0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Февраль 2021, 18:59

ЙӘШӘҮ ҺИНӘН КҮПКӘ КӨСЛӨРӘК Хикәйә Өсөнсө бүлек

Мират асыуынан тештәрен шығырҙатып, уларҙың артынан ҡарап ҡалды. Әллә күрмәнеләрме икән, тип уйланды. Ҡайҙан күрмәһендәр, хатта Нәзирәһе бер генә тапҡыр күҙ һирпеп алды. Ҡарап ҡына үтеп китмәне бит әле, бына күр, тигән һымаҡ, коляскаһынан балаһын күтәреп алды. Баланы күргәс, Мират урынында сайҡалып ҡуйҙы. Сит кеше түгел бит, үҙенең балаһы. Әйтерһең, бала сағы үтеп барған һымаҡ. Хатта бала тирә-яҡҡа ҡарап, атаһына күҙ һалғандай тойолдо.



ЙӘШӘҮ ҺИНӘН КҮПКӘ КӨСЛӨРӘК


Хикәйә

Өсөнсө бүлек
Мират асыуынан тештәрен шығырҙатып, уларҙың артынан ҡарап ҡалды. Әллә күрмәнеләрме икән, тип уйланды. Ҡайҙан күрмәһендәр, хатта Нәзирәһе бер генә тапҡыр күҙ һирпеп алды. Ҡарап ҡына үтеп китмәне бит әле, бына күр, тигән һымаҡ, коляскаһынан балаһын күтәреп алды. Баланы күргәс, Мират урынында сайҡалып ҡуйҙы. Сит кеше түгел бит, үҙенең балаһы. Әйтерһең, бала сағы үтеп барған һымаҡ. Хатта бала тирә-яҡҡа ҡарап, атаһына күҙ һалғандай тойолдо.
Ҡайтҡас, бик оҙаҡ уйланып ултырҙы Мират. Ир был донъяла юғалтыуҙар күп кисерҙе. Ләкин ул ғәйепте үҙенән түгел, сит-яттарҙан эҙләне. Тәүге ҡатыны, Асия, өс йылда ике бала табып биргәйне, иҫәпләп ҡараһа, барлыҡ тапҡан-таянғаны балаларына һәм ҡатынына китеп тора икән. Элекке ҡатынының аш-һыу тирәһендә булашыуы ла оҡшаманы. Бешереүен бешерә белә, ләкин, йә тоҙло, йә тоҙһоҙ итә. Әсәһе лә улын яҡланы. Һеҙ нимә, миҙал алырға йыйынаһығыҙмы әллә, тип ныҡлы асыуланды. Миратҡа шул ғына етте. Бисәһен айырып ебәрҙе лә, уның менән барлыҡ бәйленеште өҙҙө. Алиментын рәсми алынған килеменән түләгәс, аҡсаһы ла күп китмәне. Хатта үҙен бизнеста уңған кеше һымаҡ итеп тойҙо. Шуға икенсе тапҡыр өйләнгәндә йәш кәләшенә талапты етди ҡуйҙы: рөхсәт булмайынса, бала тапмаҫҡа! Нәзирәһе лә тыңламаны, ауырға ҡалды ла, ҡыуылып, ҡайтып та китте.
Мираттың йәне көйә. Нәзирәһе, балаһын табып, уға ярҙам һорап киләһе урынға, ана, күрмәмеш булып үтеп китте. Әсәһенең дә иҫенә төшкән, ейән-ейәнсәрҙәр кәрәк булған! Ә хәҙер ҡатыныңды, улыңды алып ҡайт, тип тамам аптыратты.
Мират таныш юристар менән һөйләшеп ҡарағайны, тегеләр мәсьәләнең айышына төшөнөргә теләп, асыҡлыҡ индереүсе һорауҙар бирәләр. “Тәүгеһенә күпме түләйһең, икенсеһен ниңә айырҙың, алимент түләгәндә күпме аҡса бирәһең, һ.б.”
Аптыраттылар әҙәпһеҙ һорауҙары менән. Алиментты аҙ түләр өсөн, бизнесҡа тотондом, күпселек табышты һоро схема буйынса алам, балаларыма ярҙам итергә теләмәйем, тип аңлатып булмай бит инде.
Шулай ҙа Нәзирәне судҡа бирерлек ҡағыҙ төҙөнөләр. Уныһына ла байтаҡ түләргә тура килде.
Бына Мират менән Нәзирә суд залында осрашты.
Судья иң тәүҙә Мираттан:
– Судҡа мөрәжәғәт итеүегеҙҙең сәбәбе ниҙә? – тип һораны.
– Миндә атайлыҡ тойғоһо көслө, улымды күргәс, хаталаныуымды аңланым, уны тәрбиәләүҙә туранан-тура ҡатнашҡым килә, – тип белдерҙе.
Адвокаты ла, Миратты яҡлап, ҙур ғына телмәр тотто. Баланың атаһы һәйбәт кеше, етеш йәшәй, торлағы бар, һәм башҡа дәлилдәр менән үҙ һүҙен өҫкә сығарырға тырышты.
Нәзирә лә ауыҙ асып йөрөмәгән, судҡа әҙерләнеп килгән. Иренең өйләнешкәндә ниндәй талап ҡуйыуын, был талапты ни өсөн үтәй алмауын, ҡыуылып сығыуын, урамда ҡуна яҙыуын, ентекләп, һөйләп бирҙе. Нәзирә шулай уҡ судтан Мираттың тәүге ҡатынын – Асияны тыңлауҙарын һораны.
Уныһы ла буш ҡул менән килмәгән, һуңғы йылдарҙа күпме алмимент алыуын, ҡайһы ваҡыт ас ултырыуын, балаларын ҡарарға аҡса етмәүен һөйләне.
Бөршәйеп ултырған Мират, оятынан ҡайҙа барырға белмәйенсә, сығырға уҡталып-уҡталып ҡуйҙы. Суд уның тулыһынса еңелеүе менән тамамланды.
Нәзирә ҡайтҡас, иренә:
– Әллә үҙем ҡаршы судҡа бирәйемме, улына алимент түләһен, тип тәҡдим итте.
Юнир ҡулын ғына һелтәне:
– Һуңынан, мин баланы ҡараштым, аҡса түләнем, тип һорап йөрөр. Ундай кешенән әллә нимәләр көтөргә мөмкин.
Нәзирә өйҙә балалар менән ултыра ине, ишектә ҡыңғырау шылтыраны. Асып ебәрһә, Вәсилә Әхәт ҡыҙы килгән. Күренеп тора, улының үтенесе менән йөрөй.
– Ҡайтһағыҙ, һеҙгә лә, беҙгә лә еңелерәк булыр ине, – ти Вәсилә Әхәт ҡыҙы, – Мират тамам ҡулдан ысҡынып бара: эсә башланы. Уның тормошонан һис тә ҡәнәғәт түгелмен.
– Вәсилә Әхәтовна, ниңә улығыҙ ике балаһы менән тәүге ҡатынын ғына алып ҡайтмай?
– Мин ул ҡатынымды яратмайым, тине.
– Ә балалары менән нимә эшләргә уйлай?
– Тәрбиәләүҙә ҡатнаша, алиментын түләй, шул етмәгәнме ни?
– Етмәй, – тине Нәзирә, – балаларҙы ҡарауға шул хәтле күп аҡса китә, ә Мират бик әҙ түләй бит.
Күп тә үтмәне, Вәсилә Әхәт ҡыҙы ауыр сиргә юлыҡты. Дауаханаға һалыу ҙа, өйҙә дауалау ҙа ярҙам итмәне. Кеше ярҙамынан башҡа, хәҙер үҙен дә ҡарай алмай. Мират, әсәйем эргәһендә булайым, тип уның фатирына күсеп барҙы. Үҙе бушамағас, әсәһен ҡарарға, кеше ялланы. Был хеҙмәт ҡалала бик ҡиммәт икән. Көн һайын мең тәңкәнән артыҡ түләргә тура килә. Мират ентекләп иҫәпләп ҡарағайны, үткән айҙа ҡырҡ меңгә яҡын аҡсаһы киткән. Дарыу, түшәктә ятҡан әсәһе өсөн башҡа кәрәк-яраҡтан алынған. Эх, әсәйемдең килене эргәһендә булһа, шулар ғына ҡарар ине, ул тиклем аҡса ла китәҫ ине, тип үкенде һәм түҙмәне, тәүге ҡатыны Асияға шылтыратты. Шунда уҡ әйтеп булмай бит инде, тәүҙә кафеға саҡырҙы, мөнәсәбәттәрҙе көйләргә кәрәк. Малайҙарына 240 һумға алма, мандарин, әфлисун, 40-ар һумдан ике шоколад алып бирҙе. Шунан һуң хәлдәрен белергә барҙы. Буш ҡул менән йөрөмәйҙәр бит инде – кәнфите лә, еләк-емеше лә тағы һатып алынды.
Малайҙары менән бергәләп ултырып, сәй эсте. Асияһы һаман да уҫал икән:
– Мират, һиңә нимәлер кәрәк, шикелле, ниңә уралтып-суралтып тораһың, әйт тә ҡуй. Бергә йәшәргә булһа, мин – риза. Малайҙарың да, һин килеп ҡайтҡан һайын, һорашалар. Дөрөҫөн әйт, нимәгә йөрөйһөң?
Һөйләмәһә лә була ине, Мират барыһын да әйтте лә ҡуйҙы: әсәһенең сирләүен, ярҙамға мохтаж икәнлеген.
– Аңлашылды, – тине Асияһы битараф ҡына, – шул, миңә көнөң ҡалғандыр, тип уйлағайным да. Шуның өсөн, минең ваҡытымды алып, тегендә-бында саҡырып, арзанлы алма-әфлисун ташымаһаң да булыр ине. Уйламай ҙа барыр инем. Аҡсаң да кәрәкмәй, оло кешене ҡарау – изге бер бурыс һымаҡ ҡына. Ләкин киләсәктең ышанысһыҙ булыуы мине тотоп тора. Һин, тормошта үҙ мәнфәғәттәреңде генә хәстәрләп өйрәнгән кеше, хеҙмәтемә кәрәгем бөткәндең иртәгәһен, мине ҡыуып сығармаҫһың, тип кем әйтә ала? Шуға, Мират, әсәйеңә аҡсаңды йәлләмә. Әсәй бит ул. Үҙеңә аҙаҡ үкенерлек булмаһын. Ҡара, тәрбиә күрһәт.
– Уныһын һинән башҡа ла эшләрбеҙ, – тине Мират, – мине өйрәтмәһәң дә була.
– Өйрәтмәйем, – тине Асия, – күңелем һиҙә, һин әсәйеңдән бик еңел ҡотоласаҡһың. Хәҙер Өфө эргәһендә ярҙамсыһыҙ ҡалған, үҙен ҡарай алмаған әбей-бабайҙар өсөн ҡарттар йорттары эшләй, әсәйеңде шунда тапшырырға итәһеңдер, моғайын.
– Уныһы һинең эшең түгел! – тип асыуланды Мират. Кейенә башланы.
– Йә, йә, туҙынма! – тине Асия элекке иренә. – Үҙеңдең ҡартлығыңды ла онотма. Мин әйтте, тиерһең, көнөң ошо малайҙарға ҡаласаҡ. Бер заман, уларҙы эҙләп, алимент түләнем, тәрбиәләүҙә ҡатнаштым, ярҙам иттем, тип йөрөмәҫһең, тип әйтеп булмай.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: