+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Март 2021, 12:46

АЛЫШ Психологик ғибрәт Икенсе бүлек

Кисен Минһажев урамындағы ҡыуаҡтар араһында Кәрим пәйҙә булды. Юҡ, юҡ, ул үҙе күренмәй, ҡыуаҡтар араһында гитараһының сыңлағаны һәм яңғыратып йырлағаны ишетелә. “Өфө йүкәләре беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр...” Йырлаған арала, яйын тура килтереп, кәртәгә бикләп ҡуйылған нәҫел үгеҙе һымаҡ үкереп ҡуя һәм таналарына ниндәйҙер ауаздар ишеттерә. Ҡыҙҙар, егеттәр имтихан ваҡыты тип ормай, китаптарынан айырылып, тәҙрәгә ҡапландылар. О, ниндәй бас! Әллә быныһы яңы йыр инде?


АЛЫШ
Психологик ғибрәт
Икенсе бүлек
Кисен Минһажев урамындағы ҡыуаҡтар араһында Кәрим пәйҙә булды. Юҡ, юҡ, ул үҙе күренмәй, ҡыуаҡтар араһында гитараһының сыңлағаны һәм яңғыратып йырлағаны ишетелә.
“Өфө йүкәләре беҙҙең хаҡта ла әле
Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр...”
Йырлаған арала, яйын тура килтереп, кәртәгә бикләп ҡуйылған нәҫел үгеҙе һымаҡ үкереп ҡуя һәм таналарына ниндәйҙер ауаздар ишеттерә. Ҡыҙҙар, егеттәр имтихан ваҡыты тип ормай, китаптарынан айырылып, тәҙрәгә ҡапландылар. О, ниндәй бас!
Әллә быныһы яңы йыр инде?
“Ай, бына минең сөйәлем,
Ҡайҙа һинең сөйәлең?
Үҙең күрҙең, үҙең ишеттең,
Мин бит һине һөйәмен”.
Әлбиттә, лирика әҙерәк, ләкин үкереүе ни тора! Рәсимә Гөлназды тартҡылай башланы:
– Әйҙә, тиҙерәк бул, тиҙерәк! Хәҙер берәйһе алып китә. Тағы ауыҙыңды асып ҡалырға итәһеңме?
– Ҡуй әле, Рәсимә, тағы тырнаҡтарымды һындыртып ҡайтарырға итәһеңме?
– Улайһа, ниңә һайланаһың? Һине бит Хәниф Талипович көтә. Бар, Кәрим оҡшамаһа, һиңә алмашҡа Хәниф бар.
Һуңғы һүҙҙәр Гөлназды уйға һалды. Күҙ алдынан әсәһе менән атаһыңын шат йөҙө үтеп киткәндәй булды. Улар бит ҡыҙҙарының бында уҡып йөрөүенә шул тиклем ҡыуана. Ә ул бер имтиханын да бирә алмай йөрөй. Бер уҡытыусының нәфсеһе арҡаһында. Юҡ, Гөлназ ябай ҡыҙ түгел, ул үҙенең хоҡуҡтарын белә, үҙен яҡлай ҙа ала. Ләкин тауыш сығарғыһы, кеше һүҙенә ҡалаһы килмәй. Әлеге шул ауыл ҡыҙҙарының ябайлығы, ихласлығы һәм үҙҙәрен яҡлай алмауы.
Төштөләр. Кәрим Гитараһын ситкә алып ҡуйҙы.
– Аһ, минең мөхәббәттәрем! Туҡта! Һин бит әле, Гөлназ, – тип Рәсимәне аймап алды.
– Юҡ, юҡ, мин – Рәсимә.
– Ярай улайһа, һин Рәсимә бул, ә мин Гөлназды һағындым, – тип сикәһенән бер, ирендәренән, ут сығарып, үбеп алды.
– Уф, Кәрим, саҡ ҡына көт әле!
– Ниңә саҡ ҡына? Мин һине ғүмерем буйы көтөргә риза! О, Һинең тырнаҡтарыңдың үткерлеге! Бөркөт үҙен шулай яҡлайҙыр. Тәк, үткәнендә беҙ ҡайһы урында туҡталдыҡ әле?
Егет гитараһын алды, ҡыуаҡтар араһынан, муйынын һоноп, айға ҡараны һәм яңғыратып, йырлап ебәрҙе:
“Ай, бына минең сөйәлем,
Ҡайҙа һинең сөйәлең?
Үҙең күрҙең, үҙең ишеттең,
Мин бит һине һөйәмен”.
– Классно! – тине Рәсимә. – Эх, миңә лә шулай йыр сығарһалар ине!
– Булыр! Бер ауырлығы ла юҡ, – тине Кәрим, эргәһенә Гөлназды ултыртты, икенсе яҡтан Рәсимәне һыйындырҙы.
– Гөлназдың һиндә йомошо бар, – тине Рәсимә.
– Беләм, – тине Кәрим, гитараһын сирткеләгән ыңғайы.
– Ә ҡайҙан беләһең? – тине Гөлназ.
– Нисек белмәҫкә? Мине һағынған, күргеһе, миңә һыйынғыһы килә. Әйткәндәй, һиңә, ярҙамың өсөн, ҙур рәхмәт!
– Ниндәй ярҙам өсөн?
– Һуң, сөйәлде бөтөрөү буйынса һамаҡлауым ярҙам итте бит. Ай сығыу менән, аяҡтарымды тәҙрәнән һоноп, кисә бер-ике һамаҡлағайным, “Ай, бына минең сөйәлем, ҡайҙа һинең сөйәлең?”, тип, сөйәлем бөткән һымаҡ булды. Ҡарағыҙ әле, – тип ойоғон сисә башланы. – Йә, матурҙарым, мин һеҙҙе тыңлайым!
Рәсимә Гөлназға ҡараны. Тегеһе уфтанды.
– Гөлназ, ҡыйыуыраҡ! – тине әхирәте.
– Мин көтәм һәм төнө буйы тыңларға әҙермен, – тине Кәрим, – минең матурыма ниндәй ярҙам кәрәк?
– Удайһа, мин башлайым, – тине Рәсимә, – Гөлназ дауам итер.
– Матурҙарым минең, – тип үкерҙе үгеҙ. – Кем уларҙы рәнйетергә батырсылыҡ иткән? Хәҙер мин уны һеҙҙең күҙ алдында саҡ ҡына ла аяп тормайынса ботарлаясаҡмын һәм сүплеккә ырғытасаҡмын. Юҡ, мин уны бик оҙаҡ итеп аяҡтарым менән тапаясаҡмын, иҙәсәкмен һәм үҙе лә танымаҫ хәлгә килтерәсәкмен. Йә, нимә булды унда?
– Ҡыҫҡаһы, бер бик олпат, үҙен ҡатын-ҡыҙҙар араһында кире ҡаҡҡыһыҙ тип иҫәпләгән берәү Гөлназыбыҙҙың һинән башҡа берәү ҙә дәғүә итмәгән, нескә һәм зифа тәнен тотҡоларға, үҙенең эротик фантазияларын тормошҡа ашырырға теләй, – тине Рәсимә.
Үгеҙ асыулы үкереп ҡуйҙы, асыуланмай ни, уның өлөшөнә ҡул һуҙалар бит.
– Кем ул? Әллә берәй енси яҡтан юҫығын юғалтҡан һәм борсолған бәндәме? Мин уны беләмме?
– Белмәйһең, – тине Гөлназ. – Ул һиңә кәрәкмәй. Һин миңә уның тырнаҡтарынан ҡотолорға ярҙам ит.
– Ярҙам итәм, рәхәтләнеп һәм кинәнеп ярҙам итәм. Ул оятһыҙ һине һәм мине ғүмер буйы хәтерендә һаҡлаясаҡ. Тәк, һинең уға визитың ҡасан һәм сәғәт нисәгә ҡаралған?
– Ниндәй визит һөйләйһең? – тине Гөлназ. – Бер ниндәй ҙә визит юҡ. Ул минән өйөнә килеп имтихан биреүемде талап итә.
– Оятһыҙ, – тине Кәрим, ҡыҙҙың ҡулдарынан ҡат-ҡат үбеп. – Ҡарттар тамам алйыны, йәштәрҙең өлөшөнә һонолалар. Уға нисә йәш?
– Уф, уның йәшен кем һорап торған, – тине Гөлназ, – ҡартайып бәлтереп бөткән инде. Алтмыш самаһы барҙыр.
– Ниңә алтмыш һис тә насар түгел. Ә һиңә нисә йәш, Гөлназым?
– Бер аҙнанан егерме туласаҡ.
– О, ул көндө мин һине ҡотлаясаҡмын! Ә хәҙер беҙҙең алйыған кәзә тәкәһе хаҡында ғәҙәттән тыш ултырышыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Һеҙ ҡасан һәм нисәлә осрашасаҡһығыҙ? – тип һораны Кәрим.
– Мин ҡасан шылтыратам, ул мине шул көндө ҡабул итергә әҙер. Йәнәһе, имтихан бирәм инде. Мәҫәлән, иртәгә, сәғәт өстә.
– Ниңә сәғәт өстә, ә ниңә сәғәт берҙә түгел? Мәҫәлән, миңә сәғәт бер оҡшай. Ни өсөн тиһеңме? Ул беҙҙе ҡабул итә, бергәләп ултырып төшкө аш ашайбыҙ.
– Бәлки, ваннала йыуынып сығырға ла кәрәктер? – тине Рәсимә.
– Артыҡ булмаҫ ине, – тине Кәрим, ҡыштырлатып арҡаһын тырнап алды. – Мин баш тартмаҫ инем. Минең башымда шундай шәп һәм дәһшәтле план барлыҡҡа килде. О, мин уны кинәнеп тормошҡа ашырасаҡмын! Һеҙҙең ул, һуң, кем әле, был хаҡта бер ваҡытта ла онотмаясаҡ һәм рәхмәттәр уҡып иҫкә аласаҡ. Ә хәҙер мин һеҙҙе төнгө клубҡа саҡырам. Беләһегеҙме, ни өсөн? Беҙҙең планды уртаға һалып тикшерер, һөйәктәребеҙҙе оҙайлы бейеүҙәр менән яҙыу һәм йәштәргә һонолоусы яуызға асыуҙан ҡороғаҡһып кипкән тамаҡтарыбыҙҙы ебетеү өсөн.
Дауамы бар.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: