-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Февраль 2021, 15:20

БУРАНСЫ. Тормош күренеше

Телефонымдан ағылған дәртле генә көй ыңғайына, тиҙлекте арттыра төштөм. Әсәй төшкө аш әҙерләүгә, ҡайтып өлгөрөргә кәрәк. 200 саҡрым самаһы араны уны, бер ынтылыуҙа, үтәбеҙ. Ярай әле, ҡар ҡалын түгел, тәгәрмәстәргә, көрт йырырға тура килмәй. Тимер тештәре һирәгерәк, шулай ҙа, тарта малҡай, ана бит, акселераторға нығыраҡ баҫыуың була, моторлы кәмә һымаҡ, ҡапыл алға елә жигули. Рулде борһаң, әлеге, көймә шикелле, яй ғына йүнәлешен үҙгәртә. Ҡар матур! Ҡышҡы миҙгел, тәжрибәңде арттырыу өсөн, иң ҡулайы. Анауы, оҫталыҡ дәрестәрендә, интернетта, йәш ҡарлы юлда нисек йөрөргә, тигән темаға тапшырыуҙарҙы күп ҡараным. Минең, алғы тәгәрмәстәре һөйрәгән “Мышар”ҙа, һәр ваҡыт газға баҫырға кәрәк. Артты алып киттеме, газға баҫ. Оһо! Һөйрәй! Еңел шул, 1,6 кубигы ла бар. Алда – бейек, үркәсле-үркәсле тауҙар теҙмәһе. Был тауға менеп етһәң, аръяғына яҫы тигеҙлек башлана. Йыланға оҡшатам мин был юлды: тегеләй бара, былай бара. Үҙе матур, үҙе хәтәр. Саҡ ҡына иғтибарһыҙлыҡ күрһәттеңме, йылан-юл үҙенең мәкерле ғәмәлен ҡылырға ла өлгөрә.

БУРАНСЫ
Тормош күренеше
Телефонымдан ағылған дәртле генә көй ыңғайына, тиҙлекте арттыра төштөм. Әсәй төшкө аш әҙерләүгә, ҡайтып өлгөрөргә кәрәк. 200 саҡрым самаһы араны уны, бер ынтылыуҙа, үтәбеҙ! Ярай әле, ҡар ҡалын түгел, тәгәрмәстәргә, көрт йырырға тура килмәй. Тимер тештәре һирәгерәк, шулай ҙа, тарта малҡай, ана бит, акселераторға нығыраҡ баҫыуым була, моторлы кәмә һымаҡ, ҡапыл алға елә жигули. Рулде борһаң, әлеге, көймә шикелле, яй ғына йүнәлешен үҙгәртә. Ҡышҡы миҙгел, тәжрибәңде арттырыу өсөн ҡулай. Анауы, оҫталыҡ дәрестәрендә, интернетта, йәш ҡарлы юлда нисек йөрөргә, тигән темаға тапшырыуҙарҙы күп ҡараным. Минең, алғы тәгәрмәстәре һөйрәгән “Мышар”ҙа, һәр ваҡыт газға баҫырға кәрәк. Арты ҡырын киттеме, газға баҫ!
Оһо! Һөйрәй! Алда – бейек, үркәсле-үркәсле тауҙар теҙмәһе. Был тауға менеп етһәң, аръяғына яҫы тигеҙлек башлана. Йыланға оҡшатам мин был юлды: тегеләй бара, былай бара. Үҙе матур, үҙе хәтәр. Саҡ ҡына иғтибарһыҙлыҡ күрһәттеңме, йылан-юл үҙенең мәкерле ғәмәлен ҡылырға ла өлгөрә.
Миңә юл бәләләре бөгөн ҡурҡыныс түгел: иртәлеккә, иртә, ләкин ҡаты итеп ҡәһүә эскәнмен, йоҡлатмаҫ. Ҡар яуып үткән ул үтеүгә, ә мин ул ҡарлы юлға нисек яраҡлашырға кәрәк икәнен беләм. Ә тирә-яҡ - әкиәт инде, күрә белһәң. Йәл, ҡатыным менән ҡыҙым да эргәмдә түгел, бынауындай матурлыҡты күреп, һуштары китер ине. Хәләлем, хәйерле юл теләп, каникулда ҡәйнәм эргәһендә ҡалды. Ҡыҙым, әле сабый ғына, кисә төндә нисек йоҡлап киткән, шулай йоҡлайҙыр әле...
Иң ҡурҡҡан тау серпантины артта ҡалды. Ҡара әле, машина ҡыҙманы ла. Һин дә мин елә генә. Хәҙер, берәй сәғәт тау юлынан барһам, теге яҡта туп-тура юл, тиҙҙән көн дә яҡтырыр. Бынауы, ҡар тағы яуа башланы. Туҡтармы икән? Ҡаршыға ғына яуа, күҙгә генә. Водителдәр нисек йөрөй икән бындай мәлдәрҙә? Ә, бына икән, йәш эҙ ҡалдырып, нимә бара, тиһәм, “Газель” бит! Тентлы. Яй ҙа бармай, тиҙлеген әллә ни шәп, тип тә әйтерлек түгел, уның ҡарауы, артынан буран ҡалҡа инде, шуға уның алдындағы юл насар күренә. Был бурансы-буран батшаһын үтеп булырмы, юҡмы? Етмәһә, боролош артынан, боролош, үр ҙә һөҙәк, күпер ҙә, туҡталыш осрап тик килә. Йырсылар районы - шул инде.
Бына – Ҡарағайлы ауылы артта ҡалды. Ошо ауылдан, кем әле, бер танышым инстиутта уҡығайны, шикелле. Ә, Айрат, күрше бүлмәләге егет. Ул ҡайҙарҙа йөрөйҙөр хәҙер? Социаль селтәрҙә күренеп ҡала, ҡалыуға...
Әһә, үргә ҡарай тигеҙ урынға еттек, “Газель” әҙерәк яйлаңҡыраны. Юҡ, мине үткәрәм, тимәй, үргә йүнләп тарта алмай, шикелле. Ә мин 4-се тиҙлектә уны еңел генә үтеп киттем. Ҡара, үҙең юл ярып барһаң, ҡыҙыҡ икән. Яңы ғына боролған ҡаймаҡ өҫтөнән ҡалағыңды йөрөткән һымағыраҡ. Көҙгөнән артҡа ҡарап алғайным, шул күренә: хәҙер мин – бурансы! Иркенек, хөрриәт! Машинам йылы, музыка уйнай, тағы нимә кәрәк? Бер нәмә лә. Үргә менеп еттем дә, юл уңғараҡ тартты, 5-сегә һалдым. Алда – тип тигеҙ юл төҫмөрләнә. Хәҙер, хәҙер машинам, елдән етеҙ елеп, түбәнгә осор. Ҡапыл юл сайҡалып киткәндәй тойолдо. Хас та, уны кемдер, бер яҡ осонан тотоп, балаҫ ҡаҡҡан һымаҡ, ҡаға башланы. Юлды турайтығыҙ! Туҡта, туҡта, малҡай, тызанламай тор, сығанлама. “Мышар”ҙың арты һул яҡҡа кәйелә башлаған икән. Мин, татлы йоҡомдан айнып киткәндәй булдым, рулде һулға бороп, корпусты, юлға бер мәлгә турайттым, тик тәртәгә һыймаған тай һымаҡ, “Мышар” артын хәҙер инде икенсе яҡҡа ҡыйышайтты. Юҡ, әле ныҡ түгел, газға баҫып, тағы турайтырға булалыр. Тып-тын, яҙылмаған дәфтәр бите һымаҡ тигеҙ юлда шулай сатай-ботай "һүрәт" эшләй-эшләй киләм. Йәшәү менән үлем сигендәге һуңғы ижад өлгөһө булыуға дәғүә иткән картинамды. Ғәфү итегеҙ, һүгенергә лә ваҡыт юҡ, исмаһам. Бер генә һүҙ мейелә өйрөлә: эҙләгәнемде таптым! Коробкамдың болғауысын 5-сенән 4-се тиҙлеккә күсереп, газға баҫа-баҫа, рулде борғолайым әле. Бәхетемә, “бәүелсәк тотоу” тип аталған бик мәкерле афәттән имен-аман сыға алдым. Юл ситенә туҡтаным. “Аварийка”ны тоҡандырҙым. Ҡулдарым ҡатҡан. Музыка... Шайтан алғыры, музыка! Ҡайҙа уйнай ул? Телефон иҙәндә, алғы пассажир яғында икән. Уны алып, экранын һөрткөләгән арала, баяғы, бер-ике минут элек кенә осратҡан “Газель”, артынан буран уйнатып, елеп үтте. Туҡтаманы ла. Барһын әйҙә, юлдары хәйерле булһын! Бурансы булыу миңә түгел, уға нығыраҡ килешәлер, моғайын. Бынан ары ҡар-буранда ҡыуыу бөттө! Әҙ генә тын алайым да, яйлап, юлымды дауам итәйем. Бөгөн тыуған ауылда, атай менән әсәй эргәһендә йоҡлаһам, иртәгә Урал тауҙары аша Өфөгә юлланырмын. Ҡабаланмайым әле.
Илгиз Ишбулатов
------------------------
Дуҫтар! Беҙҙең материалдарҙы көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: