+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Февраль 2021, 00:29

БӘХЕТЛЕЛӘРҘЕ ИҪӘПКӘ АЛМАҒАНДА... Хикәйә Беренсе бүлек

Беҙ һеҙгә бәйән итәсәк хәл-ваҡиғалар бик ҙур булмаған район үҙәгендә булып үтте. Хәйер, бындай мажаралар һәр районда булыуы бик ихтимал. Бына, тауҙы ҡосаҡлап ултырған һымаҡ, урам-урам булып теҙелгән йорттар биш-алты меңләп иҫәпләнер. Һәр йортта ике-өс кеше йәшәгәнен күҙ уңында тотһаҡ, халҡы, моғайын, 15-20 меңдән дә артмаҫ. Район үҙәгенең административ биналары урынлашҡан өлөшөнә яҡын ғына бер кантор ҙур булмаған эш алып бара. Бөгөн унда ун ике кеше эшләй. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ күберәк, улар унау. Ә икәүһе ир-ат затынан. Водитель булып йөрөгән Фәнисте иҫәпкә алһаҡ та, алмаһаҡ та була. Уның мөнәсәбәте бында барған хәл-ваҡиғаларҙа сағыштырмаса ғына. Уның ише ир затынан – Зөлфәт Ғәлиевич Йосопов. Етәкселәре – Тәнзилә Сәғитовна Яппарова. Бер үк онотмағыҙ: Зөлфәт Ғәли улы – уның урынбаҫары. Тағы ла төрлө йәштәге туғыҙ ҡатын-ҡыҙ, шуларҙың әлегә дүртәүһе яңғыҙ.

БӘХЕТЛЕЛӘРҘЕ ИҪӘПКӘ АЛМАҒАНДА...

Хикәйә

Беренсе бүлек

Беҙ һеҙгә бәйән итәсәк хәл-ваҡиғалар бик ҙур булмаған район үҙәгендә булып үтте. Хәйер, бындай мажаралар һәр районда булыуы бик ихтимал. Бына, тауҙы ҡосаҡлап ултырған һымаҡ, урам-урам булып теҙелгән йорттар биш-алты меңләп иҫәпләнер. Һәр йортта ике-өс кеше йәшәгәнен күҙ уңында тотһаҡ, халҡы, моғайын, 15-20 меңдән дә артмаҫ. Район үҙәгенең административ биналары урынлашҡан өлөшөнә яҡын ғына бер кантор ҙур булмаған эш алып бара. Бөгөн унда ун ике кеше эшләй. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ күберәк, улар унау. Ә икәүһе ир-ат затынан. Водитель булып йөрөгән Фәнисте иҫәпкә алһаҡ та, алмаһаҡ та була. Уның мөнәсәбәте бында барған хәл-ваҡиғаларҙа сағыштырмаса ғына. Уның ише ир затынан – Зөлфәт Ғәлиевич Йосопов. Етәкселәре – Тәнзилә Сәғитовна Яппарова. Бер үк онотмағыҙ: Зөлфәт Ғәли улы – уның урынбаҫары. Тағы ла төрлө йәштәге туғыҙ ҡатын-ҡыҙ, шуларҙың әлегә дүртәүһе яңғыҙ.

Иртәнсәк уларҙың күңелле итеп эшкә йыйылыуҙарын күрһәгеҙ ине. Барлыҡ мәшәҡәттәрен өйҙә ҡалдырып, дәртләнеп атлауҙары! Дүшәмбе көн килеп инеүҙәре була, кем ҡайҙа барған, нимә күргән, нимә ашаған, ниндәй хәбәр ишеткән – барыһын да өҫтәлгә түгеп һалалар. Урынбаҫар ҡыҫылмай. Зөлфәттең бында барлығы-юҡлығы бик һирәк кенә һиҙелеп ҡала. Ҡатыны мәктәптә эшләгәс, уның менән бәйләнеш тә юҡ кимәлендә. Бөгөн дә бер ниндәй мажараһыҙ, эштәрен башҡарып, алты тулыр-тулмаҫ һибелгән борсаҡ һымаҡ район үҙәге буйлап таралышырҙар ине. Водитель һирәк-мирәк ингәндәрҙең береһендә Зөлфәттең урынының буш икәненә иғтибар итте.

– Был ҡайҙа йөрөй? – тине ул ҡоро ғына.

– Хакимиәткә саҡыртып алдылар шикелле, – тинеләр.

– Ай-һай, өйләнеп йөрөмәй микән? – тине Фәнис.

Һигеҙ баш бер юлы уның яғына боролдо:

– Кем әйтә?

– Үҙе өндәшмәй, партизанит, – тине Фәнис.

Ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһенә ҡарашты, сөнки Зөлфәттең яңғыҙ ҡалыуы иң кәмендә дүрт гүзәл заттың яҙмышына ыңғай йоғонто яһауы ихтимал. Был исемлеккә начальникты индереп булмай, сөнки Тәнзилә Сәғитовна әйтеүенсә, ирле-ҡатынлылар бер урында хеҙмәт итергә тейеш түгел. Уның иҫәбенсә, айҙар, йылдар буйы, көн һайын егерме дүрт сәғәт буйы, ял күрмәйенсә бер-береңде күҙәтеү – һис ғәмәлгә һыйған эш түгел.

Ә инде начальниктың секретаршаһы Зәлиә, иҫәп-хисап бүлегенән Гөлнәзирә, бүлек мөдире вазифаһын башҡарыусы Фәймә, өлкән белгес Ниса был ҡарашты уртаҡлашмай.

Айырыуса Ниса менән Зәлиә, әгәр рөхсәт булһа, күңелдәре ятһа, Фәнистең үҙенә лә кейәүгә сығырҙар ине. Ә уныһы, күҙҙәрен майландырып, үҙ-ара мөнәсәбәттәр тураһында һүҙ сыҡһа, аҡыллы бүре йәшәгән ерендә ашамаҫҡа тейеш, тип кенә ҡуя.

Шулай итеп, Зөлфәтте яңғыҙ ҡалды тинеләр. Иң тәүҙә кантор халҡы ирҙең ни өсөн бындай хәлгә төшөүен асыҡларға тырышты. Ун берҙәр тирәһендә йола буйынса сәй эсеп алалар. Һәр кем үҙ өҫтәлендә тамаҡлана, күмәкләшеп һатып алған сәйгүн генә уртаҡ. Зәлиә менән Ниса бергә сәй эсә, сөнки улар әхирәт һәм бер ауылдан, бер-береһен күптән беләләр. Иң тәүҙә Зөлфәттең кейем-һалымын иҫкә төшөрҙөләр.

– Үҙен ҡарамай башланы, – тине Гөлнәзирә.

– Дөрөҫ әйтәһең, ботинкаһы ла таҙартылмай хәҙер, – тине Зәлиә.

– Күлмәгенең яғаһы ҡарайғайны, – тине Фәймә.

Төштән һуң начальник Тәнзилә Сәғитовна ҡайтып керҙе. Үтеп барышлай уҡ:

– Зөлфәткә өндәшегеҙ әле, – тине.

Зәлиә кереп, Зөлфәттең “Уртакүл” хужалығына командировкаға китеүе хаҡында белдерҙе. Күренеп тора: Тәнзиләлә бер хәбәр бар, һәм ул уны кем менән уртаҡлашырға белмәй.

Тәнзилә иртән хакимиәткә кергәйне. Күптәнге танышы Рауилә осраны. Һүҙ артынан һүҙ сығып, Рауилә Зөлфәт тураһында һораны:

– Ни хәлдә йөрөй әле? – тине.

– Уға нимә булһын, эшләп йөрөй инде, – тине Тәнзилә.

– Ишеткәнһегеҙҙер уның хаҡында?

– Нимә булған? – тип аптыранды Тәнзиләһе.

Рауилә, күҙҙәрен ҙур итеп асып, әхирәтенә ҡарап ҡуйҙы, йәнәһе, район үҙәгендә атом бомбаһы шартлаған, ә һеҙ шул хаҡта ишетмәгәнһегеҙ ҙә.

– Ҡатыны ҡайтып киткән.

Тәнзилә шаҡ ҡатты тиһәк, әҙ булыр. Ул торған урынында бәүелеп ҡуйҙы һәм ашығыс рәүештә эшенә йүгерҙе.

Начальник бөтәһен дә бәләкәй генә кәңәшмәгә йыйҙы. Көндәлек эштәрҙе ҡаранылар, киләсәккә бурыстар билдәләнеләр һәм бөгөнгөһөнә йомғаҡ яһанылар. Ә халыҡ көтә. Бөгөн бөтәһен дә шаҡ ҡатырған төп мәсьәлә тураһында һүҙ асыусы юҡ. Әлбиттә, был хаҡта иҫкә алмаһалар ҙа булыр ине, һәр хәлдә донъя емерелмәгән, бомба төшмәгән, ер уйылмаған. Шулай ҙа белергә кәрәк: ҡатыны ҡайтып киткәнме, ҡайтарып ебәргәнме, әллә берәйһе алып киткәнме? Начальник һүҙҙе артыҡ ҡуйыртыуҙы кәрәк тапманы.

– Була торған хәл. Аптыранмағыҙ. Бәлки, уға ярҙам кәрәктер.

Шуның менән бөгөнгә таралдылар. Иртәгәһенә халыҡ эшкә дәртләнеберәк һәм иртәрәк йыйылды. Килеүҙәренә Зөлфәт урынында ултыра ине инде. Кисәге командировкаһы хаҡында ашығыс отчет яҙырға ҡушҡандар. Үҙенә ҡағылған өлөшөн яҙып бөттө лә хакимиәт яғына йүгерҙе.

– Һиҙәһегеҙме, был бит ябыҡҡан, – тине Гөлнәзирә.

– Дөрөҫ әйтәһең, – тине Фәймә. – Елберҙәп сығып осто.

– Кисә ауылда эсмәнеләрме икән? – тине Ниса.

– Эсһә ни, ауыҙы үҙе менән, – тине Зәлиә. – Бик тиҙ яҙып бөттө, һыйлағандарҙыр.

Ҡабаланып начальник килеп инде һәм юл ыңғайы ғына:

– Йосопов керһен әле, – тип күрһәтмә бирҙе.

– Зөлфәт Ғәлиевич хакимиәттә, комиссия менән йөрөй, – тине Зәлиәһе.

– Был ниткән эш? – тип асыуланды Тәнзилә Сәғит ҡыҙы. – Бында эш туҡталып тора, хәҙер бер аҙна инде үҙен күргәнем юҡ.

Күргәне юҡ!? Ҡатын-ҡыҙҙар мәғәнәле генә бер-береһенә ҡарашты. Әле үҙе һөйләгән хәбәр дөрөҫләнмәгән. Начальник үҙенең ҡамытын кейҙерергә самалай түгелме һуң?

– Шылтыратығыҙ әле, бында тиҙ генә ҡайтһын!

Ҡайтманы, күренмәне. Тағы ҡайһылыр хужалыҡҡа комиссия менән олаҡты, тинеләр. Уның ҡарауы Зөлфәт үҙе шылтыратты.

– Эҙләгәйнегеҙме, Тәнзилә Сәғитовна? – тине ул.

– Эҙләмәй, ҡайҙа барайыҡ? Нисә көн һине эш урынында күргәнебеҙ юҡ.

– Мин үҙемә хужа түгел, хакимиәт башлығы комиссияға ағза итеп индергән. Был аҙнала бөтә хужалыҡтарҙы ҡарап сығырға, тинеләр.

– Ас йөрөмәйһеңме, ашаталармы? – тип һораны начальник.

– Көн һайын ашаталар, кис көнө һыйлайҙар, – тине бер ҡатлы Зөлфәт.

Бөгөнгө сәйгә нишләптер Тәнзилә Сәғит ҡыҙы ла сығып ҡушылды. Һүҙ, әлбиттә, тағы Зөлфәт тураһында булды.

– Зөлфәт өсөн борсолмағыҙ, – тине Тәнзилә Сәғитовна. – Уның өҫтө бөтөн, тамағы туҡ. Ас йөрөмәйһеңме, тип һорағайным, беләһегеҙме, нимә тине? Көн һайын ашаталар, кис көнө һыйлайҙар, тине.

– Бына шулай бөтә инде ир-ат, – тип ҡушылды Гөлнәзирә. – Ҡатыны эргәһендә булғанда эскәне бик тойолмай ине.

– Өҫтө лә ҡараулы ине, – тине Ниса. – Хәҙер салбары үтекләнмәгән, ботинкаһы таҙартылмаған, күлмәге йыуылмаған.

– Оҙаҡ йөрөмәҫ, өйләнер ул, – тине Гөлнәзирә.

– Берәүҙең бүреһе олоно инде. Кемгә өйләнгән булыр икән? – тине Зәлиә.

– Оҙаҡ йөрөмәҫ, табылыр, – тине начальник. – Мин үҙ фекеремдә ҡалам, ирле-ҡатынлылыр икеһе ике урында эшләргә тейеш. Корпоратив этиканы ла мин, ир менән ҡатын бергә йәшәргә, айырым эшләргә тейеш, тип башлар инем.

Начальниктың был һүҙҙәрен уға буйһоноусылар мотлаҡ үтәлергә тейешле күрһәтмә тип ҡабул итһә лә, береһе лә тормошҡа ашырыу хаҡында уйламай ине.

Өсөнсө көнөнә Зөлфәт үҙе эшкә килеп сыҡты. Егәрле кеше егәрле инде, иртүк килгән, компьютерын тоҡандырған, белешмәһен яҙып ҡуйған. Хәбәрен электрон почтаға оҙатҡан да сираттағы заданиены көтөп ултыра.

Иң тәүҙә начальник саҡырып индерҙе. Ҡайҙарға барыуы, ниҙәр күреүе хаҡында ентекләп һорашты.

– Ҡара әле, Зөлфәт Ғәлиевич, һин унда бик һыйланып йөрөмәйһеңме ул? – тине.

– Юҡ, эсеү юҡ.

– Белмәйем, – тине начальник. – Йонсоғанһың.

– Эш күп бит. Иртәгә тағы сығырға, тинеләр.

– Хәҙер яңғыҙ ҡалғас, Зөлфәт Ғәлиевич, һин үҙеңде юғалтып ҡуйма.

– Юҡ-юҡ, борсолмағыҙ минең өсөн, – тине Зөлфәт. – Юғалтыр бер нәмәм дә юҡ, үҙем дә юғалмам.

Иртәнге сәйгә тотонғас, Зөлфәт үҙе лә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡушылып китте. Һәр береһе уға иғтибар күрһәтергә, иң тәмле киҫәктәрҙе уға һалырға, нимә менән булһа ла арбарға тырышты.

Зөлфәт бындай ғына иғтибарҙы күргәне бар һәм тейешенсә ҡабул итте.

Әлбиттә, уның яңғыҙ ҡалыуы тураһындағы хәбәрҙе үҙ ауыҙынан ишеткеләре, уға теләктәшлек күрһәткеләре, иғтибарын йәлеп иткеләре килә, ләкин һүҙҙе нимәнән башларға белмәйҙәр.

– Күлмәгеңде бөгөн кем үтекләне ул? – тине Гөлнәзирә.

– Үҙемдән башҡа кем булһын? – тине Зөлфәт, әллә иҫбатланы, әллә уфтанды. – Хәҙер өйрәнеп киләм инде.

– Ә ниңә өйләнеп кенә ҡуймайһың? – тине Ниса.

Әгәр төптәнерәк ҡараһаң, уның был һорауын “миңә ҡарата мөнәсәбәтең нисек?” тип тә аңларға була ине.

– Ә юҡ инде, яҙмышты тағы һынайһым юҡ. Әле береһенән ҡотолоп бөтмәгәнмен, хәҙер икенсеһенең тырнаҡтарына барып юлығырғамы?

– Ниңә, шулай насар йәшәнегеҙме ни? – тине Фәймә аптырап.

– Кемгә нисектер, – тине Зөлфәт. – Мин йәшәмәнем, йәшәү өсөн көрәштем.

Ҡатын-ҡыҙ аһ итте.

– Шулай уҡ булдымы? – тине Зәлиә.

– Ә былай көрәшкәнгә бер ҙә оҡшамай торғайның, – тине Гөлнәзирә. – Эшкә марштар көйләп килеп инеүеңде, дәртләнеп ҡайтып китеүеңде хәтерләйем.

– Булғандыр. Хәҙер ул көндәр артты ҡалды. Ниһайәт, мин азат һәм ирекле! Быйыл, Алла бойорһа, йәй берәй яҡҡа ял итергә барырға йыйынам. Һәр хәлдә күңелдә үкенес тойғоһо юҡ.

Коллегалар бер-береһенә мәғәнәле ҡараш ташланы.

Дауамы бар.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: