+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Февраль 2021, 23:27

Иғтибар! Ҡулланыусыларҙың һорауы буйынса “Башстатус”та барған хикәйәнең аҙағын бирәбеҙ ҠЫШ БАБАЙ, ҠЫШ БАБАЙ, ӘСӘЙЕМДЕ АЙНЫТ, АТАЙЫМДЫ ҠАЙТАР, ҠУСТЫМДЫ ҺӨЙЛӘШЕРГӘ ӨЙРӘТ! Хикәйә (аҙағы)

Сәлимә йүгерә-атлай өйҙәренә ашҡына. Моғайын, атаһы ҡайтҡандыр, әсәһе менән йәшенгәндәрҙер, хәҙер ул килеп керәсәк һәм ап-айныҡ әсәһен күрәсәк, атаһын ҡосаҡлап аласаҡ, ҡустыһына Ҡаш бабайҙың күстәнәсен тотторасаҡ.Ә был ваҡытта уҡытыусылар мәктәптә Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнә ине. Мәктәп директоры Ғилманов башланғыс кластар уҡытыусыһынан:– Бәләкәстәрҙең шыршы байрамы нисек үтте? – тип һораны.– Һәйбәт үтте, бик күңелле булды, – тине уҡытыусы. – Тик бына Сәрүәровтарҙың ғаиләһен ҡарарға кәрәк ине.– Уларға нимә булған? Ҡыҙҙары ғына уҡый шикелле. Сәлимәме әле?– Эйе, – тине уҡытыусы. – Сәлимә. Бик тырыш, мөләйем ҡыҙыҡай. Атаһы ултыра, әсәһе көнө-төнө эсә, ҡыҙын ҡарамай.– Һеҙ нимә тәҡдим итәһегеҙ?– Бәлки, берәй интернатҡа урынлаштырырға кәрәктер.– Иң еңел юл шул инде – интернатҡа урынлаштырабыҙ ҙа ҡотолабыҙ, – тине мәктәп директоры. – Уҡыу йылы башланғас, өс ғаилә күсеп китте. Һеҙ тағы бер уҡыусынан ҡотолорға тәҡдим итәһегеҙ. Әйҙәгеҙ, мәктәпте ябайыҡ та ҡуяйыҡ. Эшһеҙлек буйынса пособиеға йәшәп ҡарайыҡ.

Сәлимә йүгерә-атлай өйҙәренә ашҡына. Моғайын, атаһы ҡайтҡандыр, әсәһе менән йәшенгәндәрҙер, хәҙер ул килеп керәсәк һәм ап-айныҡ әсәһен күрәсәк, атаһын ҡосаҡлап аласаҡ, ҡустыһына Ҡаш бабайҙың күстәнәсен тотторасаҡ.

Ә был ваҡытта уҡытыусылар мәктәптә Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнә ине. Мәктәп директоры Ғилманов башланғыс кластар уҡытыусыһынан:

– Бәләкәстәрҙең шыршы байрамы нисек үтте? – тип һораны.

– Һәйбәт үтте, бик күңелле булды, – тине уҡытыусы. – Тик бына Сәрүәровтарҙың ғаиләһен ҡарарға кәрәк ине.

– Уларға нимә булған? Ҡыҙҙары ғына уҡый шикелле. Сәлимәме әле?

– Эйе, – тине уҡытыусы. – Сәлимә. Бик тырыш, мөләйем ҡыҙыҡай. Атаһы ултыра, әсәһе көнө-төнө эсә, ҡыҙын ҡарамай.

– Һеҙ нимә тәҡдим итәһегеҙ?

– Бәлки, берәй интернатҡа урынлаштырырға кәрәктер.

– Иң еңел юл шул инде – интернатҡа урынлаштырабыҙ ҙа ҡотолабыҙ, – тине мәктәп директоры. – Уҡыу йылы башланғас, өс ғаилә күсеп китте. Һеҙ тағы бер уҡыусынан ҡотолорға тәҡдим итәһегеҙ. Әйҙәгеҙ, мәктәпте ябайыҡ та ҡуяйыҡ. Эшһеҙлек буйынса пособиеға йәшәп ҡарайыҡ.

Сәлимәнең яҙмышын ыңғай хәл итергә тырышыу, шулай итеп, уңышһыҙ тамамланды.

Ә был ваҡытта Сәлимә, дөбөрләтә торғас, көс-хәл менән ишекте астырҙы.

– Һин ҡайҙа йөрөйһөң, йүнһеҙ ҡыҙыҡай? Нишләп былай һуң ҡайтып киләһең? – тине аяғында саҡ баҫып торған әсәһе.

– Әсәй, әсәй, атайым ҡайттымы? – тине ҡыҙы ишек асылыу менән. – Атайым ҡайҙа?

– Ниндәй атайыңды һөйләйһең һин? – тип баҙап ҡалды иҫерек хужабикә. – Ҡайтҡанын кем күргән?

– Мәктәптә әйттеләр, атайың ҡайта, тинеләр, – тип ныҡышты ҡыҙыҡай, хатта бүлмәләрҙе ҡарап сыҡты.

Был хәбәрҙе ишеткән ниндәйҙер ир карауаттан килеп торҙо.

– Нимә һөйләй? Атаһы ҡайтты, тиме? – һәм ҡабаланып кейенә лә башланы.

– Нимә, ҡурҡтыңмы? – тине әсәһе теге иргә.

– Ҡурҡманым, ҡайтырға кәрәк.

– Сәлимә, кил әле бында, – тине әсәһе. – Әйт әле, атайыңды кем күргән?

Сәлимә аптыранды:

– Һуң, Ҡыш бабай әйтте лә инде, атайың ҡайта, тине, әсәйең айныр, Дамир ҡустың һөйләшә башлар, тине. Ҡыш бабай шулай алдаймы ни?

Ул арала булмай, теге ир кейенеп бөттө лә хушлашып та тормай сығып юғалды.

– Көтөп тор, ҡабаланма! – тип ҡысҡырып ҡалды уның артынан ҡатын. – Һин нимә бушты һөйләйһең? Яҡшылап аңлат, атайың ҡайтҡанмы, юҡмы?

– Белмәйем, – тине илар хәлгә етеп ҡыҙ. – Миңә, ҡайта, тинеләр.

– Кеше ҡурҡытып йөрөй, – тип һаман һөйләнде әсәһе. – Кем ҡайтарһын уны, әле тағы өс йылы бар.

Дамир килеп сыҡты.

– Дамир, һаумы, – тине Сәлимә. Малай нимәлер мөңгөрләп ҡуйҙы. Сәлимә һаман ҡустыһын һөйләндерергә тырышты:

– Йә, Дамир, әйт әле, шыршы байрамы нисек булды?

Ҡустыһы тәүҙә апаһына, шунан әсәһенә ҡараны, сәпәкәй итте, һикереп күрһәтте. Сәлимә, күпме генә тырышмаһын, Дамирҙан бер һүҙ ҙә ишетә алманы. Әллә ысынлап та алданылармы икән? Бер һүҙ ҙә өндәшә алманы ла инде. Эх, Ҡыш бабай ҙа алдағас инде! Башҡаларҙан нимә көтәһең?

– Башты ҡатырып йөрөй, – тип асыуланды әсәһе. – Атайың тиҙ генә ҡайтмаясаҡ әле. Бына ҡунағымды өркөтөп ҡайтарып ебәрҙең.

Сәлимә ҡустыһына бер кәнфит тотторҙо, икенсеһен үҙе ауыҙына ҡапты һәм йоҡларға мендәренә ҡапланды. Эх, ул бит шул тиклем ышанғайны. Әгәр Ҡыш бабай ҙа әсәһен айныта алмай икән, тағы нимә эшләп ҡарарға?

...Уларҙың өйөндә – шыршы байрамы. Ҡара әле, әсәһе Ҡарһылыу булып кейенгән, атаһы – Ҡыш бабай, ә эргәләрендә ҡуян һикерәңләп йөрөгән була. Ҡуян түгел, Дамир ҙа инде! Ә Сәлимә – бәләкәй Ҡарһылыу. Бына улар Дамир ҡустыһы менән шыршы эргәһендә йүгерешеп уйнайҙар. Класташтары менән уҡытыусы апай килеп инде. Бәләкәй генә өйҙәре, төрлө йәнлек кейемендәге малайҙар, ҡыҙҙар килеп тулғас, иркенәйеп киткәндәй булды. Ҡарағыҙ, күрегеҙ, шыршылары ниндәй матур биҙәлгән!

Сәлимә төш күрә. Төш шундай матур, йәшәүе лә рәхәт. Төштөң иге-сиге юҡ. Шуның өсөн төш бит ул.

Сәлимәнең әсәһе һөйләнә-һөйләнә мейескә ике-өс ярҡа утын ырғытты. Әле ҡыштың осо-ҡырыйы юҡ, ә көҙҙән әҙерләнгән утын бөтөп тә бара. Кеше ыңғайына газ үткәрергә кәрәк ине лә бит, аҡсаһын ҡайҙан табырға? Уның һымаҡ яңғыҙы балалар үҫтергән ғаиләне хөкүмәт ҡарарға тейеш түгелме икән?

Мейестәге утын дөрләп яна башланы. Мейес йылынды, өй ҙә бер аҙ йылынғандай булды.

Былай көнө-төнө яҡһаң, утынды ҡайҙан еткермәк кәрәк? Әллә быларҙы берәй интернатҡа ғына тапшырырға инде? Бәләкәйенә комиссия үткәрергә, логопедҡа күрһәтергә, тинеләр. Район үҙәгенә барырға аҡсаһы ла кәрәк бит әле. Сәлимәһе былай тилбер генә, һәйбәт уҡый, тигәнеләр. Берәй интернатҡа урынлаштырғанда инде. Ярай, Яңы йылдан һуң директорын күреп ҡарар әле. Улар ни, риза булыр инде. Бында йонсотоп уҡытҡансы. Үҙе бына шунда уҡыны. Элек кейендерә торғайнылар, һәйбәт ашаттылар.

Ә был, уның янына килгән ир, ҡайҙа булды әле? Шуның исеме кем ине әле ул? Ай-һай, ҡурҡаҡ икән. Ҡыҙыҡай атаһын һорауы булды, сығып та ҡасты. Ярай бынау башланған шешәне алырға онотҡан. Ҡатын шәшке өҫтөнә тултырып араҡы ҡойҙо (Беҙ эскелеккә ҡаршы. – Редакция). Шәшке өҫтөн күтәреп ҡуйғас, кәйефе тағы боҙолдо. Яндырып төшөп китте, әллә ниндәй араҡы булды был. Йөҙ һум ғына тинеләр, тағы суррогат булды, ахыры. Өй ныҡлы йылынды. Мейес алдында ултырған ҡатын, йылыға иҙерәп, эстән генә нимәлер көйләп алды. Донъя түңәрәкләнде шикелле. Бер аҙ ултырыр ҙа, мейесен томалар ҙа үҙе лә йоҡларға ятыр.

Теге иргенәһе иҫенә төшөп, тағы көлөп ҡуйҙы. Эй, ҡурҡаҡтар менән эш итеүе ҡыйын. Ҡайҙа барып һыйынғандыр инде?

Урамдан кемдәрҙер йырлашып үтеп китте. Ҡатын тәҙрәгә барып ҡапланды, йәштәр үтеп бара, кемдеңдер туйы микән.

Ул, тәртешкә менән генә һуғып, йүшкәне ябып ҡуйҙы. Үрелеп, балаларын ҡараны – бер нәмә белмәй йоҡлайҙар. Юҡ, быларҙы йонсоп ҡарағансы, интернатҡа бирергә кәрәк. Бығаса нишләп йөрөгәндер инде, үҙҙәрен оҙатып ҡуймай. Бер әхирәте был хаҡта әйткәйне инде: “Һин уларҙы бик ҡарама. Кейендерһәң, ашатһаң, әсәлек хоҡуғынан лишать итмәйҙәр. Лишать итмәгәс, алмайҙар”, – тип кәңәш биргәйне. Хәҙер бына алмай ҡараһындар!

Ҡатын, бер нәмә белмәй йоҡлаһа ла, үҙенең мейеһен ағыулаған һөрөмдөң еҫен бер аҙ һиҙгәйне әле. Быуылды, торорға ынтылып ҡараны, ләкин карауаттан ҡолап төштө. Йәшәргә теләге ҙур ине. Шыуышып, тупһаға тиклем барып етте. Бер ни тоймаһа ла, һиҙмәһә лә, ишекте этеп ҡараны, ләкин көсө етмәне. Ҡысҡырырға теләгәйне, ауыҙы ғына асылды, бер өнө лә сыҡманы. Аҙаҡ һуңғы көсөн йыйып, баҫырға, ишектең элмәген ысҡындырырға маташып ҡараны, ләкин ҡулынан килмәне. Ҡап-ҡараңғы өй зырлап әйләнә башланы, һәм ҡатын үҙен-үҙе юғалтты.

Һуңғы минуттарҙа Сәлимә ҡустыһы менән шыршы тирәләй йүгереп уйнай ине әле. Тик ниңә улар икәү генә? Бая ғына күңелле итеп уйнаған класташ малайҙары һәм ҡыҙҙары, уҡытыусыларына эйәреп, ҡайҙалыр сығып китте. Йәм-йәшел шыршы ҡап-ҡара күмерләнгән утынға әйләнде, алыҫтан кемдер: “Сәлимә! Сәлимә апай!” – тип ҡысҡырҙы. Кем өндәшә? Ә-ә, Дамир икән. “Дамир... Дамир...” – тине Сәлимә һәм төшө өҙөлдө...

Төнгө өстәрҙә ишелеп ҡар яуа башланы. Көнө буйы яуған ҡар ер өҫтөндәге бөтә эҙҙәрҙе тигеҙләп бөттө. Төштән һуң ҡар яуыуҙан туҡтаны. Синоптиктар телевизор һәм радио аша айлыҡ норманың 20 проценты яуҙы тип хәбәр итте. Ә күршеләрҙән берәү, тип-тигеҙ ҡарға ҡарап, бөгөн көнө буйына Сәлимә йәшәгән йорттан бер кешенең дә сыҡмағанына һәм кермәгәненә иғтибар итте һәм ошо хаҡта ауыл хакимиәтенә хәбәр итеүҙе кәрәк тип тапты.

Читайте нас: