+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Февраль 2021, 18:41

ИР МЕНӘН ҠАТЫН Хикәйә Ун дүртенсе бүлек

Ә бер көн Нәғим ағай улының машинаһын һорап алды ла ҡалаға китте. Ҡайҙа барғандыр, нимәләр эшләгәндер – Риф ҡыҙыҡһынманы. Кискә ҡарай арып-йонсоп, кәйефһеҙ генә ҡайтып төштө.– Мин бында ятып бер нәмә лә белмәйем икән, – тине ул. Әллә зарланды, әллә үҙ алдына һөйләнде. – Донъя үҙгәргән, танырлыҡ түгел. 80-се йылдарҙа микән, мине турпутевка менән Балҡан илдәренә ебәргәйнеләр. Югославияла күргән мәшхәрҙе әле булһа онотмайым. Беҙ ҙә хәҙер Европаға әйләнеп барабыҙ икән. Донъя үҙгәргән. Бына, гәзиттәр алдым. 3 миллион тонна иген йыйҙыҡ тип маҡтанышаһығыҙ. Элек 3 миллионды йыйһаҡ, беҙгә берәр орден таға торғайнылар. Юл буйы шул тиклем матур баҫыуҙар, игендәр гөрләп үҫеп ултыра. Ҡайҙа ҡарама, көнбағыш сәскә ата, ләкин иген тейәгән бер машина, иген урған бер комбайн күрмәнем. Ул игенде йыя һалып, ҡайҙа урынлаштырып бөтәһегеҙ икән, тигән һорауым тыуҙы. Ярай, һәр гектарҙан 40-50 центнер йыйырһығыҙ. Мин риза. Тик уны ҡайҙа ҡуяһығыҙ?

Ә бер көн Нәғим ағай улының машинаһын һорап алды ла ҡалаға китте. Ҡайҙа барғандыр, нимәләр эшләгәндер – Риф ҡыҙыҡһынманы. Кискә ҡарай арып-йонсоп, кәйефһеҙ генә ҡайтып төштө.

– Мин бында ятып бер нәмә лә белмәйем икән, – тине ул. Әллә зарланды, әллә үҙ алдына һөйләнде. – Донъя үҙгәргән, танырлыҡ түгел. 80-се йылдарҙа микән, мине турпутевка менән Балҡан илдәренә ебәргәйнеләр. Югославияла күргән мәшхәрҙе әле булһа онотмайым. Беҙ ҙә хәҙер Европаға әйләнеп барабыҙ икән. Донъя үҙгәргән. Бына, гәзиттәр алдым. 3 миллион тонна иген йыйҙыҡ тип маҡтанышаһығыҙ. Элек 3 миллионды йыйһаҡ, беҙгә берәр орден таға торғайнылар. Юл буйы шул тиклем матур баҫыуҙар, игендәр гөрләп үҫеп ултыра. Ҡайҙа ҡарама, көнбағыш сәскә ата, ләкин иген тейәгән бер машина, иген урған бер комбайн күрмәнем. Ул игенде йыя һалып, ҡайҙа урынлаштырып бөтәһегеҙ икән, тигән һорауым тыуҙы. Ярай, һәр гектарҙан 40-50 центнер йыйырһығыҙ. Мин риза. Тик уны ҡайҙа ҡуяһығыҙ?

– Әйҙә, атай, иртәгә минең менән сығып кил, күрһәтермен, – тине улы. – Һинең шиб-шөбһәләреңде таратыуҙы үҙ өҫтөмә алмайым. Элек ауыл хужалығы дәүләттең, хөкүмәттең иң төп тармаҡтарының береһе ине. Ике-өс йыл эшләгәс тә туҙа торған комбайндар, тимер сылбырлы тракторҙар заманы артта ҡалды. Хәҙер беҙ бөтәһен дә иҫәпләргә, сығымдарҙы кәметергә тырышабыҙ.

Таң менән тороп сығып киттеләр. Ата менән ул комбайнерҙарҙың килеп эшкә тотонған сағына тура килде. Тегеләр таҙа кейенгән, күңелле итеп һөйләшәләр. Иртәнге ашты ашанылар ҙа комбайндарын гөрләтеп сығып та киттеләр. Ауылға яҡыныраҡ бер уңайлы урынға тимер конструкцияларҙан келәт эшләнгән. Комбайндар йыйған игенде тейәгән машиналар шунда кереп бушатып сыға.

– Келәт ҙур түгел, – тине улы. – Мең тонна һыйыр-һыймаҫ. Уның ҡарауы, беҙ ошонда бушатабыҙ, эшкәртәбеҙ, таҙартабыҙ һәм элеваторға оҙатабыҙ. Машиналар төндә генә рейсҡа сыҡты, шуға иген ташығандарын күрмәүең ғәжәп түгел.

Нәғим ҡарттың бәхәсләшергә, һүҙ көрәштерергә теләге бар ине, әлбиттә. Ышанманы, келәт эсенә кереп, өр-яңы, йыйнаҡ ҡына иген таҙартҡысты ҡарап, теге башҡа тиклем үтте. Тағы ла атлар ине – туҡтаттылар. Техника хәүефһеҙлеге буйынса сит кешеләргә инеү тыйыла икән.

– Йә, атай, ышандыңмы улыңдың эшенә? – тине Риф.

– Беҙҙең заман түгел шул, – тине атаһы. – Беҙ бөтөнләй икенсе төрлө эшләй инек. Ниңә, улым, үҙең дә ырҙын табағына иген таҙартырға йөрөнөң дә баһа.

– Хәтерләйем, – тине Риф. – Ырҙын табағы тулы ашлыҡ, тау-тау өйөлөп ята, ямғыр яуһа, еүешләнә, шыта башлай. Бөтә ауыл менән игенде ҡотҡарырға ташлана торғайныҡ. Хәҙер ундай мөмкинлек юҡ, атай. Иген тулыһынса техника ярҙамында эшкәртелә, күсерелә, кәрәк булһа, киптерелә.

– Ярай, улым, – тип күнде ҡарт. – Һинең өсөн борсолғанға ғына йөрөйөм. Ә хәҙер шәп эшләйҙәр икән.

– Сөнки аҡса түләйбеҙ, – тине Риф. – Ана, комбайнер сезонында ай һайын 60-70 меңдән ҡалмаҫҡа тейеш.

Нәғим ағай аптырап, баш сайҡап ҡына ҡуйҙы.

– Вахтаға йөрөгән нефтсе лә шул хәтле алып ҡайта, тиҙәр.

– Атай, айырма шунда: вахтовиктар йыл буйы эшләй, ә беҙ – йәй генә.

– Ә ҡыш нимә эшләргә уйлайһың? – тип һораны атаһы.

– Малсылыҡты үҫтереп ҡарарға кәрәк, атай, һөт, ит кәрәк.

– Һөт кәрәк шул, ите лә кәрәк. Тик, улым, берүк дуңғыҙ үрсетеп йонсома инде.

– Еҫенән ерәнәһеңме, атай?

– Еҫе генә бер бәлә, улым. Уның ите беҙгә харам бит. Беҙ эшләгәндә тиҙ өлгөрөүсе тармаҡ тип үҙәккә үтә торғайнылар. Юҡ, улым, мин ҡаршы түгел, кемгә оҡшай – үҫтерһен, беҙгә, башҡорт ауылдарына, ярамай.

– Атай, ә элек ниңә дуңғыҙ аҫрайҙар ине? Ниңә аҫраһын, аҡса кәрәк, ғаилә ҙур, ашатырға кәрәк. Элек бит һәр ғаиләлә ете-һигеҙ бала үҫә торғайны. Йылына һуғымға бер башмаҡ һуйып, уларҙы нисек үҫтерәһең? Ит кәрәк.

Ошо һөйләшеүҙән һуң атаһы улын башҡа һорауҙар менән йонсотманы. Әллә күнде, әллә төшөндө. Улы ҡайтып кергәс, арлы-бирле генә һораша ла шуның менән бөтә.

Мәскәү – Пекин тирәһендәге хәбәрҙәр ваҡыт-ваҡыт ҡуйыра ла байтаҡҡа онотолоп тора ине, аҙаҡ тағы ла йыш иҫкә төшөрә башланылар. Октябрь баштарында юлдың беҙҙең төбәккә ҡараған өлөшөнә күҙ һалырға теләүселәр табылды.

Бер көн, барыһын таң ҡалдырып, райондың башлығы килеп төштө. Тәүҙә ярандары менән ауылдың урамдарын йөрөп сыҡтылар, төҙөкләндереү, ҡырҙан ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү, әҙерлек эштәре хаҡында байтаҡ һөйләшеү булды. Башлыҡ Риф менән осрашыуға был юлы ла әҙерләнеп килгән, күрәһең. Рифтең эштәре нисек барғаны тураһында бөтәһен дә белә. Ауыл халҡы, Риф тураһында һүҙ сыҡҡас, башлыҡҡа уны маҡтап һүҙ әйтеүҙе кәрәк тип тапты.

– Эшләһен, ярҙам итегеҙ, – тине район хужаһы. – Бындай хужалыҡтар хәҙер һәр ауылда булырға тейеш. Иң мөһиме шул: беҙ уға ҡамасауламайбыҙ. Әгәр Мәскәү – Пекин юлының, исмаһам, бер 15-20 метрын беҙҙең төбәккә эләктерһә, Риф Нәғимовичҡа шунда һәйкәл ҡуйырға мөмкин булыр.

– Һәйкәл кәрәкмәй, – тип көлөп ебәрҙе Риф.

Аҙаҡтан юл менән төбәк биләмәһе киҫешкән урында булдылар. Һүҙ юҡ, урын бик шәп. Бөгөндән үк кем генә үтеп китмәһен, бик ҡәнәғәт ҡалырҙар ине.

Башлыҡ, Рифте эйәртеп, тегеләй ҙә үтте, былай ҙа үтте, кәңәшләште, һорауҙар бирҙе.

– Бында, беләһеңме, Риф Нәғимович, ошо көндәрҙә ағайҙың үҙенең дә килеп сығыуы ихтимал. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙекеләрҙе маршруттан ситләтеп, ҡыҫырыҡлап сығарып бөттөләр, тип иҫәпләргә мөмкин. Ошо нөктәнән башҡа ҡалдырыу мөмкинлеге юҡ, тип әйтерлек. Һинең алдан һиҙеүең ярҙам итте, бик шәп урынды эләктергәнһең. Ваҡыты еткәс, беҙҙең ярҙамды ла онотмаҫһың, тип өмөт итәм.

Ғәҙәттә, ошондай кинәйәле һорауҙарҙан һуң түрә кеше үҙенән түбән торғандарға һынсыл ҡараш ташлай: йәнәһе, һинән күпме һығып алып булыр икән. Ғәҙәттә, аҡса яҙмышы хәл ителгәндә буйһоноуға дусар булған бәндә үҙе лә һиҙмәҫтән ҙур ғына вәғәҙәләр биреп ташлай. Риф кеше психологияһын бер аҙ белә. Был эшкә мөнәсәбәте булмаған, ярҙам итеүҙән алыҫ торған түрә, мөмкинлектән файҙаланып, үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртып, күберәк умырырға тырыша, ә ярҙамды һирәк-мирәк кенә алған башҡарыусы, бер аҙ бирмәһәң, күберәк тартып алырҙар, тигән уй менән үҙ файҙаһын бөтөнләй онота һәм отолоп ҡуя. Риф тегенең ҡомһоҙ, хатта ҡарсығаныҡы һымаҡ үткер ҡарашын күтәрә алды, бер нәмә лә вәғәҙә итмәне. Һис тартынып тормай хужалығының күпме иген етештереүе, үҙ кеҫәһенән күпме сығарыуы, игенде һатҡандан һуң күпме табыш аласағы тураһында ентекләп һөйләне. Тегеһе битараф тип әйтерлек тыңланы, сөнки уны хужалыҡтың күпме һалыуы, күпме алыуы түгел, үҙ мәнфәғәттәре нығыраҡ борсой ине шикелле. Түрә үҙенең ҡарамағындағы дәлилдәрҙең етешмәүенә төшөндө.

– Минең бында ағайҙы алып килерлек мөмкинлегем бар, – тине ул, йәнәһе, иң ҙур етәксе килгәс, һинең статус күтәрелә, төбәк кимәлендә йоғонтоң үҫә, һиңә ағайҙан ярҙам да вәғәҙә ителеүе ихтимал.

– Әгәр төбәк етәксеһе килһә, уға әйтерлек фекерҙәрем, тәҡдимдәрем етерлек. Һис шикләнмәйем, уға бында оҡшаясаҡ.

Еңелсә көс һынашыу шундайыраҡ юҫыҡта барҙы һәм әлегә бер кемдең дә еңмәүе менән тамамланды. Түрә нимә уйлағандыр, һәр хәлдә ул Рифте еңел генә буйһондороп булмаҫына төшөнгәндер. Ә Риф өсөн барыбер. Иң мөһиме – ул үҙ көсөнә таяна һәм һәр мәшәҡәтен үҙ аллы хәл итә ала. Шуға уны бөгөнгө осрашыу ҡәнәғәтләндерҙе. Шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер артыҡ ярҙам булырына йәки, киреһенсә, зян итеүҙәренә бик ышаныс юҡ, сөнки Риф бар эштәрен үҙ аллы башҡарып сыға ала. Түрә быны яҡшы аңлай һәм Рифкә ныҡлы зыян килтерә алмауына йәне көйә. Был хужалыҡ шәхси ҡулда. Бында уртаҡ милек юҡ. Ә хужа үҙенең байлығын һаҡларға, уны ишәйтергә тырышырға тейеш.

– Ярай, бөгөнгә һүҙ бөттө, – тине күңелһеҙ генә хужа. – Әгәр ҡунаҡтар килер булһа тағы ла осрашып һөйләшербеҙ.

Риф хәл үҙгәрмәҫ, маршруттың йүнәлешен үҙгәртерҙәр, тип уйлағайны, ләкин бер көн Андрей Петрович шылтыратты.

Дауамы бар.

Читайте нас: