+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Март 2021, 22:34

АЛЫШ Психологик ғибрәт Етенсе бүлек

Енәйәтселәрҙе уҡыу йорто тирәһендә эҙләүҙән башҡа сара юҡ. Улар, ябай ғына итеп әйткәндә, әүҙем сырҡылдай һәм тикшереү эштәрен ялған юлдан ебәреүҙәре лә бик ихтимал. Тәүҙә Хәниф Талип улының һөйләгәндәренә ышандылар һәм бөтә көстө Гөлназ менән уның тирәһендәгеләргә йүнәлттеләр. Хәнифтең телефоны етди контролгә алынды. Тәүге көндәрҙән уға шылтыратыусылар ныҡлы өйрәнелә башланы. Иң тәүҙә бәйләнешкә Морат сыҡты. Ул хужаһын эҙләп шылтыратмаһа, ғәжәп тойолор ине. Уны ныҡлы тикшереү тәүге ыңғай һөҙөмтәләрҙе бирҙе. Ул ябай егет түгел. Ошо аҡсаларҙы йыйыу-таратыу буйынса сылбырҙың бер мөһим генә урынын алып тора икән. Аҡсаны иркен тотона, бик мул йәшәй, теләгән ваҡытта ярҙам итергә әҙер, күпме теләйһең, шул хәтлем ресурстар алып торорға мөмкин. Әлбиттә, проценттар менән. Уның эргәһендә яҡындағы сит ил һәм Кавказ яғынан килгән егеттәр һәм ҡыҙҙар булмаһа, барыһы ла ғәжәпләнер ине.

АЛЫШ

Психологик ғибрәт

Етенсе бүлек

Енәйәтселәрҙе уҡыу йорто тирәһендә эҙләүҙән башҡа сара юҡ. Улар, ябай ғына итеп әйткәндә, әүҙем сырҡылдай һәм тикшереү эштәрен ялған юлдан ебәреүҙәре лә бик ихтимал. Тәүҙә Хәниф Талип улының һөйләгәндәренә ышандылар һәм бөтә көстө Гөлназ менән уның тирәһендәгеләргә йүнәлттеләр. Хәнифтең телефоны етди контролгә алынды. Тәүге көндәрҙән уға шылтыратыусылар ныҡлы өйрәнелә башланы. Иң тәүҙә бәйләнешкә Морат сыҡты. Ул хужаһын эҙләп шылтыратмаһа, ғәжәп тойолор ине. Уны ныҡлы тикшереү тәүге ыңғай һөҙөмтәләрҙе бирҙе. Ул ябай егет түгел. Ошо аҡсаларҙы йыйыу-таратыу буйынса сылбырҙың бер мөһим генә урынын алып тора икән. Аҡсаны иркен тотона, бик мул йәшәй, теләгән ваҡытта ярҙам итергә әҙер, күпме теләйһең, шул хәтлем ресурстар алып торорға мөмкин. Әлбиттә, проценттар менән. Уның эргәһендә яҡындағы сит ил һәм Кавказ яғынан килгән егеттәр һәм ҡыҙҙар булмаһа, барыһы ла ғәжәпләнер ине.

Көн аҙағында бәләкәй генә интернет-сығанаҡта ялған аҡса сүкеүселәр һәм таратыусылар хаҡында бәләкәй генә мәғлүмәт күренеп ҡалды. Бер сәғәт эсендә был хәбәр Өфөнө йырып сығып, хатта донъя кимәлендәге төп мәғлүмәттәрҙең береһенә әйләнде. Был эшкә аҙмы-күпме мөнәсәбәттәре булғандар һағайҙы, шым ғына мәкерле эште тормошҡа ашырыусылар һиҫкәнде, сөнки бындай ҙур енәйәттәр бер ваҡытта ла асылмай ҡалмай, ә ғәйеплеләр оҙайлы ваҡытҡа ҡаҙна йортонда урын ала.

Бөгөн иртән Хәниф Талип улына еңелсә генә итеп тағы тәҡдим яһанылар.

– Һеҙ хәтерегеҙгә зарланмайһығыҙмы? – тип ипле генә ҡыҙыҡһынды тикшереүсе.

– Бығаса тойолманы, – тине Хәниф, был һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөргә тырышып.

– Шик бар, – тине уның менән әңгәмәләшеүсе, – сөнки дәлилдәр һеҙгә ҡаршы. Йә һеҙҙең хәтерегеҙ насар, йә тикшереүҙе ялған юлдан ебәрергә тырышаһығыҙ.

Тикшереүсе Мораттың фотоһын күрһәтте һәм:

– Был егет менән һеҙҙе ниндәй ептәр бәйләй? – тип һораны.

Нимә тип әйтһен инде Хәниф Талип улы? Әсәһе һәм атаһы менән яҡын бәйләнештә, улар улдарын кеше итергә тырыша, уның ҙур эшмәкәр булырына өмөт итә. Хәнифкә лә шундай талап ҡуйылғайны: ул малайҙы эшкә өйрәтә, кешеләр менән аралашыу серҙәренә төшөндөрә. Хәҙерге заман бәйләнештәр, ифрат киң коммуникациялар менән бәйле. Әгәр үҙ фекерҙәреңде бер һөйләмгә төйнәй алмаһаң, һорауҙарға теүәл яуап бирмәһәң, һинән әҙерлекле етәксе сығыуы бик шикле.

Коммуникацияларға күмелеп, Морат саманы тамам онотто, сөнки уның уҡыуын ҙур аҡса менән уйнау алыштырҙы.

Хәниф Талип улы Моратты күреү менән йылы күрешә, кеше булмаған урындарҙа хатта ҡосаҡлап ала торғайны.

Морат ҙурыраҡ һәм ҡурҡынысыраҡ уйынға тотонған. Сифатлы бишлектәрҙең уның ҡулына килеп эләгеүе егеттең бизнесын юғарыраҡ, яуаплыраҡ итте, хатта хәүефлегә әйләндерҙе. Сер түгел, Морат һымаҡ эшләмәйенсә аҡса ишәйтергә теләүселәр бик күп. Ялған аҡса таратыу наркотрафик, ҡорал һатыу, ҡомарлы уйындар ойоштороу менән бер тәңгәлдә иң табышлыларҙан иҫәпләнә.

Ҙур аҡса өйөрөлгән даирәлә ялған аҡса бик күренеп бармай, сөнки ысын аҡсаның күләме ҙурайған һайын ялғаны шунда батып, юҡҡа сығып бара.

Хәниф Талип улы өлгөрөп етһен өсөн күп ваҡыт талап ителмәне. Ул дежурҙа торған хеҙмәткәргә тикшереүсе менән осрашырға теләүе хаҡында белдерҙе.

Тикшереүсе килде һәм бүлдермәйенсә иғтибар менән тыңланы. Профессор күпме генә тырышмаһын, хеҙмәткәр битараф ҡалды.

– Беҙ быларҙың барыһын да беләбеҙ, – тине тикшереүсе. – Бәлки, һеҙ беҙҙе бер ҡатлы тип өмөт итәһегеҙҙер. Студент ҡыҙыҡай менән бәйләнешегеҙ ҙә беҙгә бер яңылыҡ та өҫтәмәй. Ә инде уны төп ғәйеплеләрҙең береһе итеп күрһәтергә тырышыуығыҙ, ғөмүмән, аңлашылмай. Беҙ һеҙҙе хәҙер сығарабыҙ. Унан алда һеҙ бер ҡайҙа ла китмәү тураһында ҡағыҙға ҡул ҡуяһығыҙ, шунан һуң һеҙгә ҡайҙан килгәнен аңлата алмаған өҫтәмә аҡсағыҙ хаҡында яуап тоторға тура киләсәк. Ҡыҫҡаһы, беҙ һеҙҙең бик һуң аҡылға ултырыуығыҙҙы тикшереүгә ярҙам итергә теләмәү сифатында баһалайбыҙ.

– Ә мин үҙемдең аҡсаларымды ҡасан алам? – тип һораны профессор.

– Һеҙҙе ошо мәсьәлә нығыраҡ борсоймо? – тине тикшереүсе. – Һеҙҙең фатирҙа булған бишлек һәм башҡа аҡсалар судҡа тиклем бик ышаныслы һаҡланасаҡ. Ә инде уларҙы һеҙгә ҡайтарыу-ҡайтармау мәсьәләһен беҙ ҡарамайбыҙ. Уларҙың һеҙгә килеп эләгеүе хаҡында бик ентекле яуап тоторға тура киләсәген генә иҫкәртеп ҡуябыҙ.

Кәрим дә шул уҡ көндө сыҡты. Ҡайтҡас, гитараһын алып, оҙаҡ ҡына мөңгөрләп, йырлап та ултырҙы. Йырҙары бик күңелһеҙ ине, хатта үҙенә яҡын егеттәр һәм ҡыҙҙар килеп, Минһажев һәм Революция урамдары сатындағы скверҙа йырлашып ултырырға саҡырыуҙарын да ҡабул итә алманы. Уның ҡайғырыуы һатып ала алмаған машина арҡаһында түгел, ул бит үҙе яҡын күргән ҡыҙҙы профессорға һатып китте. Ә ул Кәримдең ярҙамына өмөт итә ине. Хәҙер барыһы ла был хаҡта белә һәм Кәримгә бармаҡ төртөп күрһәтә һымаҡ. Шул бишлек арҡаһында күргән этлектәре хәҙер егетте ғүмер буйы оҙатып йөрөр кеүек. Етмәһә, Гөлназдың әхирәттәренең береһе килеп инде:

– Һеҙҙең профессорға сәфәрегеҙ нимә менән тамамланды ул? – тип һораны Рәсимә. – Гөлназ хәҙер икенсе көн күренмәй, әллә бер-бер хәл булдымы?

– Белмәйем, – тип ыңғырлаған һымаҡ һөйләнде Кәрим. – Юҡҡа бәйләндем мин һеҙҙең менән. Әммә күпме этлеккә тарыным.

– Нимә булды? – тип ҡыҙҙың күҙҙәре шаҡмаҡланды.

– Булманы, – тине Кәрим, артығыраҡ ысҡындырыуын һәм был хаҡта бер кемгә лә һөйләмәү хаҡында ҡултамға ҡуйыуын иҫенә төшөрөп. – Бөтәһе лә һәйбәт. Бына оҙаҡламай Гөлназ да ҡайтыр.

Шул ваҡыт ишек асылып китте, Гөлназ килеп керҙе.

Ҡыҙ бер һүҙ ҙә өндәшмәне, ул бик оҙаҡ итеп Кәримгә ҡарап торҙо.

– Ғәфү ит, Гөлназ, һинең алдыңда ғәйебем ҙур. Мин һинең ышанысыңды аҡлай алманым. Ғәфү ит, ләкин миңә аҡлау юҡ.

– Һин – һатлыҡ йән, – тине Гөлназ. – Мине һатып китеүең һиңә байлыҡ килтерҙеме?

– Юҡ, – тине Кәрим, – килтермәне. Мин бындай эшкә хәҙер бер ҡасан да ҡыҫылмаясаҡмын.

– Ярай, улайһа, йырла берәй моңлораҡ йыр.

Кәрим уйнай алманы. Уға бик оят һәм уңайһыҙ.

– Ә мин һиңә маҡтау грамотаһы биргәндәр, тип ишеттем, – тине Гөлназ. – Сәйер хәл, һиңә грамота, ә миңә бер нәмә лә юҡ.

– Ә маҡтау грамотаһы ни өсөн? – тине Рәсимә.

– Кәрим ниндәйҙер бер банданы тоторға ярҙам иткән.

– Сеү! – тип ҡысҡырҙы Кәрим. – Был хаҡта һөйләргә ярамай.

– Ярай улайһа, башҡа һөйләмәм, – тине Гөлназ.

Шулай итеп, студенттар араһында Кәрим хаҡында тағы бер лаҡап барлыҡҡа килде.

Аҙағы.


------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: