ИР МЕНӘН ҠАТЫН
Хикәйә
Ун икенсе бүлек
Риф эштәрҙең бик ҡулай барыуына ҡыуанып йөрөй. Атаһы ла улының көсөнә, мөмкинлектәренә, ойоштороу һәләтенә ышанды буғай, эштәр барышы менән бәйле, ваҡ-төйәк һорауҙар менән йонсотмай.
– Себеште көҙ һанайҙар, улым, – тине ҡарт, – беҙ айҙар буйы сәскән баҫыуҙарҙы ике аҙнала атҡарып сыҡтығыҙ. Беҙҙең замандағы тимер тәгәрмәсле тракторҙар түгел инде, эште тамамлап та ҡуйҙылар.
Бер көн Риф атаһын, әсәһен, Мәрзиәне машинаһына сығарып ултыртты һәм яңы йәшеллеккә күмелгән тип-тигеҙ баҫыуҙарҙы күрһәтергә алып килде. Әсәһе, йымайып, баҫыуҙарҙы ҡарауҙан ары китмәһә лә, атаһы, төшөп, келәм һымаҡ ятҡан шытымдарҙы ҡулы менән һыпырып-һыпырып, ауыҙ эсенән генә, белгән доғаларын уҡыны.
– Мин һинең өсөн борсола инем, улым, – тине Нәғим ағай, – хәҙер яңыса эшләү шулай булалыр инде. Ямғырҙары яуып, мул уңыш бирһә генә ярар ине.
“Тойота”ның багажнигынан бер нисә өҫтәл сығарып ултырттылар, усаҡ яғып ебәрҙеләр. Мәрзиәһен өйрәтеп тораһы түгел, матур ғына өҫтәл ҡорҙо, Шунда ултырып, ҡурылған ит ашанылар, сәй эстеләр.
– Хәҙер һеҙҙе, әсәй, атай, йыл һайын ошонда яҙлы-көҙлө алып сығырға теләк бар.
– Уныһы нимәгә кәрәк булды, улым? – тине атаһы.
– Һеҙҙең ҡәнәғәт һәм шат йөҙҙәрегеҙҙе күреү миңә көс бирә, атай, – тине Риф, – һеҙ алдаша белмәйһегеҙ, хәйлә һеҙҙең өсөн ят. Һеҙҙең шат йөҙөгөҙҙө йышыраҡ күргем килә.
– Ә ниңә, улым, ошонда бер өй генә ҡороп ҡуймайһың? – тине атаһы.
– Бындай маҡсат бар, тип иҫәплә, атай, – тине Риф, – һин Мәскәү-Пекин юлының һул яғында тораһың һәм тағы бер биш-алты, ун йылдан ошонан машиналарҙың ташҡын булып аҡҡанын күрәсәкһең. Ә бына әле беҙ баҫып торған урын ул – кемпинг урыны. Уңға-һулға үткән тимер ташҡындың ҡайһы бер водителдәре ашарға, сәй эсергә, һис юғы, туҡтап китергә теләк белдерәсәк. Улар үҙҙәренең оҙон, ҡеүәтле “фура”лары менән, йә еңел автомобилдәре менән ошонда боролоп туҡтаясаҡ һәм беҙҙең милли ризыҡтар менән һыйланасаҡ. Уларҙы бик матур һыйларға кәрәк, атай, үҙеңдең ҡунағың һымаҡ ҡабул итергә. Беләһеңме, ни өсөн? Улар икенсе, өсөнсө үткәнендә лә ошонда туҡтаһындар, беҙҙең ризыҡтарҙан ауыҙ итһендәр өсөн.
– Дөрөҫ әйтәһең, улым, – тип дәртләнеп китте Нәғим ҡарт, – эх, ошонда дворник эшен булһа ла башҡарып йөрөр инем, ҡартайтылды.
– Ниңә дворник, атай, үҙеңде бик төшөрмә әле, – тине улы, – мин һине ошонда начальник итеп күргем килә.
– Эй, начальник... Уныһын да күрҙек, улым, бер фәтеүәһе лә булманы. Ана, колхоз нисек таралып, юҡҡа сыҡты. Мин, улым, һинең көсөңә хәҙер ысынлап ышанам. Ярҙам иткем килә, тик ҡулымдан килмәй. Хоҙай һиңә түҙемлек бирһен!
Баҫыуҙан кисен генә ҡайттылар. Риф икенсе көнөнә тағы ла Мәскәүгә осто. Был юлы Андрей Петрович ниңәлер бик кәйефһеҙ һымаҡ тойолдо. Һөйләшкән арала, һүҙен әйтеп бөтмәйенсә, уйланып ултырған мәлдәре күбәйҙе. Элекке һымаҡ, өр-яңы пландар ҡормай, күҙҙәре лә янып тормай.
– Һеҙгә нимә булды, Андрей Петрович? – тип туранан-тура һорарға мәжбүр булды Риф. – Әллә беҙҙең мәнфәғәттәрҙе шик аҫтына ҡуйырлыҡ сәбәптәр бармы?
Һүҙ башлар алдынан, тәүҙә Андрей Петрович тағы оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы, телефонына ҡарап алды, уныһын һүндереп ҡуйҙы.
– Дөрөҫ һиҙәһегеҙ, Риф Нагимович, – тине ул, – һеҙҙең менән эшләү миңә оҡшай. Беҙҙең инвесторҙар алдында һеҙ сәскән баҫыуҙар, башлаған эштәр хаҡында һөйләгәйнем, оҡшаттылар. Киләсәктә был Мәскәү-Пекин трассаһы донъяла иң ҙуры буласаҡ. Хатта уның бер һыҙатынан автопилоттар, йәғни водителһеҙ транспорт ебәреү мәсьәләһе лә ҡарала.
– Ә беҙ был эштә ҡатнаша алабыҙмы? – тип туранан-тура һораны Риф.
– Бөтә бәлә шунда – беҙҙе күпһенеүселәр бар. Ҡыҫҡаһы, юл эргәһендәге хеҙмәтләндереү сервисын, Рәсәйҙән алып, Ҡытайға тиклем, үҙҙәре генә тоторға теләүсе һәм аҡсаны үҙҙәренә генә алырға самалаусы инвесторҙар төркөмө Рәсәй Хөкүмәтендә бик әүҙем эшләй. Ошонда бизнесты үҫтереү буйынса конкурс үткәргәйнеләр, улар еңеп сыҡты. Хәҙер беҙгә уларға ҡушылыу, йә эшмәкәрлекте тапшырыу мәсьәләһе генә тора. Үҙегеҙ беләһегеҙ, был юл оҙаҡламай алтынға әйләнәсәк.
– Ә беҙ бер нисек тә үҙебеҙҙең мәнфәғәттәребеҙҙе яҡлай алмайбыҙмы? – тине Риф.
– Яҡларлыҡ сәбәптәр кәрәк һәм улар бик етди булырға тейеш, – тине Андрей Петрович.
– Ә беҙ улар менән хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тарта алабыҙмы?
– Беҙҙең ундай мөмкинлек бар, – тине Андрей Петрович, – ләкин әлеге көнгә тиклем трасса раҫланып бөтмәгән. Минең белеүемсә, мәҫәлән, уларға йүнәлеште билдәләү хоҡуғы бирелгән.
– Мин нисек аңлатам, шулай ҡабул ит. Сөнки маршрут үткән йүнәлештәге ерҙе улар үҙ милкенә күсереп бөттө. Әйтәйек, һеҙҙең ерҙәрҙән тыш, бер өлөшө һеҙҙең баҫыуҙар аша үтә. Һеҙ, бына, кемпинг асабыҙ, тиһегеҙ. Маҡсат изге. Ләкин әлеге инвесторҙар өсөн трассаны бер нисә километрға уңға, йәки һулға күсереү бер ни ҙә тормай.
– Тимәк, беҙ был эштә ҡатнашыуға иҫәп тота алмайбыҙ? – тине Риф, уның кәйефе шунда уҡ төштө.
– Әгәр һеҙ үҙегеҙҙең ерҙәрҙе уларға һатһағыҙ, маршрут элеккесә ҡаласаҡ. Ә инде килешә алмаһағыҙ, юлдарҙың күрше өлкә аша үтеүе бик ихтимал.
– Ә юл маршрутын әле тулыһынса раҫланған, тип әйтеп буламы?
– Әлегә иртәрәк, – тине Андрей Петрович, – Хөкүмәт был юлға ҙур әһәмиәт бирә. Шулай булғас, аҡса һалырға теләүселәрҙе дәртләндерәсәктәр. Ә беҙҙең ундай мөмкинлегебеҙ юҡ.
– Улар менән осрашып һөйләшеү мөмкинлеге лә юҡмы?
– Юҡ! – тине ҡәтғи итеп Андрей Петрович. – Беҙ һеҙҙең менән хеҙмәттәшлектә мохтажлыҡ кисермәйбеҙ, тиҙәр.
– Ә был хәлдән сығыу юлы бармы?
– Бар, – тине Андрей Петрович, – минең мәғлүмәттәргә ҡарағанда, инвесторҙар быйыл йүнәлеш буйынса үтәсәк һәм мөмкинлектәрҙе урындарҙа өйрәнәсәк. Әгәр һеҙ уларҙы шаҡ ҡатыра алһағыҙ, үҙегеҙгә йәлеп итһәгеҙ, беҙ улар менән эшләй аласаҡбыҙ. Әгәр юҡ икән, юҡ.
– Ә ҡасан көтөлә? – тине Риф.
– Көҙгә, мәҫәлән, сентябрь-октябрь айҙарына ҡалыуы ихтимал. Ә һеҙҙең ниндәй пландарығыҙ бар?
– Беҙҙең ҡунаҡтар ҡаршылау-ҡунаҡтар һыйлау буйынса тәжрибәбеҙ бар. Бәлки шуны файҙаланып ҡарарбыҙ?
– Белмәйем, белмәйем, – тине Андрей Петрович, тәүәккәлләп ҡарағыҙ. Тик шуны онотмағыҙ, конкуренция бик көслө. Һеҙ шундағы ерҙәрегеҙҙе һәйбәт хаҡҡа һата алаһығыҙ, йә ул ерҙәр һеҙгә ғүмер буйы хеҙмәт итәсәк.
Риф Мәскәүҙән икеле-микеле уйҙар менән ҡайтты. Ошо хаҡта иң тәүҙә атаһына һөйләне. Нәғим ҡарт тиҙ төшөндө:
– Һаман беҙҙең ерҙәргә ымһыналар! – тине ул. – Бер ҡарышын да һатмайһың! Ана, игендәрең ниндәй матур үҫеп килә.
Риф район хакимиәтенә барырға, ундағыларҙың “ҡылын сиртеп ҡарарға” булды. Тәүҙә район хакимиәте башлығына инергә теләгәйне, уныһы, ваҡыт таба алмай, ике аҙна көттөрҙө. “Юҡҡа түгел был, – тип уйлап ҡуйҙы Риф, – тимәк, уның алдында торған ауырлыҡтар менән урындағы етәкселәр таныш. Район етәксеһе бының менән нимә әйтергә теләгәне лә аңлашыла. “Беҙ һиңә ярҙам итергә теләмәйбеҙ”, – тип әйтергә йыйынмайҙарҙыр ҙа инде?”
Тәүге осрашыу башлыҡтың урынбаҫары менән булды һәм бер ниндәй ҙә ыңғай һөҙөмтә бирмәне.