Улы килеп ингәс, әсәһенең ҡыуаныуын күрһәгеҙ! Өтәләнеп барып, әйҙүкләп, эргәләренә ултыртты, хәлен белеште. Әйтерһең, ике-өс йыл күрмәгән инде. Иртән генә тамаҡ туйҙырып, кейенеп-яһанып сығып киткән, тип уйламаҫһың. Ә улыҡайы, Әхәтенең һуң бындай йылы ҡаршылауҙы көтмәгәнгәме, эйәк кенәһе һалынды ла төштө. Баҙап ҡалған ир:
– Нимә эшләп ултыраһығыҙ? – тип кенә һорай алды.
– Улыҡайым, һинең килеүеңә билмән бешебәреҙ, тип ултырабыҙ, – тине әсәһе.
– Әллә башҡа мәшәҡәтегеҙ юҡмы? – тип аптыранды улы һаман, бер әсәһенә, бер ҡатынына ҡарап.
– Нисек, юлдарың уңдымы? – тине Сания тауышына һиҙелер-һиҙелмәҫ мыҫҡыллау ишараты һалып.
Әхәт нимә эшләһен инде? Әхәт һаман да иҫенә килә алмай. Ә бик ҡыҙыу мөнәсәбәт асыҡларға, ҡатынына алдан әҙерләнгән һүҙҙәр әйтергә, әсәһенән ныҡлы яҡлау табырға өмөтләнеп килеп ингәйне. Нимә әйтәһең, ир бит инде, ә бында “ир” ҡатын ултыра. Уларҙың икеһенең мөнәсәбәтен ҡәйнә айыра ала, ә әсәһе – яҡынайта.
– Туҡта, ултырмайым әле, – тип әсәһе, һикереп тороп, сыҡты ла, аш бүлмәһендә шатыр-шотор килә башланы.
Әхәт, һағайып, Санияға ҡараны:
– Һин әсәйгә әллә бер нимә лә әйтмәнеңме?
– Былай уҡыған кешеһең, йәшең дә бара, Әхәт, был хаҡта үҙең нисек уйлайһың?
– Әсәйгә барыһын да һөйләп бөткәнһең дә, тик яҡлау таба алмағанһың, – тип мөңгөрләне Әхәт, – үҙең беләһең, әсәй, барыбер, мине яҡлаясаҡ.
– Эйе, яҡлаясаҡ, мин шикләнмәйем, яҡлауынан мәхрүм итмәҫ. Тик ул минең һинең турала әйткәндең ундан бер өлөшөн генә ишетһә лә, һине яҡлап тормаясаҡ, ошонда һуҙылып ятасаҡ, тиҙ ярҙам килеп етәсәк, табиптар, өтәләнеп, тегеләй-былай йүгерешәсәк. Әлбиттә, мин аптыранып торасаҡмын. Ләкин мин һинең әсәйеңде тереләй һуйғым килмәй. Мин – һинең ҡатының. Нисек кенә ауыр булмаһын, һиңә ҡарата нәфтрәтем күҙ алдында ташып торһа ла, мин һине һуңғы сиккә тиклем яҡларға бурыслы. Ә һин, Әхәт, күреп торам, быны беләһең, мине йыуаш итәһең һәм шуны уҫал ниәттә файҙаланаһың. Әгәр шулай булмаһа, адресты биреп, Рәйфәне миңә ебәрмәҫ инең.
– Рәйфә өсөн борсолма, ул беҙҙең мәшәҡәт түгел, – тип мөңгөрләне һаман да Әхәт, – тәүҙә асыҡларға кәрәк әле, уның балаһы кемдән икән, әллә Байгилдин, әллә Аҡкилдин. Һәр хәлдә, ДНК анализы яһатырлыҡ ҡына, мин аҡса табырмын.
– Эйе, шиклнмәйем, аҡсаһын да табырһың, бәлки ул бала һинеке лә түгелдер. Һуң, ул ҡатын бит, ярҙам эҙләп, миңә килгән. Бында йөрөмә, кәрәгең юҡ, тип һөрөп сығарайыммы? Ярай, һөрөп тә сығарҙым, ти. Ул ҡайҙа барасаҡ, беләһеңме? Һинең әсәйеңде эҙләп киләсәк. Ә был һиңә кәрәкме, Әхәт, уйлап ҡара әле. Шунан һуң, миллиондар менән эш итәһең икән, ә үҙеңдең өҫтөңдә йүнле кейемең, йөрөргә йүнле машинаң да юҡ. Ул тиклем аҡсаны ҡайҙа ҡуяһың һин?
– Мин ауырыйым, – тине Әхәт, төшөнкө тауыш менән, ап-асыҡ әйтте, – эйе, ауырыйым. Ҡулыңдан килһә, ҡотҡар мине, дауала.
– Ә нимә булды, Әхәт? – тине ҡатыны, һағайып.
– Мин эскесе лә, наркоман да түгел, ләкин миңә уңайһыҙ, үҙемдең ғәйебемде таныйым.
– Дауаханаға барҙыңмы һуң? – тип һораны Сания.
– Бындай сир алдында дауахана көсһөҙ.
– Күңелем һиҙә, һин, Әхәт... – Сания әйтеп өлгөрмәне, ҡыуанып, үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, Әминә ҡарсыҡ килеп инде:
– Әхәт, мин, һеҙгә барып, бер аҙ торайым әле. Шатлыҡты күргәнем юҡ. Рәхмәт инде шул ауылды төҙөүселәргә. Шамонин, тип ҡушҡандарын ишеткәс, тәүҙән үк оҡшатмағайным. “Шатлыҡ” һүҙе матурыраҡ та инде, йәшәге килеп тора. Күптән саҡыраһығыҙ, берәр аҙна Шатлыҡ һауаһын һулайым әле. Теге ваҡыт килгәндә Әнисәбеҙ тауыҡтары тураһында һөйләгәйне, инде шуларҙы барып күрәйем, ҡулымдан ашатайым, тигәйнем. Бынауында бер ап-аҡтан кейенгән, ап-аҡ сәсле, ап-аҡ һаҡал-мыйыҡлы бер бабай көн дә сәғәт икелә сыға ла, күгәрсен ашата. Ни эшләп шул хәтлем күп ашатаһың, тигәйнем, күгәрсендәр – тыныслыҡ ҡошо, уларҙы ашатырға кәрәк, ти. Ә бына беҙҙең балконға ҡунып, бысратып бөтөүҙәрен белмәй.
Сания үҙенекен уйлай. Төштән һуң дауаханаға инеп сығырға ине. Кеше күпме икән... Бер ике сәғәте әрәм була инде. Әллә аптекаға ғына һуғылырғамы? Шул арала Рәйфәгә шылтыратып, хәлен белеште.
– Икенән һуң ҡыҙым ҡайта, шуны ашатырһың да, дәрескә ултырт, – тип үтенде. Тегеһе:
– Ул мине тыңлармы икән? – тип һораны. – Ә мин уға кем тип өндәшәйем?
Ҡыҙыҡ ҡына ҡатын. Әллә кеше менән аралашып өйрәнмәгән инде? Уф, Әхәтенең шуға ҡыҙығыуын әйт. Телефоны шылтыраны. Алыуға, асыулы тауыш менән:
– Һеҙҙең ирегеҙҙең шуныңса-шуныңса бурысы бар. Уны ҡайтарыу тураһында уйлайһығыҙмы? Беҙҙең мәғлүмәттәргә ярашлы, һеҙҙең Шатлык ауылында йортоғоҙ бар. Уның хаҡы миллион ярым һум тәшкил итә, тинеләр. Теүәл хаҡын беҙҙең белгестәр асыҡлар. Ошо хаҡта һөйләшеү һәм ризалығығыҙҙы биреү өсөн, банктың бурыстарҙы мәжбүри ҡайтарыу бүлегенә килеүегеҙҙе көтәбеҙ...
Башланды. Хәҙер көнө-төнө шылтыратасаҡтар, янаясаҡтар, эҙләйәсәктәр.
Ҡатын, ауыр һулап, эргәһендә шым ғына тыңлап ултырған Әхәткә ҡараны.
– Әсәйем Шатлыҡҡа барһа, тегеләр килеп төшһә, донъяның аҫтын өҫкә килтерерме икән?
– Әлбиттә, килтерәсәк! Бөтә күршеләр беләсәк.
Ҙур сумкаһын күтәреп, Әминә Зәкир ҡыҙы килеп инде:
– Кейемдәремде ошонда тултырып алайым. Бер аҙна, тиһәгеҙ ҙә, ҡайтрмай тоторһоғоҙ әле, бәлки ай булып китер. Эх, мунсағыҙ ҙа булһа...
– Борсолмағыҙ, ҡәйнәм, күрешләрҙең мунсаһы бар, беҙ улар менән бик һәйбәт йәшәйбеҙ, аҙна һайын саҡырып торалар.
Ҡарсыҡ аш бүлмәһенә инеп китте.
– Һин нимә уйлайһың? Һаман әсәйемде саҡыраһың. Хәҙер тегеләр килеп баҫһа, – тип аҙарынды Әхәт.
– Эйе, хәҙер килеп баҫасаҡ улар. Һуң, ҡәйнәм бит ҡасанан бирле барам, тип һөйләнә, мин уға нимә тип әйтәйем? Барма, йөрөмә, өйөңдә ят, тип әйтәйемме? Ипләп кенә, үҙең һөйләшә алмайһыңмы? Өйөңдә йәш кәләшеңдең, мөлдөрәп, һине көтөп ултырғанын да онотма. Рәйфә мин түгел. Минең эшем бар, әлегә йәшәргә урыным бар. Ул, әсәйең килеп инеү менән, үҙенә ҡаратырға, йәлләтергә тырышасаҡ. Ҡайҙан табаһың һин шундайҙарҙы? Үҙе бер ҡайҙа ла эшләмәй, уҡымаған.
Санияның күңеле болғанды. Әллә иртән берәй нәмә ашанымы икән? Нимә ашаны һуң әле? Былай артыҡ нәмә эләкмәне, шикелле. Ә дауахана... Ҡатын үҙенең сарсауын һиҙҙе. Аш бүлмәһенә үтеп, кружка алды ла, крандан ғына ағыҙып, һалҡын һыу эсте.
– Аһ, килен, әллә һыуһағанһың инде? – тип һөйләнде ҡәйнәһе. – Мин Әхәткә ауырлы сағымда гел сарсай торғайным. Һыуҙы самаһыҙ эсеп, шешенеп киткәйнем. Туҡта әле, килен, әллә һин ауырлымы? Һыуҙы күп эсмә!
– Юҡ, юҡ, ҡәйнәм, бер нәмә лә юҡ, көн эҫе бит, һыуһап ҡына киттем.
– Ярай, улай ғына булһа... Хәйер, нисек улай ғына булһа... Ауырлы булһаң да, насар түгел.
Сания залға үтте, Әхәт эргәһенә ултырҙы.
– Ошо көндәрҙә беҙҙең яҙмыш хәл ителәсәк. Әхәт, һин нимә уйлайһың? Бурысыңды нисек түләргә самалайһың? Һиңә бит, һис юғы, эшкә тотонорға кәрәк.
– Эш, эш, эш тә эш! Эшләп, кем байыған? Бында 30-40 меңгә бил бөгәһем юҡ!
– Йә, Хоҙа! 30-40 меңгә бил бөгөргә теләмәй! Ә беләһеңме, мин күпме алам? Йылына утыҙ мең дә сыҡмай! Ана, туфлийым ултыра, күрәһеңме? Бөгөн булмаһа, иртәгә ул аяғымдан төшөп ҡаласаҡ. Уф, Хоҙайым! Был донъяла минән дә бәхетһеҙерәк бисә бармы икән!? Маршруткаға ултырайым, тиһәм, аҡсам юҡ. Йәйәүләп тә йөрөй алам. Йәйәү йөрөһәң, туфли туҙа. Миңә бит мәктәптә уҡыусылар алдына ла барып баҫырға кәрәк! Ә һин 30-40 меңгә бил бөгөргә теләмәйһең икән!
– Ә һин минең өсөн борсолма, – тине Әхәт һауалы ғына. Мин үҙ мәшәҡәттәремде үҙем хәл итәм. Һин – үҙеңдекен ҡара. Миңә киләһең дә, ябырылаһың, киләһең дә, ябырылаһың. Түләрбеҙ, борсолма! Һинән аҡса һорап ултырғаным юҡ бит әле!
Санияның телефоны шылтыраны. Таныш түгел номер, моғайын, банктандыр. Трубканы алды:
– Һаумыһығыҙ, һеҙҙең ирегеҙ, Байгилдин, шуныңса-шуныңса һум аҡса алғайны, шуны ҡайтарыу буйынса, һөйләшеү өсөн, банкка килеүегеҙҙе көтәбеҙ.
– Беләм, – тине Сания, ауыр һулап, – Бурысын ҡайтарыу буйынса, Байгилдин Әхәт Сафа улының үҙе менән һөйләшегеҙ, – тип Сания трубканы һуалып ҡуйҙы.
Тағы шылтыраталар. Ярай, күҙ һалды, мәктәптән икән. Мәктәп директоры шылтырата.
– Сания Хәмит ҡыҙы, директор Фуат Сәлихович...
– Һаумыһығыҙ, Фуат Сәлих улы, – тине Сания, мөмкин тиклем тыныс булырға тырышып...
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ:
"Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"