-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Февраль 2021, 11:55

ҺИН ТҮГЕЛМЕ ИР ҠАТЫНЫ? Хикәйә Унынсы бүлек

Санияның башы күтәрелде, буй-һыны шыпа турайҙы, өҫтөндәге кейеме лә хатта үҙгәрҙе. Күңелле йылмайып, элеккенән дә нығыраҡ баҫып, ғәҙәттәгесә, ихлас һөйләшеп йөрөй. Бурыстан ғына ҡотолманы, өҫтөнән йөк төшкән һымаҡ булды. Азамат ҡустыһына мең рәхмәт инде! Шундай ауыр ваҡытта килеп сығыуын, үҙе теләп ярҙам итеүен әйт әле. Нимә тине? “Беҙ бит, апай, башҡорттар, бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ”, – тине.


ҺИН ТҮГЕЛМЕ ИР ҠАТЫНЫ?

Хикәйә

Унынсы бүлек
Санияның башы күтәрелде, буй-һыны шыпа турайҙы, өҫтөндәге кейеме лә хатта үҙгәрҙе. Күңелле йылмайып, элеккенән дә нығыраҡ баҫып, ғәҙәттәгесә, ихлас һөйләшеп йөрөй. Бурыстан ғына ҡотолманы, өҫтөнән йөк төшкән һымаҡ булды. Азамат ҡустыһына мең рәхмәт инде! Шундай ауыр ваҡытта килеп сығыуын, үҙе теләп ярҙам итеүен әйт әле. Нимә тине? “Беҙ бит, апай, башҡорттар, бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ”, – тине.
Ә Әхәт өндәшмәй. Нимә уйлағанын да белеп булмай. Санияның бөткән эскеселәрҙе, хатта һынып ятҡан наркомандарҙы һирәк-мирәк күргәне бар. Уларҙың сирҙәре йөҙҙәренә яҙып ҡуйылған. Ҡарттарға ғына хас ҡиәфәт, нимәлер эҙләп, ваҡыт-ваҡыт тоҡанып ҡуйған ҡараш һәм туҡтауһыҙ доза эҙләү. Берәүһенә спиртлы эсемлек кәрәкһә, икенсеһенең кәйефен тик доза ғына күтәрә. Ә ҡомарлы отоштар ҡорбанын нисек дауаларға? Бар, күңелеңде баҫып ҡайт, тип һәр ваҡыт аҡса тоттороп булмай бит. Сания аптырана, нимә уйларға белмәй. Ҡәйнәһенең күсеп килеүен дә шул сәбәптән, тип аңланы. Ни хәл итәһең, оло кеше оло инде, күп һөйләй, күберәген бушты ләпелдәй. Донъя күрмәгән кеше түгел бит, улының ғаиләһен һаҡлап ҡалыуҙа ҡатнашырға, үҙ өлөшөн индерергә теләй. Әхәткә ҡарата әсәһенең дә, Санияның да фекер айырмаһы юҡ дәрәжәһендә. Улын ҡарап, уның өсөн борсолоп ҡына тора. Ләкин әлегә билдәһеҙлек барыһын да йонсота.
Сания ҡомарлы уйындарҙан интегеүселәрҙең холоҡ-фиғеленә ҡарата интернет аша байтаҡ мәғлүмәт алды. Ҡараш ҡапма-ҡаршылыҡлы. Берәүҙәр әҙ-әҙләп аҡса биреп, ваҡыт-ваҡыт күңелен баҫып, ни өсөн һәм нисек отолоуын күрһәтергә кәңәш итһә, икенсе белгестәр эш менән күмеү, аҡса һымаҡ әйберҙәрҙән тамам өҙөү, хатта, кәрәк булһа, бик оҙайлы булмаған ваҡытҡа бикләп ҡуйыуҙы ла кәңәш итә. Улар өсөн хатта күпләп аҡса отоу түгел, автомат эргәһендә ана отам, бына отам, тип мөлдөрәп тороу күңелен нығырак күтәрә, имеш. Донъя ғалимдары уны хәйерселәрҙе һәм миллиардерҙарҙы берләштергән берҙән-бер сир, тип баһалай икән. Фәҡирҙәр байыуҙы маҡсат итеп ҡуйһа, байҙар үҙҙәренең малын ишәйтеүҙе көҫәй, имеш.
Сания һиҙә, иренең әлегә көн һайын эшкә йөрөүгә лә, ғаилә ҡарауға ла барымы ла, теләге лә, ихтыяжы ла юҡ.
Ә сабыйҙар ни эшләй инде? Сабыйҙар үҫә. Нимәһелер сығып, үҙ-ара бәхәсләшеп китһәләр, билләһи, тыйып алырлыҡ түгел. Әсәләре саҡ тынысландырып ала үҙҙәрен. Бер көн Әхәттең үҙенә лә мөрәжәғәт итергә тура килде:
– Ҡара әле, малайҙарың бигерәк тынғыһыҙ, шаяралар. Үҙҙәрен тыйһаңсы, – тине. Уныһы, йөҙө асылып киткәндәй булды, ҡулдары менән һыпырып:
– Бында нимә бар? Ниңә шаяраһығыҙ? – тип әллә шелтәләне, әллә тыйҙы, шулай ҙа, тымғандай булдылар.
Ваҡыты ла еткән икән. Бәпесен күтәреп, Рәйфә килеп инде. Уны күреү менән, Әхәт икенсе бүлмәгә үк сығып китте.
– Ҡайһылай үҫкән, үҙеңә оҡшап тора! – тип һөйләнде Сания. – Ә ни эшләп үҙең генә?
– Ә беҙҙең атай эштә. Яңы ғына китте, бер айҙан ғына ҡайта.
Әхәт үҙе сыҡманы, әсәһенә әйтеп торманылар. Шулай итеп, был осрашыу әллә ни әһәмиәтле булманы. Сания үҙе лә Әхәттең был ҡылығын тағы аңламаны. Ни әйтһәң дә, әсәһе Әхәттең балаһы булыуын белә бит. Тормоштан шулай ваз кистеме икән, ҡыҙыҡһыныуы башҡа өлкәгә ҡараймы, битараф ҡалды ла ҡуйҙы. Сания шундай һығымта яһаны: Әхәттең сире тәрәндә һәм уны, эргәһендә булып, әүрәтеп, тормошҡа ҡыҙыҡһыныу уятып ҡына еңеп булмаясаҡ. Ул асылмаған, ҡорғаҡһып бөткән йоҙаҡ һымаҡ. Көтмәгәндә асылып китеүе, донъяның аҫтын өҫкә килтереүе бик ихтимал. Эстән генә, исмаһам, эскән булһа, йә доза эҙләһә, үҙен туҡтатырлыҡ һүҙҙәр эҙләр һәм табыр ине. ләкин ул өнһөҙ, аҫтыртын ғына нимәлер көтә. Өйҙә урлап һатырлыҡ затлы әйбер юҡ, тип әйтерлек. Ә тир сығарып эшләргә теләге тойолмай. Бары тик ниндәйҙер бер хилаф эш ҡылыуын көтөргә генә ҡала. Кешеләргә генә зыян килтермәһен, яҡындарына ҡағылмаһын. Үҙе иҫән-һау булһын, тип эстән генә көн һайын теләй Сания. Бер көн тамам аптыратты. Сания янына килде лә, әйҙә, тағы мәсеткә барып киләйек әле, тине. Быныһын ыңғай баһаланы Сания. Тимәк, үҙе менән көрәшеүен дауам итә һәм ошо хәлдән сығыу юлын эҙләй.
Барҙылар мәсеткә. Теге бабайҙы ла эҙләп таптылар. Ҡарт булһа ла, хәтеренең яҡшылығына, һүҙҙәренең тослоғона хайран ҡалырһың.
– Күреп торам, улым, үҙең теләп килгәнһең. Уйланаһың, борсолаһың, үҙең менән шулай көрәшәһең. Нәфсе – Иблис тоҡомонан. Ай-һай, был ҡомһоҙлоҡ күптәрҙең башына етте. Бындай бәләгә тарығандар донъяла бер һин генә түгел. Күңелеңдә йомартлыҡ менән ҡомһоҙлоҡ көрәшә. Ай-һай, еңел түгел Иблис ҡотҡоһонан ҡотолоу. Бына бит, ҡатының да килгән, ул да һиңә яҡшылыҡ теләй. Әгәр яратмаһа, һинең өсөн борсолмаһа, үҙеңә күптән ҡул һелтәр, эргәһенән ҡыуыр ине. Ә ул, ана, һинең һөйөүең емеше – балаңды йөрөтә.
– Беҙ игеҙәктәр көтәбеҙ, – тип әйтте Сания, күҙ йәштәре аша.
– Игеҙәктәр! Собханалла мәшә Аллаһ! Эй, Хоҙайым, сабыйҙарға – һаулыҡ, ата-әсәһенә – бәхет, яҡындарына түҙемлек әйләһәңсе. Улым, ғәфү ит, һин тарыған сир бик һирәктәргә – бик фәҡирҙәргә, йә бик байҙарға ғына хас. Һинең таянысың – ҡатының. Әгәр ул һиңә ышанмаһа, киләсәк тормошоғоҙға өмөт булмаһа, бындай шарттарҙа, ике уйламай, икеләнеп тормай, йөгөнән ҡотолор ине. Ә ул, рәхмәт яуғыры, һине ошо ерҙә һаҡлап ҡалыу өсөн, Иблис менән көрәшә. Өҫтәүенә, һинең нәҫел-ырыуыңды дауам итер өсөн сабыйҙар үҫтерергә теләй.
Санияның, мәсеттән сығыуға, тын алыуҙары еңеләйеп, болотло көн яҡтырып киткәндәй тойолдо. Йәйәүләп кенә туҡталышҡа атлағайнылар, ҡаршыларына әлеге Рауил Ниғмәтйән улы килде лә сыҡты.
“Әллә беҙҙе аңдып йөрөй инде?” – тип эстән генә күңеле борсолоп ҡуйҙы Санияның.
– Йә, хәлдәрегеҙ нисек? – тине юрист-банкир.
Сания менән Әхәт әҙәпле генә иҫәнләштеләр. Кеше ниндәй генә булмаһын, күрәләтә, сәбәбе булһа ла, асыуланышып булмай бит.
– Мин һеҙҙең өсөн бик шатмын, – тине теге, – мәсеттән сығып киләһегеҙ, иман юлына баҫҡанһығыҙ. Үҙегеҙ ҙә бик матур күренәһегеҙ. Мин һеҙгә һаулыҡ, бәхет теләйем. Һәр ваҡыт шулай булығыҙ.
Шундай изге теләктәр әйтеп торған кешегә нимә тип асыуланаһың инде? Эргәлә генә асыҡ кафе эшләй икән.
– Әйҙәгеҙ, берәр шәшке сәй эсәйек, – тип саҡырҙы юрист.
Бәлки туҡталмаҫҡа, ары атларға булғандыр. Ләкин, әллә йомшаҡ һүҙҙәре йәштәрҙе арбаны, ямғыр һибәләй башлағайны, улар, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, сатыр аҫтына кереп, ышыҡҡа ултырҙы. Күҙ менән ҡаш араһында өҫтәлдә сәй генә түгел, яңы бешкән тауыҡ ите менән картуф пәйҙә булды. Иртән ҡабалан сығып йүгерешкәйнеләр, асыҡҡандары иҫтәренә төштө.
Сания аҙаҡ был көндө ваҡыт-ваҡыт иҫкә төшөрәсәк. Үкенәсәк, мендәргә йөҙөн терәп, үкһеп-үкһеп илағанда үҙен ғәйепле, тип табасаҡ. Сания кафе эсендәге уңайлыҡтарҙан файҙаланып сығыуға, юрист менән уның ире ҡыҙыу-ҡыҙыу ғына итеп, нимә хаҡындалыр һөйләшәләр ине. Хатта Әхәтенең йөҙө асылып, күңелле генә өндәшеүе лә ҡолағында яңғырап торған һымаҡ. Тик нимә хаҡында һөйләшкәндәрен аңламаны. Сания килеп ултырыуға, тындылар.
– Ямғыры ла яуа ла яуа, оҙаҡҡа булыр, ахыры, – тип Рауил Ниғмәтйәнович үкенес белдерҙе.
Әхәт тә, кафе эсенә инеп сығыу хаҡында әйтеп, йүгерә-атлай күҙҙән юғалды. Юрист та үҙенең ашығыс эштәрен иҫкә төшөрҙө һәм уңышлы көн теләп, китеп барҙы.
Сания биш минут ултырҙы, ун минут ултырҙы, ә Әхәт юҡ та юҡ. Баҙнатһыҙ ғына, кафе эсенә керҙе һәм официантҡа мөрәжәғәт итте.
– Ниңә борсолаһығыҙ? Һеҙҙең өсөн түләнеләр бит, – тине тегеһе, – шулай булғас, тыныс ҡына, үҙ юлығыҙ менән китә алаһығыҙ.
– Ирем, аҡ курткалы кеше, туалетҡа, тип кереп киткәйне. Ә бынан урамдың теге яғына сығырға мөмкинме? – тип күрһәтте Сания.
Сания йүгереп барып, күрһәтелгән ишекте асты һәм ҡайнап торған кешеләр ағымына барып юлыҡты. Бында меңләгән кеше араһында иреңде табыу түгел, үҙеңде юғалтырға мөмкин ине.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: