+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
4 Февраль 2021, 23:00

ҺИН ТҮГЕЛМЕ ИР ҠАТЫНЫ? Хикәйә Һигеҙенсе бүлек

Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте киң инде – берәүҙе көтә ине, икәүҙе килтереп тотторҙо. Берәү менән икәү араһындағы айырманы белә ҡатын: мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы Сәүиә апай, берәү – әҙ, икәү – күп, тип өйрәтә торғайны. Әхирәте Гөлназ нимә алһа ла һәр ваҡыт икене ала. Ниңә икене алаһың, тиһәң, береһе миңә, береһе һиңә, тип һатып алырға мәжбүр итә. Баяғы эскәмйәгә сығып ултырҙы Сания. Кем әйтмешләй, ваҡиғаны эшкәртергә лә кәрәк бит әле. Эргәһенән генә баяғы юрист Рауил Ниғмәтйәнович үтеп бара ине. Санияны күреп ҡалды ла хәл белешергә эргәһенә килгән булды. Һиҙеп тора Сания: аңдып йөрөй. – Хәлдәр нисек, ханым? – тип һүҙҙе алыҫтан башланы юрист. – Бер яҡтан ҡараһаң, насар, икенсе яҡтан ҡараһаң – ифрат шәп һымаҡ. – Был һүҙҙәрегеҙҙе, Сания ханым, нисек аңларға? – Нисек теләйһегеҙ, шулай аңлағыҙ. Мин бөгөн байып сыҡтым.


ҺИН ТҮГЕЛМЕ ИР ҠАТЫНЫ?


Хикәйә

Һигеҙенсе бүлек

Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте киң инде – берәүҙе көтә ине, икәүҙе килтереп тотторҙо. Берәү менән икәү араһындағы айырманы белә ҡатын: мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы Сәүиә апай, берәү – әҙ, икәү – күп, тип өйрәтә торғайны. Әхирәте Гөлназ нимә алһа ла һәр ваҡыт икене ала. Ниңә икене алаһың, тиһәң, береһе миңә, береһе һиңә, тип һатып алырға мәжбүр итә.

Баяғы эскәмйәгә сығып ултырҙы Сания. Кем әйтмешләй, ваҡиғаны эшкәртергә лә кәрәк бит әле. Эргәһенән генә баяғы юрист Рауил Ниғмәтйәнович үтеп бара ине. Санияны күреп ҡалды ла хәл белешергә эргәһенә килгән булды. Һиҙеп тора Сания: аңдып йөрөй.

– Хәлдәр нисек, ханым? – тип һүҙҙе алыҫтан башланы юрист.

– Бер яҡтан ҡараһаң, насар, икенсе яҡтан ҡараһаң – ифрат шәп һымаҡ.

– Был һүҙҙәрегеҙҙе, Сания ханым, нисек аңларға?

– Нисек теләйһегеҙ, шулай аңлағыҙ. Мин бөгөн байып сыҡтым.

– Нисек байынығыҙ?

– Бик анһат ҡына. Һеҙҙең проектҡа нигеҙләнһәк, минең йөрәгем аҫтында 3 миллион һумлыҡ хазина бер-береһе менән ҡыуышып уйнап йөрөй.

– 3 миллион һумлыҡ?! Ысынлапмы? Тимәк, игеҙәктәр?

– Әллә арзаныраҡ әйттемме? – тип борсолған булып шаяртты Сания.

– Ҡап яртыһына хаталандығыҙ. Игеҙәктәр ике тапҡыр ҡиммәт.

– Тимәк, күпме була инде ул?

– Икеһенә кәмендә 6 миллион.

– Оһо, мин ысынлап та байыным да инде! Ул байлыҡ менән нимә эшләрмен икән? Үҙ ғүмеремдә 50-60 меңдән артыҡ аҡса тотҡаным булманы.

– Нисек улай? – тип һаман ҡыҙыҡһына тегеһе.

– Шулай тура килде. Ҡара көнгә тип 60 мең аҡса йыйған булғайным, уныһын да юғалтып ҡуйҙым.

– Мин һеҙҙе бик тиҙ байыта алам, Сания ханым. Хәҙер үк аванс сифатында 200 мең һум тотторам. Уныһы берәү өсөн. Әгәр икеһен дә бирһәгеҙ, 400 мең һеҙҙеке.

400 мең һум!.. Санияның тыны ҡыҫылды. Ҡалай тормош тыумаған сабыйҙарға ла аяуһыҙ. Ниндәй аҡыл, ниндәй оятһыҙлыҡ сабыйҙар ғүмере менән сауҙа итеп, кешеләрҙе байыуға этәрә?! Баш етерлек түгел. Хәҙер өйөнә ҡайтырға кәрәк. Ҡәйнәһе, әлбиттә, ҡыуанысын йәшермәҫ. Ә Әхәте нимә тиер икән?

– Улайһа, әйтегеҙ, һеҙгә күпме аҡса кәрәк? – юристың һөйләнеүенән Сания иҫенә килде.

– Һеҙ мине шулай ҙа балаһын һатып китерлек ҡатынға оҡшатаһығыҙмы? Башҡорттарҙа ундай ҡатындар юҡ. Һәр хәлдә кемдәр һаталыр, белмәйем. Ләкин мин милләтемә тап төшөрөргә теләмәйем. Минең өсөн бала һатыу – ул оятһыҙлыҡ ҡына түгел, енәйәт. Рауил Ниғмәтйәнович, үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ. Мин сабыйымды нисек итеп һеҙгә һатып ебәрәйем?

– Уныһын үҙегеҙ ҡарағыҙ, – тине һалҡын тауыш менән юрист. – Һеҙгә аҡса кәрәк булғас, ярҙам итергә генә теләгәйнем.

– Ярҙам улай булмай, – тине Сания. – Һеҙ минең ауыр хәлдән файҙаланырға теләйһегеҙ.

– Бәлки, һеҙ хаҡын арттырырға теләйһегеҙҙер?

– Юҡ, бында һатыулашыу урынһыҙ. Әгәр мөмкин булһа, бындай әҙәпһеҙ тәҡдим менән башҡа мине борсомағыҙ. Эйе, мин ауыр хәлдә. Ләкин мин әле иҫән-һау, эшем бар. Бындай хәлдән нисек булһа ла сығырмын тип өмөт итәм. Үтенеп һорайым, башҡа минең күҙемә күренмәгеҙ. Шунан һуң, киҫәтеп ҡуям, коллекторҙарығыҙ килеп йөрөмәһен. Әгәр тағы килһәләр, мин уларҙың банк етәкселәренә мөрәжәғәт итәсәкмен.

– Ҡарарбыҙ, ҡарарбыҙ, – тип, Рауил Ниғмәтйәнович әллә янаны, әллә һығымта яһаны.

Сания, Шатлыҡҡа ҡайтып еткәс, туҡталыштан аҡрын ғына өйө яғына атланы. Анау үрге урамда бер табип ғаиләһе йәшәй. Шуларҙың ҡушарлы балалар арбаһы бар ине. Бәлки, һатырҙар. Әҙерләнә башларға ла кәрәктер. Иҫенә төштө: сабый тыумайынса алдан әйбер алырға ярамай шикелле. Ике сабыйҙы ҡарауҙың да үҙенсәлектәре барҙыр. Ярай, Интернеттан ҡарар, табыр, өйрәнер.

Өй эргәһенә яҡынайғайны, ят машина ултырғанын күрҙе. Был коллекторҙары килеп тә еткән, ахырыһы. Ихатанан, күңелле йылмайып, ҡустыһы Азамат килеп сыҡты.

– Әллә тағы килделәрме?

– Кемдәрҙе һорайһың, апай?

– Теге кисәге бандиттар. Бынау машина кемдеке?

– Ә, минеке ул, апай. Тест-драйв үтергә бирҙеләр.

– О-о, машинаң ҡотло булһын.

– Ашыҡма, апай, оҡшаманы машиналары, кире илтеп бирәм.

– Нимәһе оҡшаманы?

– Салоны тар, үҙе бигерәк көсһөҙ. Миңә ҡеүәтлерәк машина кәрәк. Аҡсаһы булһа, табылыр әле.

– Ә күпме аҡсаң бар һуң?

– Миллиондан артыҡ инде.

– Бай икәнһең, ҡустым. Аҡсаңдың ҡәҙерен бел.

– Иртәгә эшкә ҡуҙғалам, – тине Азамат. – Ике айға. Апай, әгәр аҡсаны һиңә ҡалдырып торһам, нисек булыр икән?

– Кисә үҙең күрҙең бир, Әхәт, аҡса күрһә, ҡомарлы уйындарға ашыға. Кисә, ана, аҡсаны эләктереү менән ҡасты.

– Һин уның менән нисек йәшәйһең, апай? Ниңә ҡыуып сығармайһың?

– Беҙ былтыр уҡ айырылыштыҡ. Ҡыуалап та ҡарайым, кире килеп инә, ҡотолор әмәл юҡ. Әллә үҙе менән һөйләшеп ҡарайһыңмы?

– Белмәйем, апай, белмәйем. Был бәндә һөйләшеп кенә ипкә килерлеккә оҡшамаған. Бәлки, ҡурҡытып ҡарарға кәрәктер.

– Аҡсаңды банкҡа ҡалдыр.

– Уларға ла ышаныс юҡ, – тине Азамат. – Ала алмай йөрөрһөң. Ана бит кисә нимәләр ҡыландылар.

Ҡәйнәһе, ҙур яңылыҡ көткән һымаҡ, киленен сығып уҡ ҡаршы алды. Өндәшмәй Сания, түҙә. Көтһөндәр. Түҙгәнгә – түш ите. Ваҡыты еткәс, әйтер. Ҡабаланмай ғына тауыҡ һалды, аш бешерҙе. Ул арала булмай ҡаланан Азамат та урап ҡайтты. Аҡсалы кешенең эше башҡа инде, таксиҙа ғына елдерә.

Сания, әллә берәй ярты асайыммы икән, тип уйлағайны, ниәтенән баш тартты. Эсмәйенсә лә аңларҙар.

– Йә, килен, ниндәй яңылыҡтар бар? – тине ҡәйнәһе, һаман көтә.

– Бөтәһе лә яҡшы, ҡәйнәм, – тине килене. – Яҡшы ғына түгел, бик яҡшы, бик яҡшы ғына ла түгел, хатта бик-бик яҡшы.

– О-о, бик-бик яҡшы!? Мин дөрөҫ аңланыммы? – тине ҡәйнәһе.

– Дөрөҫ аңлағанһығыҙ, ҡәйнәм. Әлдә һеҙ бар. Яҙған булһа, ҡәйнәм, бик-бик яҡшыны ла бергә күтәрербеҙ.

– Әлбиттә, әлбиттә, – тип, маҡтауҙан иреп китте ҡәйнәһе. – Һин үҙең маладис, килен. Шундай шарттарҙа ла үҙеңде лайыҡлы ҡатын итеп тота беләһең.

– Рәхмәт, ҡәйнәм. Мин һинән өйрәнәм.

– Йә, улайһа, минең һүҙҙәремде, килен, раҫлап ҡуй инде.

– Нисегерәк әйтергә икән? Бөгөн ваҡыт булһа, анау үрге урамдағы табипҡа барып килергә ине. Игеҙәктәренән ҡалған ҡуш арбаларын һатып ебәрмәнеләр микән?

– Ә ниңә ҡуш арба? – Әхәттең ҡолағы ҡарпайҙы. Ә ҡыҙы шунда уҡ аңлап ҡалды:

– Тимәк, әсәй, игеҙәктәр көтәһең?

– Игеҙәктәр?.. – Әхәттең ҡулынан ҡалағы төшөп китте. – Берәүгә 500 һум аҡса була, тип ризалаттығыҙ. Ә икәүгә нимә, ҡаластың йомроһомо? Юҡ, мин риза түгел.

– Һин нимә һөйләйһең, улым? – Ҡәйнәһе ярһып китте. – Игелекһеҙ, ауыҙыңды үлсәп ас!

– Юҡ, барһын, ҡотолһон, таҙарттырһын!

– Нисек таҙарттырһын, тапһын, һеҙгә күсеп киләм, үҙем ҡарашам.

Әхәт ашын этеп ебәрҙе, тәрилкәһе ауып, ярты ашы өҫтәлгә түгелде. Хатта оятһыҙ итеп һүгенде. Табындың рәте китте.

– Нимә эшләйһең һин , улым? – тип инәлде әсәһе. – Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа. Юҡты һөйләмә, киленде ҡара, ҡатыныңа һаулыҡ телә.

Әхәт ябырылып Сания эргәһенә килде.

– Әйт, үҙең нимә уйлайһың?

– Беҙҙең өсөн борсолма, – тине Сания ҡаты итеп. – Хәҙер үк сығып китә алаһың . Мин балаларҙы үҫтерәсәкмен. Әхәт, үҙеңде ҡара. Беҙ һиңә ауырлыҡ тыуҙырмабыҙ.

– Дөрөҫ әйтәһең, килен, – тине ҡәйнәһе. – Һин бер үҙең түгел. Әхәткә бер ышаныс та юҡ. Аҡылы булһа, 10 мең һумлыҡ вазаны 1000 тәңкәгә һатып китәме ни? Өйҙән әйберҙәре урлап һата башланы.

– Өйрәтмәгеҙ мине, – тип ҡысҡырҙы Әхәт. – Бына күп итеп аҡса отһам, минән һорап йөрөрһөгөҙ әле.

– Аҡылы бар кеше миллион һум кредит алып, отошҡа һаламы ни? – тип зарланды әсәһе. Сания ғәжәпкә ҡалды: ҡәйнәһе улының нимә ҡыланғанын белә икән. Асыуынан шартларҙай булған Әхәт сығып уҡ китте. Арлы-бирле сәй эстеләр ҙә өҫтәл артынан торҙолар. Әминә Закир ҡыҙы, улын эҙләп, тышҡа сыҡты. Өй эсендә телевизор ҡарап Азамат ултыра, Сания өҫтәл йыйыштыра.

– Апай, мин һине белмәгәнмен икән, – тине Азамат. – Сабыйҙарың өсөн ҡарсығалай алышыуың оҡшаны. Эх, миңә лә шундай ҡатын эләкһә ине, тип теләнем. Бына, апай, бынау аҡсаны ал, йыйыштырып ҡуй, һиңә ҡалдырам. Сабый көтәһегеҙ, минән бер ярҙам булһын.

– Рәхмәт инде, ҡустым. Ҙур рәхмәт! Аяғыма туфли алырлыҡ та аҡсам ҡалмағайны.

Сания илап уҡ ебәрҙе.

– Тик нисек ҡайтарырмын икән бурысымды?

– Ҡайтарған тиклем ҡайтарырһың, ҡайтара алмағанын Хоҙай ярлыҡар. Себерҙә нефть бөтмәһә, беҙ бөлмәбеҙ. Был аҡсаны бер йылда эшләйем мин, апай. Һеҙгә күптән ярҙам итергә теләй инем, бына яйы ла сыҡты.

Сания, тиҙ генә аҡсаны алып, өлөштәргә бүлде лә әлегә бер нисә урынға йәшереп ҡуйҙы.

– Аҡсаны нишләтергә уйлайһың, апай? – тип ҡыҙыҡһынды ҡустыһы. – Бәлки, ҡоҙағыйҙы, ҡыҙыңды алып, берәй яҡҡа барып ял итеп ҡайтырһың?

– Эй, туғанҡайым, ял ҡайғыһымы һуң инде? Бирәсәгебеҙ баштан ашҡан. Әхәттең банкҡа миллиондан ашыу бурысы бар. Хәҙер шулар ҡаңғыртасаҡ.

– Апай, мин һине аңламайым. Һин был ыштанһыҙ иреңде ниңә һаман ҡайғыртаһың?

– Һуң, нишләйем, ҡустым, мин бит ир ҡатыны. Нимә генә булмаһын, мин уны ҡарарға бурыслы. Ҡәйнәмдең хаҡы ла бар бит. Аллаға шөкөр, ярҙамынан өҙгәне юҡ.

Шул ваҡыт ишек асылып китте, һәм ҡалтыранып ҡәйнәһе килеп инде.

– Әхәт... Әхәт! – тип ымлап, тауыҡ кетәге яғына күрһәтте...


------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: