+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Февраль 2021, 09:00

ИР МЕНӘН ҠАТЫН Хикәйә Етенсе бүлек

Мәрзиә түҙеп ултыра буламы һуң инде. Рюкзакты ныҡ ҡына йәшереп ҡуйғандан һуң, Ғайсарҙы ашатты, сәй эсерҙе. Бер аҙ йөҙө асылған ир ваҡыт-ваҡыт нимәлер уйлап ҡатынына ҡарап ҡуйҙы. – Рифте класташым тинеңме? – тип һораны ҡапыл Ғайсар. – Эйе, – тип ҡоро ғына яуап бирҙе ҡатын, артабан уның менән һүҙ ҡуйыртырға теләмәүен билдәләп.

ИР МЕНӘН ҠАТЫН
Хикәйә
Етенсе бүлек
Мәрзиә түҙеп ултыра буламы һуң инде. Рюкзакты ныҡ ҡына йәшереп ҡуйғандан һуң, Ғайсарҙы ашатты, сәй эсерҙе. Бер аҙ йөҙө асылған ир ваҡыт-ваҡыт нимәлер уйлап ҡатынына ҡарап ҡуйҙы.
– Рифте класташым тинеңме? – тип һораны ҡапыл Ғайсар.
– Эйе, – тип ҡоро ғына яуап бирҙе ҡатын, артабан уның менән һүҙ ҡуйыртырға теләмәүен билдәләп.
– Һүҙ юҡ, шәп класташ. Бай, айныҡ, фанфурик та эсмәй. Минең һымаҡ ауыр тормоштан йонсоған ир түгел инде, – тип аҡыл һатты Ғайсар. – Ярай, бик шашмаһын, Стәрлелә минең егеттәр бар, кәрәк тапһам, аҡылға ултыртырбыҙ. Яйы сыҡҡанда әйтеп ҡуй, минең менән улай һауалы һөйләшмәһен.
Мәрзиә өндәшмәне, сөнки иренең холҡон белә, үҙ һүҙен һөйләп тик ултырасаҡ. Машина килеп ингәне ишетелде. Ғайсар йүгереп барып тәҙрә ситенән ҡараны һәм төпкө бүлмәгә инеп ҡасты.
– Ҡара уны, мин өйҙә юҡ! – тип әйтеп кенә өлгөрҙө.
Ишек шаҡынылар. Тағы бер полицейскийҙы эйәртеп участковый Сабиров килеп инде.
– Һаумыһығыҙ, – тип әҙәпле генә өндәште участковый. – Һеҙгә бер нисә һорау бирергә мөмкинме? Ғайсар Ғәлиуллин һеҙҙең ирегеҙме?
– Эйе, – тине Мәрзиә аптыранып, – уға ни булған?
– Әлегә бер нәмә лә булмаған, – тине икенсе полицейский. – Һеҙ уны һуңғы тапҡыр ҡасан күрҙегеҙ?
– Ошонда йөрөй ине. Ашарға таптырҙы, кейемен алыштырҙы, аҙаҡ ҡайҙа киткәндер, белмәйем, – тип һөйләнде ҡатын.
– Һеҙ бергә йәшәйһегеҙме, әллә айырылыштығыҙмы? – тине Сабиров Мәрзиәнең эргәһенә үк килеп. – Дөрөҫ яуап бирегеҙ.
– Дөрөҫ яуап бирә алам, – тине Мәрзиә ҡыйыу ғына, – был беҙҙең шәхси эш. Беҙ айырылышыу хаҡында ғариза бирҙек.
– Аңлашылды, – тине Сабиров коллегаһына мәғәнәле ҡарап. – Ә тишелгән дүрт тәгәрмәс хаҡын кем түләйәсәк?
– Һеҙ был һорауҙы автомобиль хужаһына йә Ғайсар Ғәлиуллинға бирә алаһығыҙ. Ә һеҙҙең автомобиль хужаһынан ғаризағыҙ бармы?
Сабиров менән иптәше был һорауҙы көтмәгәйне, шуға бер-береһенә ҡараштылар.
– Борсолмағыҙ, ғариза буласаҡ, – тине Сабиров, – үҙегеҙ беләһегеҙ, был йәһәттән беҙҙең бай тәжрибә бар. Шуны онотмағыҙ, ханым, һеҙҙең иректә йөрөүегеҙ һис тә һеҙҙең ҡаҙанышығыҙ түгел, бары тик беҙҙең эшләп еткермәүебеҙ генә. Төшөндөгөҙмө?
Мәрзиә бирешеп, ҡурҡып торманы:
– Ғәфү итегеҙ, уҡытыусы-филолог булараҡ, һәр һүҙҙең мәғәнәһен һеҙҙән кәм аңламайым һәм һеҙҙең янауҙарығыҙҙы әүәл-әүәлдән ҡалған, төҙәтә алмаҫлыҡ сир сифатында ҡабул итәм, – тип әйтеп һалды.
Ике полицейский бер-береһенә ҡарашты, хатта береһе һыҙғырып ҡуйҙы.
– Бындай мәғәнәһеҙ ҡыйыулыҡ һеҙгә кәрәкме? – тине Сабиров ҡатындың күҙҙәренә ентекләп ҡарап.
– Кәрәкмәй, – тип көлөп ебәрҙе Мәрзиә сумкаһынан кеҫә телефонын алып, - Сөнки ошондай телефондар уйлап тапҡандан һуң, ҡытайҙарға рәхмәт яуғыры, ҡурҡыу икенсе планға күсте. Әле генә яҙып алды ла йылылай килеш телевидениела эшләүсе һеңлемә күсереп тә ҡуйҙы.
Дауамы бар.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: