ЙӘШӘҮ ҺИНӘН КҮПКӘ КӨСЛӨРӘК
...Мират ҙур баҡса эсендә ултыра. Ҡоштар һайрай, эргәһендә сәскә түтәлдәре. Бына бер ейәнсәре, йүгереп килеп, сәйгә саҡыралар, тине.
Ә Мират уйлана, икеләнә. Уның бында ултырырға, ейән-ейәнсәрҙәре менән уйнарға, хатта улар менән сәй эсергә хоҡуғы бармы?
Бәй, былар бит, ысынлап, саҡыра. Икенсе яғынан ҡулын ейәне етәкләп алды: “Олатай, олатай, һине өйҙә көтәләр!”
Көтәләр икән, тимәк, керергә кәрәк. Мираттың хатта тыны иркенәйҙе. Башын күтәреп, тирә-яҡты ҡараны. Күрегеҙ, ишетегеҙ, бына мине нисек хөрмәтләйҙәр!
Ә кем әйткәйне әле, ҡартайғас, бер йотом һыуға тилмереп ятасаҡһың, һине берәү ҙә ҡарамаҫ, һинең урының – ҡарттар йортонда, дэддомда (“дэд” инглизсәнән – үлем – ред.) тип? Шуларға Мираттың хәҙерге тормошон күрһәтергә ине. Ана, уға ҙур бер бүлмә бирҙеләр. Үҙенең ваннаһы, башҡа уңайлыҡтары бар. Хатта эҫе көндә кондиционер эшләй. Олатайға, йыраҡ булмаһын, тип эргәһенә телевизор ҡуйҙылар. Шулай күңелле йәшәй Мират ҡарт. Әсәһе күрһә, аптырар ине. Бындай ҡәҙер-хөрмәткә әсәһе лә лайыҡ ине. Йәл, күрә алманы, иртәрәк үлеп китте. Шулай күңелле генә итеп йәшәй ине Мират, бер мәл аяғына әллә төрттөләр, әллә типтеләр, һиҫкәнеп, уянып китте.
– Нимә булды? – тине санитарҙарҙың береһе. – Нимә һуҙылып ятаһың бында? Аяҡтарыңды йыйып алып булмаймы ни?
Бәлтерәгән Мират, ҡулы менән үрелеп, аяғын койкаһына һалырға тырыша. Ҡартайылды шул, улары тыңлап та бармай.
Мират, аптыранып, тирә-яғын ҡараны. Ә ҡайҙа улдарының өйө? Әле генә ҡоштар һайрай, түтәлдәрҙә гладиолустар, раузалар сәскә ата ине, уның етәкләп килгән ейән-ейәнсәрҙәре ҡайҙа булды? Шайтан алғыры! Һеҙ мине ҡайҙа килтерҙегеҙ? Был ниндәй тупаҫ егеттәр?
– Нимә һорай ул, нимә кәрәк? – тине санитарҙарҙың береһе.
– Уф, ҡасан ошолар ҡырылып бөтә инде?! – тине икенсеһе. – Ҡысҡырып, матур итеп әйт, нимә кәрәк?
Береһе ҡарттың эргәһенә килеп эйелде.
– Ҡара, ейәндәрен һорай. Ха-ха-ха! Ейәндәре иҫенә төшкән.
Айыу һымаҡ егеттәр Мират эргәһендә ятҡан ҡартты, ҡайҙалыр алып барыр өсөн, кейендерә башланы.
– Ипләп, Славик, беҙҙе лә шундай уҡ ҡартлыҡ көтә, – тине береһе.
– Ә һин шулай оҙаҡ йәшәргә уйлайһыңмы? – тип һаһылданы икенсеһе.
– Белеп булмай. Бәлки йәшәргә тура килер.
– Бындай көнгә ҡалғансы, ят та үл инде. Был ҡарттың бер кешеһе лә юҡмы ни?
– Берәйһе булһа, бында ятмаҫ ине.
– Баяраҡ мин ҡағыҙҙарын ҡарап ултырғайным, Өфөлә өс улы бар. Юҡ, береһе лә ҡарарға теләмәй, ти.
– Бына шулай, Славик, ғүмер буйы ашатаһың, эсерәһең, кейендерәһең, бил бөгәһең, ә аҙаҡ улар һине ошонда килтереп һала. Ғәҙел түгел.
– Ата-әсәһен ҡарамағандар өсөн берәй закон юҡмы ни шунда? Мөлкәттәрен конфискациялап, үҙҙәрен ултыртып ҡуйырға кәрәк!
– Ҡайһылай дөрөҫ әйтәһең, депутаттарға шул хаҡта еткерергә ине.
– Бына шулай! Ярай, тәғәйен урынына алып барып, йыуындырып алып киләйек.
Ике саниттар Миратты елтерәтеп, коляскаға ултыртты ла, сығып китте.
Мираттың аңы ваҡыт-ваҡыт асылып китә. Ул саҡта, түҙеп кенә тор, үткән тормошо кино-картина һымаҡ, күҙ алдынан үтә лә үтә, үтә лә үтә. Ябай кино түгел был. Нисек йәшәгән, ни өсөн йәшәгән, барыһын да күрһәтә.
Мул ғына йәшәне. Әсәһенән, атаһынан ике фатир ҡалды. Өс тапҡыр өйләнде, малайҙары ҡалды. Байтаҡ байлыҡ тупланы, бөлдө, яңынан аяҡҡа баҫты.
Юҡ, был кино ғәҙел түгел, тине Мират үҙенең тормошон, күргән һайын.
Ә ниңә туҡтауһыҙ аҡса һанағанын күрһәтәһегеҙ? Ул бит шул аҡсанан алимент түләне, балалар тәрибәләне, шуларҙы үҫтерҙе. Дөрөҫ, һирәгерәк барғандыр, әҙерәк тә ярҙам иткәндер, ләкин бер ваҡытта ла буш ҡул менән йөрөмәне.
Санитарҙар Миратты һөйрәп, тигәндәй, йыуыныу бүлмәһенә алып керҙеләр ҙә, ваннаға ултыртып, өҫтөнә һыу һиптертә башланылар. Һалҡын һыу ҡарттың ҡулдарын күтәрҙе, битен ҡапларға мәжбүр итте.
– Ниңә йылы һыу ҡушмайһың? – тип ҡысҡырҙы санитарҙарҙың береһе икенсеһенә.
– Беҙҙең әсәй, бәләкәй саҡта, ҡусты ыштанын бысратһа, һалҡын һыу менән йыуығыҙ, үҙенә нимә кәрәген әйтергә өйрәнһен, тип әйтә торғайны. Бәлки шуны белер.
Һалҡын һыуҙан зәп-зәңгәр булған ҡартты киренән арбаһына ултырттылар ҙа, бүлмәһенә оҙатып ҡуйҙылар.
– Ә был ҡарттың йәш сағында нисек булғанын беләһеңме? – тип һорай береһе икенсеһенән.
– Ишеткәнем юҡ, нимә һөйләйҙәр?
– Бай булған, аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән. Хәҙер малайҙары кинәнә икән. Теге элиталы ҡаласыҡтарҙың береһендә ҙур итеп өй төҙөгәндәр, өс ҡатлы, ти. Унмы, ун икеме бүлмә, һәр береһенә – айырым ванна.
– Ә был ҡартҡа урын табылмағанмы?
– Юҡ шул, тапмағандар. Ошонда килтереп ташлағандар.
– Ҡуй инде. Хәҙер беҙ уның ... таҙартып йөрөйбөҙ. Шул да булған тормош!
Ҡартты урынына керетеп һалдылар. Ул көс-хәл менән юрғанын ябынды ла, ойоған һымаҡ итте.
– Телевизор ни эшләп эшләмәй ул? – Мират ҡарт санитарҙарҙың береһенә шулай тип өндәште.
– Телевизор һорай. Да, был ҡарт оҙаҡ йәшәр, ахыры. Һаман телевизор ҡарап туймаған.
– Телевизор кәрәк, тиме? Әфлисун менән мандарин кәрәкмәйме?
– Ярай, телевизор булыр. Телевизор ҡарап туйһаң, смартфон, планшет килтерербеҙ.
– Ҡара уны, тағы эш боҙма! Һалҡын һыу әҙер.
Икәүләшеп, тағы бер һаһылдаштылар ҙа, күршеләге бүлмәгә күстеләр.
Миллионлы ҡала үҙ тормошо менән йәшәй. Төҫ-ҡиәфәте менән Миратҡа оҡшаған урта йәштәрҙәге бер ир телефон аша һөйләшә:
– Һеҙ, атайығыҙҙың хәле тураһында, ай һайын шылтыратып әйтеп тороуҙы һорағайнығыҙ.
– Эйе, ҡарттың хәле нисек? Тиҙ генә һөйләгеҙ, минең ваҡытым юҡ.
– Атайығыҙҙың хәле уртаса. Бер үҙен ҡарар өсөн, икешәр санитар йәлеп итергә тура килә. Шуға, беҙҙең сығымдарҙың үҫеүен иҫәпкә алып, атайығыҙға тәрбиә ҡылған өсөн, аҡсаны күберәк туләүегеҙҙе һорайбыҙ.
– Пенсияһы тулыһынса һеҙгә күсерелә, һеҙ шуны етмәй, тиһегеҙме?
– Етмәй. Ни өсөн етмәй? Сөнки ул бик аҙ эшләгән, стажы етерлек булмаған. Пенсияһы ла шуныңса сыға.
– Ундай ялыуҙар менән Пенсия фондына, йә Хөкүмәткә йөрәжәғәт итегеҙ! Миндә артыҡ аҡса юҡ!
– Ә беҙгә күп кәрәкмәй. Ун мең күсерһәгеҙ, шул еткән.
– Ярай, хат менән ун меңгә счет ебәрегеҙ.
Мират ҡарт һаман төш күрә. Төш түгел инде, бер оҙон, бөтмәҫ кино. Ҡара әле, бынау баҡсаның матурлығын әйт! Мират ҡарт ҡайһылай бәхетле! Рәхмәт яуғыры! Балалары уны шул тиклем ярата...
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ:
"Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"