-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Ғинуар 2021, 23:07

ҺИН ТҮГЕЛМЕ ИР ҠАТЫНЫ? Хикәйә Икенсе бүлек

Ҡапҡа алдына Жигули килеп туҡтаны һәм унан бер ҡатын төштө. Туҡтауһыҙ сәсен рәтләүенә ҡарағанда, үҙе тулҡынлана буғай. – Мөмкинме? – тип, баҙнатһыҙ ғына килеп инде ул. – Инегеҙ, – тине Сания. – Ишек төбөндә тормағыҙ, ана, тапочканы кейеп алығыҙ. Улар бер-береһенә һынсыл ҡарашты. Сания тегене баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе лә, Әхәттең ғүмер буйы зауығы булманы, тип уйланы. Ирмен тигән ир ошоға ла ҡыҙығыр икән: сәсен йоҡа ғына итеп алдырған, күҙҙәре ҡурҡҡанын күрһәтеп тора, танауғынаһының да рәте юҡ. – Әхәт, беҙ айырылыштыҡ, тигәйне, – тине ҡатын баҙнатһыҙ ғына.


ҺИН ТҮГЕЛМЕ ИР ҠАТЫНЫ?


Хикәйә

Икенсе бүлек


Ҡапҡа алдына Жигули килеп туҡтаны һәм унан бер ҡатын төштө. Туҡтауһыҙ сәсен рәтләүенә ҡарағанда, үҙе тулҡынлана буғай.

– Мөмкинме? – тип, баҙнатһыҙ ғына килеп инде ул.

– Инегеҙ, – тине Сания. – Ишек төбөндә тормағыҙ, ана, тапочканы кейеп алығыҙ.

Улар бер-береһенә һынсыл ҡарашты. Сания тегене баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе лә, Әхәттең ғүмер буйы зауығы булманы, тип уйланы. Ирмен тигән ир ошоға ла ҡыҙығыр икән: сәсен йоҡа ғына итеп алдырған, күҙҙәре ҡурҡҡанын күрһәтеп тора, танауғынаһының да рәте юҡ.

– Әхәт, беҙ айырылыштыҡ, тигәйне, – тине ҡатын баҙнатһыҙ ғына.

– Һеҙгә ул дөрөҫ әйткән, беҙ былтыр уҡ айырылышҡайныҡ, ул бында теркәлеүҙән дә төштө.

– Хәҙер мин ҡайҙа барырмын икән инде, – тине ҡатын, иларҙай булып.

– Әйҙә, танышайыҡ. Мин – Сания, ә һинең исемең?

– Рәйфә.

– Бик яҡшы. Әйҙә, ултырайыҡ, сәй эсәбеҙ.

Сания күреп тора: ҡатын үрелеп-үрелеп фатирҙы ҡарай. Нисә бүлмә икәнен белергә тырышалыр инде. Әллә ысынлап та ошонда күсеп килергә йыйынамы? Күршеләр, әлбиттә, ҡыҙыҡһынасаҡ, кем ул, ҡайҙан килгән, тиерҙәр. Нимә тип яуап бирер икән? Әхәттең сираттағы мөхәббәте, тип әйтерме? Мин ауырлы, тине бит әле.

Өҫтәл артына ултырҙылар. Ҡатын-ҡыҙ тормошона бәйле ваҡ-төйәк хаҡында һөйләштеләр. Сания тыныс ҡына Рәйфәнән ҡайҙа эшләүе, ҡайһы яҡтан килеүе менән ҡыҙыҡһынды. Шишмәнән икән. Әхәт менән театрҙа танышҡандар. Ярты йыл үтеп киткән.

– Һин, Рәйфә, Әхәткә бик иҫәп тотма, – тине Сания тыныс ҡына итеп. – Мин уның менән ун ике йылдан ашыу бергә. Быға тиклем уны эҙләп килеүсе булмағандыр, тип уйлаһаң, хаталанаһың. Һин беренсеһе һәм һуңғыһы түгел. Мин үҙемде быға өйрәндем тип әйтә алмайым, мин күндем. Ҡәйнәм дә шулай ти. Уның атаһы ла шулайыраҡ булған.

– Уның бында әсәһе лә бармы? – тип һораны Рәйфә шунда уҡ.

Ошо урында Сания үҙенең бәләкәй генә хата ебәреүенә төшөндө. Был ҡатын Әхәттең әсәһен юллап тапмаҫ тимә. Ә унда торлаҡ бар, ике бүлмәле фатир. Әминә Закир ҡыҙы был ҡатынды тыуасаҡ сабыйы менән нисек ҡабул итә әле. Уларҙы яҡынайтыу Санияның да, ҡыҙы Әнисәнең дә мәнфәғәттәренә яуап бирмәй.

– Эйе, әсәһе бар, районда йәшәй. Атаһы ҙур ғына түрә булған. Ә мин хәҙер ҡалаға барам. Һин автобусҡа өлгөрәһеңме? Ун биш минуттан автобус була.

– Ә минең башҡа барыр урыным юҡ.

– Бөгөн ҡайҙа ҡундың һуң?

– Апайымдарҙа ҡундым.

– Тимәк, барыр урының бар. Шунда барырһың.

– Унда еҙнәм өйҙә ята.

– Тимәк, апайыңдан тыш еҙнәң дә бар, һәм һин уның эргәһенә ҡайтырға ҡурҡаһың.

– Эйе.

– Ә ниңә ҡурҡаһың?

– Сания апай, ул миңә бәйләнә. Апайыма әйткәйнем, башҡаса күҙемә күренмә, тине.

– Ә мин нимә тип әйтергә тейеш һиңә, Рәйфә, шул хаҡта уйланыңмы?

– Һеҙ миңә ҡалырға рөхсәт итһәгеҙ, мин берәй эшегеҙҙе башҡара торор инем. Мин өй йыйыштыра, иҙән йыуа беләм.

– Һинең ҡулыңдан эш килеүендә шикләнмәйем. Тик тәүге тапҡыр күргән кешене мин өйҙә ҡалдырып китә алмайым.

Икеһе лә уйға ҡалды. Сания ҡара көнгә тип һаҡлаған 60 мең аҡсаны иҫенә төшөрҙө. Уның өсөн борсолаһы юҡ, Әхәт алып сығып киткән. Никах балдағын күптән һалып, хәҙер ҡайҙа йәшергәнен дә хәтерләмәй. Шаҡтай туҙған шәшке тунынан башҡа әллә ни кейем-һалымы юҡ һымаҡ. Нисек сығарып ебәрәһең инде быны, тип Сания Рәйфәгә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Автобусҡа ла һуңлап бара. Шул ваҡыт ҡулындағы телефоны дерелдәй башланы. Әҙәпле генә тауыш билдәле генә банктан икән.

– Әхәт Сафа улы Байгилдин һеҙҙең кемегеҙ була? – тип һоранылар теге баштан.

– Байгилдин Әхәт Сафа улы минең кемем була? – тип ҡайтарып һораны Сания. – Ул минең элекке ирем.

– Ул һеҙ йәшәгән йортта теркәлгәнме?

– Юҡ, теркәлмәгән. Әйтегеҙ, уның һеҙгә күпме бурысы бар?

– Был һорауға беҙҙең яуап бирмәҫкә хоҡуғыбыҙ бар, ләкин һеҙгә әйтәм: элекке ирегеҙҙең миллион һумдан ашыу бурысы йыйылған. Ул бына ике ай инде кредитын хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнмәй. Беҙҙең мәғлүмәттәргә ярашлы, әле һеҙ йәшәгән Шатлыҡ ауылы, Йәштәр урамы, 22-се йорт һеҙҙең уртаҡ мөлкәт иҫәпләнә. Бынан тыш беҙ уның әсәһе Әминә Закир ҡыҙы Байгилдинаның ике бүлмәле фатиры барлығын беләбеҙ. Шулай булғас, һеҙҙең элекке ирегеҙ түләүгә һәләтле, йәғни бурысын ҡайтара ала, тип иҫәпләйбеҙ.

– Ә һеҙ Әхәт Байгилдиндың икенсе ҡатыны барлығын һәм уларҙың бала көткәнен беләһегеҙме?

– Беҙҙе уның нисә ҡатыны булыуы һәм нисә бала көтөүе һис тә ҡыҙыҡһындырмай. Беҙҙең өсөн төп талап – бурысты ҡайтарыу.

Сания телефонына ҡараны, автобус ҡуҙғалып китте, тине ул һәм Рәйфәгә боролоп:

– Әхәт һиңә ҡайҙан фатир ялланы? – тип һораны.

Был һорау Рәйфәне һиҫкәндерҙе һәм ул, бик оҙаҡ уйлағандан һуң:

– Сипайловола бер бүлмәле фатир. Үҙемдеке тигәйне, кисә хужалары ҡайтып керҙе, – тине.

– Хужаларҙың ҡайтыуында мин дә шикләнмәйем, – тине Сания һәм такси хеҙмәтенә шылтырата башланы.

------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: