-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Февраль 2021, 11:00

ҺИН ТҮГЕЛМЕ ИР ҠАТЫНЫ? Хикәйә Ун икенсе бүлек

Тимер юл вокзалының линия участкаһына килеп етеүгә бер сәғәт ваҡыт үтте лә китте. Йә, Хоҙай! Игеҙәктәренең береһе, Мирхәт, илап, буҫығып бөткән. Сания, килеп ингәс, уны күреп ҡалды ла, ҡулдарын һоноп, илап ебәрҙе. Нисәмә кеше араһында йөрәге алынып бөткәндер инде баланың. Балаһын ҡосаҡлап, иланы. Баланан, атайың ҡайҙа, Фирғәт ҡайҙа, тип һорап булмай бит инде. Әле бигерәк бәләкәй шул.


ҺИН ТҮГЕЛМЕ ИР ҠАТЫНЫ?

Хикәйә


Ун икенсе бүлек
Тимер юл вокзалының линия участкаһына килеп етеүгә бер сәғәт ваҡыт үтте лә китте. Йә, Хоҙай! Игеҙәктәренең береһе, Мирхәт, илап, буҫығып бөткән. Сания, килеп ингәс, уны күреп ҡалды ла, ҡулдарын һоноп, илап ебәрҙе. Нисәмә кеше араһында йөрәге алынып бөткәндер инде баланың. Балаһын ҡосаҡлап, иланы. Баланан, атайың ҡайҙа, Фирғәт ҡайҙа, тип һорап булмай бит инде. Әле бигерәк бәләкәй шул.
Сания, баланы тапҡас та, бер аҙ тоторҙар ҙа, ҡайтарырҙар, тип өмөт иткәйне. Ул хаҡта бөтөнләй һүҙ булманы. Бик оҙаҡлап һорау алдылар, Ярай, Әхәттең дә, ике балаһының да фотоһын алырға башы еткән. Поезд менән йөрөһә, алыҫ китмәйәсәк. Табырбыҙ, тотҡарларбыҙ, тип ышандырҙылар.
Әхәт алдан уҡ әҙерләнгән, күрәһең, ҡайһы бер кейемдәре юҡ, хатта Фирғәткә лә кейем-һалым алған. Бала менән ҡасыуҙы ла үҙенсә ҡорғаны күренеп тора. Мәҫәлән, видеокамералар тирә-яҡты ентекләп күҙәткән урынға ҡалдырып китеүен һәм башҡа күренмәүен нисек аңлатырға? Тәүҙә көнбайышҡа хәрәкәт итеүсе поездға ултырһа, аҙаҡ көнсығыш йүнәлештә бала етәкләгән ирҙе күреп ҡалғандар. Әхәт менән баланың эҙҙәре шулай юғалды. Түҙмәне Сания, үҙе Свердлов, Силәбе өлкәләрен, барып, эҙләп ҡараны. Эш ҙурға киткәс, уға психолог менән оҙаҡ ҡына әңгәмәләшергә тура килде. Уныһы:
– Һеҙҙең ирегеҙ отошло уйындар менән мауығыуҙан һуң, үҙенең күңеленә ярашлы, ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек шөғөл таба алмаған. Улар өсөн, ваҡ-төйәк отош кисереүҙән бигерәк, уны көткәндәге хис-тойғолар яҡын һәм ҡәҙерле. Улар адреналин иҫәбенә генә йәшәй һәм үҙҙәренә яңынан-яңы доза талап итә, – тине.
Сания үкенде. Иренә ышаныуы, һәләкәт сигенә килеп етеүе уны тамам ҡартайтты һәм беренсе тапҡыр сәсенең ағарыуын күрҙе. Ҡәйнәһе менән ошо хаҡта һөйләшкәндә, мендәргә ҡапланып, йоҡлай алмай, төндәр буйы илағанда, Сания балаһын һағыныуына һәм юҡһыныуына бер ниндәй ҙә дауа таба алмауына төшөндө.
Ғүмерлек хаталар шулай ҡылына икән. Бына бөгөн тағы уның менән психолог һөйләшергә теләк белдерҙе. Сөнки ике аҙна ваҡыт үтеп китте, бер ниндәй һөҙөмтә лә тойолмай. Бер түгел, ике кеше ғәйеп булһын әле! Психолог менән һөйләшеү был юлы ла бер ниндәй һөҙөмтә лә бирмәне.
– Беҙ һеҙҙең ирегеҙҙең баланан ҡотолорға һәм уны кемгәлер һатып, йә ҡалдырып китеү версияһын да ҡарайбыҙ. Һеҙҙең ошо йүнәлештә берәй шигегеҙ юҡмы? – тигән һорау ҡуйҙы психолог. – Тик, мөмкин булһа, ныҡ уйлағыҙ. Бәләкәй генә деталдең дә хәл иткес әһәмиәткә эйә булыуы бик ихтимал.
Баланы һатыу хаҡында һүҙ ишеткәс, Санияның хәтеренә Рауил Ниғмәтйәнович менән булған һөйләшеүҙәр килде. Ул бит бала һатып алырға теләгәйне, хаҡын да билдәләгәйне. Сания барыһын да ентекләп һөйләп бирҙе.
Түҙмәне Сания, ҡайтышлай уҡ үҙе банкка инде. Тәүҙә хоҡуҡ бүлегенә шылтыратып, аҙаҡ кадрҙар бүлеге аша Рауил Ниғмәтйәнович хаҡында һорашы һәм бына нимәләр асыҡланды: ундай кеше банкта быға тиклем эшләмәгән һәм уның хаҡында бер мәғлүмәт тә юҡ.
Банк – банк инде. Бында аҡса ғына түгел, мәғлүмәттәр ҙә оҙаҡ һаҡлана. Ике-өс көн буйына, бик оҙаҡлап, видео-архивты ҡарағандан һуң, Рауил Ниғмәтйәновичтың һыны барлыҡҡа килде. Ул бында хоҡуҡи яҡтан кәңәшсе сифатында эшләгән, ләкин исеме лә, атаһының исеме лә, фамилияһы ла бөтөнләй икенсе. Бер аҙнанан Санияны был эште тикшереү менән шөғөлләнгән полиция капитаны банкка саҡырып алды һәм ҡыҫҡа ғына кадрҙарҙы күрһәтте. Әхәт менән Рауил Ниғмәтйәнович банк алдында осрашып, һөйләшеп торалар. Эргәләрендә игеҙәктәрҙең береһе ултырған арба. Тимәк, теге ваҡыт Салауат һәйкәле эргәһендә юғалған саҡта, Әхәт ошонда килгән һәм юрист менән осрашҡан. Ә былтырғы кадрҙарҙың береһендә улар икәүләшеп нимә хаҡындалыр бик ентекләп һөйләшә.
– Һеҙ беҙгә бик ярҙам итәһегеҙ, – тине капитан, – хәҙер беҙ яҡынса атаһы менән улының нимә эшләгәнен беләбеҙ. Юристың үҙен табырға ғына ҡалды.
Донъяла бер нимә лә осраҡлы ғына ҡылынмай. Бер аҙна самаһы ваҡыт үткәндән һуң, йома көндө Сания мәсеткә килде, хәйер бирҙе, улының да, иренең дә иҫән-һау табылыуын теләп, доға ҡылдырҙы. Йәмиғ мәсетенән сығып, юлдың икенсе яғына ғына үткәйне, ҡаршыһына, бер нимә булмағандай, “Рауил Ниғмәтйән улы” килде лә сыҡты. Сания, үҙе лә һиҙмәҫтән, юристы, барып, ҡулдарынан тотоп алды:
– Ҡайҙа минең улым? Әхәт? Ҡайҙа ҡуйҙығыҙ минең сабыйымды? – тип тотоп алғайны, теге аптырап:
– Һеҙ кем булаһығыҙ? Мин һеҙҙе танымайым. Нимә булды? – тип Санияны этеп үк ебәрҙе.
Сания был һүҙҙәрҙән һуң баҙап ҡалды. Әллә хаталанамы икән? Юҡ, үҙе лә оҡшап тора. Бының булыуы мөмкин түгел!
– Минең улым менән ирем юғалды. Ирем һеҙҙең менән осрашты түгелме һуң? Һеҙ банкта юрист булып эшләйһегеҙме? – тип һораны Сания.
– Юҡ, мин “Прогресс” заводында инженер. Әгәр теләһәгеҙ, документымды күрһәтә алам, – тип кеҫәһенән таныҡлығын сығарҙы. – Һеҙ мине ике туған ҡустым менән бутайһығыҙ. Ул, ысынлап та, банкта юрист булып эшләне. Исемем – Рафиҡ. Рафиҡ Юнысович.
Оҙаҡламай, Рафиҡ Йәлиловтан алған мәғлүмәттәр күп кенә һорауҙарға яуап бирҙе. Рафиҡ үҙенең ҡустыһы менән байтаҡтан бирле аралашмай, сөнки уның холоҡ-фиғеле оҡшамай. Криминаль бәндәләр менән аралашҡас, яҡындары унан баш тартҡан. Күптәр уның биографияһын белеп бөтмәй, юрист тип уйлай һәм уға, ярҙам һорап, мөрәжәғәт итәләр. Ҡасандыр адвокат булып эшләгән, ләкин, коллегалары уны, криминал менән эш итеүҙә ғәйепләп, бәләгә тарығандарҙы, шик белдерелгәндәрҙе яҡлауҙан мәхрүм иткән. Ҡайҙа теркәлгән, кем менән йәшәй, ғаиләһе лә – билдәле түгел.
Сания өйөнә ҡайтып бара. Автобуста кеше күп. Барыһы ла, тип әйтерлек, таныштар. Улар ваҡытһыҙ ҡартайған, сәстәре ағара башлаған ҡатынға йәлләп ҡараған һымаҡ. Үкенескә ҡаршы, йәлләрлек шул. Билдәһеҙлек, сабыйыңдың ҡайҙа йөрөүен дә күҙ алдыңа килтерә алмауың, үҙеңде ғәйепле тойоу һәм көсһөҙ булыу тештәрҙе шығырлатып ҡыҫырға мәжбүр итә. Бындай мәлдәрҙә Хоҙайҙан балаңдың иҫән булыуын һорарға ғына ҡала. Сания өйөнә ашыға. Кем белә, бәлки уның ире ҡайтҡандыр ҙа, баланы ла алып килгәндер? Улай уҡ бөткән кеше түгел һымаҡ ине бит? Иҫән-һау ғына йөрөһәләр, ярар ине. Санияға полиция ла бик теләр-теләмәҫ кенә эҙләй һымаҡ тойолдо. Килеп, үҙҙәренең эше күп. Барыһы ла кинолағы һамаҡ икән, тип уйлағандар хаталана. Полицияның эше шул хәтле күп, саҡ ҡына ла ваҡыттары юҡ, эш өҫтөнә эш өйөлөп кенә тора. Элекке милицияның, хәҙерге полицияның эшмәкәрлегенә тиҫкәре күҙлектән ҡарап өйрәнгәндәр ошондағы эштәрҙең йөҙҙән берен генә башҡарһалар ҙа, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең эшенең ауырлығына төшөнөрҙәр ине. Бер көн ирекмәндәр эргәһенә саҡырып алдылар. Йәш кенә ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәренең етәкселәренең ауыҙына ғына ҡарап торалар. Ҡайҙа күрһәтһәң, шунда йүгереп сығып китергә әҙер улар. Уларҙың эҙләү эшендә күҙгә күренмәгән система, тәртип бар икән. Бер аҙна эсендә Өфөнән алып, Мәскәүгә тиклем һәм көнсығышта Владивостокка тиклем ҡайҙа ниндәй бала күтәргән яңғыҙ ирҙе күргәндәр, барлыҡ мәғлүмәт бында ағылды. Шулай эҙләү эштәрендә өмөтлө генә мәғлүмәттәр күренә башлағайны. Санияны полиция бүлегенә саҡыртып алдылар һәм уның алдында бик ауыр эш – ҡалдыҡтарҙы таныу процесы хаҡында әйттеләр.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: