Совет заманында ветеринар талаптар бик теүәл һәм ҡәтғи үтәлә торғайны, хатта ул осорҙа һыйыр малы, хәҙергенән айырмалы, кешенән дә ҡәҙерлерәк ине, һәр һыйырҙың һаулығын даими тикшереп, анализдар алып, дауалап торалар ине.
Мал докторы беҙҙең көтөүҙәге бер нисә һыйырҙың ауыҙы осонғанын күреп ҡалған һәм тауыш ҡуптарған. Һыйырҙарҙың ауыҙ ҡыуышлығы ҡыҙарыуы, йәки осоноуы, бешмә сире булыу ихтималлығын күрһәтә икән. Карантиндың нимә икәнлеген белеп үҫтек, уның тәүге аҙымдарының шаһиты булдыҡ: трактор килтереп, ҙур ғына соҡор ҡаҙҙылар, ауыҙҙары осонған биш бәхетһеҙ һыйырҙы соҡор эргәһенә килтереп аттылар ҙа, шул бульдозер менән соҡорға эттереп төшөрөп, күмеп тә ҡуйҙылар. Ә беҙҙе карантинға яптылар.
Әлбиттә, һыйырҙар, Джон үҙе лә, аттарыбыҙ ҙа шул осорҙағы ҡамалыуҙы бик күндәм ҡабул иттек. Элекке һымаҡ һөт эсеү юҡ. Көтөү көткәндә ауылдан алып килгән шәкәрле сәй, икмәк һәм йомортҡа менән генә сикләнәбеҙ. Уныһы ғына түҙерлек, ауылға клубҡа сығырға ярамай. Хәҙер ундағы тансылар, уйындар беҙһеҙ генә дауам итә. Етмәһә, ҙур һауыт килтерҙеләр, уға һыу тултырҙылар. Бер метр тәрәнлектәге 3х3 метр ҙурлыҡтағы тимер һауытты яртылаш һыу менән тултырҙылар. Утын килтереп бушаттылар, сөнки бешмә ҡурҡынысы булһа ла, хужалыҡ һыйырҙарының бер тамсы һөтө лә әрәм булырға тейеш түгел. Ҙур һауытҡа утыҙға яҡын һөтлө феләкте ултыртып, иртәнән алып кискә тиклем ҡайнатабыҙ, ҡайнағас, ветврачҡа күрһәтәбеҙ һәм һөт заводына оҙатырға рөхсәт алабыҙ. Яланда ярты күнәк һыуҙы ҡайнатыу ҙур михнәт булһа, 5-6 тонналыҡ һауыттағы һыуҙы ғына түгел, уға ултыртылған һөттө лә ҡайнатыуҙы күҙ алдына килтерәһегеҙме?
Уның ҡарауы, хәҙер көтөүҙә ауыҙы осонған һыйырҙар күренмәй башланы. Атайым элгәре мал докторы булған. Үҙе килеп, беҙҙе эйәртеп, көтөүлегебеҙҙе йәйәүләп бер нисә тапҡыр урап сыҡты. Бер тапҡыр район үҙәгенән Шаһиморатов Рәфҡәт тигән ағай менән килде. Рәфҡәт ағай менән һуңыраҡ таныштыҡ, әле яңы ғына тип әйтергә була. Беҙ көтөү көткән, утыҙ феләк һөттө ҡайнатҡан араларҙа Джонға он күберәк эләкте, беҙҙең килеүебеҙҙе хатта ҡыуанып ҡаршы ала торғайны. Һәм беҙҙең көтөүҙәге карантинды ябыуға йүнәлтелгән ыңғай үҙгәрештәр ҙә табылды. Атайым менән Рәфҡәт ағай килгәндә бер һыйырҙың минераль ашламалар бушатҡандан һуң тороп ҡалған ҡағыҙ тоҡто сәйнәп торғанын күреп ҡалғандар. Бәлки, белмәйһегеҙҙер, һыйырҙар тоҙ яларға ярата. Ә был минераль ашлама составында тоҙ ҙа булған. Күрәһең, ҡабығы ла оҡшағандыр. Ҡайһы бер һыйырҙар һутлы үлән менән генә сикләнмәй, үҙҙәренең баштарына була, ашламаны ялағандар һәм ҡағыҙын ашап ҡуйғандар. Һөҙөмтәлә ауыҙҙары осонған, һәм бешмә сире таралыу ҡурҡынысы тураһында ялған фекер тыуған. Шулай итеп, был ялған тревога биш һыйырҙы ҡорбан итеү менән тамамланды, сөнки оҙаҡламай Өфө лабораторияһынан килеп еткән анализ күрһәткестәре бешмә сиренең юҡлығын иҫбатланы.
Йәй үтте лә китте. Беренсе сентябрҙә уҡырға барғас, колхоздың парторгы Алтын ҡоҙа Рәүискә, Ринатҡа, Рифатҡа һәм миңә дүртебеҙгә бер иштән күлдәк бүләк итте.
Көҙ мәктәптән ҡайтып килгәндә мин урамда нимәлер эҙләп йөрөгән Джонды күреп ҡалдым. “Джон!” – тип өндәшеүемә ул иғтибар ҙа итмәне. Олпат ҡына баҫып, эргәмдән үтте лә китте. Уның йөнтәҫ башын башҡа мәшәҡәттәр биләгәйне шикелле.
Икенсе йылына Фәррәхетдин абзый осрағас: “Беҙҙең Джон нишләй унда?” – тип һораным. “Ә-ә, үгеҙҙе әйтәһеңме? – тине ул. – Һеҙҙең көтөүҙәге һыйырҙар бөтәһе лә быҙауланы. Үгеҙегеҙҙе ныҡ ҡарағанһығыҙ, ахыры. Һыйырҙар ҡыҫыр ҡалмаған осраҡ һирәк була. Быйыл да йәй киләһеңме?”
Килә алманым, сөнки 1974 йылдың 5 апрелендә хужалыҡ рәйесе булып эшләгән атайым вафат булды. Июнь айында урта белем хаҡында аттестат алдым. Тәүге йылында университетҡа уҡырға инергә тырышыуым уңышһыҙ тамамланды. Икенсе йылына Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға индем.
Байтаҡ йылдар үтте. 1999 йылдың июлендә “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире итеп тәғәйенләнгәс, минең яратҡан, аралашып йөрөгән ағайҙарым Роберт Байымов менән Тимерғәле Килмөхәмәтов, аҙаҡ университет ректоры булған Мөхәмәт Хәҙис улы Харрасов: “Һеҙ, Рәлиф Мөстәҡим улы, университетты нисәнсе йыл тамамланығыҙ ул?” – тип һоранылар. Хәйер, быныһы бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Насип булһа, был хаҡта ла яҙылыр.