+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Февраль 2021, 21:12

ИР МЕНӘН ҠАТЫН Хикәйә Ун бишенсе бүлек

Андрей Петрович шылтыратҡандан һуң шул аңлашылды: көнсығышҡа йүнәлтелгән трасса өсөн көрәш иң юғары нөктәһенә күтәрелгән, хәҙер юлдың ҡайҙан үтерен Кремлдә хәл итәсәктәр. Заманында юлдың ошо тирәнән үтерен һиҙгән кешеләр меңәр гектарға тиклем баҫыуҙарҙы һатып алып, үҙҙәренә милек рәүешендә рәсмиләштергәндәр. Трасса халыҡ-ара кимәлдәге объект булғас, юл үтәсәк баҫыуҙар ҙа инвесторҙар ҡарамағында буласаҡ һәм тейешле йүнәлештәге ерҙәрҙе тулыһынса һатып аласаҡтар.– Һеҙҙең баҫыуҙарҙың яҡынса ғына әйткәндә 10-15 гектары юл һәм юлды һаҡлау, хеҙмәтләндереү зонаһына инә. Әгәр ошо килеш раҫланһа, һеҙ ҙур ғына компенсацияға иҫәп тота алаһығыҙ. Был мәсьәлә 99 процентҡа һеҙҙең файҙаға хәл ителде, тип раҫларға нигеҙ бар.– Ә эш ни өсөн тотҡарланды һуң? – тип һораны Риф.

Андрей Петрович шылтыратҡандан һуң шул аңлашылды: көнсығышҡа йүнәлтелгән трасса өсөн көрәш иң юғары нөктәһенә күтәрелгән, хәҙер юлдың ҡайҙан үтерен Кремлдә хәл итәсәктәр. Заманында юлдың ошо тирәнән үтерен һиҙгән кешеләр меңәр гектарға тиклем баҫыуҙарҙы һатып алып, үҙҙәренә милек рәүешендә рәсмиләштергәндәр. Трасса халыҡ-ара кимәлдәге объект булғас, юл үтәсәк баҫыуҙар ҙа инвесторҙар ҡарамағында буласаҡ һәм тейешле йүнәлештәге ерҙәрҙе тулыһынса һатып аласаҡтар.

– Һеҙҙең баҫыуҙарҙың яҡынса ғына әйткәндә 10-15 гектары юл һәм юлды һаҡлау, хеҙмәтләндереү зонаһына инә. Әгәр ошо килеш раҫланһа, һеҙ ҙур ғына компенсацияға иҫәп тота алаһығыҙ. Был мәсьәлә 99 процентҡа һеҙҙең файҙаға хәл ителде, тип раҫларға нигеҙ бар.

– Ә эш ни өсөн тотҡарланды һуң? – тип һораны Риф.

– Мәскәүҙәр тын алырға ла ирек бирмәй. Бер нисә ҡеүәтле инвестор һинең майҙандарҙан башҡа баҫыуҙарҙы үҙ милке итеп рәсмиләштереп ҡуйған. Ә һеҙҙең төшөп ҡалмауығыҙҙың сере шунда: Кремль хеҙмәттәшлектә тигеҙ ҡатнашыуҙы тәьмин итеү талабын ҡуя. Йөҙҙәрсә миллиард һумлыҡ юлды бер нисә генә инвесторға биреп ҡуйып булмай. Һеҙгә тиҙ арала юл инфраструктураһын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә кәрәк.

Риф, ошо яңылыҡ менән тиҙ арала башлыҡ янына барып, уға хәбәр итеүҙе кәрәк тип тапты. Иң ҡыҙығы шул: башлыҡ был хаҡта күптән белә икән. Хатта ул быны үҙенең тырышлығы, эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе итеп күрһәтеүгә өлгәште.

– Бына шулай, беҙ эшләйбеҙ, көнө-төнө көрәшәбеҙ, кемдәрҙер файҙаһын күрә, ә беҙгә, исмаһам, рәхмәт әйтеүсе лә юҡ.

Меҫкенләнеп, шул хәтлем зарланып алып китте, түбән генә эш хаҡына тир түгә, ә өлөшкә алыусы юҡ икән.

Риф өндәшмәне. Был етәксегә ҡарата өмөтөн күптән өҙгәйне. Әгәр үҙ мәнфәғәттәреңде өҫтөн ҡуйһаң, уртаҡ эш икенсе планға күсә, яуаплылыҡ юғала. Күренеп тора, маршруттың район аша үтеүенән ул үҙенә күберәк файҙа алырға теләй.

Тиҙ арала кәңәшмә үткәрҙеләр, ҡунаҡтарҙы нисек ҡаршылау, нимәләр күрһәтеү хаҡында һөйләшеп килештеләр. Милли кейемдәрҙәге йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар, ҡунаҡтарҙы ҡаршылауҙан алып өҫтәлдәргә нимә ултыртыуғаса бөтә мәшәҡәттәрҙе хәл итеү мәсьәләһе ҡаралды.

О, ул ерҙәрҙең яҙмышын хәл иткән көн! Риф бындай эштәрҙе тәүге тапҡыр ойошторһа ла, нимәләр кәрәклеген алдан уҡ тоҫмаллағайны инде. Бында юлдың ике яғында ла фураларға һәм башҡа автомобилдәргә кәрәкле туҡталҡа, бөтә уңайлыҡтары булған ҡунаҡхана, ашхана, ремонт оҫтаханалары өсөн урындар ҡаралғайны. Әлбиттә, тиҙ арала бөтәһен дә планлаштырыу, бигерәк тә төҙөп ултырыу мөмкин түгел. Шулай ҙа комиссия ағзалары бик ҡәнәғәт ҡалды. Оҡшаттылар. Барыһы ла мәсьәлә хәл ителгән һымаҡ итеп уйланы.

Риф был хәл иткес осрашыуға Мәрзиәне лә алып килгәйне. Ул хужабикә ролен бик еренә еткереп башҡарҙы. Милли кейемдә ҡунаҡтарҙы әйҙүкләп, концертты ойоштороп, барыһын да таң ҡалдырҙы.

Комиссия ағзалары көнө буйы ашамаған. Шулай булыры билдәле ине, сөнки иләмәгән-һуҡмаған тигән һымаҡ, әле был юлдың төҙөлөрө, дөрөҫөн әйткәндә, Аллаһ ҡулында. Инвесторҙар тип аталған финанс-сәнәғәт төркөмө юл төҙөлөшө эшенең үҙенән ситкә китмәҫен белә, күрәһең . Үҙҙәрен бик ышаныслы тоталар. Бындағы программа бер сәғәт менән сикләнергә тейеш ине. Комиссия ағзаларын һыйлай, ҡунаҡ итә торғас, ике сәғәттән артығыраҡ ултырҙылар. Ошонда ҡоролған тирмәләргә инеп, ял итеп алырға теләүселәр ҙә булды.

Риф белмәй йөрөгән икән, Мәрзиәнең ойоштороу һәләте барыһын да ғәжәпләндерҙе. Кем белә, бәлки, артығыраҡ та булғандыр. Һәр хәлдә көнө буйы ас йөрөгән комиссия ағзалары өҫтәл эргәһенән теләр-теләмәҫ кенә айырылды, алда әле меңдәрсә километр юл ята, уларҙы башҡорттар һымаҡ йомарт һәм ҡунаҡсыл һыйлаусы булыры бик шикле.

Риф ошонда буласаҡ кемпингтың бәләкәйләтелгән макетын да эшләп өлгөрткәйне. Ҡурай уйнап, йырлап, бейеп оҙаттылар ҡунаҡтарҙы. Замана шулай үҙгәрә икән. Ҡасандыр йөҙҙәрсә мең гектар ер сәселмәй, һөрөлмәй ята ине. Хәҙер шул баҫыуҙарҙа эш ҡайнап тора. Киләсәктә лә шулай булһа ярар ине.

Риф яҡшы аңлай: алда ҙур эштәр көтә, һәм уларҙы тормошҡа ашырыу һис тә еңелдән булмаясаҡ. Уның һәр аҙымын ҡарап, теркәп, баһа биреп тороусылар ҙа етерлек. Кем белә, бәлки, улар дөйөм эш өсөн түгел, уға ҡаршы көрәшеү маҡсатында берләшерҙәр, эшенә аяҡ салырҙар. Риф үҙе лә аңлар: эшләүе еңел, ә бына үҙеңдекеләр, эргәңдә торғандар һиҙҙермәй генә, ҡайһы ваҡыт асыҡтан-асыҡ аяҡ салһа ауыр. Риф шуға төшөнөр: уның күп көсөн эш түгел, ошо эш өсөн көрәш, үҙеңдекеләрҙе яуаплы эшкә өйрәтеү байтаҡ көсөн аласаҡ. Ләкин Риф ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, эргәһендә таянысы бар. Ул – уның ҡатыны Мәрзиә.

Мәрзиә, ҡунаҡтарҙы оҙатып бөткәс, макетҡа ҡарап торҙо ла бына нимә тине:

– Бында бер генә нәмә етмәй. “Сәфәр” исемле мәсет кәрәк. Бынауында мәсет булһын, – тип төртөп күрһәтте. Риф үҙ ҡулы менән иң ҡалҡыу урынға “Мәсет” тип яҙып ҡуйҙы.

Аҙағы.

Читайте нас: