+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Март 2021, 15:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА 8 МАРТҠА – ТУҒЫҘЫНСЫ БӘПЕС (Аҙағы) Әсәйемдең яҡты рухына бағышлайым...

Күпмелер ваҡыттан һуң, тегеләрен туйындырып бөткәс, әсәйем сығып эргәмә ултыра, ипләп кенә яурынымдан бәпләй. Көрһөнә лә, ғәйепле тауыш менән: – Илама юҡҡа, – ти. Сәсәй-сәсәй ирешәм: – Надайыл миңә был баллар! Үҙең шулар маҙа тейең, үҙең алаһы-ың... Ул мине ҡосаҡларға итә, ҡарыша: – Туғандарын улай тип әйтмәйҙәр инде, улар һине ярата ла инде, тыуһа быныһы ла яратасаҡ. – Яратмаһын! Тыумаһын әйҙә! Беҙ и так һигеҙ штук!



Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

8 МАРТҠА – ТУҒЫҘЫНСЫ БӘПЕС

(Аҙағы)


Әсәйемдең яҡты рухына бағышлайым...


Күпмелер ваҡыттан һуң, тегеләрен туйындырып бөткәс, әсәйем сығып эргәмә ултыра, ипләп кенә яурынымдан бәпләй. Көрһөнә лә, ғәйепле тауыш менән:

– Илама юҡҡа, – ти.

Сәсәй-сәсәй ирешәм:

– Надайыл миңә был баллар! Үҙең шулар маҙа тейең, үҙең алаһы-ың...

Ул мине ҡосаҡларға итә, ҡарыша:

– Туғандарын улай тип әйтмәйҙәр инде, улар һине ярата ла инде, тыуһа быныһы ла яратасаҡ.

– Яратмаһын! Тыумаһын әйҙә! Беҙ и так һигеҙ штук!
Әйтмәгәнмен, минең бит әле дүрт оло ағайым бар, улар ҡырҙа уҡыуҙа.

Быныһына яуабы юҡ әсәйемдең. Былай ғына тынысландыра алмаҫын аңлаптыр, үҙ мәшәҡәттәренә тотона. Тегеләрен йоҡларға һала, бәләкәсен сәңгелдәктә бәүетеп, йырлағанында былары ла ойоп китә. Йоҡлаған булып алдап ятҡан мине лә, күтәреп, һеңлем эргәһенә шылдыра. Унан ҡаҙанында имшегән һыуы менән кер йыуып, һабынлы йыуынтыһына түрбаш яҡты һөртөп ала. Һуңғы тапҡыр күҙемде асып ҡарағанымда, мейес алдына, сүгәләп күмер ашап ултыра. (Шул күренеш бөгөн дә күҙ алдымда.)
Бынан аҙаҡ ғүмерҙең нисегерәк аҡҡанын хәтерләмәйем, әммә шул бала тыуған көндөң 8 март булғанын беләм. Әсәйемде был бәпәйгә бик алдан һалдылар (43 йәштә булған икән). Оҙаҡ ятты. Атайым менән донъя көтөп, арып бөттөм. Элек тә әсәй – эштә, мин уҡыуҙа булғанда, балаларҙы көтөшкән күрше әбей ярҙамлаша ла ул, тик инде бигерәк ҡарт. Бәләкәстәр уны тыңламай, йүгереп китһәләр, тота алмай, тегеләр ялтарып ҡасалар, шуға ҡайһыларын бәйләп ҡуя. Ойоҡтарҙы ҡушып, баланың биленән урата ла, осон урындыҡ тәңгәлендәге стенаға ҡатҡан сөйөнә эләктерә. Былар урындыҡта иркен ултырып уйнай, ә төшөп китә алмай. Кис һалышҡанда ла, өс-дүрт йәшлектәрендә нығытып ҡармап төрә лә ҡуя. Шулайтһаң ныҡ йоҡлай, өшөмәй ҙә, ти инде. Миңә ни – ҡалай ҙа, йоҡлаһалар булды, төндә һөт йә сәй һорап торғоҙмаһындар ғына.
Байрам көн иртә менән иҙән йыуып бөтөп кенә барһам, күрше еңгәй килеп инде лә, атайыма:

– Һөйөнсө! Улығыҙ бар, – тине.

Усаҡ тирәһендә болғанып йөрөгән атайым, нисектер уңайһыҙланып ҡына:

– Э-эй, ҡыҙ бумаған икән, – тип, барып, шифоньерҙан бер төргәкте алып, һөйөнсөләүсегә тотторҙо. Шул төргәкте әсәйем миңә ҡырҡ күрһәтеп һалғайны, мин, үҙ сиратымда, атайыма ҡырҡ күрһәтеп әйттем һәм бына ул маҡсатына етте.
Төштән һуң хәбәр килде, атайымды әсәйем эргәһенә балнисҡа саҡырттылар. Өйҙә апай тейеш кешене ҡалдырып, икебеҙ ҡуңалтаҡ “Беларусь”та сығып киттек. Мине ниңә эйәрткәндәрен аңламайым, әммә унда артыҡ эшем юҡ, өй мәшәҡәттәренән ҡасып китеп барыуым.
Үҙәккә барып етеп, балнис тупһаһына баҫҡас, ҡапыл ғына йөрәгемде шом биләп алды. Беҙҙе, сисендереп, палатаға индерҙеләр. Унда әсәйемдең һеңлеһе, тағы ла башҡа апайҙар бар. Барыһы ла аҡ халатта. Шул саҡ әсәйемде күреп, шаҡ ҡаттым. Күҙ алдымда сикәләре эскә батып, ҡап-ҡара булған бер ят ҡатын ята ине. Күҙҙәре йомоҡ. Нисек эргәһенә алып килеп ултырҡандарын белмәйем. Бына ул, ыҙалап ҡына, күҙҙәрен асты ла, алмаһын ғына шылдырып, башта –атайыма, унан миңә ҡарап алды. Атайым ҡалайҡандыр инде, мин түгелеп илап та ебәрҙем:

– Әсә-әй! Әсә-ә-әй....

Бер аҙҙан телен саҡ ҡыбырлатып әйтте:

– Бәпәйҙе апайың алыр... – үҙенең һеңлеһен әйтә, – һеңлеңде лә ул ала... Һин ҡустыларыңды ҡара... ташлама...
Аҙаҡ, илауым шарылдауға күскәс, кемдер мине күтәреп коридорға алып сыҡты, атайым ултырып ҡалды. Шул төндө мин балнис эскәмйәләрендә бер ятып, бер уянып йөрөп, таң аттырҙым. Палаталарҙан сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ сәй эсерҙе, кеме – кәнфит, кеме перәник һондо. Бәләкәй булһам да, бындағы ҡатындарҙың барыһы ла бәпәй артынан килгәнен аңланым шул саҡ. Ҡорһаҡлылары ла, биләүле төйөнсөктәрен тотоп йөрөгәндәре лә бар ине. Һәм әсәйемдең хәле лә шул бәпәйгә бәйлелеген төшөндөм. Шул саҡ “Бәпәй булмаһын” тигәнем иҫемә төшөп, тирләгәнсе, һушым китә яҙғансы ҡурҡтым. Мин шулай тип әйткәс, әсәйем үлергә ята! А-а-а! Әсәйем үлә инде!
Ошо төндә мин ныҡ ҙурайҙымдыр, тип уйлайым. Янып –һүнеп, бешеп-туңып, хәтерем инәле-сығалы булып таң аттырҙым. Әсәйемдең үлемен көтөп ултырып...
Киләһе көн, төнгә ҡаршы, беҙ ҡайтыуға сыҡтыҡ. Палатаға һуңғы инеүемдә әсәйемде йоҡлай тинеләр. Үлмәгән. Йоҡлай ғына. Өҫтөмдән тау төшкәндәй еңеләйеп, хатта һикерә-һикерә сығып киттем. Донъя яҡтырҙы. Һауа бейегәйҙе. Әсәйем тере!
... Бәпәй күтәреп йөрөйөм. Ҙур кәүҙәле, туп шикелле балаға саҡ көсөм етә. Уныһының йә ултыра белмәгән, йә ятҡыһы килмәгән сағы. Ҡулымда, беләктәремдең хәлен алып, улай-былай әйләнгеләй, лапаҫ аҫтында һыйыр һауып ултырған әсәй яғына ынтыла. Әсәйем тауыш бирә:

– И-и, бәпесемде! Хәҙер-хәҙер бөтә! Хә-әҙер...

Унан һөттө аласыҡҡа алып китә. Артынан эйәрәм. Үҙем уның ҡалынайып киткән кәүҙәһенә ҡарап киләм дә, ихлас итеп әйтеп ҡуям:

– Беҙҙең тағы бәпәй булһа... булһын әйҙә, йәме.

Был һүҙҙәрҙән ул рәхәтләнеп көлә. Мин дә көләм – бәхетемдән.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: