-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Февраль 2021, 22:09

ҺИН ТҮГЕЛМЕ ИР ҠАТЫНЫ? Хикәйә Алтынсы бүлек

Сания ныҡ баҫып машинаға ҡарай атланы. “Кәүҙәңде ныҡ тот, бирешмә! Һинең ҡулыңда хаҡлыҡ! Бер ғәйебең дә юҡ! Һин ҡыҙыңдың, тыумаған балаңдың мәнфәғәттәрен яҡлайһың. Ныҡ бул! Килеп машинаға күҙ һалһа, уның эсендә ике туған ҡустыһы Азамат ултыра. – Һаумы, апай, ҡалай ныҡ ҡарайһың, – тип аптыранды ул. – Кемдәр килде икән, тип ҡарайым, – тине апаһы. Азамат Себерҙән ҡайтып килә, иптәш малайы менән кергәндәр икән. Уныһы Таһир исемле булып сыҡты. Өйгә керҙеләр: Әнисәһе дәрес әҙерләп ултыра, ә Рәйфәнең күҙе ҡыҙарып бөткән, нимә булған тағы? – Рәйфә, нимә булды? – тине Сания. – Ҡораллы өс мужик килеп инде, паспортымды тартып алдылар, Әхәт ағайҙы эҙләйҙәр.



ҺИН ТҮГЕЛМЕ ИР ҠАТЫНЫ?


Хикәйә

Алтынсы бүлек


Сания ныҡ баҫып машинаға ҡарай атланы. “Кәүҙәңде ныҡ тот, бирешмә! Һинең ҡулыңда хаҡлыҡ! Бер ғәйебең дә юҡ! Һин ҡыҙыңдың, тыумаған балаңдың мәнфәғәттәрен яҡлайһың. Ныҡ бул!

Килеп машинаға күҙ һалһа, уның эсендә ике туған ҡустыһы Азамат ултыра.

– Һаумы, апай, ҡалай ныҡ ҡарайһың, – тип аптыранды ул.

– Кемдәр килде икән, тип ҡарайым, – тине апаһы.

Азамат Себерҙән ҡайтып килә, иптәш малайы менән кергәндәр икән. Уныһы Таһир исемле булып сыҡты. Өйгә керҙеләр: Әнисәһе дәрес әҙерләп ултыра, ә Рәйфәнең күҙе ҡыҙарып бөткән, нимә булған тағы?

– Рәйфә, нимә булды? – тине Сания.

– Ҡораллы өс мужик килеп инде, паспортымды тартып алдылар, Әхәт ағайҙы эҙләйҙәр.

– Сеү! – тип Сания саҡ туҡтата һалды, юғиһә хәҙер ҡәйнәһе ишетһә, һорауҙар менән күмеп ташлаясаҡ һәм иҫен юғалтып ятасаҡ. Ярай, уныһы тышта, тауыҡтарҙы ҡарайым, тип тороп ҡалғайны.

Сания Рәйфәне киҫәтеп ҡуйҙы:

– Һин минең ике туған һеңлем, бында эш эҙләп килгәнһең.

Азамат ҙур ғына сумка тотҡан, уныһын тегеләй ҙә һала, былай ҙа һала, ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптырана.

– Унда нимә бар, юғалтып ҡына ҡуяһың инде, – тип борсолдо Әхәт.

– Ваҡ-төйәк һалып алғайным, – тип, тегеһе сумкаһын үҙенә нығыраҡ ҡыҫты.

– Ай-һай, ваҡ-төйәк кенә микән? – тине апаһы. – Әллә берәй нәмә алырға килдеңме?

– Балаларға ваҡ-төйәк алырмын тигәйнем, – тине Азамат.

Шул ваҡыт ныҡ итеп ишек шаҡынылар ҙа ярым хәрби кейемдә ҡоралланған өс ир килеп керҙе һәм үҙҙәрен, коллектор хеҙмәтенән, тип таныштырҙылар. Шунда уҡ шәхестәрҙе асыҡлар өсөн ябай кейемдәге бер ир керҙе.

– Рауил Ниғмәтйәнович, – тип таныштырҙы ул үҙен.

Бына китте ығы-зығы, тауыш. Теге өсәү күҫәктәрен сығарып болғарға ғына тора. Әхәтте тотоп алып, ҡулдарына бығау кейҙерҙеләр. Азамат, аҡрын ғына килеп, апаһына бышылданы:

– Таһир каратист, өсәүһен дә сығарып бәрәйекме?

– Өндәшмә, был һеҙҙең эш түгел. Ана, ҡәйнәмде төпкө бүлмәгә кертеп ултырт. Аҡсаң күпме?

– Шул инде, бер “лимон”, машина алырмын тигәйнем, – тип бышылданы Азамат. – Уф, Хоҙайым, еҙнәңә тоттороп ҡуйма. Бар, төпкө бүлмәгә ҡәйнәмде алып кер ҙә түшәк-яҫтыҡ артына тығып ҡуй.

– Мә, апай, үҙең йәшер, – тине Азамат.

Сания ҡәйнәһен һөйрәп тигәндәй төпкө бүлмәгә кертеп һалды, аҡсаны ныҡ итеп йәшерҙе лә сумкаһын сығарып ҡустыһына тотторҙо.

– Быныһы үҙеңдә торһон, – тине ул.

Шул арала, ныҡыша торғас, Әхәттең бығауын систерҙеләр. Уныһы ҡулдарын ыуа-ыуа Сания эргәһенә килеп һыйынды. Сания Азаматтың сумкаһын тотторҙо ла Әхәттең ҡолағына: “Бында Азаматтың аҡсаһы, машина алырға килгән”, – тип бышылданы.

Тегенең күҙҙәре янып киткән һымаҡ булды: “Бир, хәҙер йәшереп ҡуям”. Ул арала аш бүлмәһенә кереп, шунда йәшереп тә сыҡты.

– Тыңлағыҙ, – тип ҡысҡырҙы Сания. – Һеҙ беҙҙең шәхси киңлегебеҙҙе боҙоп, өйөбөҙгә баҫып индегеҙ. Мин ауырлы ҡатын, һеҙҙең дүртегеҙҙән дә тиҙ арала йорттомдо ҡалдырыуығыҙҙы талап итәм. Юғиһә минең менән һәм тыуасаҡ сабыйым менән бер-бер хәл булһа, һеҙгә бик ҡиммәт түләргә тура киләсәк!

– Ҡурҡытмағыҙ, мадам, – тип эре генә һөйләнде коллекторҙарҙың береһе. – Беҙ һеҙҙең һымаҡтарҙы күп күргән.

Шул ваҡыт Сания тоҡанып киткән һымаҡ булды: әле һеҙ Санияның ҡыҙғанын күргәнегеҙ юҡ! Хәҙер күрмәгәнегеҙҙе күрһәтәм.

– Таһир, Азамат, Әхәт, поддержи!

Санияға эйәреп, улар тегеләрҙе ҡыҫырыҡлап сығарҙы, хатта Рәйфә лә ҡушылып китте. Тегеләр сығып ҡасҡандарын һиҙмәй ҙә ҡалды.

– Ғәфү итегеҙ, – тине теге ябай кейемдәгеһе, үҙен Рауил Ниғмәтйәнович тип таныштырғаны. – Мин һеҙҙең менән, Сания ханым, айырым һөйләшергә теләр инем.

– Беҙ нимә хаҡында һөйләшергә тейеш?

– Һеҙҙең мәнфәғәттәрҙе яҡларлыҡ бик эшлекле тәҡдим бар.

– Беҙ уртаҡ тел табырбыҙ, тип уйлайһығыҙмы? – тип ныҡышты Сания.

– Әлбиттә, табасаҡбыҙ, беҙ бит кешеләр.

– Ә һеҙ кешеме һуң? – тип асыуланды Сания. – Бында өй баҫып йөрөйһөгөҙ.

– Мин юрист, – тине Рауил Ниғмәтйәнович. – Минең хеҙмәтем, коллекторҙарҙан айырмалы, кешеләрҙең шәхесен кәмһетеүгә йүнәлтелмәгән. Улар нимә эшләһә лә, мин улар өсөн яуап бирмәйем. Бына минең телефоным, иртәгә шылтыратығыҙ. Минең һеҙгә тәҡдимем бар.

Тегеләр машиналарына нисек ултырып, сығып киткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Өйгә керһәләр, Әминә Закир ҡыҙы менән Әнисә аптырашып ултыралар.

– Нимәгә килгәндәр улар? – тип аптырана ҡәйнәһе.

– Борсолмағыҙ, ҡәйнәм, – тине Сания тыныс ҡына. – Улар миңә килгән. Йомоштары бар.

Күрәләтә, улыңды эҙләп килгәндәр, Әхәтте алып китәләр, тип әйтеп булмай бит инде. Уныһы ҡайҙа боҫто әле, күҙгә салынмай.

– Әхәт ҡайҙа ул? – тине Сания.

– Ошонда ине, әле генә инде, – тине Әхәттең әсәһе. – Аш бүлмәһенә үтеп, бер сумканы алды ла күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы.

Ҡасҡан! Аҡсаны урлап ҡасҡан! Юҡ, был бәндә тамам кешелек сифатын юғалтҡан. Ҡайһы арала аҡсаны урлап ҡасты!

Шул ваҡыт Санияның иҫенә төштө – ул бит аҡсаны төпкө бүлмәгә айырым йәшереп ҡуйҙы. Хужабикә ҡустыһына ҡараны:

– Сумкаңда күпме аҡса бар ине?

– Шунда юллыҡ тип тотҡан 5-6 мең бар микән? Ә ҡайҙа сумка?

– Сумкаң менән хушлаш. Еҙнәң ҡайҙалыр отошло автоматтар менән уйнап йөрөйҙөр, – тине Сания. – Эсен тиште инде хәҙер.

Күмәкләшеп ултырып ашап алдылар. Ҡәйнәһе тегеләй ҙә ҡарай, былай ҙа ҡарай, улын эҙләй.

Йә инде, бөтөнләй кеше түгел икән, тип һыҡранды Сания эстән генә. Хәҙер өйҙәге әйберҙәрҙе ташый башлармы икән.

Азамат әҙерләнеп килгән икән, шешлек ҡурам тип, әллә күпме тауыҡ итеп һатып алған, ике шешә араҡыһы ла бар. Сания ҡустыһын тыйҙы, шешәләрен астырманы. Тышта ит ҡурырға усаҡ тоҡандырҙылар. Рәйфә менән Таһир, Сания менән ҡустыһы усаҡ эргәһендә йылынып, байтаҡ һөйләшеп ултырҙылар.

Ҡойма артында, инергәме-юҡмы, тип икеләнеп торған Әхәтте улар күрмәне. Әхәт һуңғы автобусҡа ултырып киткәйне, Өфөгә барып еткәс, сумканы асып ҡараһа, унда 6 мең аҡса тапты һәм бер фатирҙа йәшертен асылған отошло уйын клубында бер нисә минут эсендә оттороп та сыҡты. Ә бында усаҡ йылыһында тауыҡ ите кимереүсе дүртәү уның ҡойма аша ғына тороуына ла иғтибар итмәне. Әсәһе Әминә Закир ҡыҙы ғына йоҡлар алдынан: “Улым ҡайҙа йөрөй икән, нимә ашаны икән? – тип уйланып ҡуйҙы. – Шатлыҡта һауа ҡалаға ҡарағанда күпкә саф икән”, – тип һығымта яһаны. Көнө буйы арығайны, бер нимә белмәй йоҡлап та китте.

Шешлек ашап туйғандан һуң йоҡларға таралыштылар, Таһир менән Рәйфә усаҡ эргәһендә ҡалды. Уларҙың һүҙҙәре береккәйне. Улар, тиҙ арала уртаҡ тел табып, төн тип тормай такси саҡырттылар ҙа ҡалаға киттеләр.

Тәҙрә аша уларҙың сығыуын, таксиға ултырыуын ҡарап торған Сания, бер бәләнән ҡотолдом, ахыры, тип ҡыуанып ҡуйҙы. Өйҙәгеләр барыһы ла йоҡоға сумды.

Сания үҙе лә арығайны, күҙе йоҡлап бара, иртәгә башҡараһы эштәрен барлай. Иртәгә уянғас та бая аптеканан һатып алған тесты һынап ҡарарға кәрәк. Ул ғына етмәй, иртәгә дауаханаға табип янына инеп сығырға. Кем белә, бәлки, уныһы УЗИ-ға ла ебәрер. Теге юристың да ниндәйҙер тәҡдиме булды шикелле, бәлки, уныһы менән осрашып һөйләшергә өлгөрөр. Ойоп бара Сания, йоҡларға тырыша, ниндәй мәшәҡәтле ауыр көн булды. Һәр хәлдә бик үк насар булды тип әйтерлек түгел. Ни хәл итһен, Әхәттән тамам өмөттө өҙөргә тура килер. Бахыр, ҡайҙа йөрөгән була икән.

Өй йоҡоға сумды.


------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе

Читайте нас: