-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Февраль 2021, 18:10

ИР МЕНӘН ҠАТЫН Хикәйә Һигеҙенсе бүлек

Мәрзиә тиҙ генә икмәк ҡырҡты, колбаса тураны, сәйен ҡуя һалды. Ғайсар килеп инде. Иң тәүҙә бүлмәләргә күҙ һалып сыҡты. – Ҡабаланаһың! – тине ир ҡатынына, әллә янаны, әллә күнде. – Мин үлгәнде көтмәйһең! Әллә оҙаҡ йәшәр, тиһеңме? – Ниңә юҡты һөйләйһең? Мин һиңә ҡасан насарлыҡ теләгәнем булды? – Әллә инде, беләм, – тип үҙ алдына һөйләнде ире, – эйе, беләм, һин мине яратманың. Бәлки яратһаң, ошо көнгә лә төшмәҫ инем.


ИР МЕНӘН ҠАТЫН
Хикәйә
Һигеҙенсе бүлек
Мәрзиә тиҙ генә икмәк ҡырҡты, колбаса тураны, сәйен ҡуя һалды. Ғайсар килеп инде. Иң тәүҙә бүлмәләргә күҙ һалып сыҡты.
– Ҡабаланаһың! – тине ир ҡатынына, әллә янаны, әллә күнде. – Мин үлгәнде көтмәйһең! Әллә оҙаҡ йәшәр, тиһеңме?
– Ниңә юҡты һөйләйһең? Мин һиңә ҡасан насарлыҡ теләгәнем булды?
– Әллә инде, беләм, – тип үҙ алдына һөйләнде ире, – эйе, беләм, һин мине яратманың. Бәлки яратһаң, ошо көнгә лә төшмәҫ инем.
– Бының менән нимә әйтергә теләйһең? – тине ҡатын.
– Һиҙмәйһеңме ни, һинең ғәйепле икәнлегеңде күрһәтергә теләйем, – тине Ғайсар, – ныҡлы ғаилә ҡорған ир менән ҡатын булманыҡ беҙ һинең менән. Һин – ҡосағымда, ә үҙең бөтөнләй икенсе кешене уйлайһың.
– Быны ниҙән сығарып һөйләйһең? – тине ҡатын һаман аптырап.
– Рифте, эйе, Рифеңде күргәс, төшөндөм. Һин ғүмер буйы шуның хаҡында хыялланып йәшәнең. Ниһайәт, Рифеңде лә күрҙем. Харап берәү, иномаркала ҡайтҡан, 40 меңлек тәгәрмәсен тишкәндәр, имеш. Ҡулымдан килһә, машинаһына ултыртып, яндырыр инем мин уны, эсенә бысаҡ тығып, болғар инем.
Мәрзиә ҡурҡып ҡалды, инәлеп, иренә ҡараны:
– Һин нимә һөйләйһең, Ғайсар? Уның ниндәй ғәйебе бар? Эйе, беҙ уның менән бер аҙ дуҫлашып йөрөнөк. Беҙҙең кластың иң алдынғы, көслө уҡыусыһы ине.
– Көслө булғас, ниңә шуға ғына кейәүгә сыҡманың? Ир менән ҡатын бер-береһенә тоғро булырға, хөрмәт итергә тейеш!
– Ә минең тоғролоғом һине шикләндерәме? – тип аҡрынлап тынысланды Мәрзиә. – Бәлки мин хыянат иткәнмендер? Әллә берәй һүҙ ишеттеңме?
– Юҡ, ишетмәнем, дәлилдәрем юҡ, күңелем генә һиҙә. Рифеңде күргәс, төшөндөм: минең менән йоҡлаһаң да, уны яратҡанһың, күңелең менән миңә хыянат иткәнһең. Бөтәһенә лә ул ғәйепле икән. Ә мин һиндер, тип уйлағайным. Ниңә өндәшмәйһең, Мәрзиә, шулай түгелме ни?
– Ә хәҙер мине тыңла, – тип яйлап, ҡыҙа башланы ҡатын, – институтта уҡығанда уҡ, аҡрынлап, эсергә өйрәнмәнеңме ни? Туйҙа кем иң беренсе булып иҫереп, өҫтәл аҫтына ҡоланы? Шул хаҡта оноттоңмо? Ә ауылда был хаҡта онотмағандар байтаҡ. Ә кем һиңә ҡойоп торҙо араҡыны? Рифме?
Ғайсар мөңгөрләне, нимәлер әйтергә теләгәйне, ыңғырашыу ғына ишетелеп ҡалды.
– Етәр, Мәрзиә.
– Ә миңә етмәне әле. Ә кем эсә-эсә мәктәптән ҡыуылды? Һинең өсөн әле булһа оялам, уҡытыуҙан ҡыуылыуыңда ла Риф ғәйеплеме? Юғары белем менән фермала кем тиреҫ таҙартып ҡараны, ҡулынан килмәне?
– Етәр, тинем! Өндәшмә! Рифкә арҡаланырға итәһеңме?
– Ә минең үҙемдең дә көсөм етә һиңә. Ә һин беләһеңме, балалар ни өсөн ҡайтмай? Сөнки улар иҫерек атайҙы, айнымаған олатайҙы күрергә теләмәй. Һин үҙеңдең бөткән кеше икәнлегеңде һаман аңламайһыңмы ни?
Мәрзиә, тәүге тапҡыр күргән һымаҡ, оҙаҡлап, ентекләп иренә ҡараны. Ҡырынмаған бите һырланып бөткән, үҙе ҡап-ҡара, ғүмерҙә йыуылмаған ҡулдары ҡалтыранып тора.
– Улай булғас, ниңә минең менән йәшәйһең? – тине ире. – Һине кем тота? Бар, ана Рифеңә. Күңелем һиҙә, ул һине һағынып ҡайтманымы икән?
– Дөрөҫ әйтәһең, – тине Мәрзиә, – һине алдап йөрөйһөм юҡ. Риф минең өсөн ҡайтҡан.
Был һүҙҙәр Ғайсарҙың башына күҫәк менән һуҡҡан һымаҡ тәьҫир итте. Ул меҫкен генә итеп йылмайҙы, хатта аҫҡы ирене тартышып ҡуйҙы һәм ныҡ итеп һүгенде.
– Шулайҙыр, тип уйлағайным да. Ә бында нимә көтөп ултыраһың? Ниңә күсенеп китмәйһең?
– Өлгөрөрмөн, – тине Мәрзиә, – оҙаҡ бараһы түгел, юл аша ғына сығырға.
– Тимәк, мине бөтөнләй иҫәптән сығарып ташлайһың инде? – тип йәлләүес итеп һөйләнде Ғайсар.
– Әле хәл итмәгәнмен, – тине Мәрзиә, Ғайсарҙы тынысландырғандай итте, – үҙең беләһең, мин һинең иҫереп йөрөүҙәреңдән туйғанмын. Ысын, бәхетле ҡатындар һымаҡ йәшәп ҡарағым килә.
– Ә минең менән шулай уҡ бәхетһеҙ булдыңмы ни? – тип мөлдөрәне ире. – Ә ниңә уны элегерәк әйтмәнең?
– Айныҡ сағың булдымы? – тине Мәрзиә. – Ундай һүҙҙәрҙе айныҡ килеш һөйләшәләр.
– Мәрзиә, ҡабаланма, һөйләшәйек әле. Бәлки һин миңә төҙәлергә мөмкинлек бирерһең? Аҙ түгел бит, утыҙ йыллап йәшәлде, бергәләп балалар үҫтерҙек.
– Бергә балалар үҫтерҙек, тиһең. Ә ҡайһы балаңды роддомдан барып алдың? Өсөһөндә лә үҙем машина яллап ҡайттым бит.
– Һуң, беҙҙең арала иҫтә ҡалырлыҡ бер нимә лә юҡмы ни?
– Юҡ! – тине Мәрзиә, ҡәтғи итеп. – Иҫереп, төндәр буйы былағайланыуыңды иҫәпкә алмаһаҡ, иҫкә алырлыҡ бер нимә лә юҡ!
Ҡапыл тыштан ишек шаҡығандары, машина геүләгәне ишетелде. Тәҙрәнән үрелеп ҡараһалар, ихатала – бер түгел, ике полиция автомобиле, бәй, дүрт полицейский йөрөп ята. Уларға нимә ҡалмаған тағы?
– Ә бына хужалар үҙҙәре, – тип өндәште участковый Сабиров, – һеҙҙең өйгә һеҙҙең ауылдан ялыу бар. Һеҙҙең иптәшегеҙ, Ғайсар Ғәлиуллин, ябай ғына итеп әйтһәк, фанфуриктар һатыуҙа ғәйепләнә. Бына минең коллегалар, мүнәтәйҙәр. Хәҙер беҙ һеҙҙең өйөгөҙҙө, һарайығыҙҙы тентеп сығасаҡбыҙ.
Мәрзиәнең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Төпкө бүлмәлә долларҙар тулы рюкзак ята. Тентей башлаһалар, һис шикһеҙ, күрәсәктәр. Ә һарайҙағы ҡаптарҙы күрһәтһә, үҙенә һүҙ тейер, йә Ғайсарҙы ҡулға аласаҡтар.
– Йәгеҙ, ҡаптарҙы ҡайҙа һаҡлайһығыҙ? – тине Сабиров. – Юғиһә, донъяғыҙҙың аҫтын-өҫкә килтерәбеҙ.
Ғайсар, мөлдөрәп, Мәрзиәгә ҡарай, әллә һүҙ ярҙамы көтә инде. Мәрзиә өндәшмәй, быларҙы нисек тә өйгә индермәҫкә кәрәк. Ләкин улар һорап торамы һуң инде? Мәрзиә Сабиров эргәһенән үтеп барғанда, ҡолағына ғына, һарайҙан эҙләгеҙ, тип бышылданы. Участковый тәүҙә өйгә инеп сыҡҡан булды ла:
– Һарайҙы тентергә! – тип бойороҡ бирҙе.
Бик оҙаҡ эҙләмәнеләр. Ярты сәғәт үттеме, юҡмы, ҡәнәғәт йылмайышып, ҡаптарҙы күтәреп, килеп тә сыҡтылар. Шунда уҡ акт төҙөнөләр, видеоға төшөрөп алдылар. Сабиров, үҙенең етәкселәренәме икән, шылтыратып та өлгөрҙө.
– Был фанфуриктар минеке түгел! – тип Ғайсар актҡа ҡул ҡуйыуҙан баш тартты.
– Берегеҙ ҡултамғаһын ҡуйырға тейеш! – тип ныҡыша участковый.
– Миңә яраймы? – тине Мәрзиә. Бар маҡсаты – быларҙы тиҙерәк ихатаһынан сығарып ебәреү.
– Шешәләр һеҙҙекеме һуң? – тип һораны Сабиров.
– Юҡ, әлбиттә, – тине Мәрзиә, – әллә мин фанфурик ҡулланған кешегә оҡшағанмынмы?
– Юҡ, мин улайтып әйтмәйем, – тине участковый, – беҙ ҡаптарҙың кемдеке икәнлеген асыҡларға тейеш.
– Ярай, ҡаптар минеке түгел, ти. Ә һарайҙың минеке булыуының әһәмиәте бармы?
Полицейскийҙар бер-береһенә ҡарашты. Был ҡатын ғәйепте үҙ өҫтөнә ала түгелме һуң? Бәлки ирен яҡлап ҡалырға теләйҙер? Моғайын, ирен ултыртып ҡуйырҙар, тип ҡурҡалыр инде.
– Был осраҡта яуаплылыҡ һеҙҙең өҫкә төшәсәк, – тине Сабиров, – уйлағыҙ, бәлә алыуығыҙ бар.
– Бында нимәһен уйлап тораһың? – тине Мәрзиә, актты алып, ҡултамғаһын ҡуйҙы. – Шешәләр минең һарайҙа табылған бит. Һеҙҙең өсөн барыбер түгелме ни?
Полицейскийҙар Мәрзиәгә саҡырыу ҡағыҙы ҡалдырҙылар ҙа, сығып киттеләр. Ә кисен урындағы сайттарҙың береһендә “Ауыл уҡытыусыһы Мәрзиә Ғәлиуллинаның ихатаһында һатыу өсөн әҙерләнгән “фанфурик”тар табылды” тигән яҙма барлыҡҡа килде һәм ошо хәбәр башҡа мәғлүмәт сараларына ла таратылды.
Таң менән мәктәп директоры шылтыратты:
– Мәрзиә Фәритовна, аңлатығыҙ әле, нимә булды ул, мәғариф бүлеге мөдире шылтырата.
– Ҡуйығыҙ инде, Төхвәт Саматович! – тине Мәрзиә, уйынлы-ысынлы. – Аяҡ-ҡулдарым һыҙлай бит. Ыуынһаң, файҙаһы бар, тинеләр. Күпләп алған булғайным, участковый ҡайҙандар һиҙеп ҡалған.
– Был хәбәр дөрөҫмө инде, былай булғас?
– Дөрөҫ шул.
– Һатмағанһығыҙҙыр ул?
– Һатыу ҡайҙа инде, беҙҙең ҡулдан килгән эш түгел. Минең ир, табып алған да, бер-икеһен эскән.
– Ғайсар эскәнме?
– Шулай шул.
– Хәҙер ни эшләрбеҙ икән? – тип һораны директор.
– Һеҙҙе өйрәтергә түгел, Төхвәт Саматович, эшенән ҡыуаһығыҙ, былай ҡотола алмай инегеҙ, бик йәтеш булды. Еңел генә итеп, сығараһығыҙ ҙа ебәрәһегеҙ.
– Һеҙ ысынлап әйтәһегеҙме, Мәрзиә Фәритовна?
– Ысынлап әйтәм. Һеҙҙе ҡотлайым, минән ҡотолоуығыҙ менән ҡотлайым!
Дауамы бар.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас: