-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Февраль 2021, 21:46

ИР МЕНӘН ҠАТЫН Хикәйә Беренсе бүлек

Мәрзиәнең атаһы менән әсәһе икеһе лә фермала эшләне. Уңған, егәрле кешеләр ине. Тик икеһенең дә айныҡ көндәре һирәк булды. Балаларын да үҙ яйҙарына ҡуйҙылар. Шуға ҡыҙҙары ла, малайҙары ла әрһеҙ булып, тормошҡа яраҡлашып үҫтеләр.


ИР МЕНӘН ҠАТЫН
Хикәйә
Беренсе бүлек
Мәрзиәнең атаһы менән әсәһе икеһе лә фермала эшләне. Уңған, егәрле кешеләр ине. Тик икеһенең дә айныҡ көндәре һирәк булды. Балаларын да үҙ яйҙарына ҡуйҙылар. Шуға ҡыҙҙары ла, малайҙары ла әрһеҙ булып, тормошҡа яраҡлашып үҫтеләр.
9-сы класта уҡығанда Мәрзиәне оҙатып Риф килде. Риф – ауылда хәлле кешеләрҙең балаһы. Әсәһе – мәктәптә уҡыта, атаһы – колхозда профком рәйесе. Ауылда иң матур өй – уларҙыҡы, иң беренсе булып машина һатып алдылар.
Мәрзиәгә мәктәпкә көн һайын уларҙың өйө эргәһенән үтергә тура килә. Ҡайһы ваҡыт эшкә барырға сыҡҡан Нәғим ағай ҙа осрай. Рифтең атаһы Мәрзиәгә уҫал итеп ҡараған һымаҡ. Туҡтатыр ҙа, һин беҙҙең Риф менән дуҫлашып йөрөйһөңмө? Һин ҡайҙа үреләһең? Һинең атайың да, әсәйең дә алкаштар бит, тип әйтер һымаҡ. Улар өндәшмәне, ләкин мәктәпте тамамалағанда ямаҡ хәбәр ишетелде. Нәғим ағайҙың: “Ул ике алкаш ҡына ҡалғайны беҙгә. Мәрзиә үҙ ишен эҙләһен!” – тигән хәбәре килеп етте. Мәрзиә Стәрлетамаҡҡа пединститутҡа уҡырға инде, Риф Өфөлә Нефть-техник институтында уҡыны, уны тамамлап, эшкә урынлашты. Тәүҙәрәк – Мәрзиәнең егете булып, йыш ҡына килеп йөрөй ине. Киноға, театрға йөрөнөләр, кафеларҙа ултырҙылар. Риф бер көн тотто ла:
– Мәрзиә, әйҙә, өйләнешәйек, – тине.
Мәрзиә көлөп ебәрҙе:
– Ата-әсәйең менән һөйләштеңме һуң?
Риф ҡыҙарынды:
– Ә ниңә улар менән һөйләшергә?
– Йолаһы шулай, – тине Мәрзиә. – Атай менән әсәйҙең фатихаһын алырға кәрәк.
– Ярай, һөйләшермен, – тине Риф, тартынып ҡына.
Мәрзиә уны автовокзалда оҙатып ҡалды.
– Мин һине көтәм, – тине ул, Рифтең күҙҙәренә ҡарап...
Риф башҡа килмәне. Мәрзиә бер ултырып иланы ла, яҙмышына буйһондо. Юҡ, тимәк, юҡ. Физматтан Ғайсар исемле егет, күптән саҡырып, эргәһендә йөрөй ине. Насар егет түгел, тик һирәк-мирәк эскәне тойола. Буйға саҡ ҡына тәпәшерәк һымаҡ. Әхирәт ҡыҙҙары: “Нисауа, бер түшәктә йоҡлай тоорғас, тигеҙләнерһегеҙ әле”, – тип, уйынлы-көлкөлө тынысландырҙылар. Институтты уҡыр бөткәс, бер ай ҙа үтмәне, Мәрзиә менән Ғайсар өйләнештеләр. Аҙаҡ Риф тураһында ла хәбәр килде. Өйләнгән, Себергә эшкә киткән. Мәрзиә ире менән ауылда матур ғына итеп йәшәй башланылар. Тик тормоштоң рәте булманы. Бер йылдан, нимәлер эсеп, әсәһе ҡапыл ғына вафат булды. Ике йыл да үтмәне, атаһы ла уның артынан китеп барҙы. Йәлләне атаһы менән әсәһен Мәрзиә. Ғүмер буйы эшләнеләр, тормошта бер рәхәтлек күрмәнеләр. Шулай ғына булһасы. Ике-өс йыл да үтмәне, үҙенең ире Ғайсар тамам эскесегә әйләнде. Оҙаҡламай мәктәптән ҡыуҙылар. Юғары белемле физика уҡытыусыһы фермаға эшкә барҙы. Тәүҙә тиреҫ таҙартып булашты, унда ла эш күрһәтә алмағас, ҡулына һәнәк тотторҙолар. Тамам арыған Мәрзиәирен айнытыр өсөн нимәләр генә эшәмәне: өшкөрөп тә ҡараны ЛТП тигәненә лә ебәрҙе – бер файҙаһы ла булманы. Балалары интекте.
Бер йәй Стәрлетемаҡҡа барғайны, балаларына кейем-һалым алды, таныш урамдар буйлап йөрөнө, институтҡа инеп сыҡты. Сыҡһа, аҡрын ғына сигнал биреп, эргәһенә бер текә иномарка килеп туҡтаны. Яңылыш булды, шикелле, тип уйлап өлгөрмәне Мәрзиә, “джип”тан олпат бер ир төштө. Хаталанмаған икән шул, теге ир – Риф булып сыҡты.
– Һаумы, Мәрзиә!
– Бәй, Риф тә инде! Һаумы! Ни эшләп йөрөйһөң?
– Һине эҙләп йөрөйөм, – тине Риф.
– Нисек мине эҙләйһең?
– Һине һағындым. Аптырағас, һин уҡыған факультетҡа килһәм, һин йөрөп ятаһың.
– Ысынлапмы? Кит, бушты һөйләмә, – тине ҡатын уңайһыҙланып.
– Әйҙә, ултыр, беҙҙең яратҡан “Ҡарлуғас”ҡа барып киләйек.
Кафела ултырғанда Риф:
– Һин һаман элеккесә – матур, яғымлы, ипле, – тине Мәрзиәнең күҙҙәренә ҡарап.
Ҡатын тартынды:
– Ҡуй, Риф, мин – никахлы ҡатын, һинең дә хәләлең бар. Хәҙер беҙ бала-саға түгел, – тине.
– Ә мин үҙемде һаман да унынсы класс малайы һымаҡ тоям, – тине Риф. – Мин һине ярата инем, әле лә яратам. Һаман һине төштәремдә күреп уянам.
Мәрзиәнең башы әйләнде. Ҡыҙарынды. Ә бит бындай һүҙҙәрҙе уның үҙ ғүмерендә ишеткәне юҡ ине. Шарапты бер алып уртланы. Юҡҡа эсмәйҙәр икән, тәмле шул.
– Ниңә ҡайттың? – тине ҡатын бышылдап.
– Һине алырға ҡайттым, – тине ир. – Бәлки ишеткәнһеңдер, мин бит хәҙер яңғыҙ.
– Ишетмәгәйнем, – тине ҡатын һағайып. – Нимә булды?
Дауамы бар.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас в