+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Февраль 2021, 23:49

ИР МЕНӘН ҠАТЫН Хикәйә Ун өсөнсө бүлек

Риф урынбаҫар менән һөйләшеүҙең фәтеүәһе юҡлығын уның яһалма ҡиәфәтен күргәс тә төшөндө. Ҡара, йүнһеҙ малай, телефоны менән уйнап тик ултыра. Рифтең һорауҙарын тыңламаны ла, бер-ике тапҡыр, эйе, юҡ, белмәйем, тип кенә мөңгөрләне. Этләшкәне күренеп тора, шуға күрә битараф булып ҡылана. Юҡҡа түгел был, ниндәйҙер бер уйын бара. Был уйындың ҡағиҙәләре юҡ, һәм ул ябай кеше файҙаһына түгел. Юҡ, Риф үҙенең хәлен аңлай. Уға бәхәсләшергә, айырыуса низағҡа инергә түгел. 3 мең гектарҙан ашыу ергә нисәмә миллион аҡса һалды. Эйе, аҡсаһын һалды ла район түрәләре алдында бойондороҡло булып ҡалды. Андрей Петрович та шуны һөйләй бит. Рәсәйҙә бизнес алып барыуҙың үҙ ҡағиҙәләре бар. Дөрөҫөрәге, ул ҡағиҙәләр юҡ һәм был ябай эшҡыуарға ҡаршы йүнәлтелгән. 1 июлдән хөкүмәт етештереүселәргә өҫтәлмә һалым тураһында ҡарар ҡабул иткән. Ә һалымды икенсе ярты йыллыҡта түгел, ә беренсе ярты йыллыҡтың башынан иҫәпләйҙәр. Ямғырҙар матур ғына яуып, бер-ике аҙна ҡоро торғайны, янғын һүндереү инспекторҙары килеп етте. Баҫыуҙарҙы тирәләтеп, һаҡланыу ыҙаны һөрөргә ҡушалар. Ә тракторын ҡайҙан алаһың? Эйе, МТС-тан килтереп була, тик улар ҙа түләмәйенсә эшләмәй бит.

Риф урынбаҫар менән һөйләшеүҙең фәтеүәһе юҡлығын уның яһалма ҡиәфәтен күргәс тә төшөндө. Ҡара, йүнһеҙ малай, телефоны менән уйнап тик ултыра. Рифтең һорауҙарын тыңламаны ла, бер-ике тапҡыр, эйе, юҡ, белмәйем, тип кенә мөңгөрләне. Этләшкәне күренеп тора, шуға күрә битараф булып ҡылана. Юҡҡа түгел был, ниндәйҙер бер уйын бара. Был уйындың ҡағиҙәләре юҡ, һәм ул ябай кеше файҙаһына түгел. Юҡ, Риф үҙенең хәлен аңлай. Уға бәхәсләшергә, айырыуса низағҡа инергә түгел. 3 мең гектарҙан ашыу ергә нисәмә миллион аҡса һалды. Эйе, аҡсаһын һалды ла район түрәләре алдында бойондороҡло булып ҡалды. Андрей Петрович та шуны һөйләй бит. Рәсәйҙә бизнес алып барыуҙың үҙ ҡағиҙәләре бар. Дөрөҫөрәге, ул ҡағиҙәләр юҡ һәм был ябай эшҡыуарға ҡаршы йүнәлтелгән. 1 июлдән хөкүмәт етештереүселәргә өҫтәлмә һалым тураһында ҡарар ҡабул иткән. Ә һалымды икенсе ярты йыллыҡта түгел, ә беренсе ярты йыллыҡтың башынан иҫәпләйҙәр. Ямғырҙар матур ғына яуып, бер-ике аҙна ҡоро торғайны, янғын һүндереү инспекторҙары килеп етте. Баҫыуҙарҙы тирәләтеп, һаҡланыу ыҙаны һөрөргә ҡушалар. Ә тракторын ҡайҙан алаһың? Эйе, МТС-тан килтереп була, тик улар ҙа түләмәйенсә эшләмәй бит.

Ҡайтһа, Мәрзиәһе аптыранып ултыра, телефонына ниндәйҙер смс килгән. Нимә яҙғандарын һис тә аңларлыҡ түгел. Икәүләп ултырып сисә торғас, нимә икәнен аңланылар. Был – ниндәйҙер етди киҫәтеү. Ҡурҡытырға уйламаһалар, хәбәрҙең аҙағына баш һөйәге менән һөйәктәр төшөрөп ҡуймаҫтар ине.

Етмәһә, сәсеүҙән бер аҙ аҡса ҡалғас, бер өйөр йылҡы һатып алғайны. Ошо тирәлә генә йөрөйҙәр ине, икәүһе юҡҡа сыҡты. Эҙләй торғас, таптылар. Атып йыҡҡандар ҙа, артҡы аяҡтары менән алғы аяҡтарын ғына алып, ҡалғанын ташлап киткәндәр.

Риф, аптыранып, полицияға мөрәжәғәт иткәйне, ҡараусыһыҙ йөрөгән аттар өсөн беҙ яуап бирмәйбеҙ, тип хат ебәргәндәр. Ниһайәт, башлыҡтың киләһе аҙнала ҡабул итәсәге тураһында хәбәр килде. Ун биш минутҡа алдан килһә лә, бер сәғәткә яҡын көтөргә тура килде. Шул арала сиратһыҙ-ниһеҙ, ишекте тибеп тигәндәй асып, унлап кеше кереп, мәсьәләһен хәл итеп сыҡты. Өндәшмәне Риф, түҙҙе. Теге ваҡыт теелфон менән уйнап ултырған урынбаҫар башлыҡ янына инеп сыҡты. “Моғайын, былар кәңәшләшәләрҙер”, – тип уйлап, көлөмһөрәп ҡуйҙы Риф. Ай-һай, яуға әҙерләнгән һымаҡ ҡыланалар. Рифте хакимиәт түрәләренең, эреләренең дә, ваҡтарының да, үҙҙәрен һауалы тотоуы, үҙ эштәре менән мәшғүл булыуы, әйләнгән һайын ришүәт, табыш, килем эҙләүҙәре оҡшаманы.

Эйе, коммунистар дәүерен беҙ юғары номенклатура халыҡтан айырылған өсөн тәнҡитләнек. Үкенескә ҡаршы, партияның халыҡтан айырылыуы илдең һәләкәтен тиҙләтте. Ә бөгөнгөләр элеккеләрҙән күпкә айырылып тора һәм үҙенең шәхси мәнфәғәттәрҙе көҫәүе менән асыуҙы килтерә.

Бына улар, оҙон өҫтәл аша бер-береһенә ҡараш ташлап, байтаҡ ҡына ултырҙылар.

– Һеҙҙең менән күптән осрашырға йыйына инем, – тине башлыҡ. – Үҙегеҙ күрәһегеҙ, тәүлек әйләнәһенә тип әйтерлек эшләйбеҙ, һис тә бушап булмай. Район етди үҙгәрештәр алдында тора. Бына юл төҙөлөшөнә генә 400 миллион аҡса бирҙеләр. Район үҙәге урамдарын, күрше өлкәгә алып барған йүнәлеште яңыртыуҙы быйыл тамамларға теләк бар.

– Бер арала, Мөхтәр Әминевич, беҙҙең эштәрҙе лә килеп күрер инегеҙ, – тине Риф, башлыҡты үҙҙәренә саҡырып.

– Эх, Риф туған, – тине башлыҡ. – Минең ҡарамаҡта һеҙ генә булһағыҙ икән. Бына оҙаҡламай район аша төбәк губернаторы үтәсәк. Юлды үҙем шәхсән ҡарап сығып, тәртипкә килтертеп ҡуймаһам, булмай. Барыбер нимәнелер эшләп еткермәйҙәр. Йә тәмәке төпсөгө ята, йә сабылмаған дегәнәк ултырып ҡала. Шуға үҙем ҡарап сыҡһам, тыныс булам.

– Беҙҙең баҫыуҙарҙы күрергә һис тә теләгегеҙ юҡмы? – тине Риф.

– Һеҙ ҡыҙыҡ кеше икәнһегеҙ. Мин һәр баҫыуҙы ҡарай алмайым. Уныһы минең эш түгел.

– Ләкин бер баҫыуҙы ғына булһа ла ҡарай алырһығыҙ бит, – тип һаман үҙенекен тылҡыны Риф.

– Юҡ-юҡ, көтмәгеҙ, минең эшем былай ҙа күп, – тине башлыҡ эре генә.

– Ә районда эшҡыуарлыҡты үҫтереү, бизнес вәкилдәренә ярҙам итеү һеҙҙең эшегеҙ түгелме? – тип ысҡындырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды Риф.

– Ярай, юл төшһә, бәлки, һуғылып та үтербеҙ, – тине хужа, һөйләшеүҙең тамамланыуына ишаралап. – Инеп йөрөгөҙ, борсолмағыҙ, беҙ һеҙгә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Игендәрегеҙ шулай һәйбәтме ни?

– Агроном әйтә, 20-22 центнерҙан кәм булмаҫ, ти.

– 20? 22? Шулай аҙмы? – тине башлыҡ, ауыҙын ҡыйшайтып. – 22-22 күп түгел бит ул. 40-50, хатта 60 булһын! Үҙем барасаҡмын, хатта губернаторҙы килтерәсәкмен. Ана, минең былтыр иң насар фермер хужалыҡтары һәр гектарҙан 50-60 центнер иген йыйҙы. Бына мин быны аңлайым. Ғүмерҙә күрелмәгән уңыш йыйып алдыҡ: 30 мең тонна. 80-се йылдарҙа бындай уңыш өсөн геройҙы бирәләр ине, ә хәҙер рәхмәт әйтеүсе лә юҡ.

– Аныҡлап әйтегеҙ әле, һеҙгә нисә центнер кәрәк һәр гектарҙан?

– Уртаса уңыш 50 центнерҙан да кәм булмаһын. Эшләй алаһыңмы?

– Һеҙ әйткәс, эшләрбеҙ.

Шулай хушлаштылар. Риф ҡайтышлай уҡ баҫыуҙарҙы яңынан ҡарап сыҡты, агрономын саҡыртып алды. Баҫыуҙарҙы арҡыры-буй йөрөнөләр. Башаҡтарын өҙөп алдылар, бойҙайын тиреп ҡаранылар.

– Иң кәмендә 20-25 буласаҡ, – тине агроном, ышаныслы итеп.

– Аҙ, – тине Риф. – Күберәк кәрәк.

– Күпме кәрәк?

– 60-70.

– Ә ниңә беҙгә ул хәтле иген? 3 мең гектар ер. 60-тан ҡабатлаһаң, 18 мең тонна. Беҙҙең бит һаҡларлыҡ урыныбыҙ юҡ.

– Шунда уҡ һатырбыҙ. Әле бойҙаға ихтыяж бик ҙур.

Шартына килтереп, ураҡ эштәрен башлап ебәрҙеләр. Риф, ҡулдан аҡса түләп, комбайндар килтерҙе, ҡаланан артистар саҡырҙы, эскеһеҙ, ләкин мул табын ҡорҙо. Байрам һымаҡ башланып китте баҫыу эштәре. Атаһының тәҡдиме менән баҫыуҙан ҡайтмайынса ятып эшләгән механизаторҙарға, пайсыларға пай иҫәбенән тип, бишәр центнер иген өләште. Уңышты йыйып алғас, тағы бирергә вәғәҙә итте. Ә һаламды күпме теләһәләр, шул тиклем алырҙар.

Нәғим йәшәреп, атлап түгел, йүгереп йөрөй башланы. Улының эше бара, атаһының ярҙам иткеһе, ҡатнашҡыһы килә. Хатта транспорт юҡ ине, ат менеп бер-ике барып сыҡты. Ләкин ураҡтың яртыһы ла тамамланып өлгөрмәне, ата менән ул бар халыҡ алдында ҙур бәхәскә инде. Бер көн район гәзитендә, ураҡ барышы хаҡында сводкала “Маяҡ”тың һәр гектарҙан йыйған уңышын күреп, атаһының сәсе үрә торған. Ни өсөн үрә торған, сөнки унда аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, 47 центнер тип яҙылған. Бер нисә хужалыҡтан уңыш 50 центнерҙан күберәк, ҡалғандары, алдарға теләмәгәнме, әллә ҡулдары ҡалтырағанмы, уңышты 20-35 центнер самаһы күрһәткәндәр.

– Һин нимә, алдап яҙаһыңмы? – тип гәзитте болғай башланы атаһы, Рифте күреү менән. – 47 центнер, имеш! Үҙең алдарбайҙар тоҡомонан да түгелһең. Былай алдашырға һине кем өйрәтте?

– Үҙем өйрәндем. – тине улы. – Арыным, башымды ҡатырма, атай.

– Башымды ҡатырма, тиһеңме? Был бит район гәзите, ул аҙнаһына ике тапҡыр килә. Һәр береһе күрә, һинең алдағаныңды белә! Мин урамға сығырға оялам, улым!

– Сыҡма, өйөңдә генә ултыр.

Дауамы бар.

Читайте нас: