+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Март 2021, 22:29

АЛЫШ Психологик ғибрәт Өсөнсө бүлек

Хәниф Талипович телефонын бер минутҡа ла ситкә ҡуймай, түҙемһеҙләнеп, Гөлназдың шылтыратҡанын көтә. Ҡыҙҙың килеренә, һис юғы, шылтыратырына, уның ҡосағына килеп ятырына, дөрөҫөн әйткәндә, ул ышанмай. Ләкин ирлек тойғоһо, ул ҡайһы ваҡыт нәфсе, тип тә атала, тыныс ҡына йоҡларға ирек бирмәй. Күңеле наҙ, мөхәббәт талап итә. Әлбиттә, уның мөхәббәт мажаралары Гөлназ һымаҡ ҡыҙ менән генә сикләнмәй. Хәҙер шылтыратһын, ишеген һәм ҡосағын асырлыҡ, күңелен күрерлек бәйләнештәре бар. Ләкин күңел йәш ҡыҙҙы һорай.

АЛЫШ
Психологик ғибрәт
Өсөнсө бүлек
Хәниф Талипович телефонын бер минутҡа ла ситкә ҡуймай, түҙемһеҙләнеп, Гөлназдың шылтыратҡанын көтә. Ҡыҙҙың килеренә, һис юғы, шылтыратырына, уның ҡосағына килеп ятырына, дөрөҫөн әйткәндә, ул ышанмай. Ләкин ирлек тойғоһо, ул ҡайһы ваҡыт нәфсе, тип тә атала, тыныс ҡына йоҡларға ирек бирмәй. Күңеле наҙ, мөхәббәт талап итә. Әлбиттә, уның мөхәббәт мажаралары Гөлназ һымаҡ ҡыҙ менән генә сикләнмәй. Хәҙер шылтыратһын, ишеген һәм ҡосағын асырлыҡ, күңелен күрерлек бәйләнештәре бар. Ләкин күңел йәш ҡыҙҙы һорай.
Бөгөн берәү ҙә шылтыратманы. Хатта баҡсала ял итеп ятҡан ҡатыны ла онотто. Бер тапҡыр, бар эшен ташлап, автомобилен сығарырға ла, баҡсаға китергә, йә элекке, һыналған мөхәббәттәренең береһенә кереп батырға ла йыйынғайны. Бер өмөтө булмаһа ла, көтөргә ҡарар итте. Шунан һуң үҙенә маҡсат билдәләне: иртәгә кискә тиклем көтә лә, булмаһа, берәйһенә барып ҡуна, ә аҙаҡ Гөлназ шылтыратмаһа, баҡсаһына китә. Ә ул балаҡай сессияһын нисек ябыр икән? Дөрөҫөн әйткәндә, Хәниф бер аҙна элек үк Гөлназдың фамилияһы турыһына “бишле” ҡуйып, ведомосты тапшырғайны инде. Тик был хаҡта ул белмәй, сөнки белмәүе хәйерле.
Төнгө клубта Кәрим Гөлназ менән Рәсимәне ҡосағына алып, ай-һай-һай, нимәләр генә ҡыйланманы. Бейенеләр, йырланылар, төрлө уйындарҙа ҡатнаштылар. Кәримгә, бигерәк тә, парҙарҙың уртаға сығып, төрлө һорауҙарға яуап бирмәгән осраҡта, яйлап ҡына сисенеү һымаҡ уйын уйнауы оҡшай икән. Бөткән баш бөткән, тип Гөлназ менән ярыша торғас, уф, шәрә ҡала яҙҙылар.
Бер арала ултырып, ентекләп план ҡорҙолар.
– Белмәйем, теләһә нимә эшлә, Гөлназ, мин һине уға бирмәйем! Ул һиңә тырнағының сите менән дә ҡағыла алмаясаҡ, – тип лаф орҙо егет. Өҫтәлгә һуғып, аяҡтары менән иҙәнгә тибеп, хатта үгеҙ һымаҡ үкереп ҡуйҙы. – Мин уны һинең күҙ алдында ботарлайым!
– Маладис! – тине Рәсимә. – Шул кәрәк уға! Эх, үҙем дә барыр инем. Мине күрһә, аптырап ҡалыр инде. Тик, Кәрим, ҡара әле, һин уны бик ныҡ туҡмама инде. Имгәтеп ҡуйма.
– Ҡарармын. Имгәтһәм, имгәтәм, беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙға, гүзәл заттарыбыҙға һонолмаһын! Эх, ҡасан иртәгәһе көн етә инде! Мин, кинәнеп-кинәнеп, рәхәтләнеп уны тапаясаҡмын.
– Уф, Кәрим, һин ул хәтле уҫал түгел дә инде, – тип егеткә һыйынып ултыра Гөлназ. Әйтерһең, егете тап ошо минуттарҙа Хәниф Талип улын дөмбәҫләй, йығып һала һәм тапай инде.
Өсәүләшеп, төнгө клубтан сығыуҙарына, такси тура килде һәм Минһажев урамындағы ятаҡтарына ҡайттылар. Аяҡ өҫтө генә Хәниф Талипович янына барғас, үҙҙәрен нисек тотоу хаҡында уй-ниәттәрен барлап алдылар. Гөлназ сәғәт ун икеләргә Кәримгә килә. Егет, әлбиттә, әҙерләнгән, кейенгән, битен йыуған, көтөп тора. Сәғәт берҙәргә Аврора урамына барып етәләр, ә ҡалған төп эштәр шунда башҡарыла.
Иртәгәһен Гөлназ һөйләшкән ваҡытҡа килеп, Кәримдең ишеген ҡаҡты. Ышанаһығыҙмы, байтаҡ ишек төбөндә торорға, шаҡырға тура килде. Инде, сығып, бер аҙ йөрөп килде, килеп, тағы шаҡыны. Эстән егеттең үкергәне ишетелде:
– Кем бар унда?
– Гөлназ мин, Кәрим. Һин, ун икегә кил, тигәйнең.
Ишек шығырлап асылды һәм егет, дейеү һымаҡ, ҡыҙҙы ҡосағына алды.
– Кем килгән, тим. Минең матурым, мөхәббәтем, күҙ нурым. Беҙ һинең менән ҡайҙа барабыҙ әле? Сеү! Үҙем әйтәм, иҫемә төштө! Саҡ ҡына көтөп тор, мин биш минуттан әҙер булам. Сыҡты, юғалды, кире керҙе.
– Беҙ өлгөрәбеҙме? – тине Гөлназ.
– Әлбиттә, өлгөрәбеҙ. Беҙ уға сәғәт нисәгә киләбеҙ тинек?
– Әйтмәнек. Мин килер алдынан шылтыратырға тейешмен.
– Шылтырат. Сәғәт бергә килеп етәбеҙ, тип әйт. Мин асыҡтым, тиң. Төшкө аш, ҡыҫҡаһы, әҙерләнһен. Йә, һылыуым, ҡыйыуыраҡ бул, шылтырат.
Гөлназ шылтыратыуға, бер нисә секунд үттеме, юҡмы, теге яҡ башта трубканы алдылар.
– Һаумыһығыҙ, Хәниф Талипович. Был Гөлназ шылтырата, Әхмәрова. Һеҙ шылтыратырға ҡушҡайнығыҙ.
– Көтәбеҙ, Гөлназ Әхмәрова, көтәбеҙ. Һин имтиханға әҙерһеңдер, тип уйлайым. Мин былай оҙаҡ бер кемде лә көткәнем юҡ. Мин һине шул тиклем һағынып өлгөрҙөм, хатта нимә тип әйтергә лә белмәйем.
– Хәниф Талипович, мин уҡыйым, ҡайһы бер һорауҙарға яуаптарҙы ятлап алдым. Бәлки мин һеҙҙең һорауҙарығыҙға телефон аша ғына яуап бирермен?
– Шәп булыр ине! Ләкин мин телефон аша сек* хаҡында ишеткәнем бар, ә бына телефондан имтихан биргәндәрен ишеткәнем юҡ.
Кәрим шул арала шым ғына ишекте бикләне, Гөлназ менән профессор үҙ-ара һөйләшкән арала, ҡыҙҙың муйынынан, түштәренән үбә, ҡулдары менән иркәләй ине. Ә Гөлназ үҙе һаман да уҡытыусыһы менән һөйләшә:
– Имтихан биреп бөтһәм, ҡайтып китермен, тигәйнем. Ауылда бесәнгә төшкәндәр. Атайым менән әсәйем ҡайтырға ҡуша.
– Бигерәк тә шәп! Һин киләһең, имтиханыңды бирәһең, үҙеңә лайыҡ “бишле”ңде алаһың. Әгәр теләһәң, мин һине ауылығыҙға тиклем илтеп ҡуям. Ауылыңды күреп, ата-әсәң менән танышып ҡайтырмын. Һеҙҙең яҡҡа юл төшөргә тора. Әйткәндәй, һин ҡайһы яҡтан әле ул? Байъяҡтанмы, әллә Ғәлибәктәнме?
Уф, бынауы Кәрим нимә эшләй ул? Тамам самаһын онотто ла ҡуйҙы. Ярай, уҡытыусыһы бер нимә лә һиҙмәй, тип уйлағайны, уныһы нимә тине?
– Әллә һин бер үҙең түгелме? Эргәңдә кем бар ул?
– Юҡсы. Мин бер үҙем. Кем булһын инде минең эргәмдә?
Ҡуй инде, бынау Кәрим үбеп-иркәләп, ҡыҙҙың тамам һушын алды, башын әйләндерҙе. Уф, харап итә инде!
– Хәҙер кил, Гөлназ, көтәм, бергәләп төшкөлөктө ашарбыҙ.
– Ярай, көт... Көтөгөҙ, Хәниф Талипович. Хәҙер мин киләм.
– Такси саҡырт. Аҡсаң бармы? Булмаһа, түләрмен.
– Ярай, хәҙер...
Гөлназ Кәримде ныҡ итеп ҡыҫып ҡосаҡланы.
– Һин саҡ ҡына көтә алаһыңмы, юҡмы?
– Һуң, түҙемле генә итеп көтөп ятам түгелме һуң?
Гөлназ егеттең ҡулдарынан тотто:
– Кәрим, әйҙә, һөйләшеп алайыҡ әле. Был тема минең өсөн бик ҡатмарлы.
– Әлбиттә, ҡатмарлы, – тине егет, – әллә мине иркәләүем һиңә оҡшмаймы?
– Оҡшай, оҡшамаған ҡайҙа? Әле быға тиклем мине берәү ҙә был тиклем иркәләгәне юҡ ине. Мин үҙемде юғалттым инде. Мин – һинеке. Мин – беренсе тапҡыр.
Кәрим урынынан һикереп торҙо:
– Булмаҫ! Ышанмайым! Нимә, һин тормош гөрләп, ҡайнап торғанда берәй урында йөрөп ҡалдыңмы әллә? Мәҫәлән, төпкөл ауылда – телефон юҡ, интернет эшләмәй, автобустар йөрөмәй.
– Миңә уңайһыҙ, ләкин был – дөрөҫ. Мин бала-саға түгел, беләм, Һиңә ҡыйыуыраҡ, үҙен һин теләгәнсә яраттырырлыҡ ҡыҙҙар кәрәк. Ләкин мин улай була алманым. Һин мине, файҙаланып, ташлап китә алаһың. Һәр хәлдә, үҙемдең хәлемде белгән килеш, ҡартайып бөткән уҡытыусы эргәһенә барып ятҡым килмәй. Дөрөҫөн әйткәндә, улай башлағым килмәй.
Кәрим ҡыҙҙы ҡосаҡлап алды, күтәрҙе, урынында бер әйләнеп ҡуйҙы хатта:
– Юҡ, һин – ябай ҡыҙ, тип уйлаһам, хаталанғанмын икән. Ысынлап та, берәү менән дә булғаның юҡмы?
– Күреп тораһың, мин ҡосағыңда тамам иренем. Ышанмаһаң...
– Ышанам. Ну, ҡыҙҙар күргәнем бар, ләкин һин – беренсеһе.
– Йә, мин һиңә барыһын да һөйләп бөттөм, артабан нимә эшләрһең? – тине ҡыҙ, егеткә һыйынып.
– Ә беҙ нимәгә йыйылдыҡ әле бында? – тине Кәрим. – Әһә, иҫемә төштө. Һиңә имтихан бирергә кәрәк! Ул һиңә “бишле” ҡуйырға тейеш! “Бишле”нең хаҡы билдәле, арзан түгел.
– Беләм, арзан түгел. Һәр нәмәнең хаҡы бар.
– Ә һин миңә кейәүгә сығыр инеңме?
– Теге көләмәстәге һымаҡ, был һораумы, әллә тәҡдимме?
– Һорау, тип аңлай алаһың.
– Әгәр һин өйләнәм тиһәң, мин һиңә кейәүгә сығыр инем. Мин киләсәк тормошомдо күҙ алдына килтерәм. Ғөмүмән, мин тыныс, хатта түҙемле ҡыҙ. Һин – ут һымаҡ, ә мин – һыу. Һин мажаралар, шау-шыу яратаһың, ә мин үҙемде тыныс ҡына бер йортта, йә фатирҙа балалары менән ғаилә ҡараусы, уның усағының йылыһын һаҡлаусы итеп күрәм.
– Мин тоҡанһам, һин мине һүндергеләп торорһоң. Шулай мөмкинме?
– Әлбиттә, мөмкин, – тине ҡыҙ, күҙҙәрендә йәш күренде, – Эйе, еңел булмаҫ. Миңә лә, барыбер, кемдекелер булырға, ҡосағына керергә тура киләсәк бит...
– Әйҙә, былай һөйләшәйек, Гөлназ, әле түгел. Әйҙә, барып, һинең имтиханыңды биреп киләйек.
– Ҡыҙыҡ кеше булып сыҡтың һин. Мин һине, барыбер, аңламаным. Мин бер нәмә һөйләйем, ә һин имтиханыңды килтерәһең дә сығараһың. Нимәгә кәрәк ул миңә? Ҡайттым-киттем, шул булыр. Ниңә һин үҙеңде генә уйлайһың!? – тип ҡыҙ асыулана башланы. – Тормош бит шул имтихандан ғына тормай. Эх, һин...
Дауамы бар.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: