+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Февраль 2021, 20:17

ИР МЕНӘН ҠАТЫН Хикәйә Ун беренсе бүлек

Яңы эшкә Риф дәртләнеп, ҡомарланып тотондо, тип әйтһәк, һис тә артыҡ булмаҫ. Тәүҙәрәк атаһы шикләнеберәк ҡарағайны. Ҡайтҡан һайын: “Ул хәтлем ер һиңә нимәгә кәрәк? Уны һиңә кем эшкәртә? Ҡайҙа механизаторҙарың?” – тип, тәҡәтен ҡорота ине.Атаһы менән бәхәсләшеү файҙаһыҙ икәнен белә Риф, шуға өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә. Инде һорауҙарын көн һайын яуҙырғас, асыҡлыҡ индерергә мәжбүр булды.– Хәҙер республикала элекке һымаҡ МТС-тар системаһы байтаҡ ҡеүәтле техника һатып алырға мөмкинлек биргән. Хужалыҡтарҙың ҡулында аҡса юҡ, сит ил техникаһы эшһеҙ ултыра. Шуларҙы саҡырырға булдым, – тине Риф атаһына.– МТС тинеңме? – тип төкөрөнә башланы атаһы. – Һин уларға ҡайҙан аҡса еткерәһең? Әгәр ҡарап тормаһаң, улар ерҙе өҫтән-мөҫтән генә тырнап сығасаҡ, бер гектарҙы биш гектар тип яҙасаҡ, 10 мең урынына 100 мең һораясаҡ.

Яңы эшкә Риф дәртләнеп, ҡомарланып тотондо, тип әйтһәк, һис тә артыҡ булмаҫ. Тәүҙәрәк атаһы шикләнеберәк ҡарағайны. Ҡайтҡан һайын: “Ул хәтлем ер һиңә нимәгә кәрәк? Уны һиңә кем эшкәртә? Ҡайҙа механизаторҙарың?” – тип, тәҡәтен ҡорота ине.

Атаһы менән бәхәсләшеү файҙаһыҙ икәнен белә Риф, шуға өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә. Инде һорауҙарын көн һайын яуҙырғас, асыҡлыҡ индерергә мәжбүр булды.

– Хәҙер республикала элекке һымаҡ МТС-тар системаһы байтаҡ ҡеүәтле техника һатып алырға мөмкинлек биргән. Хужалыҡтарҙың ҡулында аҡса юҡ, сит ил техникаһы эшһеҙ ултыра. Шуларҙы саҡырырға булдым, – тине Риф атаһына.

– МТС тинеңме? – тип төкөрөнә башланы атаһы. – Һин уларға ҡайҙан аҡса еткерәһең? Әгәр ҡарап тормаһаң, улар ерҙе өҫтән-мөҫтән генә тырнап сығасаҡ, бер гектарҙы биш гектар тип яҙасаҡ, 10 мең урынына 100 мең һораясаҡ.

Риф тап ошо алданыуҙан ҡурҡа ине. МТС-тың алдашып өйрәнгән менеджерҙары ысынлап та төрлө юлдар менән аҡса һура. Әгәр инде эште килешеү нигеҙендә ҡулсаҡсаһыҙ эшләтергә уйлаһаң, бер изгелек тә көтмә, илке-һалҡы, ярым-йорто эшләйәсәктәр һәм күберәк зыян килтерәсәктәр.

Тракторсыларҙың Илназ исемле ҡарап тороуға ышаныслы ғына тойолған бер кешеһе бар икән. Риф шуның менән һөйләшеүҙәр алып барырға булды..

– Әгәр эшегеҙҙең уңышлы тамамланыуын теләһәгеҙ, беҙҙең менән һөйләшеп эшләгеҙ, – тине Илназ бәхәсләшергә урын ҡалдырмайынса. – Сөнки һеҙ түләгән аҡсаның 10 проценты ла беҙгә эләкмәйәсәк. Ә ундай эш хаҡына намыҫлы эш көтмәгеҙ.

– Һеҙ нимә тәҡдим итәһегеҙ? – тине Риф.

– Тәк, нисә гектар ерегеҙ бар?

– Һеҙҙең өсөн күп түгел, – тине Риф. – 3 мең гектар самаһы булыр.

– Юҡ, был ҙур ғына майҙан, – тине Илназ. – Мин һеҙгә шуны тәҡдим итәм: бер 500 гектарына түләгеҙ, мәҫәлән, шунса һум. Ә ҡалған 2 мең гектарына ярты хаҡын түләйһең. Бүре лә туҡ, һарыҡтар ҙа иҫән.

Риф ҡат-ҡат иҫәпләп ҡараны ла ризалашты. Әгәр Илназ егеттәре менән һүҙендә торһа, ул миллион ярым самаһы аҡсаны янда ҡалдырасаҡ.

– Тик вәғәҙәгеҙҙе үтәрһегеҙме? – тип шик белдерҙе Риф.

– Борсолма, абзый, һинең һымаҡ аҡсалы кеше менән эш итеү беҙгә күңелле. Эштең сифаты хаҡында борсолмаһаң да була. Шуны онотма, Риф ағай, киләһе йылға һеҙгә сәсергә, сәсеүлектәрҙе эшкәртергә, аҙаҡ йыйып алырға кәрәк буласаҡ. Әгәр бер тапҡыр үҙегеҙҙе ышаныслы итеп күрһәтһәгеҙ, беҙ һеҙҙе байытасаҡбыҙ, ә һеҙ беҙгә аҡса түләйәсәкһегеҙ.

– Ә шуны үҙәк предприятие менән генә тормошҡа ашырып булмаймы? – тип һораны Риф.

– Ниңә булмаһын, әлбиттә, була. Кешеләр шулай эшләй ҙә. Ләкин ерҙе бит конторҙа ултырған түрәләр һөрмәй, игенде улар йыймай. Улар беҙ башҡарған эш иҫәбенә аҡса алып ҡына ултыра.

Оҡшамай ине бындай тәртип Рифкә, ләкин ҡайҙа барһын, ризалашты. Яғыулыҡ һатып алырға аҡса ҡалдырҙы ла Мәскәүгә китте. Андрей Петрович менән осрашып, уның менән байтаҡ ҡына мәсьәләләрҙе хәл иттеләр. Шулай ҙа көнөнә ике-өс тапҡыр шылтыратып, урында нисек эшләгәндәрен белешеп, барлыҡ эштәрҙе контролдә тотто. Хатта МТС егеттәре, һауаға видеоға төшөрә торған осҡос ебәреп, һөрөлгән ерҙәрҙе лә күрһәтте. Андрей Петровичтың егеттәре телевизорҙың ҙур экранына төшөргәйне, бындағы эш күләмдәрен күреп, мәскәүҙәрҙең иҫе-аҡылы китте.

Ҡайтҡандың икенсе көнөнә үк баҫыуҙарҙы йөрөп әйләнһә, шатлығының сиге булманы: ерҙәр матур итеп һөрөлгән, баҫыуҙар таҙартылған, хәҙер киләһе йылға ҡар ирегәс, тырматырға ла сәсергә генә ҡала.

Рифтең ҡайтҡанын ишетеү менән Илназ егеттәрен эйәртеп килеп төштө.

– Ә һеҙгә үҙәк предприятиеның күрһәтмәһенән башҡа эшләүегеҙ өсөн яуап бирергә тура килмәҫме? – тине Риф.

– Юҡ, әлбиттә, – тине Илназ, – сөнки конторала ултырыусылар Глонасс ярҙамында беҙҙең ҡайҙа эшләгәнде күҙәтеп тора. Бер ҡарыш ер ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ҡыҫҡаһы, улар менән уртаҡлашырға тура киләсәк.

– Улар һеҙҙең өлөшкә инмәйме? Уртаҡлашыу мотлаҡмы? – тине Риф.

– Ни хәл итәһең? Уларҙың да балалары бар, ғаиләләре аҡса көтә. Шулай булғас, табаһың икән, бүлешә лә белергә кәрәк.

Илназ кеҫәһенән ҙур ғына полиэтилен тоҡсай сығарҙы ла, ауыҙын асып, Рифкә һондо.

– Беҙ бөгөн хисаплаша алабыҙмы? – тине. Риф менән Илназ “Тойота”ға кереп ултырҙы. Егеттәр сигарет тартҡылағансы, автомобилдән, шат йылмайып, Илназ килеп сыҡты.

– Һеҙҙең менән, ағай, эш итеүе күңелле, – тине ул, Рифте еңелсә ҡосаҡлап. – Барлыҡ эштәрҙе ошо схема буйынса тормошҡа ашырабыҙ.

– Алла бойорһа, тип әйт, – тине Риф.

– Әлбиттә, Алла бойорһа. Алланың эше ауыр шул, бойороп ултыра.

Риф Илназ һәм уның егеттәре менән бик йылы хушлашты. Бәлки, үҙенә аҙаҡ техника һатып алырға тура килер, ләкин әлегә эштәрҙе шулай тормошҡа ашырыуҙан башҡа юл юҡ. Иҫәпләргә кәрәк: техника һатып алыу отошломо, әллә МТС-тыҡын йәлеп итергә кәрәкме? Иген, һөт, ит етештергән өсөн дәүләт байтаҡ субсидия бүлә. Берҙән-бер талап – бөтәһе лә теүәл һәм үтә күренмәле бухгалтерия аша үтергә тейеш. Ә бына Илназдың егеттәре башҡарған эш бер ҡайҙа ла теркәлмәгән, тимәк, дәүләт ярҙамына өмөт итеп булмай. Ләкин шул осраҡта ла йәшерен бухгалтерия менән эш итеү үтә табышлы. Риф белә: бында Илназды ғәйепләүе ҡыйын, сөнки беҙҙә элек-электән етештереү түгел, киреһенсә, аҙ продукция иҫәбенә табыш алмайынса эшләргә өйрәнгәндәр. Кем белә, бәлки, шундай заман килер, ни тиклем күберәк ауыл хужалығы продукцияһы етештерһәң, субсидияларҙы ла шул тиклем күберәк бирерҙәр. Әлегә булғанына шөкөр итергә тура килә.

Ә бер көн Рифтең атаһы сығып баҫыуҙарҙы күрергә һәм хәл-ваҡиғалар менән урында танышырға теләк белдерҙе. Риф һәр бер баҫыуҙы ентекләп күрһәтеп сыҡты. Ризаһыҙлығы йөҙөнә сыҡҡан атаһы тәүҙә бик кәйефһеҙ күренә ине. Аҙаҡ йөҙө асылды, хатта бер нисә урында “Тойота”ны туҡтатып, баҫыу эсенә кереп, ҡара тупраҡты усына алып, тотҡолап, еҫкәп тә ҡараны. Бөтә баҫыуҙарҙы ла ҡарап сыҡтылар.

– Бында нисә гектар? – тине аҙаҡ атаһы.

– 3 мең гектарҙан ашыу, – тине улы.

– Ҙурҙан тотонғанһың, улым, – тине атаһы. – Әле был эшеңдең башы ғына. Сәсергә кәрәк бит әле. Ямғыры әллә яуа, әллә юҡ. Бына бынау баҫыу йыл һайын 15-20 центнерҙан кәм иген бирмәне.

– Сығымдарҙы ҡаплаһын өсөн беҙгә 10-12 центнер алһаҡ, етә, – тине улы. – Артығы инде беҙҙең табыш иҫәбенә китәсәк.

Риф атаһы менән баҫыуҙарға сәфәр ҡылғандан һуң шундай асыш яһаны: атаһы баҫыуҙарҙың хәл-торошон яҡшы белә, игенсе эше менән яҡындан таныш, профком түрәһе булып, кабинетында ғына ултырмаған икән. Улы йыш ҡына атаһына кәңәш һорап мөрәжәғәт итә башланы. Атаһы быны бик ыңғай ҡабул итте һәм үҙенең кәңәштәре менән ҡайһы ваҡыт йөҙәтеп тә бөттө. Риф элекке колхоздың аҙмы-күпме файҙаланырлыҡ биналарын арзан хаҡҡа үҙенең иҫәбенә алды. Малсылыҡ фермаларын ентекләп ҡарап сыҡты. Берәүһендә яңынан ремонт эштәре башланы, икенсеһен келәт итеп үҙгәртеп ҡорҙо, өсөнсөһөндә мал һимертеү өсөн ҡуралар йылытты.

– Сама бел, нәфсеңде тый, – тип борсолоп ултыра атаһы. – Ул үгеҙҙәреңде үҙең һимертергә итәһеңме, ауылда бит кеше юҡ. Урамда күренгәне мотлаҡ иҫерек. Ҡара уны, һинең малдарыңды мин барып ашатып йөрөмәйәсәкмен.

– Борсолма, атай, – тип көлә улы. – Кеше булмаһа, бына, Мәрзиә менән икәүләп барабыҙ.

– Ә мин фермала мал ҡараған апайҙарға көнләшеп ҡарай торғайным, – ти йылмайып Мәрзиәһе. – Улар хаҡында гәзиткә яҙалар, һүрәттәрен ҡуялар. Етмәһә, йыйылыш һайын келәм тотторалар йә итек бирәләр.

Әсәһе өндәшмәй. Ул ире менән улының һүҙ көрәштергәнен шым ғына тыңларға өйрәнгән.

Ғайсарҙың күренгәне юҡ ине. Ул, баҡтиһәң, ныҡ ҡына ағыуланып, ике аҙна дауаханала ятып сыҡҡан икән. Ашҡаҙанына операция яһағандар. Шыйыҡ ҡына итеп бутҡа ашапмы, эсепме ултыра тиме шунда.

Мәрзиә хәҙер бер ҡайҙа ла эшләмәй. Ул үҙен донъя ҡарауға арнаны. Рифтең әсәһе менән атаһының ҡәнәғәт йөҙҙәрен күреү үҙе күңелле. Хатта бер заман, ҡайҙа мин дә тороп ҡарайым әле, тип Нәғим ҡарт намаҙға баҫты. Оҡшаны ҡартҡа, һис бер ауырлығы юҡ икән, ти. Хәҙер сәғәтенә ҡарап ҡына тора.

– Атай, хажға барып ҡайтырға теләгең юҡмы? – тине бер көн улы. Нәғим уйға ҡалды.

– Кеше ыңғайына барып ҡайтҡанда йәтеш булыр ине. Аҡсаһын еткереп булырмы икән?

– Еткерербеҙ, – тине улы.

– Әллә үҙең дә барырға итәһеңме, улым? – тине атаһы.

– Ниңә үҙем генә? Әсәйҙе, һине, Мәрзиәне алып барабыҙ. Дүртәүләп барып йөрөп ҡайтайыҡ әле.

– Ай-һай, донъяны кем ҡарар? Эшең былай ҙа күп, – тине атаһы.

– Эш бөтмәй ул, атай, – тине улы. – Һеҙ ҡартаяһығыҙ, һуңынан йөрөүе ауыр булыр.

Ҡыш үтеп китте. Ҡар ныҡлап ирей башланы. Риф Яңы йылға тиклем үк орлоҡ әҙерләп ҡуйғайны инде. Сәсеү әйләнешен булған баҫыуҙарға ҡарап көйләргә тура килә.

– Ҡарайыҡ әле, улым, быйыл нимәләр сәсергә уйлайһың? – тине атаһы.

Риф, майҙандарҙы иҫәпләп, нисә гектар бойҙай, һоло, арпа сәсергә тейешлеген күрһәтте.

– Көнбағыш сәсмәйһеңме ни? – тип һораны атаһы.

– Уйлайбыҙ. Сәсергә теләк бар.

– Сер булмаһа, нисә гектар?

Риф, дөрөҫөн әйткәндә, көнбағышты мең гектарға сәсергә йыйына ине. Иң ҡоро йылда ла тотороҡло уңыш бирә, табышлы, артабан үҫер өсөн кәрәк. Шулай булғас, көнбағыш мең гектарҙан артыҡ майҙанды алып торасаҡ.

– 500 гектарҙа көнбағыш сәсергә ине, – тине улы.

– Ҡомһоҙлашаһың. – тине атаһы. – 500 гектар көнбағыш! Ә һин беләһеңме, көнбағыштан һуң ул ерҙә ике-өс йыл бер нимә лә йүнле үҫмәй. Һин күберәк юғалтасаҡһың.

– Уйларбыҙ, – тине Риф. Ҡарттың һүҙен тыңлап, көнбағышты әҙерәк сәсергә тура килмәгәйе. Мәҫәлән, 400 гектарҙа.

Читайте нас: