+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Март 2021, 15:20

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА БЫҘАУЫҢДЫ ҠАРА, БАЛАМ!!! (Башы)

– Һөйөнсө! Һыйырың быҙаулаған! – тигән хәбәр менән килеп инә ҡышҡы иртәлә кәртәгә сығып әйләнгән атай. – Нисек? Һәйбәтме? – усаҡ тирәһендә мәшәҡәтләнгән әсәй, мейес көлсәһенән быймаларын алып, уларға калуш кейҙерә башлай. – Һәйбәт. Имеп тора. Кәүҙәле генә үгеҙ быҙау, - атайым ишек төбөнән үтмәй, әсәйемдең кейенеп, биҙрәгә йылы һыу ҡойоп алғанын көтөп тора ла, эйәртеп алып сығып китә.Улар ҡыуанғас, мин дә ҡыуанып ятам йылы юрған аҫтында. Шул быҙау тыуһа әллә ниңә ҡыуаналар бит? Һөйөнсө һорайҙар әле! Шулай кәрәктер инде, күрәһең.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
БЫҘАУ
ЫҢДЫ ҠАРА, БАЛАМ!!!
(Башы)

– Һөйөнсө! Һыйырың быҙаулаған! – тигән хәбәр менән килеп инә ҡышҡы иртәлә кәртәгә сығып әйләнгән атай.
– Нисек? Һәйбәтме? – усаҡ тирәһендә мәшәҡәтләнгән әсәй, мейес көлсәһенән быймаларын алып, уларға калуш кейҙерә башлай.
– Һәйбәт. Имеп тора. Кәүҙәле генә үгеҙ быҙау, - атайым ишек төбөнән үтмәй, әсәйемдең кейенеп, биҙрәгә йылы һыу ҡойоп алғанын көтөп тора ла, эйәртеп алып сығып китә.
Улар ҡыуанғас, мин дә ҡыуанып ятам йылы юрған аҫтында. Шул быҙау тыуһа әллә ниңә ҡыуаналар бит? Һөйөнсө һорайҙар әле! Шулай кәрәктер инде, күрәһең.
Ҡыштың бер арауығында ишек төбөндәге кәртәләнгән уйымда был ҙур күҙле, оҙон керфекле матур быҙауҙар икәү, ҡайһы йылда өсәү ҙә булып китәләр. Иртәле-кисле ызылдашып, аҫтарындағы бесәндәренә сөптөрләтеп, һәр бер нәмәнән өркөп, дыһырлашып, алаҡандашып торалар.
Яҙға ҡарай улар кәртәгә сыға, көтөү йөрөй башлауға, арыуыҡ ҡалҡынып, һырт сойорғотоп уйнаҡларлыҡ, елендән айырылмай ҡарышырлыҡ булып эшкинәләр. Әсәләре китеп, бер аҙ ҡояш күтәрелгәс, безәүкәйҙәрҙе лә яланға ҡыуабыҙ. Улар башта урмаға сыҡмай ҡыртлаша, асыҡ ҡапҡаға инде еткәс кенә ҡапыл ситкә һикереп сабышып, сыға ла китәләр. Шыйтылдаҡ сыбыҡ тотоп алынһа ла, анау ғына бәләкәй нәмәләргә һуҡҡы килмәй, йүгерәһең арттарынан. Шул әкәмәт тағы бер-нисә ҡабатланғас, ниһайәт, күмәкләшеп ҡамалап тегеләрҙе тышҡа ҡыҫырыҡлап сығарабыҙ. Ят ерҙә йыуашая былар ҙа, ҡайҙа әйҙәһәң, шунда һәлмәк кенә юрталар. Шулайтып йүгертеп алып барып болонға төшөрәм. Унда быҙауҙар күп. Беренсе осрашҡан сабыйҙар кеүек улар ҙа бер-береһенә оҙаҡ тексәйә, яҡын килеп морондары менән төрткөләшеп, еҫкәшеп, хатта ҡолаҡтарын имеп, ялашып ҡарайҙар. Был шаңҡыуҙары бер аҙ үткәс, йәшел үләнде томшоҡтары менән матҡый биреп тартҡылап маташалар. Әммә тота килеп кенә ашамайҙар әле, теге ергә, был ергә төртөлөп, бәлә һалып баҡырышып алалар. Ҡыҙыҡ күреп бер аҙ күҙәтеп торған балалар китеп бөткәс, шунда үҙ көндәрен үҙҙәре күрергә ҡалалар.
Бөтөн ошо ҡылыҡһырламаларҙы уҡыған ҡайһы берҙәр, быҙауҙың нимә икәнлеген белмәгән берәүҙәр, был мал затына һоҡланып ҡына ултыралыр. Әммә минең кеүек ҡайһы берҙәр, был тәгәс күҙле ала-сыбар нәмәләрҙең ни тиклем үҙ һүҙле, үгеҙ күҙле бәйнәт икәнлеген дә белә. Ни арала ошо матурҡастарҙан хәйләкәр һәм ҡомһоҙ һөтимәрҙәр яралалыр – аңламаҫһың...

Аҙағы бар.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: