+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Ғинуар 2021, 21:46

“ҺӘНӘК”ТЕҢ ХӨРМӘТЛЕ ДУҪТАРЫ! (“ЭХ, ҺИН, КҮҢЕЛҺЕҘЕМ ҺИН МИНЕҢ” әҫәренең 5-12 бүлектәре тураһында)

Һеҙҙең менән йылдар буйы аралаша торғас, яҡын кешеләргә әйләнеп киттек, шикелле. Яҡындарға ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә лә мөмкин. “Өфөлә йәшәп, һоранып ултыралар”, – тип ауыҙға һуҡмаҫтар әле, тип өмөт итәбеҙ. Эйе, дуҫтар, һеҙҙең ярҙам кәрәк! Ошо беҙҙең һораныуыбыҙҙы ишетеп, йомартлыҡ күрһәтеп, мең кеше “Һәнәк”кә бер айға яҙылыу өсөн 83,62 һум (һикһән өс һум алтмыш ике тин) аҡса күсерһә, беҙҙең быйылғы бөтә мәшәҡәттәребеҙ хәл ителәсәк. Уф, оят, кемдер, әпәт һораналар, тип әйттеме, әллә уйланымы, ҡолағыма салынып ҡалғандай булды. Шулай ҙа, оят төтөн түгел, күҙҙе әсеттермәй, һеҙҙең ярҙамығыҙға ифрат мохтажбыҙ. Яҙғандарыбыҙҙы уҡып бараһығыҙ, оҡшатаһығыҙ, рәхмәт, беҙ ҙә һеҙҙән ярҙам көтәбеҙ. Техник сәбәптәргә бәйле, “Эх, һин, күңелһеҙем һин минең” тигән әҫәрҙең 5-12 бүлектәрен сайтыбыҙҙан алып торабыҙ, матбуғатҡа яҙылыу һөҙөмтәләрен көтәбеҙ. Ә кемдәр яҙылған һәм аҡсаһы килгән, улар менән шәхсән эшләйәсәкбеҙ. Әҫәрҙең дауамын тулыһынса, тиҙ арала электрон почтаһына ебәрәбеҙ. Артабан ғәләмәт шәп! Һеҙгә оҡшаясаҡ. Беҙгә лә оҡшаясаҡ, әгәр аҡсаһы килһә. ҠУЛЛАНМА: – “Рәсәй почтаһы” сайтында теркәлегеҙ; – “Һәнәк” журналына, (кәмендә бер айға) яҙылығыҙ; – квитанцияғыҙҙың фотоһын редакцияның электрон ардресына ([email protected]) ебәрегеҙ; – яҡын арала һеҙҙең электрон адресҡа беҙҙән “Эх, һин, күңелһеҙем һин минең” исемле әҫәрҙең тулы варианты беркетелгән хат ебәрербеҙ.



“ҺӘНӘК”ТЕҢ ХӨРМӘТЛЕ ДУҪТАРЫ!
(“ЭХ, ҺИН, КҮҢЕЛҺЕҘЕМ ҺИН МИНЕҢ” әҫәренең 5-12 бүлектәре тураһында)
Һеҙҙең менән йылдар буйы аралаша торғас, яҡын кешеләргә әйләнеп киттек, шикелле. Яҡындарға ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә лә мөмкин. “Өфөлә йәшәп, һоранып ултыралар”, – тип ауыҙға һуҡмаҫтар әле, тип өмөт итәбеҙ. Эйе, дуҫтар, һеҙҙең ярҙам кәрәк! Ошо беҙҙең һораныуыбыҙҙы ишетеп, йомартлыҡ күрһәтеп, мең кеше “Һәнәк”кә бер айға яҙылыу өсөн 83,62 һум (һикһән өс һум алтмыш ике тин) аҡса күсерһә, беҙҙең быйылғы бөтә мәшәҡәттәребеҙ хәл ителәсәк. Уф, оят, кемдер, әпәт һораналар, тип әйттеме, әллә уйланымы, ҡолағыма салынып ҡалғандай булды. Шулай ҙа, оят төтөн түгел, күҙҙе әсеттермәй, һеҙҙең ярҙамығыҙға ифрат мохтажбыҙ. Яҙғандарыбыҙҙы уҡып бараһығыҙ, оҡшатаһығыҙ, рәхмәт, беҙ ҙә һеҙҙән ярҙам көтәбеҙ.
Техник сәбәптәргә бәйле, “Эх, һин, күңелһеҙем һин минең” тигән әҫәрҙең 5-12 бүлектәрен сайтыбыҙҙан алып торабыҙ, матбуғатҡа яҙылыу һөҙөмтәләрен көтәбеҙ. Ә кемдәр яҙылған һәм аҡсаһы килгән, улар менән шәхсән эшләйәсәкбеҙ. Әҫәрҙең дауамын тулыһынса, тиҙ арала электрон почтаһына ебәрәбеҙ. Артабан ғәләмәт шәп! Һеҙгә оҡшаясаҡ. Беҙгә лә оҡшаясаҡ, әгәр аҡсаһы килһә.
ӘҪӘР УҠЫУСЫҒА ҠУЛЛАНМА әҙер һылтанмалар менән:
– “Һәнәк” журналына, (кәмендә бер айға) яҙылығыҙ;
– квитанцияғыҙҙың фотоһын редакцияның электрон ардресына ([email protected]) ебәрегеҙ;
– яҡын арала һеҙҙең электрон адресҡа беҙҙән “Эх, һин, күңелһеҙем һин минең” исемле әҫәрҙең тулы варианты беркетелгән хат ебәрербеҙ.
Читайте нас: