-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Февраль 2021, 16:00

ҺИН ТҮГЕЛМЕ ИР ҠАТЫНЫ? Хикәйә Ун өсөнсө бүлек

Сания ышана, балаһы ла, ире лә иҫән-һау, улар ҡайҙалыр йөрөй, бәлә-ҡаза янамай һәм бына-бына ҡайтып керәсәктәр. – Был бик ауыр эш, – тине полиция капитаны, – әгәр һеҙ ҡараһағыҙ, бәлки кейеменән танырһығыҙ, ләкин шуны белегеҙ, беҙ һеҙҙе мәжбүр итә алмайбыҙ. Әммә мин һеҙгә күҙ һалырға кәңәш итер инем. Юғиһә, айҙан артыҡ эҙләйбеҙ, ә бер һөҙөмтә лә күренмәй. Сания баш тартты. – Мин уларҙың иҫән икәнлеген күңелем менән һиҙәм, – тине әсә, – Әхәттең улыбыҙға зыян килтерерлек бер һылтауы ла юҡ. Шуға, әйҙәгеҙ, эҙләүҙе дауам итәйек.


ҺИН ТҮГЕЛМЕ ИР ҠАТЫНЫ?

Хикәйә

Ун өсөнсө бүлек

Сания ышана, балаһы ла, ире лә иҫән-һау, улар ҡайҙалыр йөрөй, бәлә-ҡаза янамай һәм бына-бына ҡайтып керәсәктәр.

– Был бик ауыр эш, – тине полиция капитаны, – әгәр һеҙ ҡараһағыҙ, бәлки кейеменән танырһығыҙ, ләкин шуны белегеҙ, беҙ һеҙҙе мәжбүр итә алмайбыҙ. Әммә мин һеҙгә күҙ һалырға кәңәш итер инем. Юғиһә, айҙан артыҡ эҙләйбеҙ, ә бер һөҙөмтә лә күренмәй.

Сания баш тартты.

– Мин уларҙың иҫән икәнлеген күңелем менән һиҙәм, – тине әсә, – Әхәттең улыбыҙға зыян килтерерлек бер һылтауы ла юҡ. Шуға, әйҙәгеҙ, эҙләүҙе дауам итәйек.

Шулай итеп, тағы бер нисә көн үтеп китте. Ирекмәндәр төркөмөнөң етәксеһе, Вадим исемле егет, Өфө эргәһендә ташландыҡ баҡсаларҙың күплеген белеүен, бәлки шуларҙы ҡарап сығырға кәрәклеген әйтте. Таң менән Сания үҙе лә уларға килеп ҡушылды. Өфө эргәһендә ниндәй генә баҡсалар юҡ икән. Хатта төпкөлдә лә кешеләр һирәк-мирәк кеҫә телефоны аша ғына аралашып, донъяла нимә булғанын да белмәйенсә яталар икән.

Әлбиттә, асарбаҡтар араһында үҙеңдең иң ҡәҙерле кешеләреңде эҙләү анһат эш түгел. Сания байтаҡ ҡына ашамлыҡ бешереп алғайны. Бер-ике ас асарбаҡты күреп, уларға тоттороп китте. Рәхмәт уҡый-уҡый, алып ҡалдылар. Осраған бер кешенән, фотоларын күрһәтеп, Фирғәт менән атаһын һораштылар.

– Малаймы, ҡыҙыҡаймы? – тип һорашты асарбаҡтарҙың береһе. – Ана, зәңгәр ҡоймалы баҡсаны күрәһегеҙме? Үәт, шуның ҡаршыһында бер ир йәшәп ята, эргәһендә бала бар, ҡыҙыҡай, шикелле. Әйҙә, алып барып күрһәтәм.

Сания ике егет, бер ҡыҙ менән, уға эйәреп, ярым ташландыҡ баҡсаға барып, ишеген ҡаҡтылар. Йорт эсенән, әгәр уны йорт, тип әйтеп булһа, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан бер ир килеп сыҡты. Күҙен ышҡып, 4-5 йәштәрҙәге малай килеп сыҡты. Ирекмәндәрҙең береһе бында ни өсөн йәшәп ятыуҙары менән ҡыҙыҡһынды.

– Улым ҡала һауаһын һулай алмай, бында ғына тыныс йоҡлай, – тип аңлатты һаҡаллы ир, – әле отпускыламын. Ошонда ялым бөткәнсе булабыҙ ҙа, өйгә ҡайтабыҙ.

Ирекмәндәр Әхәт менән малайҙың фотоһын күрһәтте. Бик оҙаҡ ҡаранылар, теге ир аптарынды:

– Ҡайҙалыр күргән һымаҡ булам, тик бында түгел, Булгактан ары Бекетов тигән баҡсалар бар, шунда түгелме икән? Берәү баҡса ҡарап ята ине. Оҡшаған да һымаҡ.

– Ә ниңә унан киттегеҙ? – тип һораны Сания.

– Унда түрә-ҡара күп, – тине теге ир, – бер урам – прокурорҙар, икенсеһендә – судьялар, өсөнсөһөндә – элекке милиционерҙар. Баҡсалары береһенән-береһенеке матурыраҡ. Урамдан үтеп киткән һайын, эттәре өрөп ҡала. Улыма шул оҡшаманы. Ә бында тыныс.

Бындағы баҡсасылар ширкәттәрен ҡарағандан һуң, иртә таң менән Булгаков осонда Бекетов юлы сатында осрашырға һөйләштеләр.

Сания өйгә ҡайтҡан һайын, уны ҡапҡа төбөндә ҡаршы алалар. Көн һайын бер үҙе генә ҡайтҡас, күңелдәре шунда уҡ төшә. Уртаҡ хәсрәт кешеләрҙе, ысынлап та, берләштерә шул. Ҡәйнәһе улы менән ейәнен көтһә, тегеләр атаһы менән Мирхәт өсөн борсолалар. Ә Сания ышана: улар иҫән-һау. Ата менән ул бәлки ярҙамға ла мохтаждыр. Санияның, ваҡыт үтеү менән, иренә ҡарата үпкәһе лә юҡҡа сыҡҡандай булды. Юҡ, юҡҡа сыҡманы, тоноҡланғандай ғына тойолдо. Бәлки иренең, улы менән ҡасып китерлек етди сәбәп булғандыр. Әхәт былай тәү ҡарамаҡҡа тупаҫ һымаҡ тойолһа ла, нескә күңелле, кешеләрҙе аңлап та, йәлләп тә ҡарай белә.

Иртәнге сәғәт етелә улар юл сатында осрашты. Ана, көҙгө ҡояш та ҡалҡып, үҙенең һаран нурҙарын һибә башланы. Баҡсанан-баҡсаға, урамдан-урамға, өйҙән-өйгә дүрт яҡтан төшөп киттеләр. Ә бындағы халыҡ бөтөнләй икенсе. Бер-береһенә терәлеп йәшәһәләр ҙә, һәр береһенең үҙ донъяһы. Бик һирәк аралашалар икән. Ир менән улының фотоһын күрһәтеүгә, боролоп та ҡарамайҙар, юҡ, күрмәнек, ишетмәнек, белмәйбеҙ, тиҙәр ҙә ҡуялар. Әрһеҙ кейенгән ирекмәндәрҙе, хатта ошонда килеп, алма урларға йөрөүсе асарбаҡтар, тип иҫәпләүселәр ҙә табылды. Ирекмәндәр менән аралаша торғас, Сания шуға төшөндө: кешеләр әле бер-береһенән биҙмәгән. Улар бәләгә тарығандарға ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙерҙәр. Ҡатын шуға иғтибар итте, ирекмәндәр уны ирен һәм балаһын юғалтып, уларҙы эҙләргә мәжбүр булыусы сифатында түгел, үҙҙәре һымаҡ мохтаждарға ярҙам итеүсе рәүешендә ҡабул иттеләр. Санияның мәктәптәге эше икенсе планға күсте, коллективта уның хәлен аңланылар, ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр ҙә күп булды. Төшкә ҡарай, күңелдәрҙе өмөтләндереп, ниндәйҙер бер эҙ барлыҡҡа килгәндәй тойолдо. Үткән аҙнала ана теге урамдағы йылға ярынан өсөнсө торған өйҙә, бер ир менән бер малай йәшәгәнен күргәндәр. Күршеләре улар менән ҡыҙыҡһынмаған, ләкин атаһы улын күтәреп, магазинға үткәнен күреп ҡалғандар. Йүгерешеп, урамды һәм йортто эҙләп таптылар. Берәү ҙә юҡ, өй эсендә, ваҡытлыса булһа ла, йәшәрлек шарттар бар. Санияны өмөтләндереп, өҫтәл өҫтөндә балалар аҙығы һауыты тора. Уның күҙе йәшел төҫтәге балалар күлдәгенә төштө. Ҡатын, йәшен тиҙлеге менән, күлдәкте алды һәм еҫкәп ҡараны ла, илап ебәрҙе. Иҫән, иҫән уның улыҡайы! Бына бит, уның кейеме. Красин баҙарынан үҙе һатып алғайны. Яңы ғына ошонда булғандар! Бәлки кисә, бәлки өсөнсө көн, бәлки үткән аҙнала ошонда йәшәгәндәр. Ирекмәндәрҙең дә шатлыҡтары йөҙҙәренә сыҡты. Өлкәндәре тиҙ арала башҡа төркөмдәргә телефон аша СМС-ка ебәреп, иртәгә эҙләү эштәрен Өфөнән көньяҡ йүнәлештә башларға ҡарар иттеләр.

------------------------

Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе

Читайте нас: