+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
4 Февраль 2021, 11:18

ҺИН ТҮГЕЛМЕ ИР ҠАТЫНЫ? Хикәйә Етенсе бүлек

Ирҙең бурысын нисек түләргә? Әхәтен нисек ҡотҡарарырға? Ҡәйнәһенә нисек ярарға? Мәктәптәге эшен һаҡлап ҡалырғамы? Ошо һорауҙар төнө буйы Санияны өҙгөләргә-йолҡҡоларға, һаташтырырға тейеш ине. Шул тиклем дә вайымһыҙ ҡатын булыр икән? Ике ятып, бер төшөнә инмәне. Эйе, нисек ятты, шулай йоҡлап та китте. Юҡ, йоҡлап ҡына ятманы, төнө буйы төш күрҙе. Шул тиклем рәхәтләнеп, күңеле булғансы, сабыйы менән уйнаны. Заманының үҙгәреүен әйт, ҡырҡты ҡыуғанда, тыумаған сабый менән уйнап йөрөүен әйт, уныһы, килеп илгәҙәк. Ауыҙарын ослайтып, көлөп, әсәһенә һыйынып килеүен әйт.


ҺИН ТҮГЕЛМЕ ИР ҠАТЫНЫ?


Хикәйә

Етенсе бүлек
Ирҙең бурысын нисек түләргә? Әхәтен нисек ҡотҡарарырға? Ҡәйнәһенә нисек ярарға? Мәктәптәге эшен һаҡлап ҡалырғамы? Ошо һорауҙар төнө буйы Санияны өҙгөләргә-йолҡҡоларға, һаташтырырға тейеш ине. Шул тиклем дә вайымһыҙ ҡатын булыр икән? Ике ятып, бер төшөнә инмәне. Эйе, нисек ятты, шулай йоҡлап та китте. Юҡ, йоҡлап ҡына ятманы, төнө буйы төш күрҙе. Шул тиклем рәхәтләнеп, күңеле булғансы, сабыйы менән уйнаны. Заманының үҙгәреүен әйт, ҡырҡты ҡыуғанда, тыумаған сабый менән уйнап йөрөүен әйт, уныһы, килеп илгәҙәк. Ауыҙарын ослайтып, көлөп, әсәһенә һыйынып килеүен әйт.
Белә төш икәнлеген Сания, төштән өндө генә айырырлыҡ йәштә. Тормош төш түгел, ул күпкә ҡатмарлыраҡ, мәкерлерәк һәм аяныслыраҡ. Ләкин ул тормош һәм уның бөтә матурлығы шунда. Ә ул сабый беләме икән, ысын тормошта үҙен нимә көткәнен? Бурыс түләү түгел, ҡомарлы уйында аҡсаһын ырғытып, ҙур отош көҫәгән сирле бәндә уның тыуыуын көтәме, әллә әсәһеме?
Уянды Сания, яҡтырыр-яҡтырмаҫ, килеп сыҡты, кисәге усаҡ һүнгән, Шатлыҡ өҫтөнән, аҡ таҫтамал һымаҡ, томан күтәрелә. Томан түгел, анализ өсөн бирелгән тест ҡулланмаһын алды, күҙен йомдо, файҙаланды ла, бер аҙ ултырҙы. Бер аҙҙан, күҙен асып ҡараһа, нимә булһын, шул инде, билдәле, ике һыҙат барлыҡҡа килде. Быныһы – беренсеһе, бына – икенсеһе. Сания, ошо һылтау менән, мәктәп директорын кисә өмөтләндерһә, ирен дә ышандырһа, аҡса таларға килгән бандиттарҙы өркөтөп ебәрһә лә, әле һаман ышанып бөтмәй. Был ике һыҙат кемдәрҙе генә ышандырманы һәм алдаманы. Шуға, табипҡа барып, уның һүҙен ишетмәйенсә, хатта УЗИ-ға ятмайынса, барыбер, ышанмаясаҡ, ә эстә, күңелдә, аңлатып бөтә алмаҫлыҡ рәхәтлек һәм тантана. Уның сабыйы буласаҡ!
Шул уҡ тантана мәктәпкә барып ингәндә лә оҙатып йөрөнө. ҡара әле, беренсе тапҡыр ауырға ҡалһа, тағы бер хәл. Һелкетә баҫып, атлап барыуҙарын күрсе. Мәктәптең оҙон, киң коридорҙарына килеп ингәс, барыһы ла белә, бөтәһе лә уға ҡарай, уның өсөн ҡыуана һымаҡ. Ниңә ҡыуанмаҫҡа, ти, оҙаҡламай, башҡорттар бер кешегә артасаҡ! Улар бер-береһенә бик ныҡ кәрәк. Ана бит, уҡытыу бүлеге мөдире, нисек ихлас йылмайып килеп, нимә тип өндәшә? Һеҙ бөгөн ҡайһылай матур күренәһегеҙ, Сания Хәмит ҡыҙы, тимәне. Юҡ, иртә таң менән, әсә булырға йөрөгән уҡытыусыға йылы һүҙҙәр тапманы:
– Фуат Сәлихович, контроль эш һөҙөмтәләре буйынса, һеҙҙән аңлатма яҙҙырыуҙы талап иткәйне, бөгөн иртән, аңлатма кәрәкмәй, тип мине туҡтатты. Яҙып тормаһағыҙ ҙа була.
– Шул ғынамы? – тине Сания битараф ҡына.
– Шул ғынамы, тип ни, – тине тегеһе, хатта ауыҙы һалынып төшкәндәй булды, – әллә һеҙ берәй награда көткәйнегеҙме?
– Мин үҙемде бүләктәр һәм наградалар көтөрлөк яҡындар иҫәбендә күрмәйем. Шуға шым ғына йөрөүгә өҫтөнлөк бирәм, – тип Сания уҡытыусылар бүлмәһенә үтеп китте.
Ана, коллегаларының береһе:
– Сания Хәмит ҡыҙы, һеҙ бөгөн ҡайһылай тантаналы һәм матур! – тине.
Ярай, шул да еткән. Уҡытыуы ҡайһылай еңел икән. Илһамланып, дәрестәрен аңлатып, көндөң үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
Коридорға ингәс тә, кемдең ҡайҙа барғанын аңдып, кәрәк булһа, саң һөртөп торған Ғәшүрә апай ҙа бөгөн яғымлыраҡ һымаҡ. Санияның күңелендә байрам икәнлеген белдеме икән, өр-яңы халат кейеп алған булған. Уҡыусылар ҙа бөгөн тыңлаусаныраҡ һәм тәртипле. Шым һәм тыныс тыңланылар дәрестәрен. Администрация әлегә өндәшмәй. Бәлки шулай булыуы яҡшыраҡтыр ҙа.
Шул ваҡыт хәтеренә келт итеп килеп төштө, беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһын ғүмер буйы аңлай алманы Сания. Буш, түләүһеҙ, тип маҡтанһалар ҙа, аҙым һайын аҡса һуралар. Ярай, табипта булыр, уныһы раҫлар, әлбиттә, УЗИ-ға барырға тәҡдим итәсәк. Түләүһеҙ булһа, бер нисә айҙан буласаҡ, аҡсаңды түләһәң, шунда уҡ индереп һаласаҡтар. Ә ҡайҙан Санияның аҡсаһы булһын инде? Супермаркеттан сыҡҡан һуңғы арбаны ҡәйнәһе түләне. Йәшәһен ҡәйнәм, тип ҡыуанырға ғына ҡала. Хәҙер, ҡайтып: “Хөрмәтле Әминә Закир ҡыҙы, шундай-шундай хәлдәмен. Һеҙҙең ейәнсәрегеҙме, ейәнегеҙме үҙенең барлығын, ультратулҡындар ярҙамында ла, раҫлаһын өсөн, шуныңса-шуныңса аҡса кәрәк”, – тип әтер. Әлбиттә, ҡәйнәнең шатлығы йөҙөнә сығасаҡ, ләкин уның, ундай эштәр беҙҙә түләүһеҙ түгелме ни, тип һорарға хаҡы бар. Әлбиттә, түләүһеҙ, ләкин ул – түләүле.
Ҡара әле, ҡәйнәһе һөйләнеп тә торманы, картаһын сығарҙы ла, кодын әйтте, ҡатта ҡолағына ғына: “Әхәтеңә күрһәтмә!” – тип бышылданы. Ана, уныһы, төнө буйы аҡса көрәгәнме ни! Көрәгән, ләкин еңелгән ҡиәфәт менән, бар донъяға битараф килеш, йоҡлап ята. Үҙенән, Азаматтың сумкаһы ҡайҙа, ҡомарлы уйындар менән мауыҡмай ғына йәшәй алмайһыңмы ни, тип һораусыһы юҡ.
Ҡабалан, Сания, автобусҡа утыҙ минут ҡалды! Тиҙерәк бул, дауаханаға барып ет, милләтте арттырыуға үҙ өлөшөңдө индер! Сығып барғанда, тупһала, күңелде ҡырған бәләкәй, тип әйтеп булмай инде, бер ым-ишара булды. Был хаҡта һеҙ ҙә белә инегеҙ. Ул кисә үк көтөлә ине, саҡ ҡына ҡырыныраҡ баҫҡайны, туфлийының ҡайышы, шарт итеп, өҙөлөп сыҡты. Йә инде, ултыр ҙа, ила. Һуңғыһы булмаһа, тағы бер хәл. Саниямы һуң инде, юғалып ҡала торған ҡатын, биш минут эсендә, өҫтөн алыштырҙы. Тиҙ генә спорт кейемен кейеп алды, ғүмерҙә кеймәгән спорт тапочкаһын тапты. Ярай, кеше күҙенә күренмәй генә, ҡасып-боҫоп йөрөмәһә лә, ярышҡа килгәйнем, тип аңлатыр.
Сания сумкаһын барлағанда, кисә һөйләшкән юристың, Рауил Ниғмәтйәновичтың, визиткаһы килеп сыҡты. “Ҡалаға килгәс тә, шылтыратығыҙ, минең һеҙгә тәҡдимем бар”, – тип бик ныҡ һорағайны. Әлбиттә, спорт кейемендә сит-ят ир менән осрашып йөрөү Санияны биҙәмәйәсәк, ләкин нимә тәҡдим итеүен тыңлағанда, ҡыҙыҡ булыр ине.
Бынау торған ҡалаға бер сәғәттә барып еттеләр. Аҡсаларын йомарлап, иң тәүҙә Азамат төшөп ҡалды. Машина алам, тигән изге маҡсаттары тормошҡа ашһын! Бына – табип, сират ҙур ғына.
Сания икеләнеп торманы, телефонын алды ла, шылтыратты. Рауил Ниғмәтйәнович ҡыуанып киткән һымаҡ булды һәм Санияның ҡайҙа икәнлеген асыҡлағас:
– Беҙҙән йыраҡ түгел, хәҙер килеп етәм, – тине.
Ысынлап та, ярты сәғәт тә үтмәне, төп-төҙ атлап, килеп тә инде. Дауахана алдындағы эскәмйәгә сығып ултырҙылар.
– Иң тәүҙә, кисәге инцидент өсөн мин һеҙҙән ғәфү үтәнәм, – тип башланы һүҙен юрист, – һеҙҙең тәүәккәллек, Сания ханым, эште ҙурға ебәрмәҫкә мөмкинлек бирҙе. Беҙҙең халыҡ шулай шул, ирҙәр бигерәк аяуһыҙ. Аҡса тиһәң, ауырлы ҡатындарҙы ла аяп тормайҙар.
– Йәгеҙ, уралтып-суралтып тормағыҙ, мин йомошоғоҙҙо тыңлайым, – тине Сания, – сиратым етеп ҡуйыр.
– Беҙҙең банк үҙенең аҡсаы клиенттарының ҡайһы бер сетерекле теләктәрен дә үтәүҙе үҙ өҫтөнә ала.
– Артабан? – тип ныҡышты Сания.
– Ҡыҫҡаһы, былай: беҙҙең бер клиент ғаиләһе бала табыуҙан мәхрүм. Улар белгән, һаулығы дөйөм талаптарға яуап биргән һәм, нисегерәк әйтергә, аҡсаға мохтажлыҡ кисергән, дөрөҫ йәшәү рәүеше алып барған ҡатындан бала һатып алырға теләй.
– Дөрөҫ йәшәү рәүеше? – тип көлөмһөрәне Сания. – Һеҙ дөрөҫ мөрәжәғәт иткәнһегеҙ. Мин эсмәйем, тартмайым, аҙып-туҙып йөрөмәйем, баштан-аяҡ бурыслымын.
– Эйе, эйе, беҙгә тап шундай әсә кәрәк!
– Ә хаҡы күпме? – тип уйынды дауам итте Сания.
– Хаҡы – килешеү буйынса. – тине, ҡаты ғына итеп, юрист, Санияның уйынлы-ысынлы һөйләнеүен аңлай алмай. – Ә һеҙгә күпме кәрәк һуң?
Санияға күпме кәрәк һуң әле? Әхәттең бурыстары – миллион ярымдыр, яңы ғына ҡайышы өҙөлгән туфлиға алмаш – кәрәк, әле булһа, Төркиәлә лә, Мысырҙа ла, Туниста ла ял иткәндәре юҡ, шунда барып, ял итергә – кәрәк, яңы автомобиль – кәрәк, Әхәткә, ҡомарлы нәфсеһен ҡандырыр өсөн, йәшерен отошло уйындар ойоштороп, уның һымаҡ алйоттарҙы бөлдөрөр өсөн, аҡса – кәрәк. Заманында әсәһе ҡайһылай аҡыллы булған икән! Мал-мөлкәткә, аҡсаға ҡағылышлы, ниндәй генә һүҙ сыҡһа ла, ҡуйығыҙ, балалар, күп тә бөтә, әҙ ҙә етә, ти торғайны.
– Әгәр тартынһағыҙ, мин һеҙгә хаҡын үҙем тәҡдим итәм. Миллион ярым һеҙҙе ҡәнәғәтләндерәме?
– Һеҙ нимә, Рауил Ниғмәтйәнович, – тине Сания, – миллион ярым ғына тиһегеҙме? Был – минең икенсе сабыйым. Тимәк, иң кәмендә уның өсөн ярты миллион әсәлек капиталы аласаҡмын, пособиелар ҙа киләсәк, декрет аҡсаһы. Хөкүмәт мине ҡарай. Ә һеҙ миллион ярым, тип тораһығыҙ.
– Ярай, хаҡығыҙҙы әйтегеҙ һуң, – тине юрист, үҙе лә ҡомарланып.
– Минең баламдың хаҡы бик ҙур. Шуға күрә, ул – һатылмай! – тип Сания, тороп баҫты ла, еңел генә атлап, дауаханаға инеп китте.
Ярай инеп китте, сираты ла еткән икән.
– Иҫәпкә тороғоҙ: һеҙ беренсе тапҡыр әсә булырға йыйынмайһығыҙ, – тине табип, – әле кеше әҙҙер, УЗИ-ға инеп сығығыҙ.
– УЗИ түләүлеме икән? – тип асыҡларға тырышты Сания.
– Белмәйем, уныһы беҙҙең эш түгел. Түләүһеҙ булһа, киләһе айға, түләүле булһа, хәҙер үк икәнлеген беләм, – тине табип, ҡарашын ситкә алып, үҙ алдына һөйләнгән һымаҡ ҡына.
УЗИ аппаратын күңелсәк кенә бер апай хеҙмәтләндерә икән. Санияны үҙенең күптәнге танышы һымаҡ ҡабул итте. Шулай инде, түләүһеҙ инһәң, этеп-төртөп, ашыҡ-бошоҡ ҡарайҙар, ә инде үҙ иҫәбеңә булһа, әлбиттә, һин – иң ҡәҙерле ҡунаҡ: әйҙүкләп, ҡаршыларҙар, өрмәгән ергә ултыртмаҫтар, ап-аҡ япма өҫтөнә ятҡырырҙар. Ана бит, апайың, ниндәй күңелле итеп, бойороҡтар биреп ултыра:
– Рәхим итегеҙ, саҡ ҡына тын алығыҙ, тын алмағыҙ, рәхим итегеҙ, тын алығыҙ.
Артығын түләгәндәрме ни, апайҙың йөҙө яҡтырып китте, тауыштары сағыуланып:
– Оһо, күрәһеңме, баҫтырышып йөрөйҙәр! Был аҙнала булғаны юҡ ине, – тине.
– Нимә булғаны юҡ ине? – тине Сания?
– Саҡ ҡына борол әле, күрәһеңме, бына – берәүһе, бына – икенсеһе.
– Был нимә аңлата?
– Һаман төшөнмәй. Нимә аңлата? Игеҙәктәр!
Игеҙәктәр. Сания әллә осоп китте, әллә урынында талпынды ғына... Игеҙәктәр. Ҡатындың аңына саҡ барып етте. Тимәк, икәү буласаҡ.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: