+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
4 Март 2021, 23:03

АЛЫШ Психологик ғибрәт Бишенсе бүлек

Тәүҙә ултырып сәй эстеләр. Гөлназ тулҡынлана, ҡаушай, хатта сәйен түгеп ҡуйҙы. Профессор – күрмәмеш булды. Сәй генә түгелгәндән, донъя емерелеп төшмәҫ. Алда ҙурыраҡ эштәр көтә. Уҡытыусы кеше ауылдан сыҡҡан студенттарҙың, айырыуса, ҡыҙҙарҙың, холоҡ-фиғелен яҡшы белә. Улар ауыл тормошонан арынып, ҙур, ымһындырғыс донъяға килеп инһәләр, тәүҙәрәк юғалып ҡалалар, нимә эшләргә белмәйенсә, алабарманланып, үҙҙәрен дә юғалтып ҡуялар.

АЛЫШ
Психологик ғибрәт
Бишенсе бүлек
Тәүҙә ултырып сәй эстеләр. Гөлназ тулҡынлана, ҡаушай, хатта сәйен түгеп ҡуйҙы. Профессор – күрмәмеш булды. Сәй генә түгелгәндән, донъя емерелеп төшмәҫ. Алда ҙурыраҡ эштәр көтә. Уҡытыусы кеше ауылдан сыҡҡан студенттарҙың, айырыуса, ҡыҙҙарҙың, холоҡ-фиғелен яҡшы белә. Улар ауыл тормошонан арынып, ҙур, ымһындырғыс донъяға килеп инһәләр, тәүҙәрәк юғалып ҡалалар, нимә эшләргә белмәйенсә, алабарманланып, үҙҙәрен дә юғалтып ҡуялар.
– Мин һине күптән ҡарап, күҙәтеп йөрөйөм, – тип ҙурҙан һалдырҙы тәжрибәле ир, – яуаплы, тырыш, егәрле булыуың миңә оҡшаны. Дөрөҫөн әйтәм, һинең бөгөнгө яуабың хатта “бишле”нән күпкә юғары баһаға лайыҡ. Миңә, ғилми эштәр алып барыр өсөн, план буйынса, яҡын йылдарҙа бер аспирант менән эшләү мәсьәләһе ҡаралған.
“Аспирант” һүҙе ишетелеү менән, ҡыҙ, ысынды һөйләйһегеҙме, тигән һымаҡ, ғәжәпләнеү тулы күҙҙәрен уҡытыусыһына йүнәлтте:
– Әгәр институтты бөтһәм, ул миңә мөмкинме? – тип һораны.
– Әлбиттә, – тине тегеһе, – һорап тораһың тағы. Әгәр мин һиңә ышанмаһам, өмөт бағламаһам, отпускымды ҡалдырып, бер аҙна буйына ошо ҡыҙыу ҡалала ятам буламы һуң инде?
Ышандырырлыҡ, ҙур яңылыҡ асҡан һымаҡ итеп һөйләне был хаҡта профессор. Хатта үрелеп, ҡулынан тотоп, һыйпап ҡараны. Саҡ ҡына үҙенә тартҡайны, ҡыҙ эргәһенә килеп етте. Алдына ултырырға саҡырғайны, менеп тә ултырҙы. Ышанды! Һоҡланыулы һәм рәхмәтле ҡарашын уҡытыусыһына төбәп, хатта үҙе саҡ ҡына тартынған һәм оялған һымаҡ, һыйынып килә бит әле.
Хәниф Талипович ҡатын-ҡыҙға нимә кәрәклеген белә шул. Уларға, донъя көтә башлар өсөн, һәйбәт кенә старт майҙансығы талап ителә. Ә бының өсөн аспирантура, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлауҙан да уңайлы урын юҡ. Дөрөҫ, эшен берәй учреждениенан да башлай ала. Мәҫәлән, үҙенең уҡыған һөнәре буйынса. Унда йәш белгесте берәү ҙә көтөп тормай. Түбән эш хаҡы, көн һайын эҙәрлекләү һәм иң ауыр бурыстар үтәү, ысын мәғәнәһендә, йәштәрҙе йәшәү өсөн көрәшергә мәжбүр итә. Уларҙың күбеһе бындай һынауҙы күтәрә алмай, бик тиҙ бөгөлә һәм һөнәрен алыштыра. Мәҫәлән, берәй супермаркетҡа һаттыусы булып бара ала. Ата-әсәһе ҡәнәғәт түгел: “Беҙ һине, балам, биш йыл буйы аҡса түгеп уҡыттыҡ, ә һин кассала аҡса һанап ултыраһың”.
Хәниф Талип улы Гөлназдың яҡты киләсәген шул хәтле матур итеп һөйләне, хатта бының шулай булырына үҙе лә ышана башланы. Ә ҡыҙ тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ул инде үҙен тәжрибәһеҙ студентка итеп түгел, белем гранитын ҡыйыу кимергән юғары әҙерлекле аспирантка итеп тоя.
Кем белә, бәлки барыһы ла шулай булыр ине, ләкин беҙҙең бөгөнгө алыштың башҡа фигуранттары ла бар бит әле. Кәрим был ваҡытта юл сатында такси аңдып тора ине. Оло юл сатынан таксиҙар, себен һымаҡ, мыжғып тора. Ләкин егет ваҡ-төйәктте мөрхәтһенмәй. Уға ҙурыраҡ, бейегерәк, үҙе күҙ алдына килтереүенсә, ҡап-ҡара “тачка” кәрәк. Ваҡ-төйәге килә башлаһа, ҡулын ғына һелтәп ебәрә. Үтеп китегеҙ, йәнәһе. Бына бер джип күренде. “Тойота” түгел, “Хонда” булһа ла ярай. Килеп инеү менән, артҡы ултырғысҡа һуҙылып ятты.
– Музыкаңды яңғырат, брат, – тине ул, – берәй йәшелле-зәңгәрле магазин алдында машинаңъды туҡтат, хәҙер тейәнеп сығам.
Джип парковкала урын алыуға, Кәрим, йүгереп, магазин эсенә инде, кәрзиненә бер таяҡ колбаса, әллә күпме тәм-том, бер коньяк ултыртып ҡуйҙы. Йыуғас, йыуырға! Коньякты алып, вискиға алыштырҙы. Ике шешә аҡ араҡы, мотлаҡ – “Төньяҡ амурҙары” (“Һәнәк” эсеүгә ҡаршы).
Кәрим, кассаға килеп еткәс, йылы һүҙҙәр табып, йоҡомһорап ултырған кассирҙы йылмайтырға тырышты һәм кеҫәһенән эре генә биш меңлекте сығарып ырғытты. Кассир ҡыҙ көн һайын үҙе эргәһенән бер нисә йөҙ кешене үткәрә, үҙ бурысын бик теүәл башҡара һәм, өр-яңы “биш”лекте күреү менән, иртәнге һөйләшеүҙе иҫенә төшөрҙө:
– Ауыҙ асып ултырмағыҙ, кисә тағы ла ике ялған “биш”лек сыҡты. Кемдең кассаһынан алынған, шулар түләйәсәк. Бөгөн һәр “биш”лекте иғтибар менән ҡарайһығыҙ. Саҡ ҡына шик тыуыу менән, һатып алыусыны, берәй һылтау менән, тотҡарлайһығыҙ һәм тиҙ генә хәүефһеҙлек төймәһенә баҫаһығыҙ. Кем ялған “биш”лекте тота, шунда уҡ шул күләмдә премия аласаҡ. Шулай уҡ башҡа көс структуралары тарафынан да дәртләндереү саралары ҡаралған.
Кассир, Ирина, “биш”лектең шикле күренеүенә шунда уҡ иғтибар итте һәм төймәгә баҫты ла, тауарын иҫәпләй ҙә башланы. Ә үҙенең күҙҙәре – уңдағы ишектә. Хәҙер “подсобка”нан ике, йә бер кеше сығасаҡ та, егетте, әҙәпле генә итеп, төпкө бүлмәгә үтергә саҡырасаҡ. Кассир ҡыҙыҡай тауарын һанап та өлгөрмәне, тап шулай булды ла. Тик сығыусылар һаны икәү түгел, өсәү ине. Икәүһе, ҡыпһыуыр һымаҡ, Кәримде бөгәрләп тотоп алды, өсөнсөһө ҡайһы арала резинка бирсәткәһен кейеп өлгөргән, аҡсаны алып, полиэтилен тоҡсай эсенә тығып та ҡуйҙы.
– Егеттәр, эскә үтәбеҙ, – тине ул.
Үттеләр. Әллә ҡайһы арала бүнәтәйҙҙәрҙе (руссанан – понятые) алып керҙеләр һәм Кәримдең исемен, фамилияһын, атаһының исемен, тыуған йылын, ҡайҙа теркәлгәнен асыҡлағандан һуң, кеҫәһендә булған ҡорал, наркотик матдәләр, аҡсаларҙы сығарып һалырға ҡуштылар. Өс йыл эсенә буйтым туҙған студент билетынан дүрт “биш”лекте тартып алдылар һәм һандарын барларға тотондолар.
Биш дана “бишлек”тең кассирға һонғаны ғына ялған булып сыҡты. Ҡалғандары ысын икән. Кәрим эстән генә, уларын кире бирерҙәр, тип өмөтләнгәйне. Юҡ. Ялғанын айырып, дүртәүһен ҡалдырып, күсермә эшләү аппараты аша үткәрҙеләр ҙә, ҡултамғаларын ҡуйғандан һуң, айырып, һалып ҡуйҙылар.
– Гәрәев Кәрим. Борисович, – тип йонсоған ҡоарашын уға ташланы ябай кейемдәге бер ағай, – ҡалала ялған аҡсалар күбәйҙе. Бер нисек тә эҙенә төшә алмайбыҙ. Һин беҙгә ярҙам итә алаһың.
– Әлбиттә, ярҙам итәм. Мине лә алданылар. Мин 25 меңлек ысын, тип уйлағайным. Ана бит, береһе ялған икән. Ысын аҡсаны миңә ҡайтараһығыҙҙыр ул?
– Һүҙ ҙә юҡ, ул аҡса һинеке. Беҙ уны хәҙер ваҡытлыса һаҡлауға алабыҙ. Ғәйеплеләрҙе тотҡас, суд булғас, һиңә рәхмәттәр әйтеп, аҡсаны кире бирәсәкбеҙ.
– Ә суд ҡасан була? – тип һораны Кәрим.
– Әле түгел, һуңыраҡ, судтан һуң. Күреп тораһың, әле тикшереү бара. Үҙең күрҙең, беҙ аҡсаны таптыҡ.
– Улай булғас, миңә хәҙер ҡайтырға мөмкиндер?
– Һис шикһеҙ, ҡайтасаҡһың, тик әле түгел. Хәҙер һин беҙгә әйтергә тейешһең: был аҡсаны ҡайҙан алдың?
Кәрим күҙ алдында шымды. Сөнки уға барыһын да һөйләп бирергә кәрәк. Нимә тип һөйләһен? Хөрмәтле вуздың абруйлы профессоры рәхмәт йөҙөнән тоттороп ебәрҙе, тип әйтһенме? Ә нимә өсөн түләне, тиһә, нимә тип әйтергә?
– Бәлки һеҙгә ярҙам итергә кәрәктер?
– Бәлки миңә адвокат менән кәңәшләшергә кәрәктер? – тине Кәрим, өсәүгә мөлдөрәп ҡарап.
– Адвокат талап итәме? – тине икенсеһе.
– Ә һин беләһеңме, беҙ һине ҡотҡарып ҡалырға, ғүмереңде һаҡларға тырышабыҙ? Был “биш”лекте һиңә тоттороп ебәрәгән кешеләр һине юҡ итергә – үлтерергә тырышасаҡ. Сөнки һин ошо енәйәтте ҡылыусылар менән бәйләнештә булған берҙән-бер кеше. Һинең эләгеүең, әле бында сырҡылдап ултырыуың хаҡында һеҙҙең банданың бөтәһе лә белә. Эйе, беҙ һине һаҡлай алабыҙ, йә изоляторҙа “уголовник”тар эргәһенә тығабыҙ. Әллә һинең уна булғаның да юҡмы? Был етешһеҙлекте беҙ хәҙер юҡ итәбеҙ. Һине инандырыу өсөн һәм дөрөҫөн һөйләргә мәжбүр итеү өсөн тағы дәлилдәр кәрәкме?
– Кәрәкмәй, – тип көс-хәл менән бышылданы Кәрим һәм баштан алып, аҙағына тиклем, барыһын да һөйләп бирҙе.
Өсәүҙең етәксеһе булды, ахыры, берәү ҡыҫҡа ғына итеп:
– ОМОН саҡырығыҙ! – тип күрһәтмә бирҙе.
Кәримдең ҡулдарына бығау һалдылар, битенә битлек кейҙерҙеләр һәм, йүгерә-атлай сығып, ҡап-ҡара, ҙур, өр-яңы “крузак” эсенә тыҡтылар.
Ун минут та үтмәне, улар профессор йәшәгән йорт эргәһенә килеп туҡтанылар. Иң тәүҙә спецназ һәр ҡатта урын алды һәм Кәрим профессорҙың фатирының ишеге алдына баҫты.
Белмәйбеҙ, профессор, ҡыҙҙы әүрәтер һәм башын әйләндерер өсөн, тағы ниндәй һүҙҙәр тапҡандыр, ишек артында ҡыңғырау тауышын ишетеү менән, ишеккә ыңғайланы.
– Кем йөрөй тағы мәшәҡәтләп?
Ишекте асты һәм автоматтар менән ҡоралланған, махсус кейемдәге хәрбиҙәр уны һөйрәкләп алып китте һәм фатирының уртаһына йөҙтүбән ҡаплап һалды. Ваннала һыу аҡҡаны ишетелде һәм, күп тә үтмәне, халат кейгән Гөлназ килеп сыҡты.
Махсус кейемдәгеләрҙең береһе былар араһында иң өлкәне булды, күрәһең:
– Ғәҙәттән тыш хәл булды. Бөгөн был йорттан, бына, ялған биш мең һумлыҡ аҡса сыҡты. Хәниф Талипович, һеҙҙең беҙгә ярҙам итеү мөмкинлеге бар. Һеҙ был аҡсаның ҡайҙан килеүен дөрөҫ итеп һөйләп бирергә тейешһегеҙ.
Профессор бындай хәлгә беренсе тапҡыр тарыны, ләкин уны өйрәтеп торорға түгел. Күрше фатирҙарҙан бер ир менән икенсеһенән бер ҡатынды бүнәтәй итеп саҡырҙылар. Улар үҙҙәренең эшен күрше профессорҙың фатирына байҡауҙан башланы. Хәниф икмәк һауытындағы аҡсаларҙы төртөп күрһәтте. Күҙлекле егет ҙурайтҡыс быяла тотоп, барлыҡ аҡсаны ентекләп ҡараны һәм башҡа ялған аҡса тапманы.
– Тағы аҡсаларығыҙ бармы? – тип һоранылар профессорҙан.
Хәниф уйланды, икеләнде, күршәлеренә ҡарап алды. Күршеләре барыһын да аңланы, ләкин өндәшмәнеләр.
Профессор үҙенең бынан ҡырҡ йылдар элек уҡырға инәм, тип килгән көндәрен хәтергә төшөрҙө. Ул да, был ҡыҙ һымаҡ, бер ҡатлы, Кәрим һымаҡ ихлас ине. Тәүге имтиханын нисек биргәнен әле лә хәтерләй. Унан имтихан алыусы профессор нимәһендер оҡшатманы. Өҫтәлмә һорауҙар биреп, Кәримде батыра башланы. Әле тап шул хәл ҡабатланды.
– Һеҙҙең тағы ҡайҙа, күпме аҡсағыҙ бар? Күрһәтәһегеҙ, йә беҙ, фатирығыҙҙың аҫтын-өҫкә килтереп, тентеп сығырға һәм табырға мәжбүр буласаҡбыҙ.
Хәниф, хужалыҡ әйберҙәре бүлмәһен асып, ботинка ҡаптарына төртөп күрһәтте.
Күрше ҡатын менән ир, Хәниф уларҙың ошонда йәшәгәнен белә, ләкин исемдәрен белмәй, эстән генә аһ та оһ килештеләр. Бер нисә миллион аҡсаны иҫәпләп, ялғандарын таба алмағандан һуң, Хәнифте артабан да “батырыусы” һорау бирҙеләр:
– Был биш меңлекте һеҙгә кем һәм ҡасан бирҙе?
– Хәтерләмәйем, – тине көс-хәл менән профессор.
– Хөрмәтле профессор, беҙҙе һеҙҙең ошо “биш”лекте ҡайҙан алыуығыҙ ҡыҙыҡһындыра. Белеп булмай, был аҡсаны бәлки һеҙ тапҡанһығыҙҙыр, бәлки банкоматтан тиреп алғанһығыҙҙыр. Кемдеңдер хатта бурысын ҡайтарыуы ла ихтимал. Күреп торабыҙ, һеҙ – хәлле кеше, аҡсаға мохтажлыҡ кисермәйһегеҙ. Хатта мин был аҡсаны кемдәндер урлағанһығыҙҙыр, тип тә әйтмәйем. Ләкин беҙҙе һеҙгә ошо аҡсаны тотторған кеше ҡыҙыҡһындыра. Бөгөн беҙҙең ҡалала, күрше төбәктәрҙәге мегаполистарҙа ялған аҡса баҫыусы бер банда эшләй. Уларҙың продукцияһы юғары сифатлы, ысындарынан айырылмай, тип әйтерлек. Беҙгә ул енәйәтселәрҙе мотлаҡ тотоу һәм,тикшереү үткәргәндән һуң, хөкөм итеү бурысы ҡуйылған. Төркөмдөң етәксеһе ошо урында Гөлназ яғына ҡарап ҡуйҙы. Професорға уның исеменән, ҡыҙҙы файҙаланып, баҫым яһарға уйлағайны, бүнәтәй булып ултырған ир менән ҡатындың ҡыҙ яғына ваҡыт-ваҡыт ҡыҙыҡһыныусан ҡараш ташлап ҡуйыуын күреп, кире уйланы.
– Хәниф Талипович, беҙгә һеҙҙең ярҙам кәрәк, – тип өндәште.
– Әгәр мөмкин булһа, был аҡсаның ҡайҙан килеүе хаҡында мин һеҙҙең үҙегеҙгә генә әйтер инем, – тине ул, төркөмдөң етәксеһенә мөлдөрәп ҡарап.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: