0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Февраль 2021, 18:39

СИТ КЕШЕ Хикәйә Икенсе бүлек (Аҙағы)

Шунан һуң Ғәзимә менән Инсур үҙҙәрен ниндәй бәлә көткәнен һиҙмәй, аңламай шул әле. Әсәләре диспансерлаштырыуҙа булғайны, тикшеренеү өсөн дауаханаға ятырға ҡушҡандар. Рәмис аҡсаһын йәлләп торманы, уны шунда уҡ шәхси клиникаға урынлаштырҙы, ике-өс көн эсендә “яман шеш” тигән диагноз ҡуйып, операцияға һуң, тип ҡайтарып ебәрҙеләр. Ир күпме генә тырышмаһын, ҡатынын үлемдән ҡотҡара алманы. Суфия үҙе лә ныҡ булып сыҡты. Рәмис бер тапҡыр ҙа уның ыңғырашҡанын ишетмәне. Һыҙланып ятһа ла, йылмайырға тырышты.

СИТ КЕШЕ
Хикәйә
Икенсе бүлек
(Аҙағы)
Шунан һуң Ғәзимә менән Инсур үҙҙәрен ниндәй бәлә көткәнен һиҙмәй, аңламай шул әле. Әсәләре диспансерлаштырыуҙа булғайны, тикшеренеү өсөн дауаханаға ятырға ҡушҡандар. Рәмис аҡсаһын йәлләп торманы, уны шунда уҡ шәхси клиникаға урынлаштырҙы, ике-өс көн эсендә “яман шеш” тигән диагноз ҡуйып, операцияға һуң, тип ҡайтарып ебәрҙеләр. Ир күпме генә тырышмаһын, ҡатынын үлемдән ҡотҡара алманы. Суфия үҙе лә ныҡ булып сыҡты. Рәмис бер тапҡыр ҙа уның ыңғырашҡанын ишетмәне. Һыҙланып ятһа ла, йылмайырға тырышты.
Суфияны ерләгәндең икенсе көнөнә, кис, балаларҙың өләсәһе килеп инде.
Ипле, тыныс ҡарсыҡ икән.
– Һеҙгә киленебеҙҙе һуңғы көндәренә тиклем ҡарағанығыҙ өсөн рәхмәт. Аллаһ Тәғәлә һеҙгә ҡылған изгелектәрегеҙҙе ҡабул ҡылһын һәм ярҙам итһен. Ә хәҙер бик ҡыйын булһа ла, һеҙгә малай менән ҡыҙҙы беҙгә бирергә тура киләсәк. Аталары, әлбиттә, ҡаршы, ул бик көнләшеүсән, ҡыҙыу ҡанлы, киленебеҙгә көн күрһәтмәне. Балаларҙы ла үҙенеке тип таныманы. Ләкин, нисек кенә булмаһын, ғәфү итегеҙ, һеҙ – ете ят кеше. Беҙ балаларҙы һеҙгә ҡалдыра алмайбыҙ.
Ғәзимә Рәмистең ҡосағында бер нимә белмәйенсә йоҡлай. Ә Инсур өндәшмәй. Бәлки шым ғына тыңлайҙыр. Әле телевизор ҡарап ултыра.
– Мин үҙемдең хоҡуҡтарымдың сиген беләм, – тине Рәмис, – ләкин әсәләре балаларҙы миңә ҡалдырҙы. Әгәр хоҡуҡи яҡтан нигеҙле булһа, бына – уның ышаныс ҡағыҙы.
– Ул ҡағыҙҙарҙың бер әһәмиәте әл юҡ шул, – тине балаларҙың өләсәһе, – киленебеҙ һуңғы көндәрҙә ныҡ ауырыны, уның нимәләр кисергәнен, беҙгә ҡарағанда, һеҙ яҡшыраҡ беләһегеҙ. Шуға күрә, был ҡағыҙҙың әһәмиәте юҡлығын иҫбатлау беҙҙең өсөн ауыр булмаясаҡ. Шулай ҙа мин һеҙең хәлегеҙҙе аңлайым һәм Ғәзимә менән Инсурҙы тәрбиәләүҙә ҡатнашыуығыҙға ҡаршы түгелмен.
Рәмис өндәшмәне, ләкин шуны аңланы, әгәр балаларға яҡшылыҡ теләһәң, улар өсөн көрәшергә кәрәк. Хакимиәттең опека бүлегендә Рәмис килеп ингәс, ғәжәпҡә ҡалдылар, ни эшләп малай менән ҡыҙ һеҙҙә, һаман алманылармы ни, тип һораны мөдир.
– Өләсәләре килеп китте. Аталары күренгәне юҡ, – тип дөрөҫөн әйтергә мәжбүр булды Рәмис.
Махсус комиссия килеп, ҡыҙ менән малайҙың йәшәү шарттарын ҡараны һәм ҡәнәғәтләнерлек, тип һығымта яһаны. Ләкин эш бының менән генә бөтмәне, был мәсьәләне хакимиәттә комиссия ҡарарға тейеш, тине. Ултырышҡа балаларҙың өләсәһе менән атаһы ла килде.
Зәйни шунда уҡ, мин балаларға лайыҡлы тормош тәьмин итә алмайым, ләкин ят иргә уларҙы биреүгә ҡаршымын, әсәйемә ярҙам итергә ризамын, тип белдерҙе. Ә әсәләре алып килгән белешмә балаларға һис тә яҡты киләсәк вәғәҙә итерлек кимәлдә түгел. Өйҙәре мейес менән йылытыла, һыуҙы урамдағы ҡоҙоҡтан ташыйҙар, мөмкин булған уңайлыҡтар барыһы ла – урамда. Дөрөҫ, балалар баҡсаһы һәм башланғыс мәктәп бар, ләкин улар икеһе лә социаль комплекста – ауылдан алты километр ситтә урынлашҡан.
Ултырыштың аҙағында балаларҙың яҙмышы Рәмис файҙаһына ауышҡан һымаҡ булды. Ләкин аныҡ ҡына ҡарар ҡабул ителмәне.
Опекла эшләүселәрҙең береһе: “Әгәр өйләнһәгеҙ, һеҙгә өҫтөнлөк биреү ихтималлығы күтәрелә, – тип кәңәш бирҙе, – тик быны тиҙ арала эшләгә кәрәк. Шунан һуң, икенсе вариант шул, балаларҙың өләсәһе ейәне менән ейәнсәрен тәрбиәләүҙә туранан-тура ҡатнашырға теләй. Һеҙ уны өйөгөҙгә индереп, ҡатынығыҙҙың васыятын бергә үтәй алаһығыҙ. Әгәр киләһе ултырышта ошо хаҡта ҡарар ҡабул ителһә, һеҙ еңеүгә өлгәштегеҙ, тип иҫәпләп буласаҡ”.
Зәкиә апай, баларҙың өләсәһе, Рәмистең эргәһенә мөлдөрәп килде:
– Туғаным, Зәйнигә бер нимә лә кәрәкмәй. Ә бына ейәнем менән ейәнсәремде үҙемдең үҫтергем килә. Беҙҙең ауылда халыҡ бик туғансыл, яҡындарҙы ташлау һымаҡ хилаф эш ҡылғандары юҡ. Әгәр мин был балаларҙан баш тартһам, беренсеһе буласаҡмын. Беренсеһенән һуң икенсеһе, өсөнсөһө һәм артабан етемдәр һаны күбәйәсәк. Һин бит әле йәш, өйләнерһең, үҙеңдең балаларың булыр.
– Мин ҡатынымдың васыятын үтәргә теләйем, – тине Рәмис.
Тағы ла ике ай ваҡыт үтеп китте. Рәмис был оҙайлы, ауыр хөкөм залынан, судтан, ялҡҡан һымаҡ булды. Комиссия ағзалары ла уға шик менән ҡарай. Йәнәһе, етемдәр иҫәбенә дәүләт аҡсаһына ғына иҫәп тотмайһыңмы, тип уйлайҙарҙыр инде.
Аҙаҡ балаларҙың өләсәһе менән Рәмис уртаҡ тел тапты, билдәһеҙлектән ҡотолоу өсөн булһа ла Ғәзимә менән Инсурҙы бергә ҡарау тураһында килешеп, һөйләштеләр. Ләкин комиссия был ялған килешеүгә ышанманы. Күренеп тора, йәш айырмаһы ҙур, өҫтәүенә, яҡын туғанлыҡтары ла юҡ. Пенсионер әбей менән утыҙы ла тулмаған егетте нисек берлектә балалар тәрбиәләй, тип раҫлай алаһың инде. Ғәзимә менән Инсур икеһе лә өләсәһен дә, Рәмис ағаларын да яратып өлгөргәйне, алмаш-тилмәш алдарынан төшмәнеләр. Зәйни, мәҫәлән, бер тапҡыр ҙа килмәне һәм улы менән ҡыҙының яҙмышы менән ҡыҙыҡһынманы.
– Кем менән йәшәргә теләйһегеҙ, тип балаларҙың үҙҙәренән һораһаларсы, – тип өҙгөләнде өләсәләре.
Комиссия ултырышта был һорауға яуап эҙләүҙе кәрәк, тип тапманы.
Комиссияның ҡарары ҡәтғи һәм аяуһыҙ ине: балаларҙың үгәй атаһы менән өләсәленең үтенесен кире ҡағырға һәм ҡыҙ менән малайҙы әлегә социаль приютҡа урнлаштырырға.
Ултырышта ҡатнашыусылар әле булһа күҙ йәштәре менән һөйләгән ваҡиғалар түбәндәгесә булды. Ғәзимә ике көн барған ултырыштан ифрат йонсоғайны һәм өләсәһенең ҡосағында бер нәмә белмәй йоҡлай. Ә түрәләр ҡабалана. Балаларҙы тартып алып, приютҡа оҙатырға ла, эш сәғәте бөткәнсе, берәр сәйгүн сәй бушатырға теләктәре бар. Хеҙмәткәрҙәрҙең береһе Инсурҙы етәкләп алғайны, малай ҡулын тартып алды ла, ситтәрәк башы ҡатып торған Рәмискә барып тотондо:
– Атай, атай! Ни эшләп?.. Һин беҙҙе биреп ебәрергә булдыңмы ни? Нимә ҡарап тораһың!? Беҙ бит һинең менән йәшәргә теләйбеҙ!..
Рәмис, эйелеп, Инсурҙы күтәреп алды:
– Юҡ, юҡ, улым, мин һине берәүгә лә бирмәйем!
– Атай! Мин бер ҡайҙа ла бармайым! Барһам да, мин ҡасып ҡайтасаҡмын! Әгәр ҡайта алмаһаҡ, һин беҙҙе килеп ал. Беҙ һине көн һайын, иртәнән алып кискә тиклем, көтөрбөҙ. Әле беҙе берәүгә лә бирмә!
Комиссия ағзалары – күпте күргән чиновниктар – балалар өсөн көрәштең яңы юҫыҡҡа күтәрелеүенә төшөндө. Комиссияла ҡатнашыусылар тағы бер нисә ултырыш булырын, еңеүҙең еңел генә бирелмәүен һәм һөҙөмтәнең балалар менән үгәй атай файҙаһына тамамланырын киләһе йылға ғына беләсәк. Бының өсөн атай кешегә өр яңынан тормош башларға, хатта өйләнергә тура киләсәк.
Һуңғы абзацты беҙ ни өсөн яҙабыҙ? Сәбәбе ябай, беҙҙең уҡыусыларыбыҙ һәр әҫәрҙәге геройҙарҙың һәм персонаждарҙың яҙмышын белергә теләй. Шуның өсөн бер нисә һүҙ менән булһа ла, күрһәтеп үтергә, ҡайһы бер осраҡта әҫәрҙең аҙағын уҡыусыларыбыҙға үҙҙәренә уйларға, әйтәйек, һайларға мөмкинлек бирәбеҙ.
Читайте нас: