Директор уҡытыусыларға бик һирәк шылтырата. Һирәк, ләкин – мәртәбәле. Шылтыратҡан сағында, бик оҙаҡ һәм мәғәнәле паузалар яһай. Бына ошо өндәшмәй тороуы сәғәттәр буйы һөйләнгән кешенән дә күберәкте төшөндөрә һәм йоғонто яһай. Бына, шылтыратты ла, өндәшмәй. Кем әйтмешләй, үҙе мөрәжәғәт иткән кешенең өлгөрөп, бешеүен көтә:
– Алло, мин һеҙҙе тыңлайым, Фуат Сәлихович, – тине Сания, инициативаны үҙ ҡулына алырға ынтылып.
Сөнки бының сәбәптәре бар: математика уҡытыусыһы Сания Хәмит ҡыҙы Байгилдина өҫтөнән күҙәтеү бара һәм уны иң әҙәпһеҙ юлдар менән эштән ебәрергә тырышалар. Директорҙың өйөндә ҡайҙандыр килеп юлыҡҡан балдыҙы эшһеҙ ята һәм ул да математика уҡытыусыһы икән.
– Хәлдәрегеҙ нисек, Сания Хәмит ҡыҙы? – тине ул, ниһайәт, телгә килеп.
– Һеҙ шылтыратҡанға тиклем, бик һәйбәт ине, – тине Сания, икеләнеп тормай, – һеҙҙән һуң нисек булыр, белмәйем.
– Төшөндөм, Сания Хәмит ҡыҙы, – тине директор, – һеҙҙең 6 В класындағы контроль эштәр бик насар күрһәткес биргән. Был хаҡта нимә уйлайһығыҙ?
– Әлбиттә, насар уйлайым, Фуат Сәлихович. Был йәһәттән, беҙ һеҙҙең менән бер нисә тапҡыр һөйләшкәйнек. Үҙегеҙ беләһегеҙ, 6 В иң һуңғы көндәрҙә генә йыйылған төрлө кимәлдәге һәм тәртиптәге уҡыусыларҙан тора. Уларҙан яҡшы күрһәткес һәм тәртип талап итеү мөмкин түгел. Уларға йә – Макаренко, йә Сухомлинский талап ителә. Әйткәндәй, Фуат Сәлихович, һеҙ беләһегеҙ, был класта мин генә эшләй алам. Мин уларҙың һәр береһенә 4 тә 5 теҙеп сығыр инем, һеҙҙең балдыҙығыҙ тап шулай итер ине, ләкин мин уларҙы, ысынлап, уҡытырға теләйем.
– Төшөнмәнем, ниндәй балдыҙ хаҡында һүҙ бара?
– Бәй, Фуат Сәлихович, оноттоғоҙмо ни? Һеҙҙең өйөгөҙҙә балдыҙығыҙ йәшәгәнен һәм эш көткәнен бөтә коллектив белә.
Был юлы пауза бик оҙаҡҡа һуҙылды. Санияның эргәһенә Әхәт килеп һырынды:
– Кем менән шул тиклем ҡаты һөйләшәһең ул?
– Юҡ, үҙебеҙҙең эш һөйләшеүе. Фуат Сәлихович, мөмкин булһа, саҡ ҡына түҙегеҙ, йә балдыҙығыҙға икенсе урындан эш эҙләгеҙ. Мин һеҙҙе бер нисә айҙан ҡалдырырмын һымаҡ.
– Нимә булды? Эштән китергә уйлайһығыҙмы?
– Юҡ, эштән үк китеп, ҡыуандыра алмам. Милли проекттарға ҡарағанда, демография мәсьәләһе бик киҫкен тора. Мин, үҙем дә һиҙмәҫтән, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән иғтибарһыҙлыҡ күрһәткәнмен һәм дәүләт алдындағы ошо бурысты хәл итеүгә үҙ өлөшөмдө индерә алырмын һымаҡ.
– Бер нимә лә аңламаным. Бәлки төшөндөрөрһөгөҙ?
– Уф, бөтәһен дә асып һалдым бит инде, сығарып күрһәтәйемме ни һеҙгә? Әллә тотҡолап ҡарарға итәһегеҙме? Мин декрет ялына йыйынам. Һеҙҙе яуап ҡәнәғәтләндерәме, Фуат Сәлих улы?
– Мин һеҙгә ярҙам итә аламмы? – тине директор, оҙаҡ ҡына өндәшмәй торғандан һуң.
– Һеҙҙең миңә шылтыратмауығыҙ, бер нимә лә өндәшмәүегеҙ, бер генә минутҡа һуңлағанда ла, аңлатыу талап итмәүегеҙ минең өсөн иң ҙур ярҙам буласаҡ. Ҡалған бөтәһен дә мин үҙем хәл итәсәкмен.
Директор, байтаҡ уйланғандан һуң, хушлашҡан һымаҡ мөңгөрләне һәм трубканы һалды.
– Һин нимә эшләйһең? – Әхәт, азарынып, эргәһенә килеп баҫты. – Ниндәй бала һөйләйһең һин? Әллә, ысынлап тамы?
– Эйе, Әхәт, ысынлап та, – тине Сания, йә инде, икенсе кешене алдарға тура килә, тип эстән генә уйлап ҡуйҙы.
– Һуң, Әхәт, һуң! Һинең мәшәҡәттәрең артынан йөрөп, ваҡытты үткәргәнмен.
– Борсолма, бер-ике укол, и, еңеләйеп, килеп тә сығаһың.
– Һиңә әйтеүе генә еңел, – тине Сания, – бәлки кире уйларһың? Һин бит – атай кеше.
– Юҡ! Һин мине тамам бөлдөрәһең! Нимә ҡарап яттың?
– Һиңә ышанып, мин йомшаҡлыҡ күрһәтем, – тине Сания, – Әхәт, һаҡланыу сараларын һин үҙ өҫтөңә алғайның. Мин иһә, һин ҡуйған талаптарҙың барыһын да үтәнем. Ләкин һин был йәһәттән дә үҙеңдең булдыҡһыҙ, йәғни уңмаған ир икәнлегеңде күрһәттең. Әлегә 100 процент ыңғай һөҙөмтә, тип әйтә алмайым, ләкин миндә әсәлек инстинкты уяна башланы. Һәм шундай ваҡытта... Ни эшләп миңә бөтәһе лә ҡаршы икән? Эштә эҙәрлекләйҙәр, иремдең йәш кәләше өйөмдә мине иламһырап көтөп ултыра, банк иремдең бурыстарын ҡайтарыуҙы талап итә. Һин, Әхәт, эшләмәйһең, етмәһә, баланан ҡотолоуымды талап итәһең. Күпме аҡса талап ителгәнен беләһеңме? Әлеге осраҡта миңә ауырымды төшөртөү түгел, киреһенсә, баланы тапһам, яҡшыраҡ буласаҡ. Мин шул хаҡта уйлайым: әсәлек капиталы беҙгә кәрәк. Һин шуны һиҙәһеңме? Бала әле бармы, юҡмы, мин белмәйем, уның яҙмышын уйламайым, һине хәстәрләйем, Әхәт, һиҙәһеңме? Индексация менән, иң кәмендә – 500 мең, бына һиңә – бурысыңдың яртыһы. Минең яуабым һине ҡәнәғәтләндерәме?
– 500 һум, тинеңме? Уны ҡасан бирәләр? Ул аҡсаны нисек алырға?
– Ул аҡсаны алыр өсөн, иң тәүҙә йөрәгең аҫтында, туғыҙ ай буйына, үҙеңдән бигерәк, балаңды нығыраҡ һаҡлап, тыныс ҡына итеп йәшәрәгә кәрәк. Ә һин шул тормошто миңә гарантиялай алаһыңмы? Йә, әйт, һин мине ҡарай алаһыңмы? Ярай, мин табырмын, ҡәйнәм дә һәр ваҡыт шуны һөйләй, Аҡса, тигәс, бына, һин дә ризалашҡан һымаҡ булдың. Балаға өс йәш тулғансы, беҙ нисек йәшәрбеҙ?
– Әсәйемде Шатлыҡҡа алабыҙ. Ә был фатирҙы, килешеү буйынса, ҡуртымға бирәбеҙ. Шунан һуң, беҙҙең баҡса ла бар бит әле...
Шул ваҡыт, әсәһе килеп инде һәм Әхәттең һуңғы һүҙҙәрен ишетеп ҡалды:
– Баҡса, тиһеңме? Унда быйыл, барып, һис юғы, алмаларын, ҡурай еләген йыйып алырға кәрәк ине. Күршеләр, сүп-сар тарала, тип зарлана икән, малай-шалай үртәп ҡуймаһын, тиҙәр.
– Әсәй, беҙ уны һатып ҡына ҡуяйыҡ, – тине Әхәт.
– Эйе, һиңә анһат – һатырға! Атайыңдың берҙән-бер иҫтәлеге.
– Атайҙың иҫтәлеге, имеш. Таҡта аласығы кемгә кәрәк? Мунсаһы ла юҡ. Шундай ҙур урында эшләп, йүнлерәк баҡса ҡалдыра ала ине. Иң фәҡир кешеләр ҙә унда йәшәмәй.
– Атайыңа рәхмәт уҡы, йүнһеҙ малай! Ул һине кеше итте!
– Эйе, унан башҡа, уҡый алмаҫ ине. Кеше итте, имеш...
– Әйҙәгеҙ, ҡуҙғалайыҡ булмаһа, – тине Сания.
Ашап туйғандан һуң, сығырға йүнәлделәр. Оҙаҡламай, такси ҙа килеп етте. Юл ыңғайы, Сания аптекаға инеп сыҡты. Ни булһа ла, була инде. Яҙмышҡа күнергә тура килә. Бәлки ул сабый, үҙенең донъяға килеүе менән, атаһын ҡотҡарып алып ҡалыр? Атаһын ҡотҡарырға, донъяға килгән сабый. Әхәт әйтеп бөтмәй. Әллә ул, ысынлап та, ҡомарлы уйындар ҡорбанымы икән? Ниндәй оят! Оят! Оят! Кеше белеп ҡалһа, нисек уңайһыҙ! Аҡса отам, тип, байлыҡ көҫәп, күпме мәшәҡәттәр тыуҙырҙы? Санияның иренән был хаҡта һорағыһы килмәй. Сөнки ундай кешеләр ҡатында элек-электән ытырғаныс тойғоһо уята. Эшләмәйенсә, йәшәп булмай. Ә тир түкмәйенсә, байыу мөмкинме? Әйтәм, тирләп, күҙҙәре ялтырап, йөрәге дарҫлап тибеп, ҡайтып ҡолай. Ундайҙар хаҡында ишеткәне бар. Нисек күтәрергә был бәләне, нисек дауаларға, нисек ҡотҡарырға был кешене? Тыумаған сабыйының аҡсаһына өмөт итеп йәшәгән булдыҡһыҙ атайҙан да меҫкенерәк, ерәнгесерәк күренеш бармы? Һуң, ана бит, аҡса тураһында һүҙ сығыу менән, күҙҙәре янып китте. Бала тыумаған, аҡсаһына урын табылды. Ә бала бармы икән һуң? Директоры ла ишетте, ул да һығымтаһын яһағандыр. Ауырға ҡалмаған булһа, ҡыҙығы ни тора! Алдап, эштә ҡалырға тырыша, тип әйтәсәк, баҫымды көсәйтәсәк. Нисек йәшәргә, был хәлдән нисек ҡотолорға? Юҡ, бер яҡты эҙ ҙә күренмәй, саҡ ҡына булһа ла, өмөт ярсығы... Һин түгелме ир ҡатыны? Булдыҡһыҙ ирҙе елкәгә һалып ташыуы еңелерәктер. Уға бар ни, юҡ ни, ана, иң алға, ҡайҡайып, ултырҙы ла, таксист алдында абруйлы, йоғонтоло кеше булып ҡылана. Йәнәһе, күрегеҙ мине, мин таксиҙа ғына елдерәм. Ә эсе тулы – буш. Сания, ҡайҙан килеп таптың һин был ирҙе? Һуң, институтта уҡығанда артыңдан арыу ғына егеттәр йөрөнө түгелме һуң? Береһе – совхоз директорының улы. Бергә киноға йөрөнөгөҙ, театрға барҙығыҙ. Хатта, әсәһе менән атаһы, килеп, һине ятаҡтан саҡырып сығарып, танышып, күреп киттеләр. Кем ине әле шуның исеме? Марсмы, Морисмы? Матур итеп йырлай, ҡурайҙа уйнай. Әсәһе, Санияны тәүге күргәс тә, ҡосаҡлап алды, улыбыҙ аҡыллы, бергә булығыҙ инде, беҙ һеҙгә бәхет теләйбеҙ. Бер-берегеҙҙе ҡарап ҡына йөрөтөгөҙ, тип кәңәш бирҙе, әллә инәлде, хатта күҙҙәренән йәш килеп сыҡты. Ә улар оҙаҡ йөрөй алманы, Әхәт килеп сыҡты. Йәнәһе, ҡаланыҡы, түрә малайы. Теге егет тә уҡып бөтә алманы, шикелле. Аҙаҡ әсәһенән бер генә хат килде. “Эх, Сания, балаҡайым, беҙ һеҙгә шул тиклем ышанғайныҡ...” Әхәткә ышанған – ул алйот, ана, эшемде ҡырған һымаҡ, йоҡлап та китте. Магазинға кереп, аҙыҡ-түлек алғанда, сығып та торманы. Уға, беште ни ҙә, төштө ни. Сания кеҫәһендә аҡсаһын соҡой башлағайны, картаһының буш икәнлеген белә, ярай, ҡәйнәһе йомарт, мәшәҡәтләнмә, килен, тип түләп тә ҡуйҙы. Сания нисек ғәрләнеүен үҙе генә белә. Бына, Йәштәр урымына боролдолар. Ана – уларҙың өйө. Ҡаршыһында ниндәй машина тора ул?
Сания һиҫкәнде. Ул берәүҙе лә көтмәй, юҡҡа түгел был! Сания ипле генә итеп, таксиға туҡтарға ҡушты. Әхәте лә уянып китте:
– Ниңә туҡтайһың? Ана беҙҙең өй, дальше едем!
Туңбаш! Шуны ла аңламай, алда нимә көткәнен белмәй.
– Күрмәйһеңме ни, машина ултыра?
– Ултырһа ни? – тип ныҡыша ире. – Кемдән ҡурҡаһың? Минең менән ҡурҡма!
– Нисек ҡурҡмайһың? Әгәр банктан килһәләр?
Әле генә ҡупайып, эре генә сирттергән ир тыны сыҡҡан туп һымаҡ булды: башы эйелде, яурыбаштары төштө, кәүҙәһе һынды. Оятһыҙ! Сыҡмай ултыра бит әле! Шунда уҡ әсәй менән бисәнең арҡаһына йәшенде. Сания, тороп, иң тәүҙә сыҡты ла, ныҡ итеп тын алды, машинаға атланы.
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ:
"Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"