-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Февраль 2021, 18:00

Бәйле аҙмай башҡа бәлә килмәй

Гөлсирәләрҙең ишек алдындағы клумбала, тирә яҡҡа йәм биреп, йылдың-йылы флокса гөлө сәскә ата. Килгән бер кешенең күҙе шунда төшә.- Ах, ниндәй матур сәскәләр, күҙ яуын алып ултыра, - тип һоҡланып, ҡарашын шул сәскәләргә төбәй. Гөлсирә үҙе лә ярата был сәскәләрен: төрлө-төрлө ашламалар һибеп, ҡәҙерләп кенә үҫтерә. Һыуыҡ төшә башлау менән, туңып ҡуймаһын тип, тиреҫ менән ҡаплай, яҙ башынан ләйсән ямғыры һыуҙарын йыйып һибә.

Бәйле аҙмай башҡа бәлә килмәй
Гөлсирәләрҙең ишек алдындағы клумбала, тирә яҡҡа йәм биреп, йылдың-йылы флокса гөлө сәскә ата. Килгән бер кешенең күҙе шунда төшә.
- Ах, ниндәй матур сәскәләр, күҙ яуын алып ултыра, - тип һоҡланып, ҡарашын шул сәскәләргә төбәй. Гөлсирә үҙе лә ярата был сәскәләрен: төрлө-төрлө ашламалар һибеп, ҡәҙерләп кенә үҫтерә. Һыуыҡ төшә башлау менән, туңып ҡуймаһын тип, тиреҫ менән ҡаплай, яҙ башынан ләйсән ямғыры һыуҙарын йыйып һибә.
Бер көндө хужабикә бесәйенең шул матур гөл төбөндә салҡан ятып аунаҡлауын күреп ҡалды. Йәне көйгән хужабикә:
- Һай, биғәләш, һиңә ошонан башҡа урын бөткәнме ни? Ана, ишек алды ниндәй иркен, бар ҙа шунда ятып тула, - тип холоҡһоҙ бесәйен клумбанан ҡыуып ебәрҙе.
Бер нисә көн үткәс, ҡараһа, баяғы бесәй тағы шул гөлдөң төбөндә ята. Флоксаның сәскәләре ҡойолған, ботаҡтары һынған.
- Ах, яуыз, бөткәнме һиңә аунарға башҡа урын, - тип үткәндә әйткән һүҙҙәрен ҡабатланы ла Гөлсирә, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, бәйле аҙған бесәйен тағы гөл төбөнән ҡыуып ебәрҙе.
Был хәлгә тағы бер-нисә көн үтте. Ҡараһа, бесәйе тағы шул гөлдөң төбөндә тулап ята. Флоксаның ҡалған ботаҡтары ла һынып бөткән.
- Ниңә ошо гөлгә үсләште һуң әле был бесәй? Ҡороп ҡалғыры, гөлөмдө тамам иҙеп бөттө, - тине лә Гөлсирә шунда торған эскәмйәгә терәлеп, илап ебәрҙе. – Минең яратҡан сәскәмдең төбөнә килеп ятып туламаһаң, һиңә башҡа ер бөткәнме ни? Ана, ихата ниндәй иркен, тип ҡабатланы ул күҙ йәштәре аша үткәндә әйткән һүҙҙәрен. Күпме теләйһең шулай алйотлан. Нисәмә йылдар күҙ ҡараһылай тәрбиәләп үҫтергән сәскәмдең башына еттең.
... Гөлсирә донъя көтөргә ихлас ҡатын. Бесәйенә лә яҡшы тәрбиә ҡыла. Һыйырын һауған һайын уның сеүәтәһенә йылы һөт ҡоя. Аш бешерһә, мыяулап, мыжып йөрөмәһен тип, үҙҙәренән алда бесәйен ашата. Һуңғы ваҡытта артыҡ ныҡ һимереп киткән бесәйе хатта сысҡан тотоуын да онотто. Бар белгәне аяҡ аҫтында һырпаланыу. Ит изгелек, көт яуызлыҡ, шулай булалыр инде.
Гөлсирә, мырылдап янына килгән бесәйен, эргәһенән ҡыуып ебәрҙе лә: - Башҡаса минең күҙемә күренәһе булма, хәсис, - тип эргәһенән сыбыҡлап ҡыуып ебәрҙе.
Бәйле аҙмай, башҡа бәлә килмәй, тип дөрөҫ әйтәләр. Тамам холоһоҙға әйләнгән бесәй бер-ике көн өй тирәһендә күренмәне.
Бер көндө көтөү ҡыуып ҡайтып килә ине, юл сатында гөл түбөндә аунарға яратҡан бесәйе ята. Үлгән. Әллә был боҙоҡтоң ашатҡан, эсергән, үҙенә тәрбиә ҡылған хужабикәһенең рәнйешен алыу башына еттеме? Әллә бәйле аҙған йән эйәһен Аллаһ үҙе хөкөм иттеме?
Хаҡ уйланы Гөлсирә. Хатта бесәйҙәргә рәнйеш алыу килешмәй.
Аллаһ хөкөмөнән ҡурҡмайынса, кешеләр араһында ла яуызлығының аҙағы ни менән бөтөрөн уйлап тормайынса, берен-бере рәнйетеүе, бәйеле аҙып, башына бәлә алыуын беләбеҙ. Әҙәм балалары был холоҡһоҙ бесәйҙең ҡылығынан фәһем алһын ине.
Лира Әхмәт ЯҠШЫБАЕВА
Читайте нас: