+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Ғинуар 2021, 00:10

Төндәлектәр ДЖОН ҺӘМ ОН Беренсе бүлек

Түбәндә һөйләнәсәк ваҡиға 1973 йылдың йәйендә булды. Ваҡиға тип, әллә ни ҙур ваҡиға ла түгел инде. Минең, шул осор малайының, йәйге каникулды нисек үткәреүенән бер бәләкәй генә иҫтәлек теҙмәһе.Элегерәк бер нисә тапҡыр һөйләгәйнем шикелле: ауыл малайҙары һәм ҡыҙҙары өсөн иң ҙур проблема эш була торғайны. Эш кенә түгел, эштең юҡлығы. Ауыл тулы кеше, күптәр утауҙа, эшле кешеләр ҡыуанып көн һайын үҙ бурыстарын үтәргә йөрөй һәм ай һайын әҙме-күпме аҡсаһын ала. Йәйге каникул башланғас, беҙ ҙә берәй эш табыу тураһында пландар ҡорабыҙ, эстән генә ҡулға аҙмы-күпме аҡса төшөрөү, шул аҡсаға нимәлер һатып алыу тураһында хыялланабыҙ. Эш мәсьәләһе минең өсөн бик анһат хәл ителде. Әсәйемдең атайыма иртә һайын, беҙгә ҡарап, малайҙарыңа эш тап әле, тип әйткән һүҙҙәре тормошҡа ашты. Рәфит ағайыма беҙҙең урамдың һарыҡ көтөүен ышанып тапшырҙылар. Бер үҙе түгел, Ислам менән көтәсәк. Бер нисә көндән миңә лә бәхет йылмайҙы. Ферма мөдире Фәррәхетдин абзый мәрхүмдең, беренсе һыйыр көтөүенә көтөүселәр кәрәк, тип әйтеүе булған, минең атай, ана, минең малайға әйтегеҙ, тип, урынды, үҙенең вазифаһын уҫал ниәттә файҙаланып, миңә бирҙереп тә ҡуйған. Бер үҙем түгел, Ринат менән көтәсәкбеҙ. Әйткәндәй, бөгөн Ринат класташым – ауылыбыҙҙың хакимиәт башлығы һәм әле яҙғандарымдың дөрөҫлөгөн тулыһынса раҫлай ала.Беҙ хәҙер көтөүсе, беҙҙең ҡарамаҡта өс йөҙ һыйыр, ун биш һауынсы һәм бер үгеҙ. Онота яҙғанмын, тағы ла утыҙлап һөт феләге бар. Ҡыуанып көтөүгә сығыуыбыҙҙы әле лә хәтерләйем. Беҙҙең был вазифаға тәғәйенләнеүебеҙ, һуңынан асыҡланыуынса, ҙур ғына шау-шыу һәм ризаһыҙлыҡ тыуҙырған икән.

Түбәндә һөйләнәсәк ваҡиға 1973 йылдың йәйендә булды. Ваҡиға тип, әллә ни ҙур ваҡиға ла түгел инде. Минең, шул осор малайының, йәйге каникулды нисек үткәреүенән бер бәләкәй генә иҫтәлек теҙмәһе.

Элегерәк бер нисә тапҡыр һөйләгәйнем шикелле: ауыл малайҙары һәм ҡыҙҙары өсөн иң ҙур проблема эш була торғайны. Эш кенә түгел, эштең юҡлығы. Ауыл тулы кеше, күптәр утауҙа, эшле кешеләр ҡыуанып көн һайын үҙ бурыстарын үтәргә йөрөй һәм ай һайын әҙме-күпме аҡсаһын ала. Йәйге каникул башланғас, беҙ ҙә берәй эш табыу тураһында пландар ҡорабыҙ, эстән генә ҡулға аҙмы-күпме аҡса төшөрөү, шул аҡсаға нимәлер һатып алыу тураһында хыялланабыҙ.

Эш мәсьәләһе минең өсөн бик анһат хәл ителде. Әсәйемдең атайыма иртә һайын, беҙгә ҡарап, малайҙарыңа эш тап әле, тип әйткән һүҙҙәре тормошҡа ашты. Рәфит ағайыма беҙҙең урамдың һарыҡ көтөүен ышанып тапшырҙылар. Бер үҙе түгел, Ислам менән көтәсәк. Бер нисә көндән миңә лә бәхет йылмайҙы. Ферма мөдире Фәррәхетдин абзый мәрхүмдең, беренсе һыйыр көтөүенә көтөүселәр кәрәк, тип әйтеүе булған, минең атай, ана, минең малайға әйтегеҙ, тип, урынды, үҙенең вазифаһын уҫал ниәттә файҙаланып, миңә бирҙереп тә ҡуйған. Бер үҙем түгел, Ринат менән көтәсәкбеҙ. Әйткәндәй, бөгөн Ринат класташым – ауылыбыҙҙың хакимиәт башлығы һәм әле яҙғандарымдың дөрөҫлөгөн тулыһынса раҫлай ала.

Беҙ хәҙер көтөүсе, беҙҙең ҡарамаҡта өс йөҙ һыйыр, ун биш һауынсы һәм бер үгеҙ. Онота яҙғанмын, тағы ла утыҙлап һөт феләге бар. Ҡыуанып көтөүгә сығыуыбыҙҙы әле лә хәтерләйем. Беҙҙең был вазифаға тәғәйенләнеүебеҙ, һуңынан асыҡланыуынса, ҙур ғына шау-шыу һәм ризаһыҙлыҡ тыуҙырған икән. Белмәҫ инем, алтмыш йәшем тулған көндәрҙә бер нисә матбуғат сараһына интервью биргәйнем. Шунда хеҙмәт юлымды көтөүсе булып башлауымды телгә алмай ҡалманым, әлбиттә. Һуңынан ауылдашым Илдар ағай Лоҡманов шылтыратты. Заманында Әлшәй, Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы, Дәүләт Йыйылышы депутаты булды.

– Беләм-беләм, хәтерләйем, – тине ул миңә, ошо әңгәмәләр донъя күргәс. – Беҙ көнө-төнө эш эҙләйбеҙ, һеҙгә бирәләр, ә беҙгә юҡ. Хатта өлкәнерәктәр, был малайҙар көтә алмаҫ, көтөүҙе ҡарай алмаҫ, тип юрағайнылар.

Дөрөҫ юрағандар, ауыр булды. Шул саҡтан уҡ көтөүҙән ҡотолоп, икенсе һөнәр һайлау тураһында баш вата инем. Ә әлегә мин һыйырҙарым һәм үгеҙ эргәһендә. Әйткәндәй, әлеге Джон исемле үгеҙ хаҡында. Беҙ уға бушлай ҡушымта һымаҡ ҡараһаҡ та, ул тормошобоҙҙа ғәйәт ҙур роль уйнаған икән – һуңынан ғына аңланым. Ҡала малайы, минең бер водителем, нишләп һыйырҙар быҙауламайынса һөт бирмәй ул, тип һораны минән. Һыйырҙың ни өсөн быҙаулауы серҙәрен төртөп күрһәтеп аңлатырға тура килде.

Ҡыҫҡаһы, көтөү көткәндең тәүге көндәрендә үк Фәррәхетдин абзый беҙгә бер тоҡ он ҡалдырып китте.

– Ҡара уны, атығыҙға ашатып бөтмәгеҙ, – тине ул. – Көн һайын Джонға бер ярты күнәк бирегеҙ. Эше күп, бик йонсомаһын.

Аҙаҡ ҡына төшөндөм – ысынлап та Джондың эше бик күп булған. Көтөүҙә 300 һыйыр, етмәһә, күрше сыуаш, урыҫ ауылдарынан белештәр, таныштар таналарын етәкләп килә. Уларын да хеҙмәтләндереп ебәрергә кәрәк. Ауылдан ситтә көтөү барлығы, көтөүгә Джон исемле бик шәп үгеҙ беркетелеүе, көтөүсе ике малайҙың бик йомарт булыуы хаҡында хәбәрҙәр тиҙ таралғандыр, күрәһең, Джондың эше бик күбәйҙе. Ул күҙ алдында һурыҡты, хатта йөрөмәй, күберәк ятып тора башланы.

Джондың төп бурысы нимәнән ғибәрәт икәнен һеҙгә нисегерәк аңлатырға? Ҡыҫҡаһы, эргәләге сыуаш ауылынан, үҙенең изге теләген белдергән һыйырын етәкләп, хужаһы килеп төшә һәм һыйырының арҡанын беҙҙең вагондың мөйөшөнә бәйләп ҡуя. Һауынсылар өндәшмәй, улар үҙ эше менән мәшғүл. Апаларына, еңгәләренә эйәреп, ҡыҙҙар килә, улар ғына беҙҙе бер аҙ уңайһыҙландыра. Ни өсөн уңайһыҙландыра? Сөнки беҙ башҡараһы эш бик сетерекле. Өс йөҙ һыйырҙан торған көтөүҙең уртаһында үҙенең төп бурысын үтәүҙән йонсоған Джон көйшәп ята. Тана вагон мөйөшөнә арҡанланғас, мин, һәлмәк кенә аҙымдар менән килеп, Джонды төрткөләп торғоҙоп, моронондағы ялтыр дүңгәләгенән тотоп, көтөүҙән һурып алам һәм танаға килтереп ҡушам. Ә Джонды өйрәтәһе түгел, ул үҙенең бурысын теүәл һәм еренә еткереп башҡара. Джондың тәбиғәт биргән ҡеүәтен һәм күңелен күрер өсөн, мин теге тоҡтан бер-ике ус он һалып, Джонға тәҡдим итәм. Ул тиҙ генә ялап бөтә лә, башын күтәреп, мөлдөрәп миңә ҡарай. Ә мин уның күҙҙәрендә: “Нишләп улай әҙ, тағы юҡмы ни?” тигән ялбарыу ишаратын уҡыйым. Әлбиттә, бар. Фәррәхетдин абзый бер тоҡ ҡалдырғайны бит. “Һин генә түгел бит, Джон. Ринат менән икебеҙҙең ат та бар. Бынан тыш, беҙҙе аңдып торған Рәүис менән Рифаттың да аттары бар. Улар ҙа, тоҡ ауыҙы сиселгән һайын, тамшанып тора.

Эште беҙҙең күрше Шәкирә еңгә уйҙы (Данир Әхмәҙиә улы Ғәйнуллиндың ике туған апаһы, Юристың әсәһе).

– Һеҙ нишләйһегеҙ, үгеҙҙе үлтерәһегеҙ бит! Белмәйем, Фәррәхетдин абзый күрһә, кәрәгегеҙҙе бирер әле.

Мин ентекләп үгеҙгә ҡараһам, аптырап киттем – бәй, бының ҡабырғалары беленә, имеш. Уның ҡарауы, беҙҙең аттар ялт итеп тора.

Шулай күңелле генә итеп көтөү көтәбеҙ. Джонға ондо күберәк бирә башланыҡ. Ул хатта ҡыуанып йөрөй. Күрше ауылдарҙан килгән һыйырҙарҙы ла буш ҡалдырмай. Фәррәхетдин абзый үҙе килеп, үгеҙҙе арҡаһынан һөйөп, нисауа, Джон, һыйырҙарҙы ҡарап бөтһәң, беҙ һине фермаға ҡайтарырбыҙ, тип, әллә Джонға, әллә беҙгә әйтеп китте.

Ошонда серҙе асам. Теге күрше ауылдарҙан килгән таналарҙың хужалары буш ҡул менән йөрөмәй, сөнки был эш бик мәшәҡәтле һәм төшөмлө. Һәр танаға, әйтһәм, әйтәйем инде, менгән өсөн әжеренә бер ярты тейеш. Ул яртыны беҙ эсмәйбеҙ. Яртыһы булһа, файҙаланырға кешеһе табыла. Бер мәл, күңелле генә көтөү көтөп йөрөгәндә беҙҙең тормош 180 градусҡа үҙгәрҙе лә ҡуйҙы.

Аҙағы бар.

Читайте нас: