+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Февраль 2021, 09:55

ИР МЕНӘН ҠАТЫН Хикәйә Бишенсе бүлек

Йүгерешеп урамға сыҡтылар. Күҙҙәренә Рифтең “Тойота”һының артында кемдеңдер һыны күренеп ҡалды һәм ҡойма артында юғалды. Риф уның артынан ҡойма аша һикерҙе һәм күп тә үтмәне, берәүҙе ҡулдарынан шаҡарып ишек алдына килде. Тегеһе тартыша, етмәһә, һүгенә. Мәрзиәнең эсендә нимәлер өҙөлгәндәй булды. Ғүмер буйы ошо оятһыҙ һүҙҙәрҙе ишетеп, ҡурҡып йәшәне бит. Уф, әллә, ысынлап та, үҙе эләктеме икән?


ИР МЕНӘН ҠАТЫН
Хикәйә
Бишенсе бүлек
Йүгерешеп урамға сыҡтылар. Күҙҙәренә Рифтең “Тойота”һының артында кемдеңдер һыны күренеп ҡалды һәм ҡойма артында юғалды. Риф уның артынан ҡойма аша һикерҙе һәм күп тә үтмәне, берәүҙе ҡулдарынан шаҡарып ишек алдына килде. Тегеһе тартыша, етмәһә, һүгенә. Мәрзиәнең эсендә нимәлер өҙөлгәндәй булды. Ғүмер буйы ошо оятһыҙ һүҙҙәрҙе ишетеп, ҡурҡып йәшәне бит. Уф, әллә, ысынлап та, үҙе эләктеме икән?
– Был кем ул? Таныйһығыҙмы? – тине Риф тегене нығыраҡ тотоп.
Танымаймы һуң инде, тап үҙе. Шул инде, Ғайсар. Дауахананан ҡасып ҡайтҡандыр инде.
– Бәй, был бит Ғайсар кейәү! – тине Нәғим, тегенең йөҙөнә ҡарап һәм Мәрзиәгә күҙ һалып ҡуйҙы, ҡайҙалыр шылтырата ла башланы.
Ғайсар һаман да тартыша, ысҡынырға самалай. Риф тиҙ генә ҡайыш алып, тегенең аяҡ-ҡулын бәйләп, машина эргәһенә һуҙып һалды. Үҙе лә һиҙмәҫтән, Риф машинаһына күҙ һалды һәм һыҙғырып ҡуйҙы.
– Аба-а! Тамам эштән сығарған бит. Тәгәрмәсте һин тиштеңме?
– Ниндәй тәгәрмәс? Мин әле генә дауахананан ҡайттым! Ә һин минең бисәне алып киттең. Ни эшләп ҡырҙан ҡайтып, минең семьяны боҙоп йөрөйһөң? Бына малайҙарым ғына ҡайтһын, кәрәгеңде бирәм мин һинең!
– Һуң, Ғайсар, тәгәрмәсен ниңә тиштең? – тине Мәрзиә. – Тәгәрмәстең ни ғәйебе бар?
– Белмәйем, – тине һүгенеү ҡатыш Ғайсар. – Мин килгәндә дүртеһе лә тишек ине. Мин яңы килдем.
– Дүртеһе лә? – Риф машинаһының тәгәрмәстәрен барлап сыҡты. – Во, даёшь, Ғайсар! Дүртеһен дә тишкәнһең!
– Мин түгел! Мин теймәнем! Тишек ине килгәндә!.. Үҙең ғәйепле, ҡағылма кеше бисәһенә! Тәгәрмәсең дә теүәл булыр.
Күп тә үтмәне, Нәғимдең ихатаһына участковый полицейский аҡ “Нива”һы менән килеп инде. Бая Нәғим шылтыратып саҡырған икән.
– Өлкән лейтенант Сабиров. Бында нимә бара?
Нәғим тиҙ генә хәлде аңлатып бирҙе. Участковый әлегә Ғайсарҙы “Нива”ның артҡы өлөшөнә бикләп ҡуйырға ҡушты. Ғариза яҙыу, һорау алыу өсөн байтаҡ ваҡыт китте. Ғайсар “Нива”ның эт ташый торған бүлегендә һүгенеп, дөбөрләп, янауҙар ҡысҡырып арығандан һуң шымды, бәлки йоҡлап та киткәндер.
Сабиров иң һуңынан Рифкә мөрәжәғәт итте. Ул ваҡытта яҡтыра, ҡояш сығып килә ине инде. Риф Мәрзиәнең арыған, һағайыулы йөҙөнә ҡараны. Участковый:
– Йә, ағай, барыһын да ентекләп яҙығыҙ, тәгәрмәстәрегеҙ ямауға эшкинмәй, шикелле. Һәр береһе 40-ар меңдән. Байтаҡ зыян килгән һеҙгә. Бындайҙар баҙарҙа бар, шикелле.
– Белмәйем, нимә тип яҙырға... – Риф яңынан Мәрзиәгә күҙ һалды. – Әллә Ғайсарҙың эше, әллә – икенсе кеше.
– Бәй, әле генә машина эргәһендә йөрөй ине, тип әйттегеҙ, – тине участковый аптыранып.
– Ҡараңғы ине, мин уны күрмәнем, танымайым. Мин күргәне оҙонораҡ һәм таҙараҡ ине, – тине Риф Мәрзиәгә ҡарап. – Йүгереп сыҡһам, урамдан Ғайсар китеп бара. Юҡ, тәүҙә таныманым. Тотоп алып керһәм, Ғайсар булып сыҡты. Улмы икәнлеген раҫлай алмайым.
– Һуң, әле генә Ғайсар, тинегеҙ... Хәҙер ул түгел икән. Давай, икеләнеп тормағыҙ. Хәҙер илтеп ябам, – тип тиҫкәреләште участковый. – Беренсе тапҡыр түгел, бер-ике йыл ултырып ҡайтһын.
– Бер ике йыл ултырып ҡайтһын! – тип һөйләнде Риф. – Һеҙгә еңел, ғәйепһеҙ кешене ултыртып, өҫтөмә гонаһ алаһым юҡ. Хәҙер бер-ике йылды миллиардлап урлаған өсөн бирмәйҙәр. Ә һеҙ тәгәрмәс өсөн төрмәгә тығырға итәһегеҙ. Сығарығыҙ! Ғәйебе юҡ уның.
Риф ныҡ-ныҡ баҫып, өйөнә инеп китте.
– Ә һеҙ нимә көтәһегеҙ? – Участковый Мәрзиәгә мөрәжәғәт итте.
– Минең ирем ул, – тине Мәрзиә.
– Машина хужаһы һеҙҙең ирегеҙме?
– Юҡ, юҡ! – тип көлдө ҡатын. – Минең ир, ана, “Нива”ла ята.
– Бер нимә лә аңламайым. Йоҡо ҡалдырып йөрөүегеҙҙе әйтер инем... – Участковый ҡәнәғәт түгеллеген белдерҙе. – Ҡарағыҙ уны, мине башҡа борсомағыҙ! Ҡыҙыҡ халыҡ. Дүрт тәгәрмәс тишелгән, тишеүсеһе “Нива”ла ята, ә ғәйепле кеше юҡ. Алығыҙ ирегеҙҙе!
Участковый һөйләнә-һөйләнә “Нива”ның артҡы ишеген асты, төрткөләп, Ғайсарҙы уятты һәм төшөргә ҡушты.
– Бар, ҡайтығыҙ!
– Әйҙә, тиҙ бул! – Мәрзиә ирен ҡабаландырҙы.
– Мине ниңә сығарҙылар ул? – Ғайсар уянып бөтмәгәйне әле.
– Һөйләнмә! Атлауыңды бел!
Дауамы бар.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: