+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Март 2021, 17:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА БЫҘАУЫҢДЫ ҠАРА, БАЛАМ!!! (Аҙағы)

– Быҙауҙы ҡара! Быҙауҙарҙы иртүк ҡарап ал! – тип ҡат-ҡат әйтелгән бойороҡ ауыл балаһының башына һеңеп киткән булалыр ул. Ә ул быҙау һин эҙләгән урындарҙа ғына йөрөһә һуң? Болондо ҡыҙырып сығып, әрәмә араларында кесерткәндән сағылып, йылға буйҙарының аҫты ла, өҫтө лә үтелеп бөтә. “Зәб-зәб-зәб-зәб-зә-әү” тип һамаҡлап йөрөүҙән тел көрмәлә башлай. Кисләүҙә инде серәкәй талай. Алыҫҡараҡ китергә ҡурҡыта ла. Бөтөн кеше быҙауҙарын ҡыуып ҡайта, һинеке һыуға төшкән кеүек юҡ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
БЫҘАУ
ЫҢДЫ ҠАРА, БАЛАМ!!!
(Аҙағы)
Быҙауҙы ҡара! Быҙауҙарҙы иртүк ҡарап ал! – тип ҡат-ҡат әйтелгән бойороҡ ауыл балаһының башына һеңеп киткән булалыр ул. Ә ул быҙау һин эҙләгән урындарҙа ғына йөрөһә һуң? Болондо ҡыҙырып сығып, әрәмә араларында кесерткәндән сағылып, йылға буйҙарының аҫты ла, өҫтө лә үтелеп бөтә. “Зәб-зәб-зәб-зәб-зә-әү” тип һамаҡлап йөрөүҙән тел көрмәлә башлай. Кисләүҙә инде серәкәй талай. Алыҫҡараҡ китергә ҡурҡыта ла. Бөтөн кеше быҙауҙарын ҡыуып ҡайта, һинеке һыуға төшкән кеүек юҡ.
Ауылды уралтып баҫҡан тауҙың бер үҙәненән еңелсә саң күтәрелә. Көтөү килә! Аяҡтарҙағы олораҡ ҡатаны ҡаптырлатып шул яҡҡа йүгерәм. Унда инде ҡалҡыулыҡҡа бала-саға, әбей-һәбей сығып баҫҡан. Бесәнгә бармай өй көтөп ҡалғандар мал ҡаршылай. Үҙәндән башта ыбыр-сыбыр һарыҡ-кәзә, унан эре мал күренә. Ашығып, егәрле атлап килә һыйырҙар. Йылғаны ла, елендәрен сайҙырып, туҡтап та тормай шаптырлатып кисеп сығалар. Иң беренселәр араһында аҡ һыйырыбыҙҙы аңғарып ҡаршыларына сабам. Әммә өлгөрмәйем. Һыйыр һауаға ҡарап өҙөп-өҙөп баҡырыуы була, әллә ҡайҙан быҙауы ла хасил була. Ер аҫтынан килеп сыҡҡан тиерһең! Мин инде ҡаталарымды атып бәреп, финишҡа беренсе килергә ашыҡҡан ярышсылар һымаҡ йән фарманға еләм. Тик бушҡа... Ҡотһоҙ быҙау таптыр-топтор итеп әсәһен үтеп китеп бер урай ҙа, ҡабаланыуҙан аҫтына ярты кәүҙәһе менән инеп китеп туҡтай. Башы менән һелкетәһенән инеһенең еленен төрткөләп ебәрә, уныһы асыуһыҙ ғына тибә, әйләнеп ялап ала. Ә тегеһе ҡарһаланып әле бер, әле икенсе имсәкте ҡабып тартҡылай, былай ҙа тирткән әмәстәрҙе йәһәтләп эйҙереп алмаҡсы булып тызый. Мин быларҙы әле килеп етмәһәм дә, бығаса йөҙ тапҡыр күргәнгә, белеп киләм. Сәсрәй яҙып, сыбығым менән бер ғәйепһеҙ һыйырға шыйтылдатып ебәрәм. Ул быҙауын этеп атлап китә, ә теге мәлғүн минән ҡасып йә бер, йә икенсе яҡҡа сығып тығыла. Ашыҡтырам һыйырҙы, алып ҡайта һалып айырыу уйымда. Шунлыҡтан мал артынан ҡойолоп ҡала барған шыйыҡ “ҡоймаҡтарҙы” ла ҡарап тормайым, баҫып тая-тая елдертәм. Шулай сабышып барып ялан кәртәгә инәбеҙ. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән быҙау тамам аҡылдан шашып имсәктәргә йәбешкән. Инде шапылдап шайыҡтары ҡойолоп тора. Асыуым алҡымыма етә.
– Ҡороғор! Күҙең сыҡҡыр! – тип, ярамаған һүҙҙәр менән ҡарғанып алышҡа ташланам. Быҙауҙың муйынсаһынан тотоп алып һелкетә тартып башын айырам, тик ул мине өйөрөлтөп ҡайырылып икенсе яҡтан барып төртөлә. Унда ла барып йәбешәм, усым менән моронон ҡаплайым. Мәскәйҙең ҡытыршы ауыҙына ҡулым инеп-инеп китә, ул уны ла йотоп ебәргәндәй хатта. Мин дә ҡыҙам, быҙау ҙа бирешмәй. Нисек тә бының башын ҡайырып, ҡул һуҙымы ғына аралағы бағанаға бәйләнгән арҡан осона еткереү. Һыйыр беҙгә аптырап бер урында әйләнгеләй, ҡайһыбыҙға ярарға белмәгән һымаҡ булһа ла, быҙауы ҡәҙерлерәктер инде, бағана янында туҡтамай үтә лә китә, үтә лә китә.
... Ялан аяҡтарым быҙауҙың ҡаты тояҡтарынан тапалып бөтә, бармаҡтарым муйынсаға уралып ҡыҫылып сәңкей, битем-башым шайыҡҡа буяла, тартҡылашыуҙан шыбыр тиргә төшәм. Елендәр күҙ алдында бушай. Һәм инде көсһөҙлөктән, ғәрлектән тығылған йәштәремә баш була алмай илап ебәрәм:
– Мәскәй! Мәскә-әй...
Илап-илай быҙауҙың инде аяҡтарын кирә баҫып, оҙон-оҙон һурып, ғыңҡылдатып китеп имгәнен ҡарап ҡалам. Имсәктәр тамам сепрәк хәленә ҡалып ялпылдай башлағас, һыйыр теге туймаҫын тибеп ебәрә лә, миңә башын бороп : “Ярай, илама, иртәгә тағы булыр һөт”, – тигән кеүек итеп ызылдап ҡуя. Унан был икәүҙең үтә лә бәхетле булып һөйөнөшкәндәрен, балаһының муйынын һуҙып, эйәген күтәреп китеп инәһенән ялатҡанын, ҡойроҡ сәнсеп, тулы ҡорһағын саҡ күтәреп иркәләп уйнаҡлағанын ҡарап торам.
Аҙаҡ, быларҙы айырып япҡас, инде әсәйгә нимә тип яуап бирергә һәм иртәгә нисегерәк итеп быҙауҙан хәйләкәрерәк һәм йылғырыраҡ булырға, тигән уйҙар менән баш вата башлайым. Ә унда, кәртәнең бер мөйөшөндәге бүлеккә индереп бикләнгән үгеҙ быҙау, бөгөнгө еңеүе менән ирәйеп, оҙон керфектәрен төшөрә биреп аҫтан ғына ҡарап ҡала. Һиҙеп торам, уның башында ла пландар бешә...
------------------------
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: