+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Февраль 2021, 14:20

Ғашиҡтар көнөнә “Һәнәк”тән бүләк ҠАТЫН АЛҒАН – ҠОТОН АЛҒАН Хикәйә Икенсе бүлек

Иң тәүҙә Зәмзәмиә менән Фәйрүзә бер-береһен өйҙәге хәл-ваҡиғалар менән таныштырҙы. – Ә теге Сәхәүең менән хәлдәр нисек әле? – тине Зәмзәмиә.– Сәхәү ни, донъяны үҙгәртә инде, үҙгәртә.– Йә-йә, нисек? – тине Зәмзәмиә түҙмәйенсә.– Өйҙәге эштәрҙе ҡарай, хатта бер көндө иҙән йыуҙы. Аҡрынлап йомортҡа ҡурырға өйрәнә, – тип һанай башланы Фәйрүзә.– Ҡайһылай шәп булған! – тип сәпәкәй итте Зәмзәмиәһе. – Ә миңә ҡасан биреп тораһың?– Бөгөндән ала алаһың.– Ярай, – тип тағы ла ҡыуанды Зәмзәмиә, – бөгөн төнгөлөккә алып торам.

Иң тәүҙә Зәмзәмиә менән Фәйрүзә бер-береһен өйҙәге хәл-ваҡиғалар менән таныштырҙы.

– Ә теге Сәхәүең менән хәлдәр нисек әле? – тине Зәмзәмиә.

– Сәхәү ни, донъяны үҙгәртә инде, үҙгәртә.

– Йә-йә, нисек? – тине Зәмзәмиә түҙмәйенсә.

– Өйҙәге эштәрҙе ҡарай, хатта бер көндө иҙән йыуҙы. Аҡрынлап йомортҡа ҡурырға өйрәнә, – тип һанай башланы Фәйрүзә.

– Ҡайһылай шәп булған! – тип сәпәкәй итте Зәмзәмиәһе. – Ә миңә ҡасан биреп тораһың?

– Бөгөндән ала алаһың.

– Ярай, – тип тағы ла ҡыуанды Зәмзәмиә, – бөгөн төнгөлөккә алып торам.

– Ҡурҡмайһыңмы? – тип һорай бит әле Фәйрүзәһе.

– Уның нимәһенән ҡурҡаһың? Ирҙе шулай тәрбиәләп аҡылға ултыртмаһаң, булмай ул. Фәйрүзәкәйем, беләһеңме, ирҙе уны эт ҡараған һымаҡ итеп ҡарарға кәрәк. Ашатаһың-эсерәһең, һөйләгән бер һүҙен йөпләп тораһың, маҡтайһың, кеше араһында кәм-хур итмәйһең, прогулкаға ебәреп алаһың. Алыҫ китмәй, ашаған еренә кире ҡайта ул. – Уф, белмәйем, белмәйем, – ти Фәйрүзә. – Бер көн уянып китеп, күҙемде саҡ ҡына асып ҡараһам, ҡысҡырып ебәрә яҙҙым: өҫтөмдә еңдәрен һыҙғанып тора.

– Шунан-шунан?

– Инде быуа ғына тиһәм, ҡосаҡлап алды ла һыйынды ла ятты.

Шаршау артында ултырған Фәрих телһеҙ ҡала яҙҙы. “Нимә бушты һөйләйһең?” – тип килеп сығыуҙан саҡ туҡталып ҡалды.

– Алдан уҡ һөйләшеп ҡуяйыҡ, смскаларыңды матур ғына итеп, сама белеп кенә яҙ. Сәхәүең ул тиклем мөхәббәтен белдерергә ашыҡмаһын. Мәснәүиҙе белмәйһеңдер, ул бит ҡыҙыу. Берҙе биш итеп, юҡты бар итеп һөйләргә ярата. Тотор ҙа ысын тип уйлар. Ә һинеке берәй нәмә һиҙмәнеме? Өндәшмәнеме? – тип һораны Зәмзәмиә.

– Юҡ, – тип аптырана Фәйрүзә. – Бар тип тә белмәй.

– Бәлки, уҡымағандыр, – тине Зәмзәмиә. – Уҡый беләме, тикшерҙеңме?

– Белә-белә. Уҡыны, үҙем күрҙем. Тәүге төндә үк күреп ҡалды.

– Был ирҙәрҙе аңламаҫһың, – тине Зәмзәмиә. – Көнләшкәне лә, яратҡаны ла һиҙелмәй. Ҡуй инде, беҙҙекеләр ярата ла, матур һүҙҙәр ҙә һөйләй белмәй. Бына бер көн телевизорҙан бер әртис һөйгәненә “йәнем, күҙ нурым, мөхәббәтем, берҙән-берем, үҫкәнем” тип, Фидан Ғафаров һымаҡ, һәр һүҙҙе тәмләп әйткәйне, илап ебәрә яҙҙым.

– Аһ, ниндәй матур һүҙҙәр! – тине Фәйрүзә. – Нисек әле? “Йәнем, күҙ нурым, мөхәббәтем, берҙән-берем, үҫкәнем”...

– Уның ҡарауы, беҙҙекеләр эшләй белә, – тине Зәмзәмиә ҡыуанып. – Минеке лә эш тиһәң, үлә инде, өйгә ашарға ғына ҡайта. Өйөбөҙҙө төҙөп бөтһәк, машина алабыҙ, ти.

– Ниндәйҙе алам, ти?

– Тойота.

– О-о, Тойота! Ҡиммәт бит ул!

– Булһын, эшләй бит, аҡсаһын табыр әле.

– Әтеү минең еҙнә ҡайҙа эшләй ул?

– Әлләсе, белмәйемсе.

– Һин һорашҡаның юҡмы?

– Төҙөлөштә-маҙар түгелме икән. Тик шофер түгел инде, май еҫе сыҡмай.

– Эй, ҡайҙа эшләһә лә, барыбер түгелме ни? Аҡсаһын алып ҡайтһалар, шул еткән.

– Дөрөҫ. Иң мөһиме – иҫән-һау булһындар.

Ҡатындарҙың береһе шартлатып өҫтәлгә һуғып ҡуйҙы. Фәрих терт итеп ҡалды һәм шым ғына сығып тайҙы. Үҙе автобуста китеп бара, үҙе уйлап бара: Мәснәүи юҡты һөйләй икән дә баһа. Был ҡатын-ҡыҙ үҙҙәренән башҡа бер нимә белмәй.

– Туҡта, Мәснәүиҙең өйө бынауында шикелле. Кереп, хәлен белеп сығайым әле, – тип, Фәрих автобустан төшөп ҡалды. Ихатаһына барып керһә, мунсаһынан ҡоромға буялып бөткән Мәснәүи килеп сыҡты.

– Еңгәң мунса ярата. Ҡайтыуына яғып ҡуяйым тип йөрөгән баш. Бушамайым, туған, өлгөрмәйем. Берәй йомошоң бармы әллә?

– Йомош тип, әллә ни йомош юҡ, – тип үҙ алдына һөйләнгәндәй, Фәрих Мәснәүигә ҡараны, – хәлеңде беләйем тигәйнем.

– Бушамайым, – тине Мәснәүи. – Минең хәлде күрәһең бит инде. Иҙән йыуырға кәрәк, балаларҙы барып алырға кәрәк. Кисә бешергән бишбармағың тоҙло булды, ти. Бына һалма ҡырҡырға өлгөрмәйем инде. Ә һин нишләп йөрөйһөң?

– Мәснәүи ағай, кәрәкһә, ярҙам итәйемме әллә?

– Ҡуй, ҡустым, кәрәкмәй. Ҡамасауламаһаң, иң ҙур ярҙамың шул булыр.

– Былай ҡыйын түгелме һуң? Арымайһыңмы? – тине Фәрих.

– Арып ҡайҙа бараһың инде. Күрәһең. Бына үҙең йәшәй-йәшәй аңларһың әле, ағайыңдың да кәңәштәре ярап ҡалыр. Беҙ бит ир-ат, көслө зат түҙемле булырға тейеш. Түҙемле булмаһаң, һөйләнһәң, ҡаршылашһаң, ҡыуыр ҙа сығарыр. Шунан ҡайҙа бараһың, кемгә кәрәкһең? Шулай, туған, түҙемле булайыҡ.

Фәрих, түҙемле булайыҡ, тип эстән ҡабатлай-ҡабатлай өйө яғына атланы.

Читайте нас: