+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Ғинуар 2021, 22:24

ҺИН ТҮГЕЛМЕ ИР ҠАТЫНЫ? Хикәйә Беренсе бүлек

Һәр нәмәгә дәртләнеп, сәмләнеп, ҡомарланып тотоноп өйрәнгән Сания. Әле лә шулай. Үҙе йоҡлап ята, үҙе төш күрә. Ире Әхәт менән ауылда бесән сабалар, имеш. Ике аҙнала ике кәбән ултыртҡандар. Тауыҡ төшөнә тары инә, тигәндәре шул булалыр инде. Әхәте, етәр, ти, Санияға етә буламы һуң инде? Күпереп ятҡан йәшел үләнде саба ла саба. Ҡапыл телефоны шылтырамаһа, һаман йоҡлар, юҡ, бесән сабыр ине. Уянаһы итте: таң менән кемгә нимә кәрәк булды икән? – Тыңлайым, – тине ул еңелсә ризаһыҙлыҡ ҡатыш асыу менән. – Тыңлағыҙ, – тинеләр телефон аша. – Һеҙҙең элекке ирегеҙ Әхәттең хәҙерге ҡатыны шылтырата. Ҡайҙа йөрөй ул? Хәҙер һеҙгә Шатлыҡҡа киләм.


ҺИН ТҮГЕЛМЕ ИР ҠАТЫНЫ?


Хикәйә

Беренсе бүлек

Һәр нәмәгә дәртләнеп, сәмләнеп, ҡомарланып тотоноп өйрәнгән Сания. Әле лә шулай. Үҙе йоҡлап ята, үҙе төш күрә. Ире Әхәт менән ауылда бесән сабалар, имеш. Ике аҙнала ике кәбән ултыртҡандар. Тауыҡ төшөнә тары инә, тигәндәре шул булалыр инде. Әхәте, етәр, ти, Санияға етә буламы һуң инде? Күпереп ятҡан йәшел үләнде саба ла саба. Ҡапыл телефоны шылтырамаһа, һаман йоҡлар, юҡ, бесән сабыр ине. Уянаһы итте: таң менән кемгә нимә кәрәк булды икән?

– Тыңлайым, – тине ул еңелсә ризаһыҙлыҡ ҡатыш асыу менән.

– Тыңлағыҙ, – тинеләр телефон аша. – Һеҙҙең элекке ирегеҙ Әхәттең хәҙерге ҡатыны шылтырата. Ҡайҙа йөрөй ул? Хәҙер һеҙгә Шатлыҡҡа киләм.

– Нимәгә киләһегеҙ?

– Нисек килмәй ти, минең йәшәргә урыным юҡ.

– Һеҙҙең йәшәргә урынығыҙ юҡ? Был минең ғәйебем түгелдер?

– Әхәт былтыр уҡ, беҙ айырылыштыҡ, тине, һеҙҙе ҡайтып китә, тине.

– Мин, йәғни беҙ, ҡайтмаҫҡа булдыҡ, йәшәр урынды икенсе урында эҙләгеҙ, – тип, Сания телефонын һүндерҙе.

Ә теге шылтырата ла шылтырата. Бик оҙаҡ хаяһыҙланды. Тауышын һүндергәс, телефонын мендәр аҫтына тығып ҡуйҙы ла йыуынырға сығып китте.

Әхәт менән был беренсе осраҡ түгел. Нишләйһең, һунарсы инде, һунарсы. Кем яҙған әле, һунарсы булған ата-бабам, һунарсы булыр балам. Әхәтте эҙләп бер фәтеүә лә юҡ, ул өйҙә түгел. Кисә генә Себергә киткәйне, эш эҙләргә. Ҡиәфәтенә ҡарағанда, бер ҙә эш эҙләрлек түгел һымаҡ тойолдо. Уҡытыусы кешегә һөнәр табыу еңел түгел. Ҡала таш һалыусылар, шоферҙар, ябай эшселәр талап итә. Әхәтте һөнәрһеҙ тип әйтеп булмай. Ялҡаулыҡта ғәйепләүе лә ҡыйын. Әсәһенең берҙән-бер генә улы. Еңел тормошҡа өйрәнгән. Ҡыҙҙары Әнисә Шатлыҡ мәктәбенең дүртенсе класында уҡый. Ғаиләлә ниндәй үҙгәрештәр барғанын сабый бик аңламай. Күберәк Санияның ҡәйнәһе Әминә Закир ҡыҙы менән аралаша.

Бына шулай йәшәйҙәр. Етмәһә, тағы бала табығыҙ, һеҙгә малай кәрәк, ти бит әле ҡәйнәһе. Сания ҡаршы түгел, биште табыр ине, киләсәге өмөтлө булһа. Булманы. Теге ҡатын килеп төшһә, урам тултырып тауыш сығарыр. Ҡыҙын тиҙерәк мәктәпкә оҙатырға кәрәк. Әнисәһе һыңғырлап торманы, уны Сания тиҙ генә кейендерҙе лә, ашатты ла мәктәпкә оҙата һалды.

Төнө буйы бесән сапҡанын хәтерләп алды Сания. Өй эргәһендәге тауыҡ ояһына ем һипте, һыу һалды. Оһо, бөгөн дә ете йомортҡа! Әхәт Шатлыҡҡа күсеп килгән тәүге йылды уҡ башмаҡ, һыйыр алырға дәртләнгәйне. Алты йыл йәшәйҙәр, тауыҡтан ары киткәне юҡ. Уларын да Сания алып ҡайтты. Шатлыҡтағы өйөн күрергә Ташбайҙан атаһы менән әсәһе килгәйне. Аптырап ҡайттылар, нишләп тауыҡ булһа ла тотмайһығыҙ, үлән күп, үҙегеҙҙән артҡан икмәк тә етә, тип ҡоторттолар. Күп тә үтмәне, мәктәп эргәһендә себеш һатып тораларсы. Егермене алғайны, ун бишләбе үҫеп етте. Былай ас ултырғандары юҡ, йомортҡаһы ярап ҡала. Тик ҡалдырып китеүе ҡыйын. Көн һайын һыу һалып, ем һибеп торорға кәрәк шул. Бер ваҡыт өс көнгә ауылға ҡайтҡайнылар. Күп кенә ем һибеп, һыуҙы ла мул ғына ҡойоп киттеләр. Ҡайтыуҙарына асыулы ҡытҡылдашып торалар, ҡайҙа йөрөнөгөҙ, тиҙәрҙер инде.

Сания урам яғына ҡарап-ҡарап ала: машина килеп туҡтамаҫмы? Шул арала Әхәткә шылтыратты. Төмән менән ике сәғәт айырма булһа, беҙҙә – ун, унда – ун ике, тимәк, йоҡонан торорға күптән ваҡыт. Ике тапҡыр шылтыратып ҡараны, юҡ, өндәшмәй. Аҙаҡ бөтөнләй өндәшмәҫ булды. Күп тә үтмәне телефонын һүндереп үк ҡуйҙы. Кем белә, бәлки, бәйләнеш тә насарҙыр. Китер алдынан үҙе лә шулай тип һөйләнеп ҡуйғайны.

Әхәт үҙе лә шул ышанысһыҙ бәйләнеш һымаҡ инде. Бөгөн бар, иртәгә юҡ. Уның өсөн яуаплылыҡ бөтөнләй ят төшөнсә. Себергә барам, шунда эшләрмен, унда еңел автомобилдә йөрөүселәр ҙә 100 меңдән ҡалмай икән, тип дәртләнеп, ике ай йыйынды ла ҡуйҙы. Юҡ, кеше ире улайтып тормай бит, һөйләнмәй генә йыйына ла шым ғына сыға ла китә. Иренә барлы-юҡлы һуңғы 50 мең һумды тоттороп ебәрҙе.

Шул саҡ Санияның хәтеренә ҡара көнгә тип һаҡлаған 60 мең аҡсаһы иҫенә килеп төштө. Нимәлер һиҙенеп, йәшергән урынында соҡона башланы һәм аҡсаның юҡлығын асыҡланы, тимәк, уныһын да алған.


------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: