Ары һуғылды Сания, бире һуғылды, таныштарын эҙләп ҡараны. Шул тиклем халыҡ диңгеҙе араһында табырһың, буғай. Аптырағас, үҙе беркетелгән дауаханаға барып етте, унда кереп сыҡты. Юҡ, килмәгән. Шулай итеп, аптыратып, Әхәт ғәйеп булды. Әллә полицияға барайыммы икән, тип уйлап ҡуйҙы ла, барманы. Унда бер яҡшылыҡ та көтмәҫен һиҙә ине. Шатлыҡҡа ҡайтҡас, ҡәйнәһе урам яғына уҡ сығып, ҡулын маңлайына терәп, көтөп торҙо.
– Икәү ҡайтырһығыҙ, тип көтһәм, үҙең генәсе, килен, нимә булды?
– Бер ни ҙә булманы, – тине килене, ҡарашын ситкә алып, – Әхәт эш эҙләп китте.
– Эй, рәхмәт яуғыры! Эшләһен шул! Өйҙә генә ятмаһын.
– Өфө эргәһендә күп төҙөйҙәр бит. Ваҡ-төйәк эш булһа ла ярар, тип киткәйне.
– Кейемен дә алманы, – тип аптыраны ҡәйнәһе.
– Кешеһе генә булһын, кейемен табалар ул, – тип һөйләнде килене.
Шулай итеп, ҡалған көндәр ҙә бер-бер артлы үтте лә китте. Көҙ менән ҡыш тоташҡан көндәрҙең береһендә Сания, көтөлгәнсә, ике малай тапты.
Сания бер арала барып, Әхәттең юғалыуы хаҡында полицияға ғариза яҙып бирҙе. Бер ҡайҙа ла күренмәгән, теркәлмәгән, ишетелмәгән. Улының ғәйеп булыуына әсәһе лә күнде, буғай:
– Иҫән-һау була ғына күрһен. Иҫән-һау булһа, ҡайтыр әле, – тип ара-тирә һөйләнеп кенә ҡуйҙы.
Сания һиҙә ине, серҙең башы банкир-юристың ҡулында икәнлеген. Әллә, барып, һорашырғамы икән, тип уйлап та ҡуйғайны. Уның ҡарауы, Азамат ҡайтып төштө. Әхәттең юғалыуы хаҡында ишеткәс, борсолоп ҡуйҙы. Хатта нисек эҙләү юлдарын да барлап ҡараны.
Ә Санияның Азаматҡа бурысын нисек хәл итергә һуң? Азамат бер һүҙ өндәшмәне. Иҫкә лә төшөрмәне, һораманы ла. Әйтерһең, ул бурыс бөтөнләй юҡ һәм хатта булмаған да. Ғаилә, Сания декрет ялында булыуына ҡарамаҫтан, матди яҡтан аҙмы-күпме тотороҡло йәшәне. Ҡәйнәһенең фатирын ҡуртымға бирҙеләр, ай һайын аҡса килеп тороуы ла ярҙам итте.
Яңы йыл алдынан Әхәт ҡайтып керҙе. Ярты йылдан ашыу юғалып торһа ла, һис үҙгәрмәгән, шул, ҡәҙимге Әхәт инде. Әсәһе лә, ҡатыны ла күпме генә төпсөмәһен, ул артыҡ бер һүҙ ҙә әйтмәне:
– Эшәнем, ваҡытым булманы. Үҙемде лә һынап ҡараным.
– Эшләгәс, аҡсаң ҡайҙа һуң? – тип һораны әсәһе.
– Әсәй, бына аҡсам, – тип бер аҙ сығарып та һалды.
Ҡыш үтте, яҙ етте, йәйгә лә аяҡ баҫтылар. Әсәһе менән Әхәте булғас, Сания ла уяулығын юғалтты, мәктәпҡә эшкә сығырға ҡарар итте. Етмәһә, саҡырып та торалар. Директорҙың балдыҙы, ҡайтып етмәгән, яңынан кейәүгә сыҡҡан. Хәҙер килеп, декрет ялына әҙерләнә, имеш. Сания һуңғы бер-ике аҙнаһын уҡытып өлгөрҙө, уҡыусылар каникулға таралды, директор ҙа ҡаршы түгел, мәктәптә эш былай ҙа етерлек. Сания, иртәнән алып, ваҡытын ошонда үткәрә.
Иренең балалар менән күп шөғөлләнеүен оҡшатты ҡатыны. Ана бит, үҙҙәре ынтылып торалар. Әхәт, балаларын арбаға ултыртып, яланға сығыуҙан да баш тартмай. Үҙ яйы менән, күңелле генә итеп йөрөп ята. Хәҙер Санияның күңеле тыныс. Әйтерһең, элекке мәхшәр булмаған, ирен, әрләй-әрләй, эҙләп йөрөргә тура килмәгән.
Шулай бер көн Әхәт ҡайтманы. Ике бала менән юғалды ла ҡуйҙы. Өйҙә апалары Әнисә илап ултыра, ҡәйнәһе бер – баштан, Сания – икенсе баштан, Шатлыҡ урамдарын бер итеп, эҙләп йөрөнөләр. Сания әллә нимәләр уйлап бөттө, ике сәғәткә яҡын ваҡыт үтте лә ҡуйҙы. Ҡайҙа барма: ошонда йөрөйҙәр ине, әле генә үтеп киттеләр, магазин эргәһендә күрҙек, балалар майҙансығында уйнайҙар ине, тип кенә ишетелеп ҡалды. Сания полицияға шылтыратырға йыйынып бөткәйне инде. Ҡайтһа, һин дә мин уйнап ултыралар. Хатта өсөһө лә ҡәнәғәт. Әйтерһең, юғалып тормағандар.
– Ҡайҙа йөрөйһөгөҙ? – тип Сания малайҙарын икеһен дә ҡосаҡлап алды.
– Шатлыҡ күрһәтеп йөрөнөм, – ти Әхәте.
– Һеҙҙе эҙләп, ҡот ҡалманы. Ҡәйнәм дә аптырағандыр инде.
Оҙаҡламай, ҡарсыҡ та ҡайтып керҙе.
– Әхәт үҙе лә юғала торғайны, – тине әсәһе, – бер тапҡыр Салауат һәйкәленән барып таптыҡ. Башҡа улай юғалма инде.
– Ә беҙ юғалырға уйламаныҡ та, – тине Әхәт, – көн дә өйҙә ултырып булмай бит. Эргәһендә йәшәйбеҙ, ә малайҙар Өфөнө лә күргәне юҡ.
– Әйҙәгеҙ, киләһе шәмбе барып киләбеҙ?
Алдан уҡ йыйынып, балаларға кейем, эсәр һыу алып, күмәкләшеп, сыҡтылар. Тәүҙә Яҡутов паркына барҙылар, аҙаҡ Салауат һәйкәле эргәһендә байтаҡ уйнанылар. Малайҙары әлегә бәләкәй, бер нимә лә аңламайҙар, ләкин күҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу бар.
Сания менән Әхәт малайҙарын балалар арбаһына ултыртып, икеһе ике яҡҡа сығып киткәйне. Аҙаҡ Сания, кире боролоп, Әхәттән күҙ яҙлыҡтырмай, артынан эйәрә биреберәк, барғайны, тегеһе тағы юғалды ла ҡуйҙы.
Майҙанда кеше күбәйҙе. Йәй көнө һәр ваҡыт шулай инде. Хәйер, бында ҡасан кеше әҙ булғаны бар әле?
Сания, тамам арып, тағы ла ире менән улын юғалтып, ҡәйнәһе менән ҡыҙы ултырған ағас күләгәһенә килеп ултырҙы.
– Килен, Әхәтеңдең элекке Әхәт түгел икәнлеген һиҙәһеңме? – тип һораны.
– Күренеп тора, – тине килене, – хәҙер мин уның өсөн түгел, балалар өсөн ҡурҡам. Һис көтмәгәндә, берәр нәмә килтереп сығарыр һымаҡ. Һорауҙар биреп, ышанмайынса үпкәләтеп ҡуйырмын, тип тә ҡурҡам. Ҡайһы ваҡыт, ҡарап-ҡарап торам да, бөтөнләй икенсе кеше икән, тип күҙ алдына килтерәм.
– Мин дә шулай уйлайым, – тине ҡәйнәһе, – ысынлап, шикләндерә башланы. Әллә берәй табипҡа күрһәтеп ҡарайһыңмы?
– Белмәйем, – тине килене, – үпкәләп, берәй нәмә эшләп ҡуйһа.
Әхәт улы менән, нисек юғалһа, шулай килеп тә сыҡты. Малайы коляскаһында бер нимә белмәй йоҡлай, үҙе бер һүҙ ҙә өндәшмәй. Әйтерһең, ике сәғәткә юғалып та тормаған.
Уларҙы битараф ҡына ҡабул иттеләр, артыҡ бер һүҙ ҙә өндәшмәнеләр.
Сания, ирем ҡайтты, ауырлыҡтар артта ҡалды, тип ҡыуаныуын иҫкә төшөрҙө һәм тынысланырға иртә икәнлеген аңланы. Кешене аңлар өсөн, бер бот тоҙ ашарға кәрәк, тиҙәр. Әхәттең эске донъяһын аңлар өсөн, күберәк ваҡыт кәрәк икән шул. Сания аңланы: элекке тормош бер ваҡытта ла онотолмай. Ул һәр ваҡыт кешене оҙатып йөрөй, уйланырға, икеләнергә, табырға һәм юғалтырға мәжбүр итә. Ә ҡасан тыныс ҡына йәшәне һуң әле ул? ошо көнгә тиклем, ире өсөн ире менән көрәшеп, көсөн исраф итмәнеме? Ҡәйнәһенең, ир ҡатыны һин түгелме, үҙеңде бәхетле, ире бар ҡатын итеп той, тигән һүҙҙәре һәр ваҡыт ҡолаҡтарында яңғырап тора.
Өфөнән күңелһеҙ генә, арып-талып ҡайттылар. Сания тағы бер тапҡыр Әхәткә ышанырға ярамағанлығына инанды һәм һағыраҡ булырға ҡарар итте. Ләкин иргә көнө-төнө ҡарауыл ҡуйып буламы һуң инде? Бер көн тағы юғалды. Өсәүләшеп, ғәйеп булдылар. Бер нимә булмағандай, тағы ҡайтып керҙеләр. Сания менән ҡәйнәһе Әхәттең был холҡона күнде һәм уяулыҡты бөтөнләй юғалтты.
Йәй аҙаҡтары ине. Яңы уҡыу йылына әҙерләнәләр, уҡытыусылар ремонт менән шөғөлләнгән була. Сания иртүк мәктәпкә киткәйне. Төштән һуң, сәғәт өстәрҙә, ҡайтыуына, уны өйөндә бығаса күренмәгән тынлыҡ ҡаршы алды. Әхәт менән ике малайы ла өйҙә юҡ.
– Малайҙар ҡайҙа ул? – тип һораны Сания, күңеле нимәлер һиҙеп.
– Улар ни, иртүк, һинең янға барабыҙ, – тип мәктәпкә киттеләр ул.
– Әллә тағы сығып киткән инде? – тине Сания, шулай ҙа, күңеле тынысланғандай булды. – Шатлыҡта булғас, хәҙер ҡайтырҙар ул.
Ҡайтманылар. Ямғыр яуып үтте, кис етте, Санияға, полицияға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа, сара ҡалманы. Ике сәғәткә яҡын эҙләгәндән һуң, Әхәттең дә, балаларҙың да Шатлыҡта юҡ икәнлеге асыҡланды. Төнгө сәғәт ун икеләрҙә тимер юл вокзалында балалар арбаһында йоҡлап ятҡан бер сабыйҙың табылыуы хаҡында хәбәр килде.
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ:
"Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"