– Ҡатыны, бик матур, ипле апай, беҙҙең факультетҡа һирәк-мирәк килеп сыға ул, бәлки күргәнең дә барҙыр әле, йылмайып ҡына һөйләшә, һәр береһе менән иҫәнләшә.
– Әлбиттә, бар, ике ҡыҙ, шикелле.
– Яйын табасаҡ. Бәлки ауылға олатай-өләсәләренә оҙатҡандыр ҙа инде.
– Өйҙә генә булһалар, ярар ине.
– Борсолма, булмаясаҡ, – тине ҡыҙҙарҙың оҙон буйлыһы, – һине әгәр фатирына саҡырған икән… Әйтәйек, һинең менән өҫтәлмә шөғөлләнергә теләй. Тимәк, һиңә юғарыраҡ талаптар ҡуя. Ҡыҫҡаһы, һин “бишле” гә өмөт итә алаһың.
– Кәрәге бар ине ул “бишле”ң. Миңә бәләкәй генә “өслө” булһа ла ярай. Стипендияһы ла кәрәкмәй. Шуның майланған күҙҙәрен күрһәм, күңелем шунда уҡ болғана башлай.
– Мин дә шулай уйлар инем, – тине оҙоно, – һинең бер юлың бар, әлбиттә. Деканға яҙып бирә алаһың. Декан менән улар ҡан дошмандар, Ғафур Садыҡович уны ҙур кинәнес менән ботарлаясаҡ.
– Юҡ, Рәсимә, саҡ ҡына ла бысранаһым килмәй. Шунан һуң телдән-телгә, ауыҙан-ауыҙға минең хаҡта һөйләйәсәктәр. Уның дуҫтары факультет тулы, ярҙам итерлек кешеләре юғарыла ла барҙыр әле, – тип башын аҫҡа эйеп һөйләнде ҡыҫҡарағы.
– Стипендиянан шулай еңел генә баш тарта алаһыңмы?
– Юҡ шул, уныһы ла кәрәк. Беләһеңме, Рәсимә, мин бик оҙаҡ уйланым, ләкин Хәниф Талиповичтың фатирына, үлтерһәң дә, бармаясаҡмын.
– Әле кем һиңә бар, тип әйтә? Мин тулыһынса һинең яҡлымын, ләкин һинең башҡа юлың юҡ. Хәниф һиңә күҙ һалған, үҙенең ҡорбаны итеп билдәләгән, ул үҙенең маҡсатына ирешәсәк. Әле эргәңдә яратҡан бер кемең дә юҡ, шикелле? Теге, гитара менән килә торғайны, исеме кем әле?
– Кәримде әйтәһеңме? Ул юғалды бит инде. Айҙан артыҡ күренгәне юҡ.
– Ә ул һиңә оҡшай ине, шикелле, гитаристы әйтәм?
– Эйе, насар егет түгел, тик бигерәк тупаҫ ҡыйлана. Ә мин егеттәрҙән башҡасараҡ көткәйнем.
– Нисегерәк ул “башҡасараҡ”?
– Үҙең беләһең, минең егеттәр яғынан тәжрибәм бик әҙ. Үҙемсә йомшаҡ иркә һүҙҙәр, яндырып үбеүен көтәм, ә ул, тәртипһеҙ, килеп инде лә, иҫәнләшеү юҡ, исемемде лә һорап торманы…
– Шулай, уларҙың күбеһе шул ас бүре һымаҡ. Миндә лә булды ундайҙар.
– Ә гитаристың, Кәримде әйтәм, бармаҡтары оҙон, тимер һымаҡ ҡаты. Ә ул миңә оҡшағайны, тик шул ҡапыл ташланыуын өнәмәнем.
– Ә бер ҡыҙыҡай һөйләгән, Хәнифте бигерәк маҡтаған. Өйө шул хәтлем бай, ти. Евроремронт, бүлмә һайын – телевизор. Бәләкәй генә өҫтәлгә – шарап, ике фужер ҡуйған, еләк-емеш өйөлөп ята, ике-өс төрлө шоколад… Килеп ингәс тә, һинең “бишле”ңде тәүҙә йыуайыҡмы, әллә һуңынанмы, тип әйтә, ти.
– Ә ҡыҙыҡай нимә тигән һуң?
– Нимә тип әйтһен, миңә ҡайһылай ҙа уңайлы, хәҙер был предметты мин шыр “бишле”гә генә беләм, тигән.
– Ә Хәниф Талипович нимә тигән?
– Бер нимә лә тимәгән. Ап-аҡ, метрға-ике метр таҫтамал тоттороп, ваннаға индереп ебәргән. Ә теге ҡыҙ нимә эшләгән, беләһеңме? Ятаҡта эҫе һыу юҡ, йыуыныу һалҡын һыу менән, туҡта, мин әйтәм, “бишле”гә ҡушып, ваннаһын ҡабул итеп сығайым әле, тип ваннаһын тултырҙым да, сумдым да ҡуйҙым. Ә кискә мунсаға йыйына инем. Телефоным, сәғәтем ишек алдымда ҡалғайны, күпме ятҡанмындыр, хәтерләмәйем, ойоп киткәнмен, ти. Бер заман теге шаҡығанға уянып китһәм, һыуым һыуынып бөткән. Тиҙ генә һөртөнөп сыҡһам, “Фәләнбаева, һин мине харап итәһең, хәҙер еңгәң ҡайта. Ысҡын бынан!” – тип һөрәнләмәһенме!
– Ә “бишле”һен ҡуйҙыртып өлгөргәнме һуң?
– Өлгөргән. Таҫтамал тотторор алдынан ғына, “зачетка”һын һоноп, “бишле”һен сүкетеп, сумкаһына һалып ҡуйған.
– Шунан, шунан, нимә булған?
– Теге һөйләй, сығып, фатирҙан атылдым. Лифтҡа ла ултырып тороу юҡ. Эй, ҡыуанып йүгерәм, туҡталышҡа барып етеп, автобустан кешеләр ҡойолғайны, терт итеп ҡалдым, тип һөйләй, ҡаршыма Хәниф Талиповичтың хәләл ефете килде лә сыҡты. Ул миңә ҡарай, мин уға ҡарайым, аяҡтарым ҡалтыранып китте, тәүге туҡтаған автобусҡа ултыр ҙа һыҙ. Иҫемә килһәм, аэропортҡа китеп барам. Ә миңә бит Телеүҙәккә кәрәк, ти.
– Шуның менән бөттөмө икән? – тине бәләкәйе.
Шул ваҡыт телефон шылтыраны. Ҡыҫҡаһы телефонын алды. Йөҙө шунда уҡ етдиләнде, ҡулын әхирәтенең ҡулдарына һалды.
– Эйе, тыңлайым һеҙҙе, Хәниф Талипович.
Теге башта бик оҙаҡ һөйләнеләр, ахыры.
– Юҡ, бөгөн булмай, эшем күп.
– Ә иртәгә нисек? – тине телефондағы ир.
– Иртәгә нисек булыр, әйтә алмайым. Миңә бит сессияны ла ябырға кәрәк.
– Минһеҙ, барыбер, яба алмаҫһың һымаҡ, Әхмәрова. Һин әллә предметты яратмайһың, әллә мине?
– Улайтып әйтмәгеҙ, Хәниф Талипович. Мин һеҙҙе хөрмәт итәм, предметығыҙҙы яратам.
– Улайһа, беҙҙең ҡараштар тура килә. Мин дә һине яратам. Әйткәндәй, Гөлназ, һеҙ ниндәй шарап яратаһығыҙ?
– Мин, ғөмүмән, эсергә яратмайым, – тине ҡыҙ, – мин һеҙҙең фатирығыҙға, эсергә түгел, имтихан бирергә барам. Әллә һеҙ мине башҡа маҡсаттарҙа файҙаланырға итәһегеҙме? Бәлки миңә, һеҙҙең тәртибегеҙ буйынса, деканға мөрәжәғәт итергә кәрәктер?
– Декандың сирләп ятҡанын ишеткәнһегеҙҙер, уның тиҙ генә сығырына өмөт итмә. Бәлки һеҙгә ректорға, йә проректорға ғына мөрәжәғәт итергәлер? Улар бәлки ярҙам итер? Мин бында, йәйге ялымды үткәреп, һинән имтихан ҡабул итер өсөн, бер ҡайҙа ла сыҡмайынса, бынау эҫелә фатирымдамын. Ярай, мин инәлеп тормайым. Әгәр имтихан бирергә теләһәгеҙ, мине табырһығыҙ.
Һөйләшеү шуның менән бөттө.
– Йә, Гөлназ, төшөндөңмө инде? – тине оҙоно ҡыҫҡаһына, күҙҙәрен ҡыҫып ҡарап.
– Ә һин миңә ярҙам итергә теләмәйһеңме?
– Ни эшләп, мин бит баш тартмайым, һиңә ҡуш ҡуллап ярҙам итер инем. Һиҙмәйһеңме ни, ул бит һине көтә, мине түгел. Әллә, Әхмәрова урынына мин килдем, тип үҙем барып инәйемме?
Икәүләшеп, сырҡылдашып, көлөштөләр. Гөлназ телефонын алды ла номерҙарҙы барлай башланы. Маҡсатһыҙ ғына, бер нисә урынға шылтыратып ҡараны. Тағы кемделер эҙләне, ниһайәт, тапты, шикелле. Ике тапҡыр шылтыратып ҡараны ла, яуап булмағас, бәйләнеште өҙҙө.
Ҡыҙҙар тағы нимәлер хаҡында һөйләште, имтиханды нисек бирергә икән, тип баш ватты.
Гөлназдың телефоны шылтыраны. Ҡыҙҙың йөҙө асылды, шунда уҡ яуап бирҙе:
– Алло! Мин һеҙҙе тыңлайым.
– Һеҙ миңә шылтыратҡайнығыҙ, – тине бер ир ҡалын тауыш менән.
– Эйе, Кәрим, дуҫҡайым, мин һиңә шылтыратҡайным.
– О, Гөлназ шылтырата? Ҡайһылай шәп! Мин һинең хаҡта бөгөн генә уйлап торғайным.
– Рәхмәт мине онотмағаның өсөн!
– Мин дә бик шатмын, Гөлназ. Туҡта әле, ҡайһы Гөлназ ул? РКБ-ла медсестра булып эшләйһеңме? Һин миңә бик кәрәк инең. Бына, аяғыма әллә ниндәй сөйәл сыҡты, шуны бөтөрөү юлдарын өйрәтә алмаҫһыңмы икән?
– Сөйәл сыҡты? Уны беҙ бик йәтеш итеп бөтөрәбеҙ.
– Нисек итеп? Өйрәтһәңсе.
– Ҡараңғы кистә сөйәлеңде айға күрһәтәбеҙ ҙә, ай, бына минең сөйәлем, ҡайҙа һинең сөйәлең, тип сөйөлең юҡҡа сыҡҡансы, һамаҡлайбыҙ. Һиңә гитарала уйнап ултырырға ла ярай, мин ҡушылып йырлармын.
– Уф, башымды әйләндерҙең! – тине гитарист. – Гөлназ, ғәфү ит, мин һине хәтергә төшөрә алмайым.
– Ярай, улайһа, Кәрим, һинең хәтереңдә ҡалырлыҡ булмағанмын инде. Бәлки иҫеңә төшөр. Түшеңдәге тырнаҡ эҙҙәрем әллә эҙһеҙ юғалдымы, әллә мине оноттоңмо?
Теге башта бик оҙаҡҡа өнһөҙ ҡалдылар. Хатта гитара ҡылдарының сыңлағаны ишетелде.
– Да, Гөлназ, – тине ҡалын тауыш, – һин мине ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ итеп, эт талаған һымаҡ итеп ҡайтарып ебәрҙең. О, матурым минең! Уҫал мөхәббәтем! Һинең алдыңдағы ғәйебемде нисек йыуырға? Юҡ, аяу юҡ миңә һәм ғәфү итеү юҡ! Һинең өнһөҙ ҡолоң булып, аяҡ аҫтыңда ғүмер буйы ятырға риза. О, матурым, мин һиңә нимә менән ярҙам итә алам?
– Һин миңә бик кәрәк инең, – тине Гөлназ, тыны ҡыҫылды, йөрәге дарҫлап типте, ҡаны ҡайнаны, хатта башы әйләнеп ҡуйҙы.
– О, Гөлназым! Һинең һүҙҙәрең минең яраларыма зәмзәм булып яғыла. Әйткәндәй, Гөлназ, һөйләшеп ҡуяйыҡ, был юлы бер ниндәй тырнашыу, йоҙроҡлашыу, дөмбәҫләшеү булмаясаҡ. Ауылдан килгән холоҡ-фиғелеңде ташла. Әгәр һинең тырнаҡтарыңдан ҡалған эҙҙе күрһәтһәм, һинең өсөн ҡыҙ менән егеткә хас булған иркәләшеү, үбешеү, бер-береңде наҙлау бөтөнләй ят икән. Әле һин нисәнсе курста уҡыйһың?
– Икенсе курсты бөтөрә алмай аҙапланам.
– Икенсе курсты тамамлап бара, ә ул һаман егеттәрҙең иркәләүен ҡабул итергә өйрәнмәгән.
– Әйт, һин миңә ярҙам итә алаһыңмы?
– Әлбиттә! Һинең өсөн мин ғүмеремде фиҙа ҡылырға ла риза. Нимә эшләргә? Берәйһен тотоп туҡмарғамы, әллә шунда элеп кенә ҡуйырғамы?
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ:
"Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"