Хәниф Талип улы етди кешеләр менән бер аҙ аралашҡандан һуң, кем әйтмешләй, үҙенең ултырған ере менән һиҙҙе: уның кем икәнлеген беләләр, уға ҙур өмөт бағлайҙар һәм хатта ышанып ҡарайҙар. Сөнки был сырмалған оҙон ептең осо, теләйме-теләмәйме, уның ҡулында.
Әлегә уға уйларға һәм уйланырға ваҡыт бирҙеләр. Әлбиттә, Хәниф үҙенең мәнфәғәттәрен ҡайғыртманы түгел, ҡайғыртты, хатта адвокатын саҡырыу мөмкинлеге тураһында иҫтәренә төшөрҙө.
– Һеҙ нимә, – тине ябай кейемдәге, ифрат йылы ҡарашлы бер хеҙмәткәр. – Һеҙ дәүләттең иҡтисади һәм сәйәси именлегенә ифрат ҙур хәүеф менән янаған енәйәт эшенә барып ҡыҫылғанһығыҙ. Әлбиттә, үҙ ихтыярығыҙ менән түгел. Һеҙ – етди вуздың маҡтаулы һәм абруйлы профессоры, был ҙур енәйәткә ихтыярығыҙҙан тыш йәлеп ителгәнһегеҙ. Был – беренсенән. Ә икенсенән, был эшкә килеп ҡыҫылыуығыҙ – һеҙҙең файҙаға. Һеҙҙе, дөрөҫөн әйтәм, был эште беҙ тағатҡандан һуң, һеҙҙең ярҙам менән, әлбиттә, карьера буйынса үрләү, маҡтаулы исем һәм мул тормоштоң башҡа билдәләре көтә. Беләбеҙ, һеҙ фәҡир кеше түгел. Фатирығыҙҙан сыҡҡан аҡса ла шул хаҡта һөйләй. Ләкин беҙҙе ул аҡсаларҙы нисек эшләүегеҙ йәки ҡулға төшөрөүегеҙ, һеҙҙең рәсми килемегеҙҙән ике тапҡыр юғары булһа ла, ҡыҙыҡһындырмай. Әлегә... – тине был хеҙмәткәр, Хәниф Талип улының күҙҙәренә тура ҡарап, – һеҙҙән 25 мең алып киткән егет беҙҙе ҡыҙыҡһындырмай, ул үҙ бурысын үтәне, йәғни беҙҙең ҡулға төштө. Хәҙер һеҙ бик ентекләп уйларға һәм аҡсаны кемдән алыуығыҙҙы иҫкә төшөрөргә тейешһегеҙ.
– Ҡайтып уйларға мөмкинме? – тине профессор, ҡорғаҡһып киткән ауыҙында телен көс-хәл менән тегеләй-былай әйләндергеләп.
– Юҡ, был турала һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Һеҙ беҙгә тере килеш кәрәк. Борсолмағыҙ, бында ашау яҡшы, йәшәү шарттары ярарлыҡ. Һеҙ бынан батыр, герой кимәлендә сығасаҡһығыҙ.
Бына батыр йәки герой, үҙенең ҡараңғы яҙмышын барлап, бер урынлыҡ бүлмәлә ҡалтыранып ултыра, һәм хәтеренә ялған аҡса сүкеү менән бәйле иҫтәлектәр килә.
...Уларҙың ауылында бик аҡыллы, көслө, белемле Бакировтар була торғайны. Шуларҙың өлкән улы, Хәниф уны ишетә генә белә, һүрәт төшөрөүгә оҫта ине. Әсәһенә берлек тоттороп, магазинға ебәргән.
– Апай, аҡсаң еүеш бит, – тигән һатыусы.
– Эй, яңы ғына төшөрөп ултыра ине, – тип һөйләнгән бер ҡатлы ауыл әбейе. – Киптермәйенсә биреп ебәргән икән.
Был хаҡта иҫтәренә төшмәҫ ине, бер нисә көндән район магазиндарында ялған берлектәр табыла башлаған.
Рәссамға тентеү менән килһәләр, өслөктө төшөрөр өсөн төҫтәр һайлап ултыра икән. Алып киткәндәр, бик оҙаҡ тикшереү барған. Бармаҫ ине, ул төшөргән аҡсалар ысындан бер яғы менән дә айырылмай икән. Бик оҙаҡ аҡса һуға торған ҡалыбын бирмәйенсә аҙаплаған.
Аҙаҡ тапҡандар. Ысынмылыр-юҡмылыр, станогын ишек яңағына көйләп ҡуйған икән. Сыҡҡан-кергәндә ишекте асалар-ябалар, ябылыу менән берлек шыптырлап килеп төшә икән.
– Киптерергә булған, – тип һөйләне халыҡ. – Киптергән булһа, тотолмаҫ ине.
Оҫтаны аҙаҡ хөкөм иткәндәр, икенселәр, монетный дворға эшкә алғандар, тип тә һөйләнеләр. Ҡайһыһы дөрөҫтөр, белеп булмай. Шундай хәбәр ҙә бар ине: йәнәһе, аҡса һуғыу оҫталарын ситкә типмәйҙәр, аҡса баҫыу фабрикаһына эшкә алып, оҫталыҡтарын файҙаланалар, тигән хәбәр ҙә ишетелеп ҡалғыланы. Бакиров ҡайҙа юғалғандыр – билдәһеҙ, сөнки шул китеүҙән ул ғәйеп булды.
Ә Хәнифкә ундай ҡурҡыныс янамай. Уға Аҡса баҫыу һарайында эш тәҡдим итеүҙәре бик шикле. Шулай булғас, ялған биш меңлекте уға тоттороусыны, хәтерең бик насар булһа ла, иҫкә төшөрөргә тура киләсәк.
Ошо хаҡта уйлай Хәниф. Уның һүҙҙәренән юғары уҡыу йортоноң яҙмышы, унда оҙаҡ йылдар эшләгән кешеләрҙең һәм, әйтһәк-әйтәйек, вузда оҙаҡ йылдар буйы йәшәгән традицияларҙың артабанғы тормошо хәл ителәсәк. Хәнифтең бында бер ғәйебе лә юҡ, ләкин вузда нығынған, дәүләт һымаҡ ҡаҡшамаҫ ысынбарлыҡҡа әүерелгән күҙгә күренмәҫ йолалар йәшәй. Хәҙер ошо биш меңлек һәм Хәнифтең шунда төңөлөүе уҡыу йортоноң аҫтын өҫкә килтерәсәк. Хәниф шунан ҡурҡа: вузға хатта ябылыу ихтималлығы ла янай.
Хәниф әле сағыштырмаса йәш, хәтере яҡшы, теге биш меңлекте, йәмғеһе 25 меңде тотторған малай ҙа уның күҙ алдында тора. Ул малай ҙа сит кеше түгел. Әсәһе ошонда эшләй, атаһы юғары урында, улдары һәйбәт уҡый, стипендия ала, ҡайҙалыр аҡса ла эшләй тип ҡыуанып йөрөйҙәр. Морат, егеттең исемен шулай тип алайыҡ, әле бер нәмә лә белмәй ҙә, һиҙмәй ҙә. Уҡый алмаған, насар уҡыған, ялҡауланған, дәрескә йүнләп йөрөмәгәндәрҙән һәм башҡа имгәктәрҙән аҡса йыйыуын һәм Хәниф Талип улы һымаҡ профессорҙарҙы ҡыуандырыуын дауам итә. Был эштең башында хәҙер Морат тора. Морат шундағы бөтә хәлдәрҙе үҙ ҡамауында тота, хаҡтары түҙерлек, уның ҡарауы ышаныслы. Һәр группала, һәр курста, һәр факультетта Мораттың ышаныслы кешеһе бар. Һәр ышаныслыһы, кемгә ниндәй фәндән ниндәй баһа кәрәклеге яҙылған ҡағыҙҙы мул ғына аҡсаға төрөп, факультет буйынса ышаныслыға һона. Уныһы Моратҡа килтереп тоттора. Ҡыҫҡаһы, һарыҡтар теүәл, бүреләр туҡ. Берәүҙәр яңы джип һайлай, икенселәре уҡыу йорто эргәһендә төҙөлгән йорттарҙан фатир ҡараштыра. Хәҙер яңы тәгәрмәстәр һәм уңайлы фатирҙар тураһында оноторға тура киләсәк.
Дөрөҫ, уҡыу йортон ябыуға уҡ барып етмәҫтәр. Ғүмер буйы үткәндәрҙе һағынып ҡына йәшәп булмай. Бер заман был ҡара көндәр ҙә үтеп китер. Уҡырға һәм уҡытырға яңы кешеләр килер, улар элекке рәхәт тормошто иҫкә төшөрәсәк һәм нәфсеһен тыя белмәгән Хәниф Талип улын ҡәһәрләйәсәк.
Урамда күренгән кешеләр, ул осраһа, битенә төкөрәсәк. Быныһынан да ҡурҡмай Хәниф. Ултыртып ҡуйыуҙары ла бик ихтимал.
Хәниф Талип улы иң тәүҙә Гөлназды иҫенә төшөрҙө һәм уны тотторорға ҡарар итте. Ул проректорҙың һәм ҙур урында эшләгән атайҙың улына төртөп күрһәтә алмай бит инде. Ҡыҫҡаһы, бөтә яуаплылыҡты бер ғәйепһеҙ ҡыҙыҡайға күтәрергә тура киләсәк. “Ул һеҙҙең фатирығыҙға нисек килеп юлыҡты?” – тип һораясаҡтар. Журнал өҫтәлендә емеш-еләк тултырылған ваза эргәһендә ятҡан яуаптарҙы күрҙеләр, “бишле”һен ҡуйып өлгөргәйне, бында шикләнерлек бер нәмә лә юҡ. Ошо фаразды теше-тырнағы менән яҡларға тейеш. Ә ул ҡыҙға нимә булһын, һорарҙар, йөрөтөрҙәр-йөрөтөрҙәр ҙә ҡайтарып ебәрерҙәр. Ялған биш меңде Гөлназ килтерҙе, тип әйтергә булды Хәниф.
Профессор шул ваҡыт күңеленең бер күренер-күренмәҫ мөйөшөн намыҫы ғазаплауын һиҙҙе. Ул баланың ни ғәйебе бар? Был – бер. Икенсенән, тикшереүҙе ялған юлдан ебәреп, хөрмәтле профессор, илдең иҡтисади именлеген шик аҫтына ҡуймайһыңмы, үҙеңдең ғәйебеңде тәрәнәйтмәйһеңме? Шикләнә, уйлана, ҡурҡа ғалим. Үҙен ҡараңғы лабиринтта уңға-һулға ташланған малай һымаҡ тоя. Нимә тип әйтергә лә белмәй.
Бында һорау биреүсе хеҙмәткәрҙәр ялған аҡсаның был яҡтағы осо күренеү менән, барлыҡ оҫталыҡтарын һалып, эшкә тотондолар. Бер төркөм Кәрим менән эшләһә, икенсе төркөм Гөлназ менән әңгәмәләште. Әлбиттә, Кәрим үҙенең бында нисек килеп эләгеүен бик ауырлыҡ менән генә фаразланы һәм нәфсеһен ҡандыра белмәгән профессорҙы ғәйепләне, ә Гөлназ бындағы шау-шыу үҙенәндер тип күҙ алдына ла килтерә алманы.
Ҡыҙҙан һорау алыусы яғымлы ғына ханым:
– Беҙ бер һорауға яуап эҙләйбеҙ. Профессор һеҙҙе аспирантураға саҡырырға теләгән, бының өсөн өҫтәлмә шөғөлләнергә кәрәк булған икән һәм һеҙҙән артабан уҡыу өсөн түләү сифатында 5 меңлек ҡабул иткән, – тине.
Был хәбәр ҡыҙҙы шаңҡытты:
– Ниндәй 5 мең? – 5 мең аҡса күргәне бар, ләкин ул хаҡта бер һөйләшеү ҙә булманы. Уның әлеге көндә хатта 5 мең аҡсаһы ла юҡ.
Дөрөҫ, тикшереүселәр ҡыҙҙың матди хәлен уртаса тип баһалай. Төндәрен аҡсалы егеттәрҙең мөхәббәт ҡошо сифатында күңелен күрмәй микән, тигән шиктәре бар ине, уныһы раҫламаны. Тәртипле, тәрбиәле ҡыҙ, профессор фатирына уҡытыусының нәфсеһе арҡаһында ғына килеп эләгеүе ихтимал.
Кис инкассация ваҡытында тағы ла ике ялған бишлек теркәлде һәм барлыҡ эш профессор менән уның студенты тирәһендә өйөрөлә башланы.
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ:
"Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"