Сания Рәйфәгә, бик оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң, былай тине:
– Кеше-мәҙәр ҡыҙыҡһынһа, ике туған һеңлеһемен, тип әйтерһең. Быны йәшереү миңә кәрәк түгел – һинең мәнфәғәттә. Әхәт шылтыратһа, йәшереп торма, Сания апай эргәһендәмен, тип әйт.
– Ул шылтыратыр тип уйлайһығыҙмы? – тине Рәйфә, өмөт менән.
– Белмәйем, әйтә алмайым. Шылтыратмауы ла бик ихтимал.
Рәйфәнең йөҙө һытылды, күҙҙәренә йәш тулды:
– Ә мин ни эшләрмен икән, апай?
– Торған хәтле, ошонда торорһоң. Һиңә бит дауаханаға ла йөрөргә кәрәк. Әле нисә айлыҡ?
– Үҙеңде ҡарап йөрөт, һылыу. Һиңә бер ҡаршылығым да юҡ. Ауыр күтәрмә, әгәр үҙеңде насар тойһаң, ятып тор.
Рәйфә өйҙә былай күңеле генә тороп ҡалды. Ул арала булмай, такси килде. Сания Өфөгә барып еткәнсе, телефонын ҡарап барҙы, ләкин Әхәттән шылтыратыу тойолманы.
Иң тәүҙә Сания Әминә Закир ҡыҙы янына инеп сығырға булды. Ҡәйнәһе күптән йоҡонан торған, күрәһең, аш бүлмәһендә, өҫтәлдә, хужабикәнекенән тыш, тағы ла бер тәрилкә тора. Тимәк, кемдер булған.
– Ҡайһылай эйәртенешеп йөрөйһөгөҙ? – тине ҡәйнәһе, килеп ингәс тә.
– Кем килде? – тип баҙап ҡалды Сания.
– Кем тип... Кем булһын, Әхәт инде. Ун икеләрҙән һуң ғына килеп керҙе, эшем күп булды, ти, ҡайтып тормайым, тине. Әллә тағы боҙолоштоғоҙмо?
– Юҡсы, ҡәйнәм, бына тигән йәшәйбеҙ. Улыңды әйтәм, шыпа төҙәлеп барған һымаҡ, эш эҙләйем, тип сығып киткәйне.
– Табыр! Хәҙер эштән күп нәмә юҡ, – тине ҡәйнәһе, – былай аҡсаһыҙ йөрөмәй, шикелле. Бына миңә сәскә, шоколад килтергән.
Бына һиңә мә! Себер китәм, тип күпме аҡсаны алды, ә ул себергә юлланыу түгел, вокзалға ла барып етмәгән! Шул тиклем дә “еңел” кеше булыр икән! Эстән генә уйланы: “Эх, улын, әсәһенә һөйләп, бер аҙ аҡылға ултыртҡанда булыр ине, юҡ шул, ҡәйнәһе үҙе лә, елберҙәп, саҡ йөрөй. Ҡарттарса инде: башы шаулай, ҡан баҫымы, һәм башҡалар. Хәҙер, улының миллиондары тураһында һөйләп, йығып һалаһыңмы һуң инде? Сания менән ҡәйнәһенең мөнәсәбәттәре ҡырҡыулашҡан саҡтары булды, ләкин килен – үҙ урынын, ҡәйәнә үҙ мөмкинлектәрен белгәнгә, артыҡ тәрәнәйгәне юҡ. Ҡарсыҡ үҙе лә хәйләкәр, фатирына күрһәтә лә, мине кем ҡарай, был ике бүлмә – шуныҡы. Һеҙ ҡараһағыҙ, һеҙгә ҡала, шайтан ҡараһа, шайтанға ҡала, ти. Әнисәһе үҫеп килә бит әле. Уға – уҡырға, эшкә урынлашырға кәрәк буласаҡ. Ә улын ҡәйнәһе яҡлай. Юҡ инде, ергә төшөрмәй, әпәүләп кенә тора. Ана бит, себер киткән бәндә әсәһендә һыйланып ятһын инде! Сания иренән өмөтөн бөтөнләй өҙөп ҡуйҙы: булмаҫ!
Килен менән ҡәйнә донъя хәлдәрен тикшерҙеләр, һауа торошон маҡтанылар. Көтмәгәндә ҡәйнәһе, Шатлыҡҡа барып, берәр аҙна ятырға теләк белдерҙе. Ауыл һауаһын һағынған, имеш.
– Әллә бөгөн үк һеҙгә барайыҡмы? – тине ҡәйнәһе. – Тауыҡтарығыҙҙы күрер инем.
– Барабыҙ, ҡәйнәм! – тип өтәләнеп китте Сания. – Әйберҙәреңде йыйыштырып ҡуй, кискә такси менән ҡуҙғалырбыҙ.
Үҙе саҡырғайны шул, онотмаған, бөгөн тағы иҫенә төшөүен әйт. Ә унда Рәйфә йөрөп ята, уныһы ла бер үҙе түгел. Ошо урында Сания үҙен иҫкә төшөрҙө. Эшкә күмелеп, башы ауыртып, үҙен тамам хәтерҙән сығарған түгелме һуң? Үткән ай нисек булды, был ай нисек үтте әле ул? Бәй, байтаҡ ваҡыт үткән дәбаһа! Һуң, һәпрә, был айҙа нимә эшләнең һуң? Юҡ, һис хәтеренә төшмәй! Тағы шул ғына ҡалмағайны! Ә ҡәйнәһе, үҙ алдына һөйләнгән һымаҡ, һаман мөңгөрләй ҙә мөңгөрләй! Уф, шул бер ҡыҙ бала менән ҡалырһығыҙмы икән? Эх, һеҙгә берәй малай табырға кәрәк ине! Бөгөн Әхәткә лә әйттем әле. Ул ни риза, һиңә әйтә минән тормай, Санияға әйт, тапһын, ти.
– Ярай атыу, ҡәйнәм, табырбыҙ, – тип Сания йыуыныу бүлмәһенә инеп китте.
Күҙ төптәрен, күҙ ҡабаҡтарын ҡараны. Былай үҙендә әллә ни үҙгәреш тоймай. Быға тиклем булмағанды, ни хәл итһен. Ә шулай ҙа, дарыуханаға кереп сығырға, өлгөрһә, дауаханаға ла барып килергә кәрәк булыр.
Сания аш бүлмәһенә сығыуға, телефоны дерелдәй башланы. Әхәт шылтырата.
– Сәләм, сәләм! – тип Сания залға үтте. – Тыңлайым, хәлдәрең нисек?
– Бына бер автобазаға килдем, характеристика һорайҙар. Хәҙер хеҙмәт кенәгәһе генә етмәй икән.
– Ә минең ҡайҙа икәнлегемде беләһеңме? – тине Сания.
– Белмәйем, ә һин ҡайҙа? – тип һағайҙы Әхәт.
– Рәйфәне өйҙә ҡалдырҙым да, бына әсәйең янында сәй эсеп ултырам.
– Шатлыҡ өҫтөнә – шатлыҡ, – тине Сания, тауышына ҡыуаныслы төҫ бирергә тырышып, – бөгөн Рәйфә килеп төштө, кисә банктан шылтыраттылар.
– Әсәйемә вис һөйләп бөткәнһеңдер инде? – тине төшөнкө генә тауыш менән Әхәт.
– Әлбиттә, уның улы тураһында мин кемгә һөйләргә тейешмен? Күрше әбейҙәренә һөйләйемме, әллә радиоға барайыммы? Һинең шылғаяҡлығыңды белә инем, ләкин ошо кимәлгә төшөрһөң, тип уйламағайным.
– Эх, Сания, – тине Әхәт уфтанып, – мине тәрбиәләргә бик һуң хәҙер.
– Әхәт, һин һиҙәһеңме, беҙ һуңғы сиккә еттек. Былтыр айырылышып ҡараныҡ, һин аҡылға ултырманың. Өйҙән дә китеп ҡаранаҡ. Мин аптырайым, һинең һымаҡ ышанысһыҙ кешегә нисек аҡса бирәләр ул? Һин ниндәй намыҫ менән, минең ҡара көнгә, тип һаҡлаған һуңғы алтмыш мең аҡсамды алып сығып киткәнһең? Бына, үҙең уйлап ҡара: мин ятып үләйем, мине һуңғы юлға оҙатырлыҡ, һинең аҡсаң да булмаясаҡ. Һин мине һуңғы сиккә килтереп еткерҙең. Ни өсөн, Әхәт, һин мине шулай язалайһың?
Шул ваҡыт ҡәйнәһе килеп сыҡты:
– Килен, кем менән һөйләшәһең ул? Әхәт шылтыратамы әллә? Төшкө ашҡа килһен, билмән бешерәм. Килен, һин дә кил.
Сания телефонын һүндерҙе.
– Юҡ, ҡәйнәм, эш буйынса шылтыраталар.
– Эйе, мәктәптән. Иртәгә өҫтәмә дәрес ҡуйғандар.
– Шулай инде, мәктәптә эшләүе еңел түгел, үҙем беләм – тине ҡәйнәһе.
– Әминә Закировна, һеҙ Шатлыҡҡа күсеп барыу мәсьәләһенә нисек ҡарайһығыҙ? Унда тыныс, саф һауа!
– Килен, һин ысынлап саҡыраһыңмы мине?
– Бәй, ысын булмай... Ошонда, дүрт таш стенала бикләнеп ултырыу һеҙгә еңел түгелдер, тип уйлайым. Беҙҙең баҡса бар, тауыҡтар көн һайын йомортҡа һала, ашарға бар, йәшәргә етерлек.
– Мин үҙем дә бер тапҡыр уйлап ҡуйғайным, эх, ошо балалар янына барып йәшәрәгә ине. Әнисә эргәмдә генә, тағы берәй малай тапһағыҙ...
– Ҡәйнәм, мин дә шулай уйлайым.
– Ә был фатирҙы ни эшләтәбеҙ, килен?
– Әллә тағы, тип икеләнгән булды Сания, – фатир һеҙҙеке, һеҙ нисек әйтәһегеҙ, шулай булыр.
– Шулай булыр, тип... Һин килен булып төшкән фатир, Әнисәне лә ошонда алып ҡайттыҡ. Кеше бит фатирын буш тотмай, ана, ҡуртымға биреп, ҡутарып аҡсаһын алалар. Донъя көтөргә ярап ҡалыр ине ул.
– Әллә тағы, белмәйем, – тине Сания үҙенең битарафлығын белдерҙе һәм эстән генә, һөйләшеүҙең дөрөҫ йүнәлеш алыуына ҡыуанды.
Сания эстән генә, хәҙерге иҡтисади көрсөктән сығыу өсөн, үҙе әйтмешләй, бизнес-план төҙөй. Ярай, Әхәт эшләй башлаһа, 30-40 мең алһа... Юҡ, 30-40 мең сыҡмаҫ. Юҡ, Әхәттән 10 меңлек тә, 1 меңлек тә, 1 тинлек тә файҙа булмаясаҡ! Үҙеңдең исемлектән һыҙып ташла! Үҙеңдең – 24 мең. Ҡарсыҡтың пенсияһы 17500 тинеләр. Индексациянан һуң 18 меңдән артып китәсәк. Әнисә ике бүлмәле фатирҙы байҡаны.
– Бер көн төш күрҙем әле, – тип үҙенекен һөйләй ҡәйнәһе, – һеҙҙә, Шатлыҡта йәшәп ятам, имеш, Анна Петровна килеп инде, мин уға аптырайым, кемгә килде икән, тип. Ә һеҙҙә унда, Шатлыҡта, урыҫтар бармы ул?
– Бар, ҡәйнәм, ни эшләп булмаһын, урыҫтар ҙа, мәрйәләр ҙә бар.
– Балаларығыҙ ҙа русса һөйләшәме?
– Шулай шул, хәҙер балалар ҙа үҙенең телен онотоп бара. Оноттормаҫҡа ине.
Тәк, был фатирҙы ҡуртымға биргәндә, бер 20-25 сығарып буламы икән? Ҡәйнәһе былай үҙе ыңғай килгән һымаҡ.
– Нимә булды, килен, әллә онотолдоң? Нимә, әллә минең барыуым оҡшамаймы? – тип ҡәйнәһе уға мөрәжәғәт итә, имеш.
– Юҡ, ҡәйнәм, юҡ, беҙ һине күптән көтәбеҙ. Үҙем әллә күпме саҡырҙым.
– Аптыраным, баянан бирле өндәшәм, яуап бирмәйһең бит. Ярай улайһа, фатирҙы бикләп торорбоҙ. Ана, теге подъезда Шаһмановтар йәшәгәйне, өс бүлмәле фатирҙары бар. Бер бүлмәләренә үҙҙәренең әйберҙәрен тултырҙылар ҙа, ҡалғанына кеше кереттеләр.
– Ҡайһылай йәтеш булған! – тип йөпләне Сания.
– Ҡайҙан йәтеш булһын, бер йылдан һуң, килеп ҡараһалар, фатирҙарының ҡарарлығы ҡалмаған, аҫтын өҫкә килтергәндәр. Обойҙары йыртыҡ, малайҙары яҙып бөткән, асҡыстарын юғалтҡандар ҙа, ишектәрен аҡтарып кергәндәр. Тегеләренән саҡ ҡотолдолар. Шуға, килен, һин дөрөҫ әйтәһең, фатирҙы бикләп ҡуяйыҡ. Мин уны Әнисәгә яҙҙырам. Әнисә балаҡайым, вузға уҡырға инһә, ошонан йөрөп уҡыр. Әгәр теләһә, берәйһен йортҡа керетер. Һуңынан туй үткәрербеҙ.
– Аллаһ бойорһа, ҡәйнәм, – тине Сания, – Алла бойорһа!
– Шулай шул, Аллаһ бойорһа! – тип ҡабатланы быға тиклем дингә мөнәсәбәте бик үк билдәле булмаған һәм иң ябай доғаларҙы ла белмәгән ҡарсыҡ, – Килен, беләһеңме, мин һине ни өсөн хөрмәт итәм? Сөнки һин иреңде ғәфү итә беләһең. Сөнки, үҙем беләм, атаһы менән еңел түгел ине, улы ла мәрхүм иремә оҡшағандыр, һин уны ситкә типмә инде. Ҡайҙа барһаң да, ир ҡатыны мин түгелме, һыр бирмәм, бирешмәм, тип барып кер. Эйе, ир ҡатыны мин түгелме... Ошо һүҙ һиңә көс-ҡеүәт бирһен. Ә ҡалғаны, ҡалғаны уның – ваҡ-төйәк, ығы-зығы. Була ла, һеңә лә, кибә лә, онотола ла. Ныҡ бул, килен, ир ҡатыны һин түгелме?
Шул ваҡыт үҙенән-үҙе ишек асылып китте һәм Әхәт килеп керҙе.
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ:
"Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"