына өлгәшә алмаған. Егет яңы машина алырға аҡса йыйыу тураһында иғлан иткән.

Яңы йылға Дауыт шыршы тотоп килде. Шыршыны өсәүләшеп биҙәнеләр. Бик матур табын ҡорҙолар. Йәштәрҙең ҡайҙа барырға белмәй аптыранып ултырғанын күргәс, Сәүиә апай Дауыт менән Йәмиләгә:

– Мин хәҙер апайымдарға барам, иртәгәһеҙ ҡайтыу юҡ, – тип, хушлашып сығып китте. Йәштәр икәү генә ҡалғас, тамам иркенгә сыҡтылар, үҙҙәрен хужа итеп тойҙолар, тоймай һуң, фатирҙы әсәләре үҙе ҡалдырып китте бит.

Сәғәт төнгө 2-ләрҙә, иҫкесә Яңы йылды ҡаршылағас, йәштәр майҙанға барырға самаланы, ләкин был ниәттәре барып сыҡманы, сөнки Сәүиә апай фатирҙы тыштан бикләп, асҡысты алып киткән икән. Икәүләшеп ошонда ятып йоҡлауҙан башҡа сара ҡалманы.

Сәүиә апай ситтән тәҙрәләрен ҡарап торҙо микән, фатирҙа ут һүнеп, бер ярты сәғәт тә үтмәне, апай ишекте асып, шым ғына килеп инде һәм һиҙҙермәй генә утты тоҡандырҙы. Ниндәй ваҡиғаларҙың шаһиты булғандыр, әйтеүе ҡыйын, һәр хәлдә ҡосаҡлашып ятҡан йәштәр бик уңайһыҙ хәлдә тороп ҡала.

– Был эшегеҙ күптәнме? – тип һорай Сәүиә апай, утты һүндергәндән һуң.

Дауыт нимә эшләй? Ул һикереп тороп кейенә лә ҡайтырға самалай.

– Бында икәнеңде атайың менән әсәйең беләме? – тип һорай Сәүиә апай.

– Беләләр, – ти Дауыт. – Мин Яңы йылды Йәмилә менән үткәрәм, тинем.

– Яҡшы, тине Сәүиә апай. – Ә ҡасан һоратырға киләләр?

– Иртәгә, – тине Дауыт.

– Иртәгә инде башланды, – тине Сәүиә апай. – 1 ғинуарҙамы әллә 2 ғинуарҙамы?

Тамам ҡаушаған егет, 1 ғинуарҙа, тип әйтеп ысҡындырҙы.

– Улайһа, хәҙергә ҡайт, сәғәт 12-гә беҙ әҙер булабыҙ, – тине әсә.

12 тулыр-тулмаҫ, һоратабыҙ, тигән һылтау менән килеп инделәр ҙә ҡараңғы төшкәнсе ҡунаҡ булдылар.

Сәүиә апай был хәйләне нисек эшләгән һуң? Телевизорҙан, байрам осоронда, байрамдан һуң, кешеләр асыҡ күңелле була, бер-береһенә яҡшылыҡтар, изгелектәр теләй, тигәнде ишетеп ҡалған да ошо фекерҙең дөрөҫлөгөн һынап ҡарарға булған. Тәүге һынау уҡ уңышлы тамамланды. Ана, хәҙер ун ике йыл инде матур итеп тормош көтәләр, бер түгел, ике ул үҫтерәләр.

Ә Дауыт йыл һайын шыршы биҙәй. Биҙәмәй ни, малайҙары һорай бит.

Уйынсыҡтарҙы элгәндә эстән генә көлөмһөрәп, мөңгөрләп йөрөй: “Их, шыршы, шыршы...”.

Читайте нас: