+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Февраль 2021, 12:38

Ғашиҡтар көнөнә “Һәнәк”тән бүләк ҠАТЫН АЛҒАН – ҠОТОН АЛҒАН Хикәйә Беренсе бүлек

Фәрих өйләнде. Ниһайәт, тип өҫтәргә генә ҡала. Өйләнмәй ни, ҡырҡҡа етеп бара бит. Уның класташтары күптән өйләнеп, ғаилә ҡороп, улдарына кәләш, ҡыҙҙарына кейәү эҙләйҙәр.– Иң тәүге кәңәш һиңә шул, – тине Мәснәүи. – Ҡатын алһаң, ҡотон ал.Шунан, берәйһе күренмәйме, тигән һымаҡ, тирә-яғына ҡаранды ла:– Тағы шуны онотма: ҡатын – алтын булһа ла, иң яҡын дуҫ та һәм иң зәһәр дошман да. Ағайыңдан бер нисә кәңәш. Ҡатын-ҡыҙ эшен бер ваҡытта ла башҡарма. Мәҫәлән, бер тапҡыр ашарға бешереп, йомшаҡлыҡ күрһәтһәң, үлгәнсе ҡаҙан-кәстрүл тирәһендә ураласаҡһың. Хатта йомортҡа ла ҡурма, белмәйем тиң, ҡул да килешмәй тиң. Ғәфү ит, ҡустым, мәҫәлән, бер генә бала табып бир, герой-әсә булғансы бәпесләп йөрөйәсәкһең. Хатта миҙалды ла ҡатының тағып йөрөйәсәк, бөтә рәхәтен ул күрәсәк. Шунан һуң, һаҡ бул, маңлайыңды һыпырғылап йөрө. Мөгөҙ сыҡҡанын да күрмәй ҡалыуың бар.

Фәрих өйләнде. Ниһайәт, тип өҫтәргә генә ҡала. Өйләнмәй ни, ҡырҡҡа етеп бара бит. Уның класташтары күптән өйләнеп, ғаилә ҡороп, улдарына кәләш, ҡыҙҙарына кейәү эҙләйҙәр.

– Иң тәүге кәңәш һиңә шул, – тине Мәснәүи. – Ҡатын алһаң, ҡотон ал.

Шунан, берәйһе күренмәйме, тигән һымаҡ, тирә-яғына ҡаранды ла:

– Тағы шуны онотма: ҡатын – алтын булһа ла, иң яҡын дуҫ та һәм иң зәһәр дошман да. Ағайыңдан бер нисә кәңәш. Ҡатын-ҡыҙ эшен бер ваҡытта ла башҡарма. Мәҫәлән, бер тапҡыр ашарға бешереп, йомшаҡлыҡ күрһәтһәң, үлгәнсе ҡаҙан-кәстрүл тирәһендә ураласаҡһың. Хатта йомортҡа ла ҡурма, белмәйем тиң, ҡул да килешмәй тиң. Ғәфү ит, ҡустым, мәҫәлән, бер генә бала табып бир, герой-әсә булғансы бәпесләп йөрөйәсәкһең. Хатта миҙалды ла ҡатының тағып йөрөйәсәк, бөтә рәхәтен ул күрәсәк. Шунан һуң, һаҡ бул, маңлайыңды һыпырғылап йөрө. Мөгөҙ сыҡҡанын да күрмәй ҡалыуың бар.

Фәрих бөтә талаптарҙы ла теүәл үтәргә тырышты. Тик күңелендә барыбер шик яралды. Бер көн кис ҡатынының телефоны шылтыраны. Алып ҡына бирҙе Фәрих. Күҙенә: “Фәйрүзә, мин һине һағындым”, – тигән һүҙҙәр шәйләнде. Үҙен саҡ тыйып ҡалды. Яйлап ҡына күҙәтергә ҡарар итте. Мәснәүи ағай дөрөҫ әйтә: ҡабаланмаҫҡа кәрәк. Ир кеше сапер түгел. Уның бер тапҡыр ҙа хаталанырға хаҡы юҡ. Ниндәйҙер һәүрек, ана бит, уның ҡатынына смс ебәреп ята. Бергә эшләйҙәрҙер инде. Кеше ҡатынына ымһынмаһа, үҙенеке юҡтыр, күрәһең. Ә Фәйрүзәһе телефонын һүндерҙе лә йоҡлап та китте. Йоҡламай ни, иртүк уяна, ашарға әҙерләй, смена ярым эшләй, кис тағы ашарға бешерергә кәрәк. Ә Фәрих нишләне? Шым ғына телефонды алды ла, теге яҡҡа сығып, уҡый башланы. Юҡ, был бит смс ҡына ла түгел, үҙе бер мөхәббәт романы. Теге нимә яҙа? “Фәйрүзә, һине уйлап төндәр буйы йоҡлай алмайым. Мөхәббәтем, күҙ нурым! Һине ҡат-ҡат уйлайым. Исемеңде ҡабатлайым. Ҡасан осрашабыҙ?”

Ә быныһы нимә яҙа?

“Их, Сәхәү, өйләнмәгәнең, ҡатын-ҡыҙ хәлен белмәгәнең күренеп тора. Һин мине ир ҡосағында йоҡлап ҡына яталыр тип уйлайһыңдыр. Йоҡламай торһон әле. Таң менән торам, ашарға әҙерләйем. Уятып, ашатып эшкә ебәрәм дә үҙем өлгөрһәм – өлгөрәм, өлгөрмәһәм – юҡ, эшкә ашығам. Эштән ҡайтҡас, шул уҡ хәл. Ашап өлгөрһәм – өлгөрәм, өлгөрмәһәм – юҡ, үҙем ҡолап барам, үҙем йоҡлап барам. Ә ул нимә эшләй? Йә телевизор ҡарай, йә компьютерҙа уйнай”.

Бына күҙгә күренмәгән дошмандың яуабы.

“Фәйрүзә, һин минең нисек тәмле бешергәнемде белһәң, икеләнеп тормаҫ инең. Мин бешергән макарондар ауыҙҙа иреп тора. Хатта бутҡа бешерә беләм. Йомортҡа бешерергә өйрәнергә теләгем бар. Беҙ былай итербеҙ: һин кис бешерһәң, мин иртән бешерермен, һин иртән бешерһәң, мин – кис. Хатта кер йыуғандарын ҡарап торғаным бар. Ә ул эштең бер нимәһе лә юҡ икән. Кейем-һалымыңды ырғытаһың да эргәһендә тәмәке көйрәтеп, ял итеп ултыраһың. Үтекләргә өйрәнеүҙең дө бер нимәһе лә юҡ тинеләр”.

“Сәхәү, һинең һүҙеңә ышанһам, минең тормош түгел, байрам ғына була икән. Кер йыуыу минең йәкшәмбе көндәренә тура килә. Театр-концерт күргәнем юҡ. Сәскә гөлләмәһен туйҙа ғына тотоп ҡараным. Минән хушбуй еҫе түгел, аш-һыу еҫе килә”.

“Фәйрүзә, ундай шарттарҙа нисек йәшәп ятаһың һин? Мин һине ҡотҡарырға тейеш. Шуның өсөн әҙерлән, мин һине урлаясаҡмын”.

Фәрих, еңдәрен һыҙғанып, бер нәмә белмәй йоҡлап ятҡан бисәһе эргәһенә килде. Киткән баш киткән, әллә быуып ҡына һалаһы инде. Аффект хәлендә инем, үҙем дә белмәй ҡалдым, тиермен. Күп булһа, ун йыл бирерҙәр.

Бына нимә яҙа минең ҡатын:

“Ирҙән минең бәхет самалы. Китап уҡымай, шулай булғас, матур һүҙҙәр әйтә белмәй. Мөхәббәт уйындарын яратмай. Етмәһә, минән алда ятып йоҡлай. Яңылыш ҡағылып уятҡан булһам, күҙен дә асып тормай, мышнай ҙа йоҡлауын дауам итә”.

Фәрих үрле-ҡырлы һикерер ине, ҡатыны уяныр ҙа күреп ҡалыр һымаҡ. Фәрих шуға ҡайғыра: бажаһы ишетһә, ҡыуаныр инде: ғаилә бурысыңды ла үтәмәгәс, һин кемгә кәрәк?

Туҡта-туҡта, Сәхәү нимә яҙа? “Өс йыл йәшәп, балағыҙ ҙа юҡ икән. Шулай булғас, нимәгә һиңә ул ир? Әгәр миңә килһәң, балаларыбыҙ ҙа булыр”.

Бына тағы бер смс ебәргән:

“Мин һине һағындым, ҡәҙерлем”. Яуабы ла ошонда уҡ: “Батырым, һин мине ҡасан ҡотҡараһың?”

Эшкә барғас, Фәрих иң тәүҙә Мәснәүиҙе эҙләп тапты. Ә уныһы эргәһенә малай-шалайҙы йыйған да ғаилә серҙәренә өйрәтә:

– Өйгә ҡайтҡас, иң тәүҙә еҫкәп ҡарағыҙ, аш еҫе сығамы, юҡмы? Әгәр еҫе сыҡмаһа, аш бешеп өлгөрмәһә, бер һүҙ өндәшмәй өйҙән сығып китегеҙ. Һеҙҙең һымаҡ егеттәр юл ситендә ятмай. Ашатыусы һәр ваҡыт табыласаҡ. Әһә, бына Фәрих килде. Уның ниндәй уңыштары бар икән?

Фәрих, Мәснәүи эргәһенә килеп, үҙе һәм ҡатыны менән хәл-ваҡиғаларҙы һөйләп бирҙе.

– Насар, – тине Мәснәүи. – Ауыҙыңды асып йөрөгәнһең. Киленгә ҡармаҡ һалғандар. Тиҙ арала ҡотҡармаһаң, эләктерәсәктәр.

Фәрихкә, отгул алып, ҡатыны эшләгән ойошмаға барыуҙан башҡа сара ҡалманы. Ул арала булмай, әмәлгә ҡалғандай, Фәйрүзә Мәснәүиҙең ҡатыны Зәмзәмиә менән менән килеп сыҡты. Кафеға керҙеләр. Улар эргәһендә буш кабинка бар икән. Фәрих шунда кереп ултырҙы. Шаршау артында икәүләшеп серләшәләр.

(Аҙағы бер нисә сәғәттән буласаҡ).
Читайте нас: