+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Февраль 2021, 11:46

ҺИН ТҮГЕЛМЕ ИР ҠАТЫНЫ? Хикәйә Ун дүртенсе бүлек

Һиҙгер уҡыусы аңлағандыр, беҙҙең бәйәнебеҙ аҙағына яҡынлашып килә. Күңелебеҙҙә үкенес һәм юҡһыныу тойғоһо бар. Көн һайын һеҙҙең менән, уҡыусыларыбыҙ, ике-өс тапҡыр осрашыу, Әхәт менән Санияның ғаиләһенең тормошона үтеп инеү, уларҙың кисерештәрен мөмкин тиклем асығыраҡ бирергә тырышыу, әҫәребеҙҙе яҙыу – һеҙгә оҡшанымы икән, белмәйбеҙ. Ләкин статистика – күҙ алдында. Кисә генә дүрт меңдән ашыу кеше ҡараны (уҡыны, тип аңлайыҡ), төркөмөбөҙгә инеүселәр һаны яңы бейеклеккә күтәрелде. Яҙғандарыбыҙ менән танышыуығыҙҙы беҙ ижадыбыҙҙы баһалау (йәшермәйбеҙ, бәлки ҡайһы ваҡыт бик үк оҡшап та етмәгәндер), әҙәби әҫәрҙәр уҡырға ынтылыш сифатында ҡабул иттек. Эйе, халыҡ китап уҡырға яратмай, тигән фекерҙе ҡабул итмәйбеҙ. Халыҡ уҡырға теләй. Кеше күңеле ифрат ҡатмарлы. Үкенескә ҡаршы, һуңғы бер-ике йылда ғына быға тиклем аҙмы-күпме имен, тип иҫәпләнгән ғаиләләрҙә үҙҙәре табып үҫтергән балаларға ҡарата ҡот осҡос енәйәттәр ҡылынды. Бындай енәйәттәрҙе аңларға зиһен етмәй, ә психологтар донъяның ҡатмарланыуы, юғалтыуҙарҙың, үлем осраҡтарының ғәҙәти күренешкә әйләнеүе менән аңлата. Ләкин үҙ балаһының ғүмерен ҡыйған, уға ҡарата енәйәт ҡылған атайҙың холоҡ-фағеленә ҡарата бер ниндәй ҙә аҡлау юҡ. Әҫәрҙә улдарын батырған, йәки автомобилендә газ менән ағыулаған атайҙарҙың ҡот осҡос енәйәтен ҡабатлатҡы килмәй, шуға күрә, уның аҙағын бына ошолайыраҡ күҙ алдына килтерәбеҙ. *** ...Өфө-Ырымбур юлы, 39-сы километр, машиналар мыжғып тора. Сания һәм уның ирекмән дуҫтары, ике төркөмгә бүлеп, баҡса ширҡәттәрен барлай башланы. Баҡсаларҙа кешеләрҙең кәмегән сағы, ҡалғандары йылы түшәктәрендә рәхәтләнеп йоҡлай. Кешеләрҙе уятыуы, һорау биреүе еңелдән түгел. Машиналар уңға-һулға үтеп-һүтеп йөрөй, Ана, бер такси ҙа эргәһенән генә үтеп китте. Артта ултырған ир эргәһендәге кемгәлер нимәлер һөйләй. Сания уларға ентекләберәк ҡараны, ләкин ҡараңғылатылған тәҙрә аша арттан бер нимә лә күренмәй. Бер сәғәткә яҡын баҡсаларҙы барлап йөрөнөләр. Әлегә Әхәт менән Мирхәттең эҙе тойолмай. Сания баҡсала картуф ҡаҙып йөрөгән өлкән генә бер апай эргәһенә туҡталды һәм һүрәттәрен күрһәтте. – Һеҙ уларҙың кеме булаһығыҙ? – тине әбей.

ҺИН ТҮГЕЛМЕ ИР ҠАТЫНЫ?

Хикәйә

Ун дүртенсе бүлек
Һиҙгер уҡыусы аңлағандыр, беҙҙең бәйәнебеҙ аҙағына яҡынлашып килә. Күңелебеҙҙә үкенес һәм юҡһыныу тойғоһо бар. Көн һайын һеҙҙең менән, уҡыусыларыбыҙ, ике-өс тапҡыр осрашыу, Әхәт менән Санияның ғаиләһенең тормошона үтеп инеү, уларҙың кисерештәрен мөмкин тиклем асығыраҡ бирергә тырышыу, әҫәребеҙҙе яҙыу – һеҙгә оҡшанымы икән, белмәйбеҙ. Ләкин статистика – күҙ алдында. Кисә генә дүрт меңдән ашыу кеше ҡараны (уҡыны, тип аңлайыҡ), төркөмөбөҙгә инеүселәр һаны яңы бейеклеккә күтәрелде. Яҙғандарыбыҙ менән танышыуығыҙҙы беҙ ижадыбыҙҙы баһалау (йәшермәйбеҙ, бәлки ҡайһы ваҡыт бик үк оҡшап та етмәгәндер), әҙәби әҫәрҙәр уҡырға ынтылыш сифатында ҡабул иттек.
Эйе, халыҡ китап уҡырға яратмай, тигән фекерҙе ҡабул итмәйбеҙ. Халыҡ уҡырға теләй.
Кеше күңеле ифрат ҡатмарлы. Үкенескә ҡаршы, һуңғы бер-ике йылда ғына быға тиклем аҙмы-күпме имен, тип иҫәпләнгән ғаиләләрҙә үҙҙәре табып үҫтергән балаларға ҡарата ҡот осҡос енәйәттәр ҡылынды. Бындай енәйәттәрҙе аңларға зиһен етмәй, ә психологтар донъяның ҡатмарланыуы, юғалтыуҙарҙың, үлем осраҡтарының ғәҙәти күренешкә әйләнеүе менән аңлата. Ләкин үҙ балаһының ғүмерен ҡыйған, уға ҡарата енәйәт ҡылған атайҙың холоҡ-фағеленә ҡарата бер ниндәй ҙә аҡлау юҡ. Әҫәрҙә улдарын батырған, йәки автомобилендә газ менән ағыулаған атайҙарҙың ҡот осҡос енәйәтен ҡабатлатҡы килмәй, шуға күрә, уның аҙағын бына ошолайыраҡ күҙ алдына килтерәбеҙ.
***
...Өфө-Ырымбур юлы, 39-сы километр, машиналар мыжғып тора. Сания һәм уның ирекмән дуҫтары, ике төркөмгә бүлеп, баҡса ширҡәттәрен барлай башланы. Баҡсаларҙа кешеләрҙең кәмегән сағы, ҡалғандары йылы түшәктәрендә рәхәтләнеп йоҡлай. Кешеләрҙе уятыуы, һорау биреүе еңелдән түгел. Машиналар уңға-һулға үтеп-һүтеп йөрөй, Ана, бер такси ҙа эргәһенән генә үтеп китте. Артта ултырған ир эргәһендәге кемгәлер нимәлер һөйләй. Сания уларға ентекләберәк ҡараны, ләкин ҡараңғылатылған тәҙрә аша арттан бер нимә лә күренмәй. Бер сәғәткә яҡын баҡсаларҙы барлап йөрөнөләр. Әлегә Әхәт менән Мирхәттең эҙе тойолмай.
Сания баҡсала картуф ҡаҙып йөрөгән өлкән генә бер апай эргәһенә туҡталды һәм һүрәттәрен күрһәтте.
– Һеҙ уларҙың кеме булаһығыҙ? – тине әбей.
– Мин Сания булам, Мирхәттең әсәһе, Әхәттең ҡатыны.
– Шулаймы ни? – тине ҡарсыҡ. – Улар бит ошонда бер аҙна йәшәнеләр. Бөгөн иртән генә ошонда инеләр.
Санияның йөрәге дарҫлап типте.
– Инәй, әйтегеҙ әле, ҡайһы ерҙә улар?
– Бына, бынау йортта. Бер аҙна йәшәнеләр. Кисә улының кейемдәрен йыуып, киптерергә элгәнен үҙем күрҙем.
– Әле улар өйҙәме?
– Өйҙә булырға тейеш. Әйҙәгеҙ, кереп ҡарайыҡ әле.
Тыштан ишеккә терәү һалынған.
– Киткәндәр, – тине Сания, һыҙланып, – тағы өлгөрмәнек.
– Иҫемә төштө, иртән тегеләй-былай такси үтеп йөрөгәйне. Тик, дөрөҫөн әйтегеҙ, һеҙ, ысынлап та, уның ҡатынымы?
– Эйе, инәй. Һеҙ уның ҡайҙа киткәнен белмәйһегеҙме?
– Ҡайтҡандыр, тип уйлайым.
– Нисек ҡайтһын, уның сығып киткәненә айҙан ашып китте.
– Айҙан ашты? Ә ул бында үткән аҙнала ғына килде.
Сания шуға төшөндө, хәҙер бында ҙләүҙән файҙа юҡ. Бәлки ҡалаға күсергә кәрәктер? Такси менән булғас, Стәрле яғына китмәнеме икән? Сания тиҙ генә үҙе менән бергә эҙләгән ирекмәндәргә СМС-ка ебәрҙе. Юл эргәһендә йыйылып, кәңәшмә ойоштороп алдылар.
Ире менән улын эҙләү тәжрибәһенән сығып, Сания шундай һығымта яһаны: көс структураларына артыҡ ышаныс тоторға ярамай. Көн һайын ҡылынып торған төрлө кимәлдәге енәйәттәр күләгәһендә юғалған кешеләр, ғәҙәттә, икенсе, өсөнсө, хатта дүртенсе һыҙыҡҡа күсә. Юҡ, юҡ, дөрөҫ аңлағыҙ, беҙ улар насар эшләй, вазифаларына һалҡын ҡарай, ришүәт ала, һәм башҡа ғәйепләүҙәрҙән алыҫ торабыҙ. Күпселек осраҡта кешеләрҙең юғалыуы, кешеләрҙең бер-береһенә мөнәсәбәттәрен ҡороуға, көнкүреш енәйәттәренә ҡайтып ҡала. Ә инде ирекмәндәрҙең эшмәкәрлеге – бер йүнәлештә генә – юғалған аныҡ кешене эҙләү менән бәйле.
Шул ваҡыт Санияның телефоны шылтыраны.
– Һаумы, Сания, – тине Әхәт, – Һин миңә асыуланаһыңмы?
Сания өндәшмәй.
– Һинең мине яратмаҫҡа, күрә алмаҫҡа, хатта хөкөм итергә хоҡуғың бар. Мин һине бик ауыр һынауҙар кисерергә мәжбүр иттем. Минең өсөн бер аҡлау ҙа юҡ.
– Әхәт, әле һеҙ ҡайҙа? – тип кенә әйтә алды Сания.
– Беҙ алыҫ түгел, ошонда ғына, – тине Әхәт, – ә бөгөн иртән мин һине күрҙем.
– Күргәнһең, ә ниңә туҡтаманың? Мирхәт нисек?
Әхәт оҙаҡ ҡына өндәшмәй торҙо.
– Мин һинең эргәңдә туҡтарға ҡурҡтым, – тине ул аҙаҡ.
– Мин шулай ҡурҡыныс инемме ни? – тине Сания. – Мин айҙан артыҡ йүнләп йоҡлағаным да, ашағаным да юҡ. Һин минең эргәмдә туҡтарға ҡурҡтым, тиһең. Һин беҙҙең улыбыҙҙы алып сығып киттең. Мин нимә уйларға тейеш? Ҡайтыр әле, тип ҡул һелтәйемме, әллә һеҙҙең хаҡта бөтөнләй онотайыммы? Мин бит һинең балаларыңдың әсәһе...
Сания һәр һүҙен үлсәп сығарырға, ирҙе сәмләндермәҫкә, асыуына теймәҫкә тырыша. Кеше күңеле – ҡара урман шул, уның нимәләр уйлап йөрөгәнен ҡайҙан беләһең? Шуға ҡатын һөйләшеүҙе тынысыраҡ юҫыҡҡа күсерергә тырышты:
– Айҙан артыҡ ҡайҙа йөрөнөгөҙ ул? – тине ул, ҡыҙыҡһынып.
– Ике аҙна Ҡарламана булдыҡ, кешеләр ҡыҙыҡһына башлағайны, Өфө эргәһенә күстек. Булгаков эргәһендә – ун көнгә яҡын.
– Ә беҙҙең эҙләгәнде белә инеңме?
– Белмәй, бағана һайын, беҙҙең һүрәттәр эленеп тора.
– Һеҙҙе берәү ҙә таныманы ламы?
– Танымаған ҡайҙа! Ә, һеҙҙе бит күрҙек, һүрәтегеҙ тора, тиҙәр ҙә ҡуялар.
– Ә хәҙер ни эшләргә уйлайһың?
– Минең өсөн башҡа юл юҡ. Мин ҡайтам.
– Ҡайҙа ҡайтаһың?
– Ҡайҙа булһын, Шатлыҡҡа.
Әлбиттә, полиция был эште енәйәт, тип баһалаясаҡ, сараһын күрәсәк, ләкин мөмкин тиклем тынысыраҡ булырға, был ваҡиғаны артабан да ҡуйыртмаҫҡа кәрәк, тип уйлай Сания. Нимә генә эшләмәһен, ниндәй генә енәйәт ҡылмаһын, ул – ир ҡатыны. Ҡатыны ире өсөн яуаплы булһа, ире лә ҡатыны өсөн яуаплылыҡты уртаҡ күтәрергә тейеш.
– Ярай, осрашҡанға ҡәҙәр, – тине Әхәт.
– Хәҙер ҡайҙа бараһың?
– Ҡайтам.
Һөйләшеү өҙөлдө. Сания яңынан шылтыратып ҡараны – яуап бирмәне.
Сания ирекмәндәргә хәлде аңлатып бирҙе. Тегеләрҙең йөҙҙәре шунда уҡ асылды. Асылмай ни, бер түгел, ике кеше табылды, икеһе лә иҫән-һау. Был бит еңеү, уртаҡ еңеү һәм ошо еңеүгә уларҙың туранан-тура ҡатнашлығы бар.
Санияның телефоны шылтыраны тағы ла. Әһә, ҡәйнәһе шылтырата:
– Һөйөнсө, килен! – тине Әминә Закир ҡыҙы. – Икеһе лә иҫән-һау, ҡайттылар!
– Ысынлапмы? Ҡайһылай йәтеш булған! Нисек улар?
– Донъя күргәндәр инде. Ҡунаҡта булманылар бит.
– Асыҡҡандармы?
– Әллә былай, ас кешегә оҡшамағандар.
– Һин уларҙы, ҡәйнәм, ҡара инде. Мин хәҙер ҡайтып етәм.
– Нисек итеп ҡарайым һуң?
– Ашат, Мирхәтте, ҡайтҡас, бергә йыуындырырбыҙ. Фирғәт торҙомо?
– Торҙо, Мирхәтте тотҡолап ҡарай, танырға иткән һымаҡ.
– Онотоп та өлгөргәнме?
– Күрәһең, аптырана инде...
***
Бына шулай тамамланыр һымаҡ беҙҙең әҫәр. Ике аҙнанан ашыу, бергә булдыҡ, әҫәребеҙ геройҙарының хис-тойғолоарын бергә кисерҙек. Һығымтаны һеҙгә яһарға.
“Һәнәк” журналы сайтында, социаль селтәрҙәргәҙе төркөмдәренбеҙҙә һеҙҙең өсөн яңынан-яңы әҫәрҙәр ижад итеп, бергә булғыбыҙ килә! Яҙыусы бит үҙе өсөн түгел, уны уҡыусылар өсөн ижад итә. “Һәнәк” үҙенең уҡыусылары өсөн әҙәбиәттә бығаса билдәле булған, киләсәктә таралыуға дәғүә иткән мини-сериалдар яҙыу буйынса тәжрибәһен артабан да дауам итәсәк. Әйҙәгеҙ, киләсәктә лә көн һайын осрашып, тормош һынауҙарын уҡыусыларыбыҙ менән бергә кисереп йәшәйек!
***
Донъя хәлен белеп булмай, Әхәт менән Сания – өйҙәрендә, Шатлыҡ та урынында, беҙ ҙә иҫән-һау булайыҡ. Осрашырға насип итһен!
Аҙағы.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: