+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Февраль 2021, 13:58

СИТ КЕШЕ Хикәйә Беренсе бүлек

Рәмис менән Суфия осраҡлы ғына танышты.Ҡаршыһына ҡыҙы менән улын етәкләгән бер ҡатын, эргәһенән һүгенә-һүгенә ире килә. Рәмис иғтибар итмәй үтеп тә китер ине, теге ир уның эргәһенә етәрәк уғата хаяһыҙланды, хатта йоҙроҡтарын һелтәй башланы. Рәмис, иҫеректе тыйырға самалап, өндәшергә иткәйне, теге үҙенең батырлығын күрһәтергә иттеме икән, ҡатынын тәгәрәтә һуҡты.Рәмисме һуң инде тыныс ҡала торған кеше. Теге ирҙе тартып алды ла һуғып йыҡты. Ҡатын, икеһенең араһына кереп, уларҙы айырырға тырышты. Ул арала булмай полицияһы килеп сыҡты. Ике ирҙе, ҡатынды ике балаһы менән эйәртеп, участкаға алып килделәр. Тикшереү оҙаҡ барманы, теге ҡатын да яҡлап һөйләгәс, Рәмисте сығарып ебәрҙеләр. Ә ир менән ҡатын тороп ҡалды әле.Бер ай үттеме икән, Рәмис Үҙәк баҙарға батарейкалар алырға кергәйне. Йәшелсә һатҡан арбаларҙың береһендә теге ҡатын помидор, ҡыяр, картуф һатып тора.

Рәмис менән Суфия осраҡлы ғына танышты.

Ҡаршыһына ҡыҙы менән улын етәкләгән бер ҡатын, эргәһенән һүгенә-һүгенә ире килә. Рәмис иғтибар итмәй үтеп тә китер ине, теге ир уның эргәһенә етәрәк уғата хаяһыҙланды, хатта йоҙроҡтарын һелтәй башланы. Рәмис, иҫеректе тыйырға самалап, өндәшергә иткәйне, теге үҙенең батырлығын күрһәтергә иттеме икән, ҡатынын тәгәрәтә һуҡты.

Рәмисме һуң инде тыныс ҡала торған кеше. Теге ирҙе тартып алды ла һуғып йыҡты. Ҡатын, икеһенең араһына кереп, уларҙы айырырға тырышты. Ул арала булмай полицияһы килеп сыҡты. Ике ирҙе, ҡатынды ике балаһы менән эйәртеп, участкаға алып килделәр. Тикшереү оҙаҡ барманы, теге ҡатын да яҡлап һөйләгәс, Рәмисте сығарып ебәрҙеләр. Ә ир менән ҡатын тороп ҡалды әле.

Бер ай үттеме икән, Рәмис Үҙәк баҙарға батарейкалар алырға кергәйне. Йәшелсә һатҡан арбаларҙың береһендә теге ҡатын помидор, ҡыяр, картуф һатып тора. Иртәнге яҡ булғас, кешеһе лә юҡ. Рәмис иҫәнләшеп кенә үтермен тигәйне, ҡатын уны танып йылмайҙы, хатта рәхмәт әйтте.

– Әле һаман бергә йәшәйһегеҙме? – тине Рәмис.

– Ҡайҙа барайым инде? – тине ҡатын. – Ике бала ҡарайым, эсһә лә, һуғышһа ла, атай кеше бит инде.

Матур ғына ҡатын, ыҡсым ғына кейенгән, исеме Суфия икән. Өлкән улына оҙаҡламай алты йәш тула, ҡыҙына – өс йәш.

Байтаҡ ваҡыт үткәс, тағы кергәйне, Суфияның эргәһенә тағы һуғылды. Күгәргән күҙҙәрен буяған булған, тик барыбер тырналған урындарын йәшерә алмаған.

– Тағы туҡманымы? – тине Рәмис, ҡатындың битен күреп.

– Беҙҙең ирҙәр шулай инде, – тине Суфия көрһөнөп. – Эсеп алһалар, батырланалар, ҡатындарына көстәре етә.

– Ә ниңә айырылып ҡына ҡуймайһың? – тине Рәмис.

– Айырылып, ҡайҙа барайым? – тине ҡатын. – Бүлмә уныҡы, ялларға аҡсам етмәй. Балалар баҡсаһына ла түләргә кәрәк.

– Әйҙә, миңә күсеп кил, – тине Рәмис уйынлы-ысынлы.

– Әлләсе, уйларға кәрәк, – тине Суфия, егеткә иғтибарлы ҡарап. – Ә күпме түләргә?

– Ә ниңә түләргә? Мин һиңә өйләнәм, – тине Рәмис.

– Өйләнә? Ике балалы ҡатынға өйләнергә итә!

– Эйе, теләйһеңме, бөгөн үк өйөмә алып ҡайтам, ике бүлмәле фатирым бар.

– Фатиры бар, һаман өйләнмәгән... Балалы ҡатынға ымһына, – тип үҙ алдына һөйләнгәндәй итте Суфия.

– Әле ирең ҡайҙа?

– Ҡайҙалыр ялланып эшләй шикелле. Эсергә аҡса кәрәк бит.

– Ҡасан ҡайта?

– Әле өйҙә булыуы ла бик ихтимал. Теләһә, эшкә бара, теләмәһә, эсеп йөрөй инде.

Рәмис менән Суфия кис кафела ултырҙылар. Улы менән ҡыҙын күршеләре алып ҡайтып торҙо.

– Йә, тәүәккәллә, – тине Рәмис. – Әйберҙәреңде йый ҙа, хәҙер машина алып киләм, үҙемә алып ҡайтып китәм.

– Бер аҙ уйларға мөмкинме? – тине Суфия. Күренеп тора, һаман икеләнә. Икенсе көнөнә шылтыратҡайны:

– Минең хәлем юҡ, – тине Суфия. – Ҡайтты ла тағы һуғышты, эшкә лә бара алманым.

– Әйберҙәреңде йый, хәҙер килеп алам, – тине Рәмис.

Егет килеп ингәндә, ире яңы тороп йөрөй ине. Рәмисте күргәс, һиҫкәнде, хатта ҡулына бысаҡ алды.

– Ипләп, үҙең ҡаҙалып ҡуйма, – тине Рәмис. – Ә мин Суфияны һәм уның балаларын алып китәм.

Бер ыңғай балалар баҡсаһына кереп, Инсур менән Ғәзимәне ултыртып алдылар. Шулай итеп, Рәмис менән Суфия бергә донъя көтә башланы. Әлбиттә, тиҙ һәм анһат булманы. Хатта ауылдан Суфияның ире Зәйниҙең әсәһе килеп төштө һәм өгөтләп ҡараны. Килене ҡәйнәһенә тәнендәге күк эҙҙәрен күрһәткәс, күнгәндәй булды. Улын әрләй башланы.

Рәмис балаларҙы үҙенә ылыҡтырырға тырышты. Тәүҙә Суфияға ла эшләргә рөхсәт итмәне, бер аҙ ял ит, тине. Ял көнө дүртәүләшеп Ағиҙел буйына сыҡтылар, балыҡ тоттолар. Кистәрен ҡалалағы парктарҙы барланылар. Ни хәл итәһең, Рәмис ят кеше бит инде. Ҡыҙы ылыҡҡан һымаҡ итһә лә, улы бигерәк тиҫкәреләшә, Рәмис берәй эш ҡушһа, киреһен эшләй ҙә ҡуя. Рәмис менән Суфия Инсурҙың был холҡона аңлап ҡаранылар. Психолог та шуны һөйләп тора: малайҙар үгәй атайҙы бик ауыр ҡабул итә икән. Малай хатта бер көн илай-илай әсәһенән атаһын таптырған. Етмәһә, Зәйниҙең әсәһе тағы ла килеп китте. Ҡәйнәне лә аңларға була, ейәне менән ейәнсәре өләсәйҙәрен онотмаһын, тип тырыша.

Өләсәй ҡайтып киткәндән һуң бәләкәй генә бәхәс сыҡты. Инсур, нимәгәлер үпкәләп, һеңлеһен илатты. Уныһы ҡайҙа барһын, яҡлау эҙләп, Рәмискә һыйынды. Инсур яман итеп ҡарап торҙо ла:

– Ул сит кеше, сит кеше! Беҙҙең атай түгел! – тип уҫаллашып һөйләнде.

– Эйе, мин әлегә һинең атайың түгел. Шулай ҙа, Инсур, әйҙә дуҫ булайыҡ. Мин һиңә һәйбәт атай булырмын.

– Юҡ, миңә һинең һымаҡ атай кәрәкмәй, – тине малай. – Беҙҙең үҙ атайыбыҙ бар, ул беҙҙе алып китә! Мин һине яратмайым!

Ваҡыты менән барыһы ла яйға һалыныр һымаҡ ине. Суфия ла, кәйефе күтәрелеп, Үҙәк баҙарға яңынан эшкә сыҡты. Ләкин уның һаулығының бик самалы икәне асыҡланды.

Читайте нас: