+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Март 2021, 09:15

АЛЫШ Психологик ғибрәт Дүртенсе бүлек

Гөлназ, хәҙер килеп етәм, тип шылтыратҡас, Хәниф Талипович урынында һикереп ҡуйҙы: – Эйе, шулай, беҙ яуламаған бейеклек юҡ ул. – Күңелле генә көйҙәр көйләп, бәләкәй генә өҫтәл ҡорҙо, барҙан шарап шешәһен һөйләп сығарҙы. Хәҙерге ҡыҙҙарҙы белеп буламы, йә ҡатырағын һорар, уйынсыҡ ҙурлыҡ ҡына шешә менән коньяк ултыртты. Аҙна буйы көтөп ятыуы әрәм булманы. Шөкөр итеп, маҡсатына өлгәшергә һәм артабан бәйләнеште нығытырға ғына ҡала. Хәниф үҙе милли тарих менән дә ныҡлы ҡыҙыҡһына. Хатта Ҡөрьәндәге күп кенә фекерҙәрҙе уртаҡлаша. Мәҫәлән, ир-ат өсөн бер түгел, дүрткә тиклем ҡатын алыу хәҙерге заманда демография һымаҡ үткер проблеманы ыңғай хәл итеүгә тос өлөш индерер ине. Юҡ, тар ҡарашлы кешеләр күп. Ана, Көнсығыш илдәрендә балаларҙы ҡайҙа ҡуйырға белмәйҙәр, ә беҙҙә оҙаҡламай ил һаҡларлыҡ һалдаттар ҙа етмәй башлаясаҡ. Шунан һуң Көнсығыштан, Урта Азиянан эркелешеп килеп илебеҙҙе баҫып аласаҡтар инде. Хәниф үҙенең холоҡ-фиғелен аңлай – йүгәнһеҙ тойғо, ауыҙлыҡланмаған хис уны йәш кенә ҡыҙҙы үҙе янына саҡырырға мәжбүр итә. Юҡ тигәндә лә, ара-тирә ишетелгеләп тора ундай хәбәрҙәр. Асығауыҙҙарҙы фашлап та ҡуялар. Һәр хәлдә Хәниф бындай ғына егетлектәрҙә ғәйеп күрмәй, һүҙ сыҡһа, имен-аман ҡотолорона ла шиге юҡ.


АЛЫШ
Психологик ғибрәт
Дүртенсе бүлек

Гөлназ, хәҙер килеп етәм, тип шылтыратҡас, Хәниф Талипович урынында һикереп ҡуйҙы:

– Эйе, шулай, беҙ яуламаған бейеклек юҡ ул. – Күңелле генә көйҙәр көйләп, бәләкәй генә өҫтәл ҡорҙо, барҙан шарап шешәһен һөйләп сығарҙы. Хәҙерге ҡыҙҙарҙы белеп буламы, йә ҡатырағын һорар, уйынсыҡ ҙурлыҡ ҡына шешә менән коньяк ултыртты.

Аҙна буйы көтөп ятыуы әрәм булманы. Шөкөр итеп, маҡсатына өлгәшергә һәм артабан бәйләнеште нығытырға ғына ҡала. Хәниф үҙе милли тарих менән дә ныҡлы ҡыҙыҡһына. Хатта Ҡөрьәндәге күп кенә фекерҙәрҙе уртаҡлаша. Мәҫәлән, ир-ат өсөн бер түгел, дүрткә тиклем ҡатын алыу хәҙерге заманда демография һымаҡ үткер проблеманы ыңғай хәл итеүгә тос өлөш индерер ине. Юҡ, тар ҡарашлы кешеләр күп. Ана, Көнсығыш илдәрендә балаларҙы ҡайҙа ҡуйырға белмәйҙәр, ә беҙҙә оҙаҡламай ил һаҡларлыҡ һалдаттар ҙа етмәй башлаясаҡ. Шунан һуң Көнсығыштан, Урта Азиянан эркелешеп килеп илебеҙҙе баҫып аласаҡтар инде. Хәниф үҙенең холоҡ-фиғелен аңлай – йүгәнһеҙ тойғо, ауыҙлыҡланмаған хис уны йәш кенә ҡыҙҙы үҙе янына саҡырырға мәжбүр итә. Юҡ тигәндә лә, ара-тирә ишетелгеләп тора ундай хәбәрҙәр. Асығауыҙҙарҙы фашлап та ҡуялар. Һәр хәлдә Хәниф бындай ғына егетлектәрҙә ғәйеп күрмәй, һүҙ сыҡһа, имен-аман ҡотолорона ла шиге юҡ.

Сәғәтенә ҡарап алды. Хәҙер килеп етергә тейеш. Ул арала булмай, домофон ашҡынып хәбәр ебәрҙе. Хәниф өндәшеп тә тормай ишекте асты. Ниңә асмаҫҡа, ул Гөлназдан башҡа берәүҙе лә көтмәй. Лифт ишегенең асылып-ябылғаны ишетелде. Килеп етте, ишетте тыҡылдатты. Ҡабаланмай ғына атлап барып, ишекте асты: үт, әйҙә, үт!

Ишек асылған ыңғайы Хәниф Талиповичтың эйәге һалынып төштө: фатирға Гөлназ менән бер егет килеп инде.

– Үт... Үтегеҙ, әйҙә, үтегеҙ – тип кенә өндәшә алды хужа.

Үттеләр. Егет ҡосаҡларға теләгән һымаҡ ҡулдарын йәйеп ебәрҙе лә Хәнифкә һондо:

– Таныш булайыҡ, мин Кәрим, Гөлназдың кейәүе.

– Бик яҡшы, мин Хәниф Талипович.

– Ярай, таныштыҡ.

– Әйҙәгеҙ, залға үтәйек, – тип, ҡыҙ менән егетте эйәртеп, төпкә атланы.

Ярай әле имтихан өсөн билеттарын да, ҡағыҙын да әҙерләп ҡуйғайны. Уҡытыусы шунда уҡ Гөлназға билет алырға тәҡдим итте һәм әҙерләнергә ҡушты.

Гөлназ быныһын көтмәгәйне, ысын имтихан булыр тип уйламаған да ине. Билетына күҙ һалғайны, ҡыуанып ҡуйҙы: еңел, таныш һорауҙар. Өҫтәлмә һорауҙар менән йонсотмаһа, йырлап яуап бирәсәк.

– Әхмәрова, һиңә 30 минут, – тине профессор ҡәтғи генә. – Әйҙә, ҡамасауламайыҡ, – тине фатир хужаһы. Кәрим менән улар аш бүлмәһенә үттеләр. Хәниф өҫтәлгә ишараланы:

– Бәлки, берәрҙе...

Кәрим зал яғына күҙ ташланы: килешерме икән?

– Рулдә түгелһеңдер?

– Юҡ, отдыхаем. Ҡайҙа беҙгә машина алырға әле!

– Улай тимә, – тине хужа. – Һинең йәштә минең самокатым да юҡ ине.

– Ә хәҙер, ағай, ниндәй машинағыҙ бар?

– Ҡала араһында “Королла” менән йөрөйөм, ситкә сығырға булһа – RAV4.

– Ә ике машинаны ҡарау ҡыйын түгелме?

Хәниф күңеле менән һиҙә: был егет ҡая түгел, уны бөгөргә йә йығырға була. Тәүҙә иллешәр грамм коньяк ҡойҙо (“Һәнәк” эсеүҙе хупламай).

– Танышыу хөрмәтенә күтәреп ҡуяйыҡ, – тине Хәниф.

– Кисә төнгө клубта булғайным, – тине егет, меҫкен генә йылмайып. – Ныҡ ҡына һалғанбыҙ, баш зыңлап тора. Рәхмәт инде, абзый.

Икәүләшеп күтәреп ҡуйҙылар.

– Икәү итәйек, – тине профессор һәм коньякты тағы ла тамыҙып сыҡты. – Иҫән-һау булайыҡ.

Ике ир, еңелсә сәкәштереп, фужерҙарын бушатып ҡуйҙы.

– Ә был ҡыҙыҡай нисегерәк уҡый? – тип ҡыҙыҡһынды Кәрим. Уның кәйефе шаҡтай күтәрелде, башы асылды, хатта бармаҡтары ҡысып, гитараһын алмауына үкенеп ҡуйҙы. Ҡайһылай йомарт абзый! Шешәләре мул күренә. Күңелле генә итеп йырлашып ултырырҙар ине.

Тағы берәрҙе тоттолар. Донъя хәлдәрен, пандемияны тикшереп алып киттеләр. Ай-һай, был сир икеһенең дә үҙәгенә үткән икән.

– Кеше һөйләй бит, алдыҡ хәбәр түгелме ул? – тине Кәрим, сервелат сәйнәй-сәйнәй.

– Белеп булмай, белеп булмай, был бит минең өлкә түгел, ныу шикле нәмәләр бар бында.

– Во, абзый, шикле тип әйттең, дөрөҫ! Мин шикләнәм. Хөкүмәттең кешеләрҙе кәметеү өсөн эшләнгән берәй этлеге түгелме икән? Ай-һай, кеше күбәйҙе бит. Уларҙы кәметеп, һандарын көйләп алыу кәрәктер ул. Элек улай булмай торғайны, абзый. Тротуар тулы кеше, урам тулы машина тимер ташҡын булып ағыла.

– Һинең нишләп машинаң юҡ ул? – тине Хәниф, Кәримгә ҡарап.

– Юҡ, тип, алырға дәртләнеп ҡуям да ул, аҡса еткереп булмай.

– Күпме еткереп булмай?

– Күпме тип. Ана, “етеле”не һаталар, ҡарап тороуға арыу күренә, 25 мең тиҙәр.

– 25 мең? Шулай ҡиммәтме? – тип аптыраны профессор. – 95 йыл мин һатып алғайным, 10 миллион ине, хәҙерге 25 мең бит инде ул.

– Шулай шул. Миллиондар – меңгә, меңдәр миллионға әйләнә лә ҡуя, – тип ләпелдәне Кәрим.

– Хәҙер миңә дөрөҫөн һөйлә, – тине Хәниф. – Был ҡыҙ һинең кәләшеңме?

– Ҡуй, абзый, һорашма. Йәбеште лә ҡуйҙы, эҙләп килгән. Оҙатып ҡына бар инде, ти. Илсегә үлем юҡ, килдем инде. Һеҙ, абзый, берүк асыуланмағыҙ, мин бында бер кем дә түгел. Үткенсе тиһәң дә була. Әгәр берәй фекерең булһа, ағай, мин ҡаршы түгел. Үҙең беләһең, хәҙер мөнәсәбәттәр арзанланды. Барыһын да шул Чубайс менән монетизация харап итте.

– Йә, әйт, һиңә күпме кәрәк?

– Дөрөҫ аңламаһағыҙ, йә аңлап бөтмәһәгеҙ, мин һеҙгә әйттем шикелле. Мин нәпселе түгел, бер дүрт тәгәрмәсле миңә таман буласаҡ. Егерме биш.

Хәниф эргәлә ултырған бер һауытты асты ла, биш ҡыҙыллыҡты сығарып, Кәримдең түш кеҫәһенә тыҡты.

– Еттеме?

– Бишәү итәйек, абзый, – тине лә Кәрим шешәне алып ҡойҙо. – О-о, был нәмәң ҡаты булып сыҡты. Ысын коньяк был.

– Тағы әйтер һүҙең бармы? – тине профессор кинәйә менән.

– Ошондай уңышлы килешеүҙән һуң ниндәй һүҙ булыуы мөмкин? Абзый, үкенмәйәсәкһең. Короче, ни пуха, ни пера!

– Хәҙер һинең эшең бөттөмө?

– Бөттө. Төшөндөм, аңланым. Хәҙер минең бурыс – шым ғына бынан һарҡыу.

Хәниф егетте ишеккә тиклем оҙатты ла, ипләп кенә асып, ҡул болғап тороп ҡалды.

– Йә, Әхмәрова, 40 минут булды, – тип залға сыҡты профессор. – Һин яуап бирергә әҙерме?

– Әҙер, – тине Гөлназ. Үҙе үрелеп аш бүлмәһе яғынан Кәримде эҙләй.

– Йә, башлағыҙ.

Беренсе һорауға еңел яуап бирҙе. Икенсе һорауға яуап биргәндә ҡыҙҙың күңелендә ниндәйҙер шик яралды. Әллә Кәрим сығып киттеме икән? Улай тиһәң, ишетелмәне.

Хәниф үҙе тыңлай һәм шым ғына ҡыҙҙы күҙәтә. Ниҙер һиҙенә булыр был ҡыҙыҡай, тауышы тамам ҡалтырап сыға башланы. Ултырған коньяк бая боҙола яҙған кәйефен шыпа күтәргәйне, ҡыҙҙың яуабы ла оҡшаны. Ведомосҡа “биш”те юҡҡа ҡуймаған икән. Хәҙер зачеткаһын алған булып, “бишле”һен ҡуй ҙа оҙат бит инде. Юҡ, ҡыҙыҡай, һин миңә бөгөн бик ҡиммәткә төштөң. Иң мөһиме, һин уйын ҡағиҙәһен боҙҙоң. Үҙең менән сит кешене эйәртеп килгәнһең. Ярай ҙа ул егет (әгәр ҙә уны егет тип әйтеп булһа, әлбиттә) көтөлгәндән дә йомшағыраҡ булып сыҡты. Әлбиттә, 25 мең – бер ҡараһаң, ҙур аҡса түгел, икенсенән, урамда ла саңға батып ятмай. Ул егерме бишлек өсөн үҙеңдең ғүмереңде, абруйыңды ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға тура килә. Аҡса һис тә күктән төшмәгән. Икенсе “В” төркөмөндә биш наҙан бар. Шуларҙың ата-әсәһенең кеҫәһенән һурылған аҡсалар ул.

Ҡартайҙы Хәниф Талипович. Үҙенең олоғайыуын һиҙҙе. Ҡул һуҙымы ерҙә генә йәп-йәш, сибәр ҡыҙ ултыра, ә ул битараф тип әйтерлек. Туҡта әле, ниңә улай килеп сыҡты һуң әле был? Ай буйы артынан йүгертте. Хәҙер шуны арбайым тип, бер аҙна ялын ҡорбан итеп, ҡалала ята. Йә инде, ошо балаға ҡарата бер хис-тойғоһо ла ҡалмағандай. Шулай ҙа уйнап алырға булды.

– Йә, Әхмәрова, яуабыңды нисәгә баһалайһың инде?

– Һеҙҙән тора инде, Хәниф Талипович, – тине Гөлназ, аш бүлмәһе яғына үрелеп. Ә унда бер тауыш-тын да сыҡмай.

– Кемде ҡарайһың ул? – тине Хәниф, мыҫҡыллы ғына итеп.

– Әллә Кәрим сығып киттеме?

– Һинең менән килгән егетте әйтәһеңме? Һин уны көтәһеңме ни?

– Эйе...

– Ул бит инде күптән ҡайтып китте.

Ҡыҙ, ысынлап әйтәһегеҙме, тигән һымаҡ фатир хужаһына ҡараны.

– Ышынмайһыңмы? – тине профессор. – Кәрим, сыҡ әле бында!

Тегендә бер тауыш та ишетелмәне.
Дауамы бар.

------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: