+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Февраль 2021, 22:36

ИР МЕНӘН ҠАТЫН Хикәйә Туғыҙынсы бүлек

Бындай шарттарҙа Мәрзиәгә яңынан тормош ҡороу еңел булмаясаҡ. Уйлана, элекке тормошон хәҙергеһе менән сағыштырып ҡарай. Күренеп тора: Ғайсар менән киләсәк юҡ. Ә Риф менән тормошон әлегә күҙ алдына килтерә алманы. Әлбиттә, уның аҡсалы булыуы ғаиләгә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, ләкин ҙур аҡса – ҙур мәшәҡәт тигән һүҙ. Ана бит, шәүлә һымаҡ килде лә торҙо ла юҡҡа сыҡты. Мәрзиә аҡсаны алып тағы ла бер барланы. Теүәл ята, кәмегәне күренмәй. Шифоньерҙың аҫҡы бүлегенә йәшереп ҡуйҙы. Юҡ, аҡсаны былай һаҡларға ярамай. Риф үҙе килеп сыҡһа, тоттороп ебәрер. Полицияны белеп буламы, тағы килеп тентерҙәр. Тышта кемдәрҙеңдер урыҡ-һурыҡ һөйләшкәне ишетелде. Һаҡ ҡына килеп ҡараһа, Ғайсар менән Риф һөйләшә икән. Юҡ, һөйләшмәйҙәр, һүҙ көрәштерәләр.


ИР МЕНӘН ҠАТЫН
Хикәйә
Туғыҙынсы бүлек

Бындай шарттарҙа Мәрзиәгә яңынан тормош ҡороу еңел булмаясаҡ. Уйлана, элекке тормошон хәҙергеһе менән сағыштырып ҡарай. Күренеп тора: Ғайсар менән киләсәк юҡ. Ә Риф менән тормошон әлегә күҙ алдына килтерә алманы. Әлбиттә, уның аҡсалы булыуы ғаиләгә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, ләкин ҙур аҡса – ҙур мәшәҡәт тигән һүҙ. Ана бит, шәүлә һымаҡ килде лә торҙо ла юҡҡа сыҡты. Мәрзиә аҡсаны алып тағы ла бер барланы. Теүәл ята, кәмегәне күренмәй. Шифоньерҙың аҫҡы бүлегенә йәшереп ҡуйҙы. Юҡ, аҡсаны былай һаҡларға ярамай. Риф үҙе килеп сыҡһа, тоттороп ебәрер. Полицияны белеп буламы, тағы килеп тентерҙәр. Тышта кемдәрҙеңдер урыҡ-һурыҡ һөйләшкәне ишетелде. Һаҡ ҡына килеп ҡараһа, Ғайсар менән Риф һөйләшә икән. Юҡ, һөйләшмәйҙәр, һүҙ көрәштерәләр.

– Һин килеп сыҡҡансы, донъям тыныс ине. – тине Ғәйсәр. – Һиңә бында нимә кәрәк?

– Ә мин һиңә отчет бирергә уйлағаным юҡ. Мәрзиә – минең класташым, беҙ бергә уҡыныҡ, күрше йәшәйбеҙ, ҡасан теләһәм, шунда киләм.

– Нисек киләһең? Һин минең ихатала йөрөйһөң.

– Ә минең тәгәрмәсте кем тиште? Бәлки, һин “Тойота”ның резинаһы күпме торғанын белмәйһеңдер?

– Мин тишмәнем. Ошо хаҡта участковыйға ла әйттем. Әллә оноттоңмо?

– Иҫемә төштө, – тине Риф. – Эйе. Хәҙер иҫемә төштө, ул һин инең. Түләргә тура киләсәк.

– Әгәр түләй алмаһам? – тине Ғайсар.

– Әгәр түләй алмаһаңмы? – тине Риф, тирә-яҡҡа ҡарап алды. – Өйөңдө тартып алам. Ике тәгәрмәс өсөн тап-таман буласаҡ.

– Ҡомһоҙ икәнһең, – тине Ғайсар. – Бәлки, ҡалған ике тәгәрмәс иҫәбенә минең бисәмде тартып алырһың?

– Мәрзиәне әйтәһеңме? Әллә тәгәрмәс иҫәбенә миңә һатырға уйлайһыңмы?

– Әгәр ундай теләгең булһа, һатыулашырға мөмкин, – тине Ғайсар. – Мәрзиә ике тәгәрмәс хаҡына ғына тора алыр ул.

– Ысынмы? Һин һатырға ризамы?

– Хаҡын һөйләшеп ҡарайыҡ һуң, – тине Ғайсар. – Күпме бирәһең?

– Мин һиңә малай-шалай түгел, – тине Риф. – Үҙең әйт.

Ғайсар уйға ҡалды. Бер өйгә, бер Рифкә ҡараны. Нимә әйтергә белмәй.

– Әгәр минән ҡотолорға теләһәгеҙ, һинән миңә бер “лимон”. Һәм мин һеҙҙең күҙегеҙгә салынып йөрөмәйәсәкмен.

– Оһо! Бер миллион!? Ә һинең бер миллион аҡса күргәнең бармы?

– Әгәр һин тотторһаң, күрәсәкмен. – тине Ғайсар. – Шуны онотма: минең баһам ҡиммәтерәк, мин күберәкте һорай алам.

– Ә күпме һорар инең?

– Мәҫәлән, ике миллион. Ике миллион табалаһыңмы?

Мәрзиә, асыуынан шартлар хәлгә етеп, тәҙрәне асып ҡысҡырырға иткәйне, Рифтең әйткәнен ишетеп, туҡтап ҡалды.

– Һин... Һиңә мин кем тип өндәшергә лә белмәйем. Шуны бел: һин Мәрзиәгә лайыҡ түгелһең, сөнки ул бер миллион да, ике миллион да түгел, ул баһаһыҙ. Ул һатылмай, аңлайһыңмы шуны? Ысынлап әйтәм, һатылмай. Әгәр уны белһәң, ҡатыныңды яратһаң, һин уны һатырға батырсылыҡ итмәҫ инең. Ә хәҙер юғал күҙ алдымдан.

Асыуланған Риф тәҙрәгә ҡараны һәм Мәрзиәне күреп ҡалды.

– Мәрзиә, әсәйем һинең килеүеңде һорай бит әле, – тине ул уңайһыҙланып ҡына. Мәрзиә ишек алдына сыҡты.

– Әсәйеңдең хәле нисек?

– Миңә уңайһыҙ, ләкин ул һинең килеүеңде һорай.

– Ниңә алдайһың? Һинең әсәйең һөйләшә алмай бит, – тип һүҙгә ҡыҫылды Ғайсар. – Бер ҡайҙа ла бармайһың!

– Миңә бойороҡ бирмә, – тине Мәрзиә тыныс ҡына итеп. – Апай кисә торҙо, хатта һөйләшә башланы.

– Алдайһығыҙ! – тип ҡысҡырҙы Ғайсар. – Осрашырға киттегеҙме?

Мәрзиә менән Риф сығып киттеләр. Ғайсар арттарынан һүгенә-һүгенә нимәлер ҡысҡырып тороп ҡалды. Нәғим ағайҙың өйөнә ингәндә, Роза апай шым ғына ултыра ине.

– Мин һеҙҙе күрергә, үҙемдең фатихамды бирергә теләгәйнем, – тине ул йылмайып. – Донъя хәлен белеп булмай.

– Әгәр мөмкин булһа, мин һеҙгә аш бешерер инем, – тине Мәрзиә. – Шунан бергәләп ултырып ашарбыҙ.

– Һин, Мәрзиә, мин уйлағанды әйтәһең, – тине Роза апай. – Һинең йүгереп йөрөп эшләүеңде ҡарап ултырғым килә.

Шул арала Мәрзиә ашын да һалды, өйҙө йыйыштырып, иҙәнде йыуып сығарҙы.

– Хәҙер, Мәрзиә, һиңә мунса яғырға ғына ҡалды, – тип көлөмһөрәне Нәғим ағай.

– Ниңә, хәҙер мунсаһын да яғабыҙ уны.

Мәрзиә өтәләнеп йөрөп эштәрҙе башҡара, үҙе әленән-әле өйө яғына ҡарап ҡуя.

– Үҙең аҡса тоттороп киттең дә, шуның өсөн ҡурҡам, – тине Мәрзиә.

– Ә нимәһен ҡурҡаһың?

– Юғалып ҡуйһа? Урлаһалар, ни тип яуап бирермен?

– Кемгә?

– Нисек кемгә? Һиңә, әлбиттә.

– Бына ҡыҙыҡ. Аҡсаның миндә икәнен беләләр. Уны һинең өйөңдәлер тип берәү ҙә уйламаясаҡ. Ә миндә икәнен белгән кешеләр беҙҙең өйҙөң аҫтын өҫкә килтерәсәк. Юғалһа, юғала ла ҡуя инде, һин яуап бирмәйәсәкһең. Мин бит һинән расписка һораманым. Шулай булғас, борсолма. Юғалһа, юғалыр, ҡалһа, ҡалыр.

– Әгәр Риф табып ҡуйһа?

– Ул тиклем аҡсаны күреп, йөрәге ярылып ҡуйыуы ихтимал.

– Ә һиндә ул тиклем аҡса ҡайҙан килеп сыҡты? – тип ҡыҙыҡһынды Мәрзиә.

– Урланған, талап алынған аҡса түгел, – тине Риф. – Себерҙә йәшәгәндә минең табышлы ғына предприятием бар ине. Ҡайтыр алдынан мин уны һатып киттем. Шуның иҫәбенә алынған аҡса ул. Уйлайым, бәлки, бында берәй эш асырға тура килер.

– Ә һин мине һатып алыр инеңме? – тине Мәрзиә, Рифтең күҙҙәренә ҡарап. Риф көлөп ебәрҙе:

– Әллә баяғы һөйләшеүҙе тыңлап торҙоңмо?

– Эйе, – тип уңайһыҙланды Мәрзиә. – Ҡолағыма салынып ҡалды.

– Юҡ, ул аҡса ышанып тотторорлоҡ кешегә оҡшамаған. Был беренсе. Икенсенән, мин һинең хаҡта, Мәрзиә, бик юғары фекерҙәмен. Һин иң ҙур байлыҡтан да юғары тораһың. Һинең менән алыш-биреш итеп, һине кәмһетергә теләмәҫ инем.

– Рәхмәт, – тине Мәрзиә һәм күҙҙәре йәшләнде. – Ғайсарҙы күрҙең бит, ул һатып ебәрергә теләй.

– Шулай шул, ләкин бөтәһе лә һатылмай.

Киске эңерҙә ишек алдына сығып, дүртәүләшеп ултырып аш эстеләр.

– Әгәр һеҙгә кәрәк тип тапһағыҙ, фатихамды бирәм, – тине Рифтең әсәһе.

– Бына иҫенә төштө, – тине Нәғим ағай. – Был хаҡта элегерәк уйларға кәрәк ине. Риф, мин дә ҡаршы түгел һинең өйләнеүеңә. Мәрзиәне беҙ электән беләбеҙ. Тик атайыңдың һорауына яуап бир. Киләсәктә нимә эшләргә уйлайһың?

– Һорауыңа яуап бирәм, атай, – тине Риф. – Мин ошонда бер бик ҙур булмаған ауыл хужалығы предприятиеһы асыр инем. Ошонда һеҙҙең эргәлә йәшәгем килә. Мәрзиә менән. Һеҙгә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү – минең бурысым.

– Ә ниндәй предприятие асмаҡсы булаһың? – тине Нәғим ағай.

– Мин уйлайым, – тине Риф. – Бәлки, һыйыр йә йылҡы аҫрап ҡарарға кәрәктер.

– Атайың ғүмер буйы колхоз һыйырын ҡараны, тик мандый алманы, – тине Нәғим ағай. – Беҙҙең хатаны ҡабатларға уйламайһыңдыр?

– Ҡалала кәзә ҡымыҙына ихтыяж бар тиҙәр. Берәү ҙә шөғөлләнмәй икән.

– Эй, улым, кәзә лә булғанмы мал? – атаһы уфтанып ҡуйҙы. – Һин ауыл хужалығын белмәйһең икән. Кәзәнән дә әрһеҙ һәм тәрбиәһеҙ мал юҡ. Мин әйтте тиерһең, ярты йыл тигәндә ауыл тирәһендә бер йәшел ағас та ҡалмаясаҡ.

– Улайға китһә, атай, кәзә ағас кимерһә, һыйыр күп ашай, ат тибешә. Өйҙә генә ятайыҡмы?

– Һин бит бизнесмен, улым. Кешегә нимә кәрәк, шунан сығып эш ит. Бәлки, икмәк бешереп һатырғалыр.

– Мин дә бер-ике һүҙ әйтәйемме? – тине әсәһе. – Әлбиттә, эшләмәйенсә йәшәп булмаҫ. Донъя көтөргә аҡса кәрәк. Минең кәңәшем шул: иң тәүҙә, улым, Мәрзиә ҡыҙым, икегеҙҙең мөнәсәбәттәрегеҙҙе яйға һалығыҙ.Элек иҫерек Ғайсарҙы күргән һайын Мәрзиә менән балалары тип йәнем әсей ине. Хәҙер заман үҙгәрҙе. Шулай булғас, тормошоғоҙҙо яйға һалығыҙ.

Шул ваҡыт урамда: “Янғын! Пожар! Ғайсарҙың өйө яна!” – тип һөрәнләшкәндәре ишетелде. Риф йүгереп Мәрзиә эргәһенә килде.

– Теге “йәшел”дәр ҡайҙа ята? – тип һораны.

– Юҡ, йөрөмә, – тин Мәрзиә.

– Тиҙ бул, әйт, ҡайҙа ята?

– Шифоньерҙың аҫҡы полкаһында.

Риф шунда ятҡан куфайканы эләктереп алды ла Мәрзиәләрҙең өйө яғына йүгерҙе.


Дауамы бар.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе

Читайте нас: