+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Март 2021, 09:21

ИКЕ ТАПҠЫР Хикәйә (Аҙағы)

Нимә тип әйтһен, тағы ла ҡасып ҡайтып китте бит, икенсе тапҡыр. Ҡатын бара-бара ла, үҙ алдына көлә лә ебәрә. Шунан һуң телефонын ҡарай. Аптырағас, шофер, боролоп, һорайһы итте:– Апай, нимәгә көләһегеҙ? – ти егет.– Үҙ алдыма көлөп киләм, – тип яуап бирҙе Фәнисә, хатта, көлә торғас, күҙҙәренән йәш килеп сыҡты. Ҡулъяулығын алып, күҙҙәрен һөрттө лә, күңелһеҙ генә итеп тынып ҡалды.


ИКЕ ТАПҠЫР
Хикәйә
(Аҙағы)

Нимә тип әйтһен, тағы ла ҡасып ҡайтып китте бит, икенсе тапҡыр. Ҡатын бара-бара ла, үҙ алдына көлә лә ебәрә. Шунан һуң телефонын ҡарай. Аптырағас, шофер, боролоп, һорайһы итте:
– Апай, нимәгә көләһегеҙ? – ти егет.
– Үҙ алдыма көлөп киләм, – тип яуап бирҙе Фәнисә, хатта, көлә торғас, күҙҙәренән йәш килеп сыҡты. Ҡулъяулығын алып, күҙҙәрен һөрттө лә, күңелһеҙ генә итеп тынып ҡалды.
Йә инде, һөйләһәң, әхирәттәре аптырар. Тағы ла ҡасып ҡайтып бара бит әле.
Машина алға елдергән ыңғайы, Фәнисә ире Вәхит менән Шамилды сағыштыра. Бер ҡараһаң, Шамилдың өҫтөнлөктәре күберәк һымаҡ. Оҙонораҡ буйлы, кәүҙәгә лә ҡалыныраҡ. Кәйеф күтәренке, ауыҙ йырылған. Ҡыҫҡаһы, уның менән донъя көтөүе ифрат күңелле булыр һымаҡ. Шулайтып уйлауға, ә мине ҡайҙа ҡуяһың, тигән ҡиәфәт менән, Вәхите килә лә сыға. Билләһи, быныһын ҡайҙа ҡуйырға? Ҡулынан мәңге эш төшмәгән, мәктәп менән өй араһынан алыҫ китмәгән, иртә бөкөрәйеп барған, хатта йоҡарып ҡалған ир генәһен ҡайҙа ҡуяһың инде? Бар эшкә үҙе йүгерә. Мал-тыуарын да ҡарай, эшенә лә етешә, үҙенең һис ваҡыты юҡ. Ләкин бөтәһенә лә өлгөрә. Шул ирҙе яманлап, ниндәй һүҙ әйтәһең инде?
Ана, әле лә тоғро ғына килеп еткән дә, машинаһының эргәһендә, артабанғы күрһәтмәләрҙе көтөп, шым ғына тора. Ҡатынын күргәс тә, йөҙөндә йылмайыу ишараты барлыҡҡа килде, хатта борсолғандай тойолдо.
– Ниңә ҡайтаһы иттең? Иртәгә – кискә генә, тигәйнең бит? – тине ул.
– Ҡайтманым, ҡастым мин, – тине Фәнисә, үҙенән ифрат ҡәнәғәт ҡиәфәттә. Хатта ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Кемдән ҡастың? – тине Вәхит, ҡатынына күҙ һирпеп.
Бәй, әллә был бер нәмә һиҙенә түгелме һуң? Фәнисә телен тыйҙы, тамам шымды. Ошо урында туҡтарға кәрәк. Йә, артығын ысҡындырып ҡуйыр.
– Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит, тиҙәр, үҙең дә ҡасырға оҫтарғанһың. Өфө һынлы Өфөнән бер үҙеңә такси ҡыумаһаң.
– Улайһа, кире китәйемме? – тип һүҙ көрәштерҙе ҡатын.
– Юҡ инде. Бер ҡайтҡас, ысҡындырыу юҡ һине, – тине ире, ҡәнәғәт йылмайып, – арығанһыңдыр, матурым, йонсоғанһыңдыр, мунса яҡтым, ҡайтыуыбыҙға, өлгөрөп кенә торор. Үҙеңде сабындырып, йыуындырып алып сығайым әле.
– Рәхмәт инде! Һинән уңыуымдың сиге юҡ, – тип үҙ алдына һөйләнде ҡатыны.
– Шулайтып ҡотол, – тине һаман ире, – әтеү, күпме тырышам, бер йылы һүҙ ишеткәнем юҡ.
Йылы һүҙ ишеткәнем юҡ, тисе? Әллә, ысынлап та, шулай булдымы икән?
Көлөшөп, ҡайта торғас, юлдың өйҙәре эргәһенә килеп етеүен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Өйгә инеүенә, әсәһен, килеп, ҡыҙы ҡосаҡланы, икенсе яҡтан улы һыйынды.
– Иии, мине һағынып та өлгөргәндәр, – тип ҡыуанды әсәләре.
Әйтерһең, әсәләре әллә нисә көн өйҙә булмаған. Ашына тиклем, бешереп ҡуйғандар, өйө ҡараулы, мунсаһы әҙер.
Ә күңел һаман кемдәрҙелер сағыштырған һымаҡ. Фәнисә аҙға ғына Шамилды иҫкә төшөрҙө. Өс бүлмәле ҙур фатир, күҙенә генә ҡарап торған ир, ҡалала йәтеш тормош, ә эргәһендә бер кем юҡ. Ярай, эт алыр, бәлки бесәйле лә булыр. Күңелен шулар менән бер аҙ алдаштырыр ине. Көн дә байрам, көн дә туй, тигән һымаҡ, концерттарын ҡалдырмаҫ, театрҙарына йөрөр, таныштары, электән белгән яҡындары осрар.
– Арыу кейенгән, бынау ҡатын кем ул, Шамил менән китеп бара? – тип һорарҙар.
– Шамилдың хәҙерге бисәһе ошомо? – тип аптырашырҙар.
– Ҡайҙан килеп сыҡҡан ул? – тиешерҙәр.
– Элекке мөхәббәте булған, тиме... Ауылда эшен, ғаиләһен, ике балаһын ташлап, бында күсеп килгән, – тип әйтерҙәрме икән?
Бот сабып аптырашырҙар, әстәғәфирулла, тиешерҙәр.
Ә күңел түрендәге теге сер һаман йөрөй, намыҫҡа тейеп-тейеп ҡуя. Юҡ, ҡағылып ҡына ҡалмай, аҡрынлап, кимерә һымаҡ. Мунса инеп сыҡҡас, ашап алғас, йылы, йомшаҡ түшәккә йоҡларға ятҡас, көнө буйы эшләп арыған Вәхите, һүндерелгән телевизор һымаҡ, шым ғына йоҡлап та китте. “Эше күп, йонсоно, ял күргәне юҡ” тип өҫтөнә юрғанын ҡымтыны ҡатыны. Әллә үҙен төрткөләп уятырға ла, һин ни йәнең менән йоҡлап ятаһың? Мин бит, һеҙҙе ташламаҫ өсөн, ҡасып ҡайттым, тип һораһа, нисек булыр икән? Шуны ла белгеһе килмәйме икән ни? “Йә, уңғаным минең”, – тип әйтер иренә. Һуң, бар донъяға күңеле булып, тыныс күңел менән йоҡлап ятҡан иреңде нисек уятаһың? Йоҡлаһын, ишетмәһен, белмәһен. Нимәне белмәһен, тиһең һуң?
“Онотолоп бара ине, бөгөн көнө буйы иреңдән, ҡыҙыңдың, Азалияның, атаһы үҙең түгел икәнлеген беләһеңме, тип һорағың килә, түгелме һуң? Уныһы тағы һиңә нимәгә кәрәк? Бер һин генәме ни был донъяла, теле ҡысыған, серен һөйләй алмай интеккән кешеләр? Барын һөйләп, үҙеңде лә, башҡаларҙы ла бәхетһеҙ итеп, бар булғанын емереп, юҡҡа сығарып, шул емереклектәр аҫтында тороп ҡалғың киләме? Ана бит, эргәңдә, тәмле төштәр күреп, йылмайып, хәләл ефетең йоҡлай. “Ә Шамилды ҡайҙа ҡуяһың?” – тип ҡоторта тағы бер “шайтан”. Эй, һантый ҡатын! Шамилға һин бар ни ҙә, юҡ ни. Ике ятып, бер тапҡыр ҙа төшөнә инмәйәсәкһең. Шулай булғас, сеү! Шым! Һәм, нисек бар, шулай йәшәүеңде дауам ит”.
Һин түҙемле булһаң, ирең, һиңә ҡарағанда, күпкә аҡыллыраҡ. Ярай, һин унан һорарһың, ҡыҙыңдың атаһы түгеллегеңде беләһеңме, тип. Ул һиңә нимә тип яуап бирәсәк? Эйе, беләм. Ҡушыуҙы, алыуҙы, бүлеүҙе мин генә беләм, тиер.
Шуға күрә, өндәшмә, кеше һүҙенә ҡалма. Шым ғына үҙеңә һеңдер, хәтереңдең иң төбөнә һалып ҡуй һәм онот. Сөнки алда һеҙҙе ауыр, ҡатмарлы, күңелгә яҡын, өйрәнелгән тормош көтә. Ана, ҡыҙың һаман йоҡламай. Бүлмәһендә ут яна. Уның хаҡында уйла. Ул бөгөндән Өфөгә тартыла. Музыкаға, йырға, һүрәт төшөрөүгә һәләт һәр кемгә бирелмәгән. Унда ҡыҙыңды өр-яңы, һин ҡасып, ҡайтып киткән тормош көтә. Уның ымһындырғыс, мауыҡтырғыс, әүрәткес көстәре ялмап аласаҡ. Ә ҡыҙың һин түгел. Шулай булғас, әйҙә, уның тураһында уйла һәм көс-ҡөҙрәт йый.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: