-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Февраль 2021, 00:50

ИР МЕНӘН ҠАТЫН Хикәйә Унынсы бүлек

Риф ике лә уйлап тормай өйгә ташланды. Уның артынан Мәрзиә йүгерҙе. Улар килеп еткәндә ишектән, тәҙрәнән ҡара төтөн урғылып сыға. Риф асыҡ ишектән өй эсенә йүгереп инеп китте лә юҡ булды. Мәрзиә, ни эшләһен инде, үҙе төҙөгән өй бит – тәҙрәгә йүгереп барып, эскә үрелеп ҡараны һәм:– Риф, сыҡ, нишләп керәһең? – тип ҡысҡырҙы.Күнәк-маҙар тотоп, кешеләр йүгерешеп килгән булды. Ара-тирә ялҡын телдәре күренә башланы. Ишектән сыҡҡан төтөн көсәйҙе.Шул ваҡыт урам яҡҡа ҡараған тәҙрәләрҙең береһе шалтырлап ҡойолдо ла унан бер кеше килеп төштө һәм нигеҙ буйына һуҙылып ятты. Көрән күлдәгенән уның Ғайсар икәнлеген сырамыттылар.

Риф ике лә уйлап тормай өйгә ташланды. Уның артынан Мәрзиә йүгерҙе. Улар килеп еткәндә ишектән, тәҙрәнән ҡара төтөн урғылып сыға. Риф асыҡ ишектән өй эсенә йүгереп инеп китте лә юҡ булды. Мәрзиә, ни эшләһен инде, үҙе төҙөгән өй бит – тәҙрәгә йүгереп барып, эскә үрелеп ҡараны һәм:

– Риф, сыҡ, нишләп керәһең? – тип ҡысҡырҙы.

Күнәк-маҙар тотоп, кешеләр йүгерешеп килгән булды. Ара-тирә ялҡын телдәре күренә башланы. Ишектән сыҡҡан төтөн көсәйҙе.

Шул ваҡыт урам яҡҡа ҡараған тәҙрәләрҙең береһе шалтырлап ҡойолдо ла унан бер кеше килеп төштө һәм нигеҙ буйына һуҙылып ятты. Көрән күлдәгенән уның Ғайсар икәнлеген сырамыттылар.

– Риф! – тип ҡысҡырҙы Мәрзиә, ҡыйралған тәҙрә эргәһенә килеп. Нигеҙ эргәһендә ятҡан Ғайсар урынынан ҡуҙғалғандай итте, хатта, башын ҡалҡытып, ҡатынына ҡараны һәм нимәлер өндәште. Халыҡ күбәйгәндән-күбәйҙе. Ләкин күнәкләп кенә һыу ташып, ни эш ҡыйратаһың инде. Ялҡын көсәйгәндән-көсәйҙе.

Халыҡ гөр итеп ҡалды. Тәҙрәнән рюкзак тотҡан Риф ырғыны. Уның бите ҡап-ҡара булған, тәне бешкән, күрәһең. Түҙмәне, берәүҙән күнәген алып, һыуын өҫтөнә ҡойҙо. Уның эргәһенә Мәрзиә килеп етте. Риф уға рюкзаҡты тотторҙо ла:

– Бында күренмә, – тип бышылданы. Тағы бер аҙҙан янғын һүндереү машинаһы килеп етте һәм өйҙө ут һүндерә торған күбек менән күмеп тә ташланы. Участковый Сабиров Ғайсарҙы төрткөләп торғоҙҙо ла, ағас күләгәһенә алып килеп, янғын сығыу сәбәптәрен асыҡларға тотондо. Бер аҙҙан ут тамам еңелде, кешеләр үтәлгән бурыс тойғоһо менән тарала башланы.

– Минең өй, – тине Ғайсар, уҫал итеп. – Үҙем ут төрттөм. Бисәм ташланы, балалар ҡайтмай, нимәгә кәрәк ул?

Рифтең әйтеүенә ҡарағанда, Ғайсар өй өрлөгөндә аҫылынып торған булған. Күрәһең, тәүҙә ут төрткән.

Тиҙ ярҙам автомобиле лә килеп етте. Рифте ҡарағандан һуң хәлен ҡәнәғәтләнерлек тип таптылар. Ә Ғайсарҙың муйынында шпагат эҙе генә ҡалған икән.

Ут тамам һүнгәндән һуң Мәрзиә, өй эсенә кереп, кейемдәрен, ҡайһы бер кәрәкле әйберҙәрен алып сыҡты.

– Хәҙер ҡайҙа барырмын инде? – тине Мәрзиә, ҡулъяулығы менән күҙ йәштәрен һөртә-һөртә.

– Ҡайҙа барырға икәнлеген белмәйһеңме? – тине Риф, көлөмһөрәп. – Миңә күсеп киләһең.

– Әллә инде, – тине Мәрзиә. – Кеше нимә тиер икән?

– Һәр кемдең үҙ мәшәҡәте, – тине Риф. – Уларҙа беҙҙең ҡайғы юҡ.

Ғайсарҙы йәйге йортҡа урынлаштырҙылар. Кис Мәрзиә уны ашатып та килде. Шулай итеп, ауыл уртаһында янып өлгөрмәгән бер өй барлыҡҡа килде. Риф менән Мәрзиә өйләнешергә булды. Иң яҡындарын ғына йыйып, мәжлес үткәрҙеләр, хатта Мәрзиәнең балалары ла ҡайтты. Бер арала Риф, ҡалаға барып, “Тойота”һына тәгәрмәстәр һатып алды.

Рифтең атаһы менән әсәһенең иҫкереп барған өйө, төрлө төҫтәргә буяп ремонтлап алғандан һуң, яңырып киткәндәй булды.

Мәрзиә менән Риф кәңәшләшкәндән һуң Ғайсарға ауылдың үрге урамында бер йыйнаҡ ҡына өй һатып алырға булдылар. Күҙ көйөгө булып, бында көн дә күренеп йөрөмәҫ. Ғайсар эскән сағында Рифтән, мин һинән этлек күп күрҙем, зыянды ҡаплау йөҙөнән аҡса бир, тип бер аҙ аҡса һорап алғайны. Хәҙер Ғайсар шешәләштәре менән көн-төн яңы өйөн йыуа.

– Бына, күрәһегеҙме, – тине ул, кеҫәһенән йомарлап-йомарлап аҡса сығарып. – Мин Рифте бөлдөрҙөм. Бисәмде биреп, өй алдырттым. Бына күпме аҡса алдым! Гүләйт будем!

Ғайсар һымаҡтар ауылда бөткәнме инде? Килеп быны маҡтайҙар, маҡтаған һайын сығарып аҡса тоттора һәм эске мәжлесе тәүлек әйләнәһенә дауам итә.

Ә Риф эшкә тотонорға булды. Ә яңы эш асыу бик еңелдән түгел. Атаһының пай ерен барып ҡаранылар. Оҙонғырҙа матур ғына яландың бер өлөшө. Эргәһендәге пайсылар үҙ өлөштәренә һатып алыусы эҙләй икән. Шуға ғәжәпләнде Риф: ерҙең хаҡы шул хәтлем арзан, әллә күпме пайҙы юҡ ҡына хаҡҡа һатып алырға мөмкин. Бер-ике өлөшкә аҡса түләгәйне, ҡалғандары ла килеп етте. Ерҙәрҙе рәсмиләштереп, үҙ исеменә алыуға байтаҡ ҡына ваҡыт китте.

Атаһы ҡайтҡан һайын мыжып ултыра.

– Ул хәтле ерҙе нишләтергә уйлайһың? – ти Нәғим ағай. – Мин бит колхоздың нисек бөлгәнен күрҙем. Һинең күпме генә аҡсаң бар. Ауыл хужалығына аҡсаны күпме һалһаң, шул тиклем китеп тора. Хәҙер техника кәрәк. Үҙем барып ҡарап ҡайттым, ҡайһы бер баҫыуҙарҙы ҡайын ағасы баҫып, урман булып үҫеп килә.

Бер көн Риф, әсәһен, атаһын, Мәрзиәне ултыртып, хәҙер уларҙыҡы тип иҫәпләнгән ерҙәрҙе арҡыры-буй йөрөп сыҡтылар. Риф үҙе лә саманы юғалтҡан икән – байтаҡ ер алған. Хәҙер ҡайындарын сүпләргә кәрәк, баҫыу ситенә өйөп ҡуйып, йә яндырырға, йә утынға турап һатырға кәрәк булыр.

Ә бер көн район хакимиәтенән килеп төштөләр. Был ерҙәр аша һалынасаҡ Мәскәү – Пекин автомобиль юлы үтәсәк икән. Рифтең кәйефе шунда уҡ күтәрелде. Был бик һәйбәт, сөнки халыҡ-ара трассаға яҡын булыуы ерҙең хаҡын күтәрә, хатта бында һис икеләнмәйенсә инвестициялар һалырға мөмкин. Мәҫәлән, туҡталыш эргәһендә техник хеҙмәтләндереү станцияһы асыу ғына ла бындағы ерҙәрҙе ҡиммәтләтеп ебәрә.

Рифтең ҙур эштәр менән шөғөлләнеүе район хакимиәтенең иғтибарынан ситтә ҡалманы. Бер көн уның менән район хакимиәте башлығы урынбаҫары танышып һөйләшергә теләк белдерҙе.

– Мин Альфред Сабитович булам, – тине ул, Рифте ентекләп күҙҙән үткәреп. – Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн яуап бирәм. Һеҙҙең ҙур эштәргә тотоноуығыҙ беҙгә оҡшай. Ләкин бында әле власть бар. Башлаған эштәрегеҙ уңышлы барһын тип иҫәпләһәгеҙ, беҙҙең менән бергә тотонорға тура киләсәк.

Риф ундай ғына талаптарҙы ишеткәне, һынағаны бар, тартҡылашып торманы, ыңғайына һыпырҙы.

– Ҡар яуып, эштәр туҡтағансы ерҙәрҙе эшкәртеп ҡалырға ине, – тине ул, урынбаҫарҙың күҙҙәренә ҡарап. – Миңә ярҙам итергә теләүегеҙ оҡшай. Һеҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тартырға уйлағаным юҡ.

– Бигерәк тә яҡшы, Риф Нәғимович. Аҡыллы кешеләр менән эш итеүе күңелле. Һеҙҙең ерҙәрегеҙ бик уңайлы урында урынлашҡан. Тура килеүен әйт әле, Мәскәүҙән Пекинға, Пекиндан Мәскәүгә үтеүселәр беҙҙең тирәлә туҡтап, кәрәк тапһалар, ял итеп, ошо яҡтың иҡтисадын үҫтереү өсөн аҡса ҡалдырып китәсәк.

– Һеҙҙең ярҙам итергә әҙер тороуығыҙ миңә оҡшай, – тине Риф, үҙе иғтибарлап урынбаҫарҙың нимә әйтергә теләүен аңларға тырышты, сөнки тегеһенең күҙҙәренең уйнап тороуына һәм ҡомһоҙ яныуына ҡарағанда, яңы инвесторға бында һис тә еңел булмаясаҡ.

Шулай инде, аҡсалы һәр яңы кеше яңы эшкә тотонғас, нигеҙле һәм нигеҙһеҙ сығымдарға юл ҡуймаҫҡа, үҙенең маҡсатын тормошҡа ашырырға тырышырға тейеш. Ләкин район хакимиәтендәге һөйләшеү киләсәктә юлға кәртә булып ятасаҡ мәшәҡәттәрҙең иң бәләкәйе булған икән, сөнки Риф, кешеләр яллап, ыҙандарҙы билдәләгәндән һуң, ара-тирә килергә тура килгәндә кешеләр туҡталып, ашарға бешерерлек, хатта кәрәк булһа, ҡунып ҡалырлыҡ бура ултыртҡайны. Бер көн төшкә ҡарай ҙур ғына бер вертолет килеп ултырҙы. “Тимер ҡош”тоң эсенән дүрт тәнһаҡсыһы менән бер олпат ҡына бизнесмен төштө.

– Андрей Петрович, – тип таныштырҙы ул үҙен. – Һеҙҙең ҙурыраҡ етәкселәрегеҙ бармы?

– Миңә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, – тип, Риф тегенең менән иҫәнләште.

Андрей Петрович Риф менән икәү генә ултырып, һөйләшеп алырға теләк белдерҙе.

– Рәсәйҙәге тәртиптәр һеҙҙең ерҙәргә лә ҡағыла, хөрмәтле Риф Нәғимович, – тине ул, тәмәкеһен тоҡандыра-тоҡандыра. – Шулай булғас, әйҙә, үҙ-ара бер төптән киң фронт булып эшләйек. Мәскәүҙәге кураторҙар юлдың Ырымбурҙағы һәм Башҡортостандағы өлөштәрен, мин юл буйы сервисын күҙҙә тотам, хеҙмәтләндереүҙе миңә бирергә булғайнылар. Һеҙ ҡабаланғанһығыҙ. Беҙ эш башлағансы һеҙ төҙөлөшкә тотоноп та өлгөргәнһегеҙ.

– Минең ҡулда, Андрей Петрович, бөтә рөхсәт ҡағыҙҙары ла бар. Беҙ байтаҡ ҡына аҡса һалып та өлгөрҙөк. Етмәһә, юл эргәһе пунктынан тыш беҙҙең ҡарамаҡта 500 гектарға яҡын ер бар.

– 500 гектар!? Мин дөрөҫ ишеттемме, 500 гектармы?

– Эйе, Андрей Петрович, һеҙ дөрөҫ ишеттегеҙ. 500 гектарҙан ашыу ер беҙҙең тарафтан һатып алынды һәм рәсмиләштерелде. Әгәр ҡамасаулаусы булмаһа, беҙгә тағы шул күләмдәге ерҙе тәҡдим итеүселәр бар.

– Һеҙ уларын да һатып аласаҡһығыҙмы? – тине Андрей Петрович. Күренеп тора: уның кәйефе боҙолдо.

– Ҡарарбыҙ, – тине Риф битараф ҡына. – Ерҙе алырға мөмкин, ләкин уны эшкәртергә лә кәрәк бит әле.

– Риф Нәғимович, һеҙ был ерҙәрҙе нисек һатып алдығыҙ? Минекеләр йөрөнө-йөрөнө, тик бер гектар ер ала алманылар.

– Беҙҙең эштең сере юҡ, – тине Риф. – Ишеттем мин һеҙҙең егеттәрҙең нисек эшләгәнен. Улар самаһыҙ түбән хаҡ ҡуйған. Борон заманда булған ул – бер әсмүхә сәйгә меңдәрсә дисәтинә ер һатып алғандар. Ә хәҙер хаҡтар күтәрелде. Әле бына халыҡ-ара трассаның үтеүе мәғлүм булғас, ерҙең хаҡы тағы ла күтәреләсәк.

– Бәлки, беҙгә берләшеү хаҡында уйларға кәрәктер, – тине Андрей Петрович, Рифкә һынап ҡарап.

– Уйлашайыҡ, мин ҡаршы түгел, – тине Риф. – Тик барыбер элекке һымаҡ урындағы ер биләүселәрҙе һанға һуҡмау, уларҙы эсерергә тырышып, ерҙәренә хужа булырға ынтылыу тәжрибәһенән баш тартырға кәңәш итәм. Ер мәсьәләһе – бик ҙур мәсьәлә бит ул, Андрей Петрович. Белеүемсә, күпселек ерҙәрҙе һатыуға ҡаршы. Аҫабалар рухы әле беҙҙә һүнеп бөтмәгән.

– Ул хаҡта ишеткәнем бар, – тине Андрей Петрович. – Ләкин аҫабалыҡҡа йәбешеп ятыу инвесторҙарҙы өркөтәсәк. Шуның өсөн тарихтың ул биттәрен бик иҫкә төшөрмәҫкә кәңәш итер инем.

– Халыҡ үҙе хәл итә. Әгәр кәрәкһә, берәй көн йыйылыш үткәреп алабыҙ, үҙегеҙ тыңлағыҙ, халыҡтың фекерен ишетегеҙ.

Риф яңы килгән ҡунаҡ менән биләмәләрҙе ҡарап әйләнделәр, эргәләге ауылға төштөләр.

– Ә ниңә урамда халыҡ әҙ күренә? – тип ғәжәпләнде Андрей Петрович. – Кешеләр әллә шулай әҙме?

– Күбеһе эш менән мәшғүл, – тине Риф. – Утыҙ-ҡырҡлап көслө ир, иң эшкә һәләтлеләре, вахта менән Себерҙә нефть сығара. Уларҙың мөмкинлектәре бик юғары.

– Утыҙ-ҡырҡлап вахтовик! – тип тел шартлатты Андрей Петрович. – Уларҙы ошонда ҡайтарып эшкә ҡушыу мөмкинлеге бармы икән?

– Нишләп булмаһын? – тине Риф. – Ана, урындағы МТС-та эшләгәндәр, миҙгеленә ҡарап, ай һайын 60-70 мең зарплата ала. Малсылыҡты үҫтереү мөмкинлеге лә бар.

– Мәскәүҙә аҡса күп, – тине Андрей Петрович. – Минең таныштар етерлек. Күпме теләһәк, шул хәтлем аҡса алырға мөмкинлегебеҙ бар. Беҙ, төрлө программаларға кереп, аҡсаны үҙләштерергә ярҙам итәсәкбеҙ.

– Асыҡлап китәйек, Анлдрей Петрович, – тине Риф. – Аҡсаны үҙләштерергәме әллә урларғамы? Әгәр ниндәйҙер коррупцион юлдарҙы тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ барһа, мин шунда уҡ баш тартасаҡмын.

Һуңғы һүҙҙәр ҡунаҡҡа оҡшаманы. Хатта ул, ризаһыҙлығын белдереүе булдымы, тәмәкеһен ташлап уҡ ҡуйҙы.

– Мәскәү менән эшләү һәр ваҡыт аҡса урлау тигән һүҙ түгел, ләкин уларҙың эште ойоштороуҙа үҙ талаптары бар. Эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә, үҙегеҙ беләһегеҙ, Риф Нәғимович, 10 процентҡа тиклем планлаштырылмаған сығымдар ҡаралған. Шул 10 процентҡа нисек ҡарайһығыҙ?

– 10 процентҡа әле түҙергә мөмкин, – тине Риф. – Бына мин ерҙәрҙе алып, ҡайын урманын ҡырҡып өлгөмәнем, бер һум табыш алғаным юҡ, ә район үҙәгенән һалым түләүҙе талап итеп, спонсор ярҙамы һорап, килеп тә еттеләр. Барыһын да үҙ кеҫәмдән түләргә тура килде.

– Мин дә шундай уҡ хәлдәмен. – тине Андрей Петрович. – Һеҙҙең эшлекле булыуығыҙ миңә оҡшай.

Баҫыуға барғас, тағы ла байтаҡ ҡына һөйләштеләр, аҙмы-күпме уртаҡ тел тапҡан һымаҡ булдылар.

– Миңә һеҙҙең менән аралашыу оҡшаны, – тине Андрей Петрович, Рифтең ҡулын ҡыҫып, хушлашыр алдынан. – Мин үҙемдең коллегаларға ҡайтҡас әйтермен, башҡорт ерҙәрендә уңышлы проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкин. Әйҙәгеҙ, Риф Нәғимович, киләсәктә лә шулай эшләйек.

Риф артыҡ һүҙ өндәшмәне, сөнки әлегә һөйләшеүҙәрҙе ыңғай булды тип әйтергә иртәрәк, тигән фекергә килде.

Читайте нас: