-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Февраль 2021, 11:43

ҺИН ТҮГЕЛМЕ ИР ҠАТЫНЫ? Хикәйә Туғыҙынсы бүлек

Һөрлөгә-һөрлөгә, йүгерешеп, урамға сыҡтылар. Кетәк эсендә тауыҡтарҙың ҡытҡылдашҡаны, әтәстең асыулы ауаздары яңғыраны. Йүгерешеп, килеп ҡараһалар, нәҙек кенә арҡан тотҡан Әхәт урҙаға элмәк яһап булаша.


ҺИН ТҮГЕЛМЕ ИР ҠАТЫНЫ?


Хикәйә

Туғыҙынсы бүлек
Һөрлөгә-һөрлөгә, йүгерешеп, урамға сыҡтылар. Кетәк эсендә тауыҡтарҙың ҡытҡылдашҡаны, әтәстең асыулы ауаздары яңғыраны. Йүгерешеп, килеп ҡараһалар, нәҙек кенә арҡан тотҡан Әхәт урҙаға элмәк яһап булаша.
– Иғтибар итмәгеҙ! – тип ҡул һелтәне Сания, көлә-көлә. – Борсолмағыҙ! Яҡты донъяны ҡалдырам, тигән кеше һөрән һалып йөрөмәй, шым ғына, үҙ эшен башҡара ла ҡуя.
– Килен, ниңә улай тип әйтәһең? – тип иламһыраны ҡәйнәһе.
– Нимә тип әйтәйем инде, ҡәйнәм? Ҡыҙымды әйтәм, бәләкәсемде, Әнисәм магазиға барһа, үҙенә оҡшаған әйберҙе алдырам, тип илап йонсота торғайны. Был да шуның һымаҡ инде. Ҡайҙа өрлөккә үреләһең? Емереп төшөрөргә итәһеңме? Былай ҙа, саҡ тора.
Әхәт, ҡағына-ҡағына, кетәктән килеп сыҡты, тегеләй үтте, былай үтте, Сания, аптырағас, иренә мең тәңкә аҡса тотторҙо:
– Һинән, барыбер, ҡотолоп булмаҫ, мә, мең тәңкә, отоп-отолоп, күңелеңде баҫып кил.
Тегеһе, ҡомһоҙланып, аҡсаны эләктерҙе һәм ҡайҙалыр юҡ булды.
Йә, Сания, күңелең булдымы? Күптәнге хыялың тормошҡа ашты. Хәҙер барлыҡ мөмкинлектәр ҙә һинең ҡулыңда. Күп тә үтмәҫ, һин өс баланың әсәһе буласаҡһың. Төнө буйы боршаңлап, йоҡлай алмай сыҡты, таңға ҡарай ғына ойоп киткән. Телефоны шылтырауға, уянып китһә, эшкә барырға ваҡыт етеп килә. Аһ, Азаматты ашатып ебәрергә кәрәк тәһә. Бүлмәһенең ишеген шаҡыһа, ҡустыһы күптән сығып киткән икән, сәй ҙә эсерә алманы.
Ҡуй инде, беҙҙең халыҡты, таш аҫтында йылан көйшәгәнен дә белерҙәр һәм ишетерҙәр. Аяғына, көс-хәл менән йүнәтеп, эшкә барып инеүенә, шул асыҡланды, бик һирәктәр генә уның хәҙерге хәлен белмәй икән. Хатта уҡытыу буйынса мөдир ҙә бөгөн иғтибарлы һәм йылы ҡарағандай тойолдо. Тиҙерәк дәрестәрен бөтөрҙө лә, Әнисәһен эйәртеп, ҡалаға китте. Ҡыҙына кейем-һалым алдылар, үҙен дә онотманы. Тәүәккәлләп, банкҡа барып етте, иренең күпме бурыслы икәнлен асыҡланы. Әхәт, ысынлап та, ҡомарлы уйындар менән мауыға икән. Бурыс өҫтөнә – бурыс.
– Яҡын арала бурысты түләү мәсьәләһен хәл итәсәкбеҙ, – тине Сания. Үҙе күреп тора, ҡомағай банк хеҙмәткәрҙәре уның бер һүҙенә лә ышанмай. Ҡарарбыҙ, йәнәһе, нисек түләрһең икән, тип шик менән ҡарайҙар. Азамат ҡалдырған аҡсаны түләргә тура килер. Тәүҙә түләү мәсьәләһен көйләргә, бер ыңғай, аҡса индереп, бурысты мөмкин тиклем кәметеүгә өлгәшергә. Ошо хаҡта кис сәй эскәндә ҡәйнәһе менән дә һөйләштеләр.
– Аҡса ҡайҙан алырбыҙ икән, килен? –тип иламһыраны ҡәйнәһе.
– Һиңә, ҡәйнәм, бында күсеп килергә тура килер, – тине Сания, – беҙҙең башҡа юлыбыҙ юҡ.
– Әллә минең фатирҙы һатабыҙмы? – тип юғалып ҡалды ҡәйнәһе. – Мин уны Әнисә ҡыҙыма инселәгәйнем. Бәлки берәүлегә алыштырырбыҙ?
– Юҡ, ҡәйнәм, бәлки һатмайынса ла, хәлде көйләрбеҙ? Әлегә һинең фатирҙы арендаға биреп торайыҡ. Аренданан килгән аҡсаны банкҡа түләп барырбыҙ.
– Улайтып, нисек аҡса еткерәбеҙ, килен? Уда бит бурысы миллиондан ашыу?
– Миллион ике йөҙ мең, – тине Сания, – эйе, миллион ике йөҙ мең һум. Мин миллион самаһы табам, ҡәйнәм, аҡсам бар, тип иҫәплә. Һинән ярҙам кәрәк, ҡәйнәм. Һинең аҡсаң барҙыр ул.
– Һуң, пенсия булғас, аҡса булмаймы инде? – тип асылып китте ҡәйнәһе. – Мин йөҙ мең бирәм. Үлемтеккә, тип тота инем. Былай булғас, әлегә йәшәргә тура килә инде.
– Рәхмәт инде, ҡәйнәм, оҙаҡ йәшәгеҙ! Һеҙҙән башҡа, беҙ ни эшләр инек?
Таң менән, барлыҡ аҡсаһын туплап, такси саҡыртып, Әхәт менән сығып ултырҙылар. Уныһы ҡайҙа барғанын, нимә эшләгәнен дә белмәй, ана, өйрәнгән урынына менеп ултырҙы ла, тирә-яғын байҡап ҡуйҙы. Йәнәһе, күрәһегеҙме, мин таксиҙа ғына елдерәм! Бөтә халыҡ эштә, кем инде уның һауаланып сығып киткәнен күрһен дә, кем иғтибар итһен? Етмәһә, тиҙерәк бар, ипләп борол, тип үҙенән күпкә өлкән таксисты өйрәтеп бара, ҡойҡа! Банкка тиҙ барып еттеләр.
– Паспортыңды бир әле бында, – тине Сания иренә.
– Мә, нимәгә кәрәк ул һиңә? – тип күндәм генә сығырап тотторҙо тегеһе. – Һиңә кредит бирәләрме әллә? Минең бурысты көйләргә итәһеңме?
Сания өндәшмәй. Сөнки нимә тип әйтһә лә, ышанмыҫын белә. Хәйер, ышанһа ла, ышанмаһа ла, һүҙендә торорлоҡ, бурыс ҡайтарырлыҡ әҙәм түгел шул. Ҡәйнәһе дөрөҫ әйтә, сығарып ҡына ташлап булмай, үҙеңдеке шул. Банкка керҙеләр, паспорттарын күрһәттеләр. Сания үҙе лә аңламаған эске тантана менән, биш меңлектәрҙән генә торған ҡаптарҙы сығарып өйҙө. Әхәт телһеҙ ҡалды. Уның йөрәгенең типкәне, йыш-йыш тын алғаны ишетелде.
– Быны ҡайҙан алдың? – тине ул, ҡалтыранып.
– Урламаным, отманым, кеше таламаным.
Аҡсаны, һанап, тапшырҙылар. Санияның өҫтөнән ауыр, кеше күтәрһегеҙ, ерәндергес бер йөк төшкән һымаҡ булды, үҙен таҙарынғандай тойҙо.
– Йә, әйт әле, әйт, – тип бойорорға тырыша ире, – аҡса кемдеке?
– Әллә һин мине аҡса аҡса тапмаҫлыҡ ҡатын, тип уйлайһыңмы? – тине Сания. – Быныһы, Әхәт, белеп тор, һуңғыһы. Был аҡсалар һинеке лә, минеке лә түгел – Әнисәнеке һәм һинең тыумаған сабыйҙарыңдыҡы. Һин хәҙер уларҙың өлөшөн урлай һәм елгә осора башланың. Был күпмегә тиклем дауам итер, белмәйем. Ләкин – һуңғыһы: башҡа минән һиңә бер тин дә аҡса юҡ! Эшләйһең, урам һеперәһеңме, машина йөрөтәһеңме, уныһы – һинең эш.
Әхәт, башын эйеп, бер һүҙ өндәшмәй тыңланы. Аҙаҡ, шым ғына, ҡарарбыҙ, тип ҡуйҙы. Сания бурысты ҡабул иткән банк хеҙмәткәрҙәренә иғтибар итте. Тегеләрҙең йөҙөндә үкенес тойғоһо – аҡса килтереүсе тағы берәүҙән ҡолаҡ ҡағыуҙарын һиҙеү – ап-асыҡ ярылып ята ине. Бер ҡатлы кешеләрҙе талауҙан да йыуаныс табыусылар булыр икән!
Икәүләшеп, банктан сыҡтылар.
– Шул аҡсаның бер өлөшөн генә миңә бирһәң, әллә күпме аҡса отоп, бурысымды ҡайтара инем, – тип һөйләнә һаман ире, – ниңә мине һанға һуҡмайһың, саҡ ҡына ла кәңәшләшмәйһең? Һин мине иргә һанамайһың!
– Һин һаман да үҙеңде ир кеше, тип һанайһыңмы ни? – тип ҡыҙып китте Сания, үҙе лә һиҙмәҫтән. – Ирҙәр, ана, эшләй, аҡса алып ҡайта, ғаиләләрен ҡарай. Ғүмер буйы шулай булған: ирҙәр эшләгән, яу сапҡан, ғаиләһен һаҡлаған, ә һин нимә эшләнең? Аҡса бөтөрөүҙән башҡа, бер эшең дә юҡ. Ундай ир кемгә кәрәк? Һин миңә, Әхәт, кәрәкмәйһең!
Шул ваҡыт Рауил Ниғмәтйәнович килеп сыҡты:
– О, кемдәрҙе күрәм! – тине ул көйәҙ генә итеп. – Шулай, банкһыҙ, донъя көтөп булмай ул. Йә, нисек, юлығыҙ уңдымы?
Юрист Сания менән Әхәттең ҡыҙыу-ҡыҙыу һөйләшеүен банкка сәфәрҙәренең уңмауы, йәғни, аҡса ала алмауҙары менән бәйле, тип аңланы, буғай.
– Һеҙҙән беҙгә бер нимә лә кәрәк түгел, – тине Сания, – нисек кәрәк түгел?
– Ә Әхәттең бурысын кем ҡайтара? Әйткәндәй, минең тәҡдим үҙ көсөндә ҡала. Әгәр теләһәгеҙ, хаҡтарҙы арттырырға ла мөмкин, мин һөйләшеп ҡарармын.
– Борсолмағыҙ, – тине Сания, – беҙ үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күрербеҙ.
– Эре, бик эре һөйләшәһегеҙ! Оҙаҡламай, банк һеҙгә ҡарата бик киҫкен саралар күрәсәк, был осраҡта мин һеҙгә ярҙам итә алмаясаҡмын.
– Рәхмәт, беҙгә һеҙҙең ярҙам кәрәк түгел.
– Эйе, беҙ бурысты ҡайтарҙыҡ! – тине Әхәт һауалы ғына, әйтерһең, үҙе аҡса тапҡан да, индереп түләгән инде.
Юристың эйәгенең һалынып төшкәнен күрһәгеҙ! Хатта йөҙө боҙолоп китте, әлбиттә, ышанманы. Тиҙ генә телефонына тотондо, бер аҙ тыңлағандан һуң:
– Ярай, ҡотлайым һеҙҙе, – тине, – тик, ҡарағыҙ уны, тағы осрашырға насип булмаһын. Беҙ һеҙҙе әле йәлләнек, тағы килеп эләкһәгеҙ, бөтөнләй икенсе төрлө һөйләшәсәкбеҙ. Мин һеҙҙе үҙемдең мәғлүмәттәр базаһынан һыҙып ташларға ашыҡмайым, мөнәсәбәттәрҙе боҙорға ла теләгем юҡ. Хатта хушлашмайым да. Сания ханым, күңелем һиҙә, Әхәт әфәнденең күҙҙәре бик ҡомарлы яна, оҙаҡҡа бармаҫ. Сираттағы доза, йәғни, аҡса һорап, ошонда тубыҡланып торасаҡ...
Сания Әхәтте, һөйрәкләп, тигәндәй, алып китте. Үҙе ирен юристың түгел, ниндәйҙер бер ҡурҡыныс, дәһшәтле хайуандың тырнаҡтарынан һәм тештәренән айырып алғандай тойҙо. Рауил Ниғмәтйәнович ябай кеше түгел, ул кешеләрҙе үтә күрә. Эй, Хоҙайым! Бәндәләреңә түҙемлек бир! Быларҙың тырнағына килеп эләгерлек булмаһын!
Ир менән ҡатын, ҡайҙа барып һуғылырға белмәй, Туҡай урамына килеп сыҡтылар. Шунда мәңге һоранып торған хәйерселәргә аҡса һондолар.
– Әйҙә, мәсеткә инеп сығайыҡ, – тине ҡатыны иренә, бышылдап ҡына.
– Унда миңә нимә ҡалмаған?
– Бер ҙә кергәнем юҡ, күреп булһа ла, сығырбыҙ.
– Әйҙүк, әйҙүк, үтегеҙ! – тип ҡаршы алды уларҙы сал сәсле, ап-аҡ һаҡаллы бер бабай. – Ауыр йөктән ҡотолған һымаҡ килеп индегеҙ, бер-бер мәшәҡәтегеҙ булдымы әллә, балалар?
– Ғаиләбеҙ ишәйергә тора, – тине бабайҙың ҡолағына бышылдап ҡына Сания, – ирем, ғаиләһен ҡарамай, ҡомарлы уйындар менән мауыға. Нимә эшләргә лә белмәйбеҙ, үҙебеҙ ҙә һиҙмәй, һеҙгә килеп сыҡтыҡ.
Бабай һынаулы ҡарашын Әхәткә йүнәлтте:
– Улым, һин нәфсе ҡорбаны булғанһың. Ҡомһоҙлоҡ, нәфсе, аҡса ҡыуыу, отошло уйындар менән мауығыу бер ваҡытта ла яҡшылыҡҡа алып бармай. Һине был бәләнән ҡотҡарырға кәрәк! Ҡотолоуҙың бер генә юлы бар – дингә кил. Тик, шуны бел, намаҙ уҡып, ураҙа тотоп ҡына, нәфсенән ҡотолоп булмай. Ҡатыныңды хөрмәт итергә, яҡындарыңды яратырға, улар өсөн генә йәшәргә кәрәк! Күҙҙәреңдән күреп торам, улым, һин һәйбәт кешенең балаһы. Тик атайың менән әсәйең артыҡ иркәләмәнәме икән?
Мәсеттә байтаҡ булдылар. Шартына килтереп, намаҙға ла баҫтылар.
– И-и-и, донъялар! Бәндәне шулай ғына ҡотҡарып булһасы!
Сыҡҡас, Сания иренә күҙ ташлап алды. Уныһы әллә уйлана, әллә битараф, тик бер һүҙ өндәшмәй.
Шатлыҡҡа автобуста ҡайттылар. Тик Әхәттең нимә уйлағанын, барыбер, белеп булмай. Үҙ уйҙарына йомолоп тик ултыра. Белмәйем, нимә булыр? Сания нимә уйларға ла белмәй.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: